«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘЛӘХТӘРҘЕҢ ДЕВИЗЫ: ТЫНЫСЛЫҠ. ИЗГЕЛЕК. КӘРӘКЛЕК.
+  - 


Бөйөк Еңеү байрамы алдынан 7 майҙа Йылайыр районының Сәләх ауылында "Ил яҙмышы - ирҙәр ҡулында" тигән сара булып үтте. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолованың, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедовтың, яҙыусы, "Атайсал" гәзите баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡовтың, Бөрйән, Ейәнсура, Хәйбулла районы вәкилдәре ҡатнашыуы байрамға йәм өҫтәне. Сараның республикабыҙҙа барған "Айыҡ ауыл" хәрәкәте сиктәрендә үтеүе иғтибарға лайыҡ, ни өсөн тигәндә, һәр йорттоң, ғаиләнең, ауылдың, һуңғы сиктә милләттең айыҡ тормош алып барыуы ул спиртлы эсемлектәрҙән тыйылыу ғына түгел, ә заманға ярашлы лайыҡлы йәшәүенә, донъя көтөүенә лә бәйле. Тормошоңдо мәғәнә менән тултырмаһаң, изге урын буш тормай, тигән һымаҡ, унда негатив күренештәр ҙә тулырға әҙер генә тора. Был йәһәттән Сәләх ауылы халҡының нисек итеп көн итеүе хаҡында гәзитебеҙҙең быйылғы 12-се һанында шағирә, журналист Айгөл Айытҡолованың "Эшебеҙ ҙә, ашыбыҙ ҙа ожмахҡа тиң ошо ерҙә" тигән мәҡәләһендә танышҡайныҡ. Был яҙмаһында автор сәләхтәрҙең лайыҡлы йәшәүгә, заманға ярашлы донъя көтөүгә нисек өлгәшеүҙәре хаҡында төпсөрләп яҙып сыҡты.
Шуға күрә күп һанлы фекерҙәрҙе ҡабатлап тормайынса, был ауыл халҡының башҡаларға өлгө булырлыҡ уңыштарының сәбәптәренә бәйле ҡайһы бер дәлилдәремде генә килтереп үткем килә.
Ауылға 1927 йылда Сәләх Мортаев тигән кеше нигеҙ һалған. Сәләх һүҙенең ғәрәпсәнән өс төрлө аңлатмаһы бар: тыныслыҡ, изгелек, кәрәклек. Дәлилдәребеҙҙе ошо өс аңлатма юҫығында ҡарайыҡ:

А

Тыныслыҡ.
Сәләх һәм солох - тамырҙаш һүҙҙәр. Тыныслыҡтың нигеҙе элек-электән ырыуҙар, илдәр араһында килешеү, солох төҙөүҙән башланған. Башҡорт йәмәғәтселегендә иһә борон-борондан үҙ-ара килешеп йәшәү иң мөҡәддәс йола һаналып, бындай йәшәү рәүеше аҡһаҡалдар ҡоро тарафынан күҙәтеүгә алынған. Атай-олатайҙарыбыҙ улдары өйләнһә, уларҙы үҙҙәренең ырыу биләмәһенең буш ятҡан урынына, мотлаҡ йылға буйына йорт һалып күсереп ултыртҡан. Һуңынан уның янына башҡалар ҙа килеп өй төҙөп, ауыл барлыҡҡа килгән.
Беҙҙең яҡта, мәҫәлән, был күренеште "ауылдарҙы бәпәйләтеү" тип атағандар. Һәр хәлдә, ауылдарҙың самаһыҙ ҙурайыуына юл ҡуйылмаған. Бында һүҙһеҙ ҙә аңлашылған сәбәп: мал өсөн көтөүлек һәм сабынлыҡ тарлығынан ҡотолоу тип тә атарға мөмкиндер.
Быларҙы ни өсөн яҙаммы? Сәләхтәрҙең татыулыҡта, тыныслыҡта бер ғаилә булып йәшәүҙәренең бер сәбәбе - ауылдарының бәләкәй булыуында. Әйтәйек, ике йөҙ йорттан торған ауыл өсөн йәшәү сығанағы булған уларҙағылай иркенлек хыял ғына булып ҡалыр ине. 42 йорттан ғына торған ауылда 162 кеше йәшәүе, 29 трактор, 27 еңел автомобиль берәмеге һаналыуы, 44 баланың балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә барыуы тап ошо шарттарҙан барлыҡҡа килгән һөҙөмтә лә инде.

Б

Изгелек.
Икенсе дәлил, моғайын да, "Башҡаның башы ауыртмай" тигәнелер. Баш ауыртмаған урында татыулыҡ, татыулыҡ бар ерҙә тыныслыҡ та, изгелек тә була. Ауыл өсөн яңы урын яңы мөмкинлектәр, йәшәү өсөн яңы импульс биреүен дә иҫәпкә алғанда, 42 йорттан торған Сәләх ауылы өсөн ян-яғындағы көтөүлек һәм сабынлыҡ иркенлеге, емеш-еләккә бай урмандың булыуы күп кенә көн итеү мәсьәләләрен ыңғай хәл итеү мөмкинлеген барлыҡҡа килтергән. Атай-олатайҙарыбыҙ яңынан-яңы бәләкәй ауылдарҙы нигеҙләп, ҡайһылай дөрөҫ эшләгән, тип әйтергә генә ҡала бында. Нимә генә тимә, халҡыбыҙҙың "Юҡлыҡ талаштыра, барлыҡ яраштыра" тигән икенсе бер мәҡәл-әйтеме лә тап ошо күренештең сағылышы инде. Тимәк, сәләхтәр республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендә кешеләре күсеп китеү сәбәпле бөтөү, юғалыу сигенә еткән ауылдарҙы кире тергеҙеү өсөн дәүләт программаһына нигеҙ булырлыҡ йәшәү өлгөһө күрһәтә. Ауыл бер ғаилә булып, бер-береһенә изгелек ғәмәлдәре күрһәтеп йәшәй.
Тик ошо ауылға ғына хас бер йоланың барлыҡҡа килеүендә лә шул изгелек сағылышы ята. Ул да булһа - иртәнсәк мал көтөүгә киткәндән һуң бар ауыл менән урамдағы асфальт өҫтөн һепереү. Ихатаны һепереү һәр кемдең шәхси эше һаналһа, урамды һепереүҙең ижтимағи әһәмиәте бар. Һәр кем үҙенең йорто алдындағы дөйөм ҡулланышта булған майҙанды таҙа тоторға тырыша икән, быны тик башҡалар, күршеләрең, ауылдаштарың өсөн изгелек эшләү тип кенә баһалап булалыр. Беҙ йәнә лә шуға ла шаһитбыҙ: бәләкәй ауылдарҙа әхлаҡ та, иман да, тимәк, тәртип тә ныҡлы һаҡлана.

В

Кәрәклек.
Ысынлап та, сәләхтәр бер-береһенә кәрәкле, терәк булып йәшәй белә. Бер-береһенә терәк, кәрәкле кешеләр ауылды ла ташлап китмәҫ, тыуған еренә сытырман йәбешеп йәшәр тип ышанғы килә!
Мин бында бигерәк тә ир-аттың үҙ урынында үҙ бурыстарын үтәп йәшәүе хаҡында әйтеп үтер инем. Сараның "Ил яҙмышы - ирҙәр ҡулында" тип аталыуы ла юҡҡа ғына түгел. Башҡа күп кенә ауылдарҙан айырмалы рәүештә, Сәләх ир уҙамандары йылҡы ла үрсетә, ат та дағалай, көйәнтә, дуға бөгә, һунарсылыҡ, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә, тимерселәр ҙә, балта оҫталары ла ауылда етерлек. Был ауылдың тракторсылары һәр төрлө конкурстарҙа, "Байыҡ" бәйгеләрендә әллә ниндәй приздар алырлыҡ итеп һыңҡылдата баҫып бейеп тә ебәрә. Байрам көндө ауылдың өс ир-уҙаманының ялан тултырып бейеүе тиҙ арала социаль селтәрҙәр аша таралып, бер аҙна эсендә бығаса күрелмәгән ҡарауҙар йыйырға ла өлгөрҙө. Һәр төрлө негатив мәғлүмәттәр менән, йәнәһе, алдынғылыҡты бирмәгән ҡайһы берәүҙәрҙең танауҙарына сыңҡылдата сиртте сәләхтәр. Беҙҙе ауылдың типһә тимер өҙөрҙәй утыҙлаған ир-егете гармун уйнап ҡаршы алды, бик һирәк осрай торған күренеш! Был ауыл халҡы татыулыҡтары, тырышлыҡтары менән бер-береһенә генә түгел, ошо өлгөләре менән республикабыҙҙың башҡа ауылдарына ла, халҡыбыҙға ла бик кәрәк!
Әгәрҙә Туҡай ошо ауылды килеп күрһә, моғайын да, теге шиғырын ошолайыраҡ итеп башлап ебәргән булыр ине:
Тап Йылайыр артында
Бар бер ауыл, Сәләх тиҙәр.
Тәбиғәте, кешеләре
Матур ҙа һуң һәләк тиҙәр.
Гәрсә унда тыумаһам да,
Бер барып киткән инем.
Ауыл халҡы ихласлығы
Хайрандар иткән ине...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.05.22 | Ҡаралған: 262

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru