«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕЛЕҮҘӘК - ӨФӨМДӨҢ ЙӨҘӨК ҠАШЫ
+  - 

Бөгөнгө яҙмам Өфөнөң иң билдәле районы - Телеүҙәк тураһында булыр. Әлбиттә, рәсми телдә бындай биҫтә баш ҡалала юҡ, ләкин халыҡ телендә ул нәҡ Телеүҙәк булараҡ билдәле. Өфөнөң йөҙөк ҡашы, тиһәм дә хата булмаҫ был яҡтар тураһында.

Баш ҡалаға килгән ҡунаҡтарҙы, туристарҙы тәү сиратта ҡайҙа алып киләләр? Дөрөҫ, Салауат Юлаев майҙанына. Бейектән Ағиҙел йылғаһына, унан ары кисен төрлө уттар менән балҡыған Дим биҫтәһенә, аэропорт юлына, тимер юлы күперенә, Нуғай районы яҡтарына ҡарап тороу үҙе бер кинәнес. Шулай уҡ бында урынлашҡан "Торатау" Конгресс-холл бинаһының да үҙенсәлекле стиле күҙгә ташланмай ҡалмай.
Зәки Вәлиди урамынан күтәрелгән саҡта әллә ҡайҙан балҡып ултырған Телеүҙәк бинаһы, вышка был тирәгә айырым бер төҫ бирә һымаҡ. Ләкин был тирәлә йәшәүселәр ни өсөн матур бинаны ҙур тимер ҡоймалар менән уратып алыуҙарына төшөнә алмайбыҙ. Нимәгә кәрәк булды икән ошондай матурлыҡты боҙоп, тимер ҡоршау ҡороуҙар?
Башҡорт дәүләт университетының мөһабәт бинаһы, саҡ ҡына арыраҡ урынлашҡан М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының күркәмлеге - барыһы ла үҙ урынында, күптән өйрәнелгән һәм күңелгә яҡын.
Был райондағы заманса күп ҡатлы йорттар менән ағас йорттарҙың бер тирәлә урынлашыуы ла бер-береһен тулыландырып килгән кеүек. Ә студенттарҙың күп булыуы боронғо заман һулышы менән бөгөнгөнөң, йәшлектең бәйләнешен булдырып, күңелгә ниндәйҙер һиллек өҫтәй. Әлеге мин йәшәгән З.Вәлиди урамынан, уға терәлеп торған М.Ғафури, Аксаков һәм башҡа яҡын-тирә урамдарҙан атлап йөрөгән билдәле яҙыусыларыбыҙ һәм башҡа олуғ шәхестәребеҙҙең эҙҙәренән үтеү, үҙеңде ошо тарихтың бер өлөшө итеп тойоу әйтеп аңлатҡыһыҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисерергә булышлыҡ итә. Улар ҙа бит Салауат Юлаев һәйкәле янынан алыҫ офоҡтарға ҡарап торған, Өфө, Башҡортостан тураһында уйланған.
Һуңғы йылдарҙа ғына бында, тап Телеүҙәк ҡаршыһында, күренекле шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡалҡып сыҡты. Уның да Зәки Вәлиди урамын байҡап баҫып тороуы бик тә уңышлы уйланған һымаҡ та, ләкин... Уның янында тәүлек әйләнәһенә тауыш тынмай, машиналар көнөн-төнөн гөрләп үтеп тора, Салауат Юлаев майҙаны һәр саҡ кеше менән тулы була. Бер аҙ киңәйтеп, Бабич һәйкәлен дә майҙанға индереп ҡуйғанда бик тә шәп булыр ине. Ул шулай уйланғандыр ҙа инде һәм уны яҡын арала тормошҡа ашырырҙар тип ышанғы килә. Ғөмүмән алғанда, был тирәлә тормош ҡайнауы бер минутҡа ла туҡтамай һәм нәҡ ошо үҙенсәлеге менән оҡшай ҙа инде.
Беҙҙең тарафтарҙа юлдар яҡшы, социаль ойошмалар етерлек, уҡыу йорттары яҡын, театр һәм кинотеатрҙарға ҡул һуҙымы ара, йорт алдарында балалар майҙансыҡтары бар, сүп-сар тулып ятмай, ә ваҡытында түгелә, тип һанап үтеүемдең сәбәбе - был районда йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Һәм шуның өсөн дә мин үҙем йәшәгән Телеүҙәк яғын бик яратам.

Динислам ӘМИНЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.05.22 | Ҡаралған: 234

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru