«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕҢЕҮ ӨСӨН РӘХМӘТ, ВЕТЕРАНДАР!
+  - 

9 Майҙа Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған тантаналы парад булды. Йыйылыусыларҙы, ветерандарҙы, парадта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләп, үҙ телмәрендә герой-фронтовиктарҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең, һуғыш балаларының ҡаһарманлығы тураһында хәтерҙе һаҡлау мөһимлеген билдәләне, республика халҡына ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет һәм тыныс күк йөҙө теләне.

Парадтан һуң Октябрь проспектынан ташҡын булып "Үлемһеҙ полк" үтте. Был акция Башҡортостандың баш ҡалаһында 170 мең кешене берләштерҙе. Улар араһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ғаиләһе лә, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев та бар ине. Радий Фәрит улы унда олатаһы - рядовой, һуғыштың башынан аҙағынаса үтеп, уны Монголияла тамамлаған, ауыр яраланған Барый Латиф улы Хәбиров портреты менән ҡатнашты. "Олатайым һәм фашизмды еңгән барлыҡ халыҡ ҡаһарманлығы алдында башымды эйәм. Рәсәйҙә үҙенең геройы булмаған бер генә ғаилә лә юҡ. "Үлемһеҙ полк" - атай-олатайҙарыбыҙға, ҡарт олатайҙарыбыҙға Еңеү өсөн рәхмәт әйтеү һәм берҙәмлегебеҙҙе күрһәтеү мөмкинлеге ул", - тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәрҙәге үҙ сәхифәһендә.
Ратмир Рәфил улы ла үҙ тәьҫораттары менән социаль селтәрҙәр аша бүлеште: "Олатайым, сығышы менән Стәрлебаш районынан булған Лотфрахман Абдрахман улы Халиҡов һуғыштың башынан алып 36-сы танк дивизияһының 36-сы айырым автотранспорт батальонында хеҙмәт итә. Һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, Вазифа Ғибәҙулла ҡыҙы менән 4 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөйөк Ватан һуғышы - һәр ғаилә тарихының бер өлөшө. Төрлө быуын вәкилдәре иңгә-иң терәшеп үҙҙәренең геройҙары портреты менән үтә. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ яҙмышы, әммә маҡсаттары бер - Еңеүгә ынтылыш".

Был көндө күптәр "Үлемһеҙ полк"та ғаиләләре менән ҡатнашты. Уларҙың фекерҙәре менән түбәндә таныша алаһығыҙ.

Илнур МӘХМҮТОВ:
"Йыл һайын "Үлемһеҙ полк"та ҡатнашабыҙ. Олатайыбыҙ Ишбулды Әхмәтғәли улы Мәхмүтовты 1940 йылда армияға алалар, ул Хәрби-диңгеҙ флотында авиация моторисы булып хеҙмәт итә. Хеҙмәте тамамланыу алдынан һуғыш башлана һәм олатайыбыҙ фронтҡа эләгә, самолеттарҙы ремонтлай, уларҙы алышҡа әҙерләй. Архивта ҡыҙыҡлы яҙма таптыҡ - 1944 йылдың июненән 1945 йылдың майына тиклем Ил-2 штурмовиктарының 160 осошон тәьмин итә. Ул Ленинградты азат итеүҙә ҡатнашҡаны, хәрби ҡаҙаныштары һәм фашистик Германияны еңгәне өсөн миҙалдар менән наградлана".

Рауил РӘХМӘТУЛЛИН: "Быйыл үҙенсәлекле ваҡиға, сөнки тажзәхмәт арҡаһында ике йыл "Үлемһеҙ полк"ка тупланмағайныҡ. Бөгөн, беҙҙең ғәскәрҙәрҙең Украинала махсус операцияһы барған ваҡытта был сара икеләтә мөһим, көнүҙәк һәм кәрәкле. Беҙ ысын мәғәнәһендә мөһабәт акция шаһиттары булдыҡ - минеңсә, бында яңы саҡ атлай башлаған сабыйҙарҙан алып ололарға тиклем ҡатнаша. Мин атай-әсәйемдең портреттары, үҙемдең геройҙарым менән килдем. Атайым Рауил Ғөбәйҙулла улы - Сталинград һуғышын үткән, әсәйем - хеҙмәт фронтында ҡатнашҡан, оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында эшләне, тыл хеҙмәтсәне. Улар Еңеүгә бәләкәй, әммә бик мөһим өлөш индергән. Минеңсә, бөгөн халҡыбыҙ патриотизм идеяһы тирәләй һәм фашизмға ҡаршы тағы ла нығыраҡ берләшәсәк. Беҙ хаҡ юлда".

Раушания ҒАБДРӘХИМОВА: "Олатайыбыҙ Кенәз Баҙиҡ улы Баҙиҡов Миңлеғәли Шайморатовтың билдәле кавалерия дивизияһы составында була. Һуғыштың башынан алып аҙағынаса үтә һәм бик күп хәрби яра ала, һуғыштан уң ҡулһыҙ ҡайта. Үкенескә күрә, ул 72 йәшендә вафат булды. Йылдан-йыл ветерандарыбыҙ кәмей, шуға күрә бындай парад - ҡәҙерле һәм әһәмиәтле".

Наталья ИВЛЕВА: "Бындай саралар кешеләр араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға һәм йәмғиәтте берләштереүгә йоғонто яһай. Минең ҡаһарман атайым һуғышты башынан аҙағынаса үткән, ә әсәйем тылда ойоҡбаштар бәйләгән, эске кейем теккән, быйма, аҙыҡ-түлек йыйып фронтҡа оҙатҡан".

Марат ҒӘЛИМОВ: "Мин ҡартатайымдың, лейтенант Шакирйән Хажи улы Ғәлимовтың портреты менән килдем. Ул - Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, хәрби бурыс үтәгәндә минаға баҫып шартлай, аяғын юғалта, һуңынан тылға ҡайтарыла. Ә тормош иптәшемдең ҡартатаһы - өлкән сержант Тәлғәт Әхйәрулла улы Йәнекәев та ҡаһарман кеше. Икенсе олатайымды йәше буйынса хеҙмәткә алмайҙар, әммә уның шул тиклем фронтҡа барғыһы килә. Ә бына ҡарт олатайым фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнаша. Минеңсә, ул ваҡытта һуғыш һәр икенсе ғаиләгә ҡағылғандыр һәм бөгөн Украинала барған махсус операция мотлаҡ тыныслыҡҡа һәм именлеккә алып килер".

"Киске Өфө" гәзите, №19, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.05.22 | Ҡаралған: 248

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru