«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЙЫН ҺЫУЫ
+  - 

Яҙ миҙгелендә кешеләр йыш ҡына витамин етешмәүҙән яфалана. Оҙайлы ҡыш айҙарынан һуң сәләмәтлеген нығытып, организмдары талап иткән файҙалы витаминдарҙы туплап алырға теләгән һәр кемгә тәбиғәт үҙ ярҙамын тәҡдим итә. Был юлы һеҙгә, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, тәбиғәт аптекаһының шифалы сығанаҡтарының береһе - ҡайын һыуы тураһында ентекләберәк һөйләмәксебеҙ.

Ҡайын һыуын көндәр йылынып, ҡар ирей башлағандан алып ағастар бөрөләнгәнгә тиклем йыйырға була. Һут иң шәп аҡҡан ваҡыт иртәнге ундан киске алтыға тиклем. Ғәҙәттә бер ҡайындан 2-3 литр һут алырға мөмкин. Ҡайын һыуы бик шифалы булыуын белеп, күберәк йыйырға теләгән осраҡта ла үтә һаҡһыҙ рәүештә бер ағасҡа күп тишектәр тишергә ярамай. Әгәр ҙә олононоң диаметры 20-25 см булһа - бер, 25-35 см - ике, 35-40 см - өс, 40 сантиметрҙан күберәк булған осраҡта дүрт тишек тишергә мөмкин.
Ҡайын һыуының составында эфирлы майҙар, витаминдар, сапонин матдәләре, бетулол, ундан артыҡ төрлө органик кислоталар бар. Уны 2-3 аҙна дауамында даими рәүештә көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда эсеү организмдың яҙ осоронда миктәүе, авитаминоз, онотоусанлыҡ, хәлһеҙлек һәм күңел төшөнкөлөгөнән арынырға ярҙам итә. Фитотерапия күҙлегенән ҡарағанда, ҡайын һыуы организмда матдәләр алмашыныуын яйға һалырға булышлыҡ итеүсе иң шәп әмәл. Ябай һыуҙан артыҡ айырмаһы юҡ кеүек булһа ла, ул ашҡаҙанға ла ыңғай йоғонто яһай. Төрлө микроэлементтарға бай ҡайын һыуын шулай уҡ тире, ҡан ауырыуҙары, быуындар һыҙлауы, тамаҡ шешеүе, бронхит, үпкә шешеүе һәм башҡа төр тын юлы ауырыуҙарын дауалауҙан тәҡдим итәләр. Бөйөр һәм бәүел ҡыуығында барлыҡҡа килгән ташты, ҡанды таҙарта, йоғошло ауырыуҙар менән яфаланған осраҡта организмдан зыянлы матдәләрҙе йыуып сығара. Ашҡаҙан язваһы, бауыр, бөйән, үт ҡыуығы ауырыуҙарын, түбән кислоталылыҡ, радикулит, ревматизм, быуын шеше, туберкулез, зәңге, баш ауыртыуын, венерик ауырыуҙарҙы дауалау өсөн эсергә мөмкин. Экзема, һытҡы сыҡҡанда тирене таҙартыу һәм дымландырыу йәһәтенән дә ярҙам итә. Тағы ла сәстәрҙәге ҡауаҡты бөтөрөү, уларға тәбиғи йомшаҡлыҡ индереү өсөн ҡайын һыуы менән йыуырға кәңәш ителә. Ҡаты тымау тейгәндә яңы ғына йыйылған ҡайын һыуын һәр көн иртәнсәк бер стакан, йүтәлләгәндә йә һыуыҡ тейҙергәндә һөт ҡушып йылытып, аҙ ғына он йәки крахмал бутап эсергә кәрәк. Шулай ҙа, ҡайын алҡаһы һеркәләренән аллергия булған кешеләргә, күкрәк һөтө имеүсе балаларға ҡайын һыуы эсеү зыянлы.
Әгәр ҙә һеҙ һыуҙы йыйып алғандан һуң бер аҙ һаҡлап эсергә теләһәгеҙ, быяла һауытҡа тултырып, һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәк. Әммә 2-3 көндән артыҡ һаҡламау хәйерле, юғиһә, әсегән һыуҙың файҙаһынан зыяны күберәк булыр. Тағы ла ҡайын һутын быяла банкыларға ябырға мөмкин. Бының өсөн уны эмалле һауытта 80 градусҡа тиклем ҡайнатып, быяла банкыларға ҡойоп, тимер ҡапҡас менән ныҡлап ябырға. Шунан 15-20 минут тирәһе 85 градуслыҡ эҫе һыуҙа тотоп алырға һәм бүлмә температураһында һыуытырға. Һауыттарға ошо рәүешле ябылған ҡайын һыуы бер нисә ай шифаһын юғалтмай.
Ҡайын һыуынан кеүәҫ тә эшләп эсергә була. Иң ябай ысулы шундай: яңы йыйылған ҡайын һыуын 1,5 литрлыҡ пластик шешәгә ҡойоп, эсенә 5-10 бөртөк йөҙөм төшөрөп, ҡапҡасын ҡаты итеп бороп ябабыҙ һәм йәйгә тиклем мөгәрәпкә төшөрәбеҙ. Кеүәҫ тиҙ арала әҙер булһын, тиһәгеҙ, ҡайын һыуын 35 градусҡа тиклем йылытып, 1 литрға 15-20 грамм сүпрә һәм 3 йөҙөм бөртөгө иҫәпләп һалырға кәрәк. Лимон ҡабығын өҫтәп ебәрергә лә мөмкин. Тәмле кеүәҫ 5-7 көн эсендә әҙер буласаҡ. Сәләмәтлекте, иммунитетты нығытыу өсөн 300 грамм ҡыҙыл көртмәленең һутын һығып сығарып, бер аҙ бал ҡушып һалып, 2 литр ҡайын һыуы менән бутап эсергә тәҡдим ителә. Ҡыҙыл көртмәле урынына үҙегеҙгә оҡшаған бүтән төр еләк-емештәр һутын һалырға мөмкин.
Ҡайын һыуы нигеҙендә эшләнгән маска биткә бик файҙалы икән. 1 ҡалаҡ ҡаймаҡты 2 ҡалаҡ ҡайын һыуы һәм 1 балғалаҡ бал менән ҡушып бутарға. Масканы биткә һөртөп, 15 минут тирәһе тоторға һәм һалҡынса һыу менән йыуып төшөрөргә кәрәк. Биткә һытҡы, экзема сыҡҡан осраҡта ҡайын һыуына мамыҡты сылатып битте һөртөү килешә.

"Киске Өфө" гәзите, №18, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.22 | Ҡаралған: 260

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru