«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШ ҠАЛАБЫҘҘА ҠУРАЙҒА ҺӘЙКӘЛ БУЛҺЫН!
+  - 

Кеше гәзит уҡымайынса нисек йәшәй икән, тип ғәжәп ҡылам гел. Йәштәребеҙ интернет тотҡонона әйләнде, ти, ләкин шул хәлдә лә бит был башҡорт телендә нәшер ителеүсе матбуғат баҫмаларыбыҙҙы зым-зыя онотоу кәрәк тигәнде анлатмай.

Интернеттың үҙ урыны, үҙ һүҙе, уға, дөрөҫөн әйткәндә, һинең туған телең бар ни ҙә, юҡ ни... Башҡорт донъяһының иң көнүҙәк, ҡырҡыу мәсьәләләре бит тап ана шул үҙебеҙҙең туған телдәге гәзит-журналдарыбыҙҙа тупланып баҫыла, сағылдырыла һәм улар буйынса бергәләп фекер төйнәлә, теге йәки был мәсьәләне хәл итеү юлдары эҙләнә.
Бәғзе бер маңҡорт кәйефле әҙәмдәр баҫма матбуғатҡа кәмһетеп, һанға һуҡмай ҡараһалар ҙа, башҡорт рухлы илһөйәрҙәр һәм телһөйәрҙәр көсө менән гәзит-журналдарыбыҙ, шөкөр, йәшәп килә әле. Баҫма матбуғат үҙенең тоғро уҡыусылары, халҡына әйтер һүҙе булған йәмәғәт хәбәрселәре - авторҙары менән көслө. Үҙем, мәҫәлән, ғүмер буйы ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журнал алдырып уҡыған кешемен, ҡайһыларын хатта туплап, шәхси архивымда һаҡлап барам. Заманында "Башҡортостан" гәзите менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иттем. "Киске Өфө" гәзитен ул сыға башлағандан алып, 20 йыл инде, яратып уҡыйым, сөнки тап ошо гәзит башҡорт донъяһын борсоған мәсьәләләрҙе күтәреп сыға, тарих темаһына ҙур урын бирә. Был йәһәттән "Ватандаш" журналы хаҡында ла шуны уҡ әйтер инем. Ул ғына ла түгел, ошо баҫманың "әсеткеһе" мин булманыммы икән әле тип тә уйлап ҡуям. Ҡоролтай делегаты инем. Мәшһүр ғалимыбыҙ Р.Кузеев етәкләгән башҡорт тарихы секцияһында ҡатнаштым. Р. Кузеев көн тәртибендә алдан билдәләнгән сығыш яһаусыларға һүҙ бирә. Бына яҙыусы Йыһат Солтанов секция ултырышына килеп инеп, Ырымбурҙағы Каруанһарайҙы Башҡортостан милкенә күсереү мәсьәләһен күтәрмәк булды. Бындай етди секция эшендә ҡатнашыу бәхете тейгәс, мин дә һүҙһеҙ ҡалырға теләмәнем, әлбиттә. Сираттан тыш һүҙ алып, башҡорт тарихына, милли донъябыҙға арналған башҡортса гәзит йә журнал сығара башлау кәрәклеге хаҡында телмәр тотоп ташланым. Минең был тәҡдимде иғтибар менән тыңланылар, хупланылар һәм артабан, моғайын да, Р. Кузеев ошо фекергә төйнәлергә булышлыҡ итеп, уны ғилми йәмәғәтселек иғтибарына еткергәндер, тип уйлайым. Һәм, ысынлап та, тиҙҙән "Ватандаш" журналы ойошторолоп, донъя күрә лә башланы. Мин уны, әлбиттә, бик һөйөнөп ҡаршыланым һәм тәүге һанынан башлап ошо көнгәсә алдырам, бөтөн һандарын бергә туплап, ҡәҙерләп һаҡлайым, сөнки унда халҡыбыҙ тарихының данлы, шанлы биттәре яҡтыртыла, бигерәк тә тәүге һандарында йәмәғәтселеккә билдәле булмай, архивта ятҡан бик күп мәғлүмәттәр бирелә торғайны.
Бының менән мин, әгәр тормошҡа әүҙем ҡарашың булып, әйтер һүҙҙәрең тынғы бирмәһә, гәзит-журналдарыбыҙ менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә йәшәргә, идея һәм фекерҙәреңде баҫма матбуғат аша ла донъяға атҡарырға була, тимәксемен. Ошо юҫыҡта тағы бер теләгемдең ысынбарлыҡҡа әүерелеүенә шаһит булып, кинәнес кисерҙем. 1995 йылда булып үткән Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат булараҡ, үҙебеҙҙең милли кейемдә килгәйнем. Кемдәрҙеңдер миңә ятһыныбыраҡ төбәлгән ҡараштарына ла иғтибар итмәнем. Һәм бына, үҙегеҙ күрәһегеҙ, йәмәғәт, был идея әкренләп халҡыбыҙ араһында дәррәү яҡлау тапты һәм үҙенән-үҙе тәбиғи рәүештә көнитмешебеҙгә инеп тә китте. Бигерәк тә "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының бар сараларҙа, хатта урамда ла матур милли кейемдә йөрөүҙәрен күреп ҡыуанам. Бөгөн хатта милли кейем мәсьәләһе республикабыҙ етәкселеге тарафынан да хуплана. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беренселәрҙән булып милли стилдәге пинжәк тектереп кейеп, башҡаларға үрнәк күрһәтте, афарин!
Һүҙ ыңғайы тағы бер әлегә бойомға ашмаған фекерем хаҡында әйтеп киткем килә. Баш ҡалабыҙ Өфөлә ҡурайға һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһенә ҡағыла ул. Өфөгә килеүселәрҙе бер яҡтан Салауат һәйкәле ҡаршылай, ә бына ҡалабыҙҙың икенсе яҡ ҡанаты булып ҡурайыбыҙға һәйкәл ҡалҡһа ине, тип хыялланам. Был хаҡта бөтөн гәзиттәргә лә тиерлек яҙҙым да яҙҙым, үкенескә, әлегә ул хыял ғына булып ҡала килә.
Әйткәндәй, ошо тирәләй Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров "Юлдаш" радиоһы менән әңгәмәһендә һүҙ ҡуҙғата биреп ҡуйғайны ҡуйыуын. Бәлки, уның тәҡдиме юл яра алыр?

Йәмних ҠАШҠАРОВ.
Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы.

"Киске Өфө" гәзите, №19, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.05.22 | Ҡаралған: 209

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru