«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ ҺУҒЫШТЫҢ ТЕРЕ ШАҺИТТАРЫ
+  - 


Дүрт йыл буйы барған Бөйөк Ватан һуғышы һәр ғаиләгә онотолмаҫ ҡайғы һәм күтәргеһеҙ ауырлыҡтар алып килде. Тыл һәм фронттың берҙәмлеге, алға ҡуйылған азатлыҡ идеяһы совет халҡына Еңеү яуларға ярҙам итте. Ә бының өсөн бихисап ҡорбандар бирелде. Ул замандың шаһиттары йылдың-йылы һирәгәйә бара. Фронтовиктарҙың балалары үҙҙәре хәҙер - сал сәсле оло быуын кешеләре һәм, Бөйөк Еңеүгә 77 йыл үтһә лә, был көндө бөгөнгөләй хәтерләйҙәр. Һыҙланыуҙар, әрнеүҙәр аша шул алыҫта ҡалған бала саҡ йылдарынан улар яҡтылыҡ та таба. Социалистик Хеҙмәт Геройы, педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Лира КАМАЛОВА һәм Рәсәй Фәндәре академияһы академигы, геология-минералогия фәндәре кандидаты, техник фәндәр докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәй Федерацияһының почётлы ер аҫты тикшереүсеһе Эрнст ЮЛБАРИСОВ менән шул йылдарҙы иҫкә алдыҡ.

Лира Шәрифйән ҡыҙы, һуғыш башланғанда һеҙгә алты-ете йәш тирәһе булған. Кешеләр тормошона ҡотолғоһоҙ үҙгәреш килеп ингәнен аңланығыҙмы икән ул саҡта?

Л. Камалова:
Унан алдағы йылдарҙы ла хәтерләйем, сөнки атайым Ҡыҙыл армияға 1938 йылда уҡ алынды. Ул Күгәрсен районында мәктәп директоры булып эшләй ине. Уҡытыусы булһын, диплом алһын тип, әсәйемде Темәскә уҡырға алып килә. Темәстән Икенсе Этҡолға килеп еткәйнек, беҙҙе төшөрҙөләр ҙә, атайымды шул уҡ ат менән хеҙмәт армияһына алды ла киттеләр. Тик уның армияға алынғанын, нишләптер, әйтмәнеләр. Атайым туберкулез менән ҡаты ауырып, 1942 йылда ғына ҡайтып инде. Йәшәренә өс ай тирәһе ҡалған тигәйнеләр, ләкин ул аяғына баҫа алды. "Балаларым хаҡына терелдем", - ти торғайны. Атайыма 1947 йылда ғына уҡытырға рөхсәт бирҙеләр.

Фронтовиктарға һуңлап булһа ла ниндәйҙер льготалар булдырылды. Ә һуғыш осоро балаларына иғтибар булдымы? Һеҙ бына тоя инегеҙме?

Л. Камалова:
Булды, тип әйтә алмайым, сөнки беҙ күмәк инек бит, беҙҙең ҡайғы булмағандыр, тием. Ә шулай ҙа беҙ һуғыштың тере шаһиттары. Һуңғы ваҡытта донъялар боларып тора, илһөйәрлек, әхлаҡ, әҙәп тигән төшөнсәләргә иғтибар итеү, тәрбиә эшен яҡшыртыу кәрәклеге ҡабат ҡалҡып сыҡты. Шуғамылыр, беҙгә лә иғтибар арта башланы. Беҙ берҙәм булдыҡ, сөнки һуғыш килтергән ҡайғылар ҙа, юғалтыуҙар ҙа уртаҡ ине. Еңеү ҙә уртаҡ.

Йәғни, беҙҙең хәтер өҙөлмәгән, шулай тип раҫлай алабыҙмы?

Л. Камалова:
Олатайҙар, атайҙар, ейәндәр, бүләләр быуынында хәтер сылбыры өҙөлмәҫ, тип өмөтләнәйек. Бының өсөн оло быуын үҙ башынан кисергәндәрен балаларына еткерергә тейеш. Мин үҙем педагог булып ҡайҙа ғына эшләһәм дә, һуғыш тематикаһына ҙур иғтибар бирҙем. Бүребайҙа эшләй башлаған йылдарҙа унлаған уҡытыусы һуғыш ветераны ине. Уларҙы балалар тәрбиәләгәндә йәлеп итә торғайныҡ, хәлдән килгәнсә ҡәҙерләргә тырыштыҡ. Элек мәктәптә аҡса булманы. 9 май етһә, ветерандарға бүләк алырға үҙемдең аҡсаны бирә торғайным. Беҙ бит иман төшөнсәһен белеп үҫкән быуын, атайымдың һәм әсәйемдең өлөшө булһын, тип тә уйлай торғайным. Мәктәпкә мең ярым кубометр утын әҙерләйбеҙ, иң тәүҙә ветерандарға килтереп бирәбеҙ. Һуғыш тематикаһына уҡыусыларҙан инша яҙҙырыу традицияһы булды, уларҙы мотлаҡ район гәзитендә баҫтыра торғайныҡ. Тыныслыҡты һаҡлау, оло Еңеү хаҡына ниндәй ҡорбандар бирелгән - быларҙы бөгөн дә балаларыбыҙға, уларҙың балаларына һөйләп барырға тейешбеҙ.
Үҙемдең балаларымды ауылға алып барып, әтмәкес, ҡуян тубығы, кәзә кәбеҫтәһе, һарына кеүек үләндәрҙе күрһәтеп, бына ошоларҙы ашап үҫтек, тип һөйләнем. "Кит инде, шуны соҡоп ашап йөрөмәгәнһегеҙҙер",- тиҙәр. Бер балаҡайға үҙебеҙ күргән аслыҡ тураһында һөйләгәйнем, ул: "Икмәк күберәк ашарға ине. Икмәк күберәк ашаһағыҙ, асыҡмаҫ инегеҙ", - тине. Ул саҡта икмәк тә булманы, тиһәм, тегенең ышанғыһы килмәй: "Нисек булмаһын, ти, инде?" - ти. Олатай-өләсәйҙәр, атай-әсәйҙәр балалар араһында пропаганда алып бармаһа, бына шундай ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та һөйләшеүҙәр килеп сығасаҡ. Кешегә ҡай саҡ бер тапҡыр түгел, ун мәртәбә әйтергә кәрәк. Ҡабатларға кәрәк. Һуңғы йылдарҙа шәжәрә, ырыу-нәҫел ебен барлау популяр булып китте. Ә мин һәр кеше үҙенең һуғыш менән бәйле быуындарын ныҡлап белергә, шуға бәйле шәжәрәһен төҙөргә тейеш, тип уйлайым. Хатта ғаилә китабын яҙа ала. Мин был бурысты үтәнем, Еңеүҙең 75 йыллығына атайым, әсәйем, уларҙың һуғыштан әйләнеп ҡайта алмаған ҡустылары тураһында "И помнит мир спасенный" тигән китабым сыҡты.
Э. Юлбарисов: Эйе, һуғыш йылдарына бәйле нәҫел шәжәрәһен төҙөү тураһындағы фекер менән мин дә килешәм. Беҙҙең дә нәҫел шәжәрәбеҙ бар. Һуғышҡа тиклемге хәлдәрҙе асыҡлап, уны яңынан тулыландырҙым. Атайымдың ҡустыһы атылған, уны мин белмәй инем. Атайым хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә булғас, Мәскәүҙә уҡыған саҡта уның яҙмышын асыҡларға тырышып, ағайым менән Оборона министрлығына ла мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ, тик яуап алып булманы. Эҙләнеп, архив материалдарын йыйып, ҡайҙа һәләк булғанын барыбер асыҡлай алдым. Благоварҙан уның менән бергә хеҙмәт иткән полкташы яҙғайны беҙгә: "Атайың беҙҙең командир ине. Немец снаряды уны үтәнән-үтә сыҡты. Яраланған кешеләрҙе Харьковҡа лазаретҡа алып киттеләр". 1943 йылда Харьковтан немецтарҙы ҡыуалар, был саҡта ҡала совет ғәскәре ҡулында була. Әммә бер-ике көндән немецтар Харьковты яңынан алалар һәм лазареттағы ике йөҙ офицер-һалдатты атып үлтерәләр ҙә, яндыралар. Атайым яраһынан тере ҡалып та, улар ҡулына эләкһә лә, йәшәй алмаҫ ине.

Һәр ғаилә үҙенең китабын яҙырға тейеш, тигәндән сығып әйтәм, һеҙ бит был бурысты үтәгәнһегеҙ. "Был доньяға беҙ килгәнбеҙ икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер" тип аталған автобиографик китабығыҙҙы күҙ уңында тотам. Унда һуғыш йылдарына ҙур ғына урын бирелә.

Э. Юлбарисов:
Мин үҙемдең китабымда республикала 1944 йылда асылған 5-се һанлы балалар йортон миҫал итеп алдым. Был балалар йортон булдырырға, тигән ҡарарға Косыгин ҡултамға ҡуйған. Уны революциянан һуң башланған хөкүмәт сәйәсәтенең дауамы тип аңларға кәрәк. Шул саҡтарҙа әле етемдәрҙе, үкһеҙ етемдәрҙе йыйырға, тәрбиә-ләргә, уҡытырға, уларға ярҙам итергә тигән эш алып барыла. Һуғыш ваҡытында ошо уҡ хәл ҡабатлана. Беҙҙең республикалағы кеүек ҙур балалар йорто Союзда дүртәү генә булған.
5-се һанлы балалар йортоноң үҙенсәлеге ниндәй ине? Ул милли кадрҙар әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Етемдәрҙе бөтә райондарҙан йыйһалар ҙа, милли кадрҙар әҙерләү бурысы торғас, иң яҡшыларын ғына ҡабул иткәндәр. Минең был китабым бер класс балаларына арнала. Беҙ балалар йортона 1947 йылда килгән етем йәки үкһеҙ етем балалар бергә йәшәнек, бергә уҡыныҡ. Ә бәхетле бала саҡты беҙгә кем бүләк иткән дә, кем беҙҙе уҡытҡан, тәрбиәләгән һәм кеше иткән? Иң элек ошо турала ентекләп яҙырға тейешмен, тинем. Дүрт-биш баланың биографияһын ҡыҫҡаса килтереп, уларҙың оло тормош юлына сыҡҡас, кем булып киткәнен яҙам. Улар араһынан Министрҙар советы рәйесенең урынбаҫары, министр урынбаҫарҙары, академик ғалимдар, фән кандидаттары, ике генераль директор, министрлыҡтың проект-конструктор бюроһы директоры, атҡаҙанған нефтсе һәм ике атҡаҙанған төҙөүсе, педагогтар, табиптар, инженерҙар, спорт мастерҙары һәм эшҡыуарҙар сыҡты. Дүртәүһе оҙаҡ йылдар сит илдә эшләне. Икәүһе Европа, Азия, Африка, Көньяҡ Америка илдәрендә яуаплы вазифала булды. Үҙемдең ғаиләгә килгәндә лә балалар йортонда белем алыуҙың һөҙөмтәһен күрергә була. 90-сы йылда өс бер туған Юлбарисовты - Марат, Эрнст һәм Илдарҙы - үҙҙәре эшләгән хеҙмәт коллективтары өс кимәлдәге - РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың һәм баш ҡаланың Ленин районы халыҡ депуттары советына кандидат итеп күрһәтте. Әлбиттә, бындай ышанысты һорап алып булмай.

Һеҙ һуғыш балалары хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан кешеләрҙең береһе, ул хәрәкәт нисек барлыҡҡа килде?

Э. Юлбарисов:
СССР-ҙа һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарға заманында льготалар булдырҙылар. Тик һуң булдырылды ул. Магазинға барып, льготаға нимәлер алырға уларҙың һаулығы ла юҡ ине инде. Льготалар менән балалары, ейәндәре файҙаланды, тиергә була. Ә һуғышта һәләк булғандарҙың балаларына бер нәмә лә ҡаралманы, улар һәр саҡ ситтә тороп ҡалды. Башҡортостандан алда бер нисә өлкәнең губернаторҙары һуғыш балаларына льготаларҙы үҙҙәре булдырҙы. 2013 йылда "Башҡортостан" гәзитендә "Һуғыш балалары иғтибарға һыуһаған" тигән мәҡәләм сыҡты. Ул саҡта Учалыла әүҙем эшләгән элекке хоҡуҡ яҡлаусы Ә. Әминев тигән кеше бар ине. Ул да һуғыш балалары тураһында бик күп мәғлүмәттәр йыйҙы, исемлек төҙөнө. Ғөмүмән, Өфөлә был эш менән урындағы КПРФ ныҡ шөғөлләнде. Мин дә уларға ярҙам иттем. Бер ваҡыт был инициативаны "Берҙәм Рәсәй" эләктереп алды, һуғыш балалары тураһында Указ сығарҙылар. "Үлемһеҙ полк"ты хәҙер "Берҙәм Рәсәй" ойоштора.
Л. Камалова: Беҙҙең "Һуғыш балалары" тигән документыбыҙ бар, уны матур итеп алып килеп бирҙеләр. Матди яҡтан ниндәй ярҙамы барҙыр, белмәйем. Һәр хәлдә, "Мин һуғыш балаһы" тип ҡайҙалыр барырға ла оялам. Сиратһыҙ врачҡа инәм, тиһәң, кешеләрҙең ризаһыҙ йөҙөн күреүҙән тартынам.
Әлбиттә, элек уҡытыусы абруйы ҙур ине. Атайымдың яҙғандары һаҡлана миндә. "Уҡытыусыға йөҙ илле грамм шәкәр, өс йөҙ грамм май, ярты кило он бирҙеләр", тип теркәп барған.
Э. Юлбарисов: Етемлек һурпаһын татығандарға еңел булманы бит. Атайым март айында һуғышҡа алынған, ул киткәс, тышта буран сыҡһа, мин тәҙрә төбөнә баҫам да: "Атайым өшөй, аяғы туңа инде, ҡулы туңа инде", - тип илар булғанмын. Әсәйем, ағайым гел шуны иҫкә төшөрә ине. Әсәйем Өфөлә балалар йорто асыла тигәнде радионан ишетә, унан баш ҡалалағы туғандар ҙа кәңәш бирә, шулай итеп, беҙ ғаиләнән өсәүебеҙ балалар йортона эләктек. Ағайым һәм мин өсөнсө бала - 5-сегә, ә кинйәһе 1-се балалар йортонда булдыҡ.
Л. Камалова: 1943-1944 йылдарҙа аслыҡ үҙәккә үтте, беҙ, балалар, бергә йыйылышып, йәшел үләндә һөйләшеп ултыра торғайныҡ. Һуғыш касафатылыр, бер ҡасан да көлөп, ҡысҡырып, уйнап йөрөмәнек. Бер таҡмаҡ иҫтә ҡалған.
Немец ҡыҙы сәсен тарай,
Алтын тарағы булһа.
Атайым да ҡайтыр әле
Эсендә йәне булһа.
Шунан: "Йән нимә була икән, үҙе үлһә лә, йәне тере ҡаламы икән?" - тип һөйләшкән булабыҙ. Атай юҡ, әсәй гел эштә, беҙҙе күберәк өләсәй-олатайҙар тәрбиәләне. Һуғыш йылдарында балалар йортона бала-сағаны йыйып йөрөнөләр. Бер әсә лә балаһын балалар йортона бирмәне. Ирем ҡайтһа, нимә тип әйтермен, ти торғайнылыр

Еңеү көнөн иҫләйһегеҙме?

Э. Юлбарисов:
Эйе, иҫемдә. Миңә алты йәш ине. Ағайым менән баҡсала серек бәрәңге йыйып йөрөйбөҙ. 9 май - эҫе, ҡояшлы көн! Бер заман аэроплан килеп сыҡты ла, ниндәйҙер ҡағыҙҙар һибеп, Инйәрҙең аръяғына осоп үтеп китте. Олораҡ ағайҙар Инйәрҙе йөҙөп сығып, был яҡҡа йән-фарман сабалар. Кискә табан туған тейешле ағайымдарға барһам, листовка элеүле тора: унда Сталин совет халҡын еңеү менән ҡотлай ине.
Л. Камалова: Еңеү көнө минең хәтерҙә шулай тороп ҡалған: Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы халҡы тауға йыйылған. Ул саҡта телефон тигән нәмә юҡ, митинг үткәрергә булһа, халыҡты ат менән сабып йөрөп йыялар ине. Беҙ, бала-саға, айырымыраҡ торабыҙ. Халыҡ илаша. Һуғыш бөткәндә миңә ун бер йәш, бәләкәй түгелмен, барыбер аңламайым. "Былар нишләп илай икән? Шатлыҡлы хәбәр әйттеләр, һуң, иларға түгел, ҡыуанырға, көлөргә кәрәк бит", - тибеҙ беҙ балалар. Илауҙың да ҡыуаныс икәнен аңламайбыҙ. Элек ап-аҡ прәник була торғайны. Әбейҙәр шул прәникте ваҡ ҡына итеп турап алып сыҡҡандар ҙа, беҙгә, балаларға, өләштеләр. Прәникте оҙаҡ итеп имәбеҙ. Еңеүҙе бына шулай билдәләнек.

Лира апай, атайығыҙҙың ҡайтҡанын да хәтерләйһегеҙҙер, моғайын?

Л. Камалова:
Эйе, хәтерләйем. Бер рус ҡатыны һәйбәт ат егелгән кашауай санала тауҙан килеп төштө. Ул ирен фронтҡа оҙатып ебәргән дә, Баймаҡтан атайымды ултыртып алып килгән икән. "Ул ирен һуғышҡа оҙата, ә мин тылға ҡайтам", - тип, атайым үртәлеп, уңайһыҙланып йөрөнө.
Э. Юлбарисов: Уҡытыусыларҙы һуғышҡа алдылар, тип әйткәйнем бит әле. Ҡырҡ дүртенсе йылды Сталинград, Курск алыштары үткәс, уларҙың иҫән ҡалғандарын, артабан үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләһендәр өсөн, тыуған яҡтарына ҡайтаралар. Тик беҙҙең атайға әйләнеп ҡайтырға насип булманы.

Еңеү иғлан ителгәндән һуң, әкренләп фронтовиктар тыуған яҡтарына ҡайта башлайҙар...

Л. Камалова:
Ҡырҡ дүртенсе йылда Ғәлиев тигән уҡытыусы ҡайтҡанын хәтерләйем, бөтә ауыл менән ҡаршы алдылар. Унда ла ауылдаштарҙың күҙ йәшен күреп: "Нишләп илайҙар икән?"- тип уйлағайным. Беҙҙең өй ауыл ситендә, һәр бер ҡайтҡанды ҙурлап ҡаршы алалар ине. Ә бына дәррәү ҡайтыу булманы. Берәмләп кенә ҡайттылар Әсәйемдең ҡустыһы Әхмәт ағайым һуғышҡа тиклем Күгәрсен районында мәктәп директоры булып эшләгән. Ул һуғышта хәбәрһеҙ ғәйеп булғас, өләсәйем уны көттө. Сыбығын тотоп, көтөүгә сығып китә. Көтөү машина юлы буйлап килә. Өләсәйем Баймаҡ яғына ҡарап тора торғайны. Бәләкәй улы Сәхиулла Япон һуғышында булып, армияла һигеҙ йыл йөрөп ҡайтты. Элек исемде тулы итеп өндәшәләр ине бит. Өләсәйем атайыма "Сәхиулла, Әхмәҙулла", шунан ғына "Шәрифулла", тип әйтә торғайны. Үҙе үлгәнсе балаларының исеме теленән төшмәне. Һәр ғаиләләге әсәй-өләсәй шулай булды. Төньяҡ Осетияла бер әсәнең ете улы һуғышта ятып ҡала, улар тураһында йыр ҙа бар. Ауылдың бер осона уларға ете торна һәйкәле ҡуйылған. Мин шуны һәр саҡ уҡыусыларға һөйләй торғайным. "Ете улын көтөп-көтөп тә, көтөп ала алмайынса үлде. Юҡ, ул үлмәне, ә улдарын көтөп, кипте", - тип яҙҙылар ул әсә тураһында.

Һуғыш балалары иңенә өлкәндәр ауырлығы ла ятты. Юҡҡа ғынамы ни уларҙы "иртә олоғайған" быуын тип тә атайҙар...

Л. Камалова:
Әйтәм бит, көлөп-уйнап йөрөгән тиле бала сағыбыҙ булманы. Өйҙә лә тыныс инек. Ололарҙың: "Бөгөн нимә табам, иртәгә нимә ашатам?"- тигән хәсрәте, хәстәре беҙгә лә күсте. Беҙ уларҙы үҙебеҙгә һеңдергәнбеҙ. Ололар донъяһына иртә индек, шуға ла эш башлап китеүе ауыр булманы. Иртәрәк сыныҡтыҡ һәм иртәрәк олоғайҙыҡ. Беҙ бер ваҡытта ла артығын даулашып йөрөмәнек. Бала сағыбыҙ ғына түгел, йәшлегебеҙ ҙә бик юҡ ине. Ҡытлыҡ заманға тура килде. Университетҡа уҡырға индек, көҙ килә инек тә, йәй генә өйгә ҡайта инек. Стипендияға уҡыныҡ, йәйге ике айлыҡ стипендияға кейендек. Э. Юлбарисов: Ә беҙ уҡығанда Хрущев шул йәйге стипендияны бөтөрҙө лә ҡуйҙы.
Л. Камалова: Шулай, самалап йәшәргә өйрәндек. Тағы бер нәмә иҫемдән сыҡмай: ҡыҙыл дипломды элек сәхнәлә бирә торғайнылар. Кейергә күлдәгем бар, аяҡҡа таба алмайым. Элек сепрәк танкеткалар була торғайны. Минең аҡ төҫтә танкеткам бар. Университетҡа килеп еткәнсе уға туҙан ултырҙы. Бәҙрәфкә инеп, теш порошогы менән танкеткамды таҙарттым. Ҡараһам, ректор янына барғанда ла, кире килгәндә лә юл буйлап минең аяҡтан ап-аҡ порошок ҡойолоп ҡалған... Ана шунан белегеҙ инде беҙҙең хәлдәрҙе. Үҙаллы тормош юлына баҫып, әҙерәк аҡса эшләй башлағас, гел үҙемә оҡшаған аяҡ кейемен ике пар итеп алам. Шундай ғәҙәтем бар минең. Ошо тормош юлын ҡабат үтә алыр инемме икән, тип, уйлайым, шунан, юҡ, үтә алмаҫ инем, тип ҡуям. Көйәнтәләп һыу ташыу, брикет менән ут яғыу. Шырпы табыуы ауыр. Усаҡты тоҡандырып ебәрергә, һоҫҡо тотоп, ҡуҙ эҙләп йөрөй торғайныҡ. Һыуытҡыс юҡ, май һорап, күршеләргә ағас ҡалаҡ тотоп барабыҙ. Әле 60-сы йылдарҙа бер икмәк һатып алыр өсөн дә күршеләрҙән аҡса һорап тора торғайныҡ. Бүребай мәктәбенә утын әҙерләгәндә Йылайыр урмандарында балта тотоп үҙем йөрөнөм. Ҡайһы ваҡыт балалар: "Шылтыратып хәл белергә ваҡыт булманы, йә арыған инем", - тип аҡланалар. Минең бер ҡасан да "ваҡытым юҡ," тип әйткәнем булманы, һәм беҙгә арырға ла ярамай ине.

Ҙур һынау үткәнһегеҙ, сауабын Аллаһы Тәғәлә насип итһен. 9 Май һеҙҙең өсөн ниндәй байрам? Беҙ уны нисек ҡаршы алырға тейешбеҙ?

Л. Камалова:
Мин уны, иң элек, ғаилә байрамы тип ҡабул итәм. Урыҫтар пасха булһа, яҡындары менән бергә йыйылалар бит, беҙ ҙә Еңеү байрамында бөтә туғандар бергә йыйылышып, һәләк булғандарҙы хәтергә алырға тейешбеҙ. Көн матур булһа, ҡырға сығып, тәбиғәт ҡосағында үткәрергә була. Митингылар ҙа, "Үлемһеҙ полк" та үҙ урынында, ә туған-ырыу барыбер бергә осрашырға тейеш, ундай осрашыу-күрешеүҙәр - үҙе үк патриотик тәрбиә. ГДР булған заманда миңә унда командировкаға барыу насип булды. "Һеҙ һуғышты оноттоғоҙмо, беҙҙе ғәфү иттегеҙме?" - тигән һорау бирҙеләр. Мин башымды күтәрҙем дә, нимә булһа ла булыр, тип: "Беҙҙең халыҡтың һандығында өсмөйөшлө хаттар, повесткалар ята. Кеше уларҙы һаҡлаған саҡта, тырышһа ла, һуғышты онота алмаҫ. Беҙ күргән-кисергәндәр, юғалтҡан кешеләребеҙ һәр саҡ беҙҙең менән бергә", - тинем.
Атайым: "Ҡустым Грузияла ятып ҡалды, әсәйеңдең ҡустыһы - Украинала, һин шуларҙың ҡәберҙәрен табырға тейешһең", - тигәйне. Грузияға барып, аманатты үтәнем. Әсәйемдең "хәбәрһеҙ юғалған" ҡустыһын ете йыл элек интернет аша табып алдыҡ. Хәҙер асыҡланды, ул Украинаның ҡайһылыр ҡалаһында ерләнгән. Барып килергә ниәт иткәйнем, тик бола башланғас, йөрөп булманы. Мин Трептов паркында булдым, илай торған ҡайындың япраҡтарын тотоп ҡараным, ысынлап та, унда күҙ йәше аға кеүек. Ленинградҡа Пискарев ҡәберлегенә лә махсус барҙым. Татьяна Савичеваның көндәлеген уҡып баҫып торҙом.

Үҫкән саҡта ир бала барыбер атай ярҙамына мохтаж була. Эрнст Мирсаяф улы, һеҙ: "Атайым ҡайтып төшөр әле", - тип хыялланманығыҙмы?

Э. Юлбарисов:
Беҙ, тормош шулай була икән, тип ҡабул иткәнбеҙ. "Был доньяға беҙ килгәнбеҙ икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер" тигән китабыма рецензияһында класташым Фәнис Исхаҡов: "Мин Эрнстың тормошондағы ошо хәлдәрҙең биш процентын ғына белгәнмен икән", - тип яҙҙы. Һәр беребеҙ үҙебеҙҙең көскә генә таянғанбыҙ. Һуғыш балаларының тормошо ҡатмарлы булһа ла, улар үҙҙәрен раҫланылар, хатта ил кимәлендә генә түгел, ә донъя кимәлендә танылыу алғандары байтаҡ. Фронтҡа киткән сағында атай инәйемә: "Балаларҙы уҡыт", - тип әйткән. Аманатты үтәр өсөн ул хәленән килгәндең бөтәһен дә атҡарҙы. Уҡытыусылар ҙа беҙгә: "Уҡығыҙ, уҡып ҡына кеше була алаһығыҙ", - тип әйтә торғайнылар. Был беҙҙең өсөн иң яҡшы лозунг булды, һәм беҙ уны тормошҡа ашырҙыҡ. Мәктәпте мин тик "биш"кә генә тамамланым.
Беҙгә тормошта бирешмәҫкә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ниндәйҙер осҡон һалынған. Әлбиттә, был ҡандан да киләлер, шулай уҡ үҙемдең дә тырышлыҡ бар. Инәйем дә, ике ағайым да минең өсөн үрнәк булды. Туғандарым күп төрлө һөнәр эйәләре ине, ошо сифат беҙҙең балаларға ла күсте. Улар ҙа заман ауырлыҡтарына бирешмәйҙәр, беҙгә оҡшағандар - йәмғиәткә ысын күңелдән файҙа килтерергә тырышалар, алдашмайҙар, һөҙөмтәле эш күрһәтәләр.
Л. Камалова: Атайым 1964 йылда ғына тыуған яғы Күгәрсенгә ҡайтты. "Тыуған яғыма ҡайтам, мине шунда ерләһендәр", - тип васыят ҡылды. Миңә: "Һине тыуған ереңдән мәхрүм иттем, алып ҡайтам", - тине. Беҙ бәләкәйҙән Баймаҡ яғында үҫкәс, унда өйрәнгәнбеҙ: "Бында тороп ҡалайыҡ, расписка бирәм, таш яуһа ла һине алып ҡайтып ерләйем", - тип инәлеп ҡарайым. "Юҡ, ағайымдар янында зыяратта урыным да бар", - тине. Йәш саҡта "тыуған яҡ" тигәнде аңламайһың бит инде. Атайым тыуған яғына ҡайтҡас, тағы ла егерме йыл йәшәне.
Ҡай саҡ күҙҙе йомоп, үткән ғүмерҙе уйлап ултырам. Һуғыш йылдары ғүмеремдең иң сағыу күренеше булып килеп баҫа. Кисерештәр тәрәнерәк, ваҡиғалар ҡалҡыуыраҡ булғанғамы, тап шул мәлдәр ғүмеремдең иң ҙур өлөшө һымаҡ ҡабул ителә. Ас-яланғас йөрөгән саҡтарыбыҙ, нисектер, ситтәрәк тороп ҡала. Ә һуғышҡа тиклемге һәм һуғыштан һуңғы йылдарым тоноғораҡ та, ҡыҫҡараҡ та кеүек.
Эйе, мин һаман да кесерткәндән, балтырғандан аш бешерәм, ыумас ыуам. Шулар булды бит беҙҙең ашыбыҙ. Үҙенсәлекле, туҡлыҡлы, тәмле ризыҡ, айырыуса, йәйге эҫелә ҡорот һалып ашаһаң, һыуһынды ҡандыра. Мостай Кәрим: "Хоҙай һәр бер кешенең үҙенең күңелендә", - тип әйтә торғайны. Бына беҙ шулай күңелебеҙҙәге Хоҙайҙың биргәненә шө-көр итеп йәшәйбеҙ.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
әңгәмәләште.

"Киске Өфө" гәзите, №18, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.22 | Ҡаралған: 243

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru