«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮРМЫЙҘАР - САЛ ТАРИХ ШАҺИТТАРЫ БЕҘ
+  - 


Күп һанлы башҡорт ырыуҙары араһында заманында юрмый (юрми) атамалы ырыу ҙа киң билдәле була. Батша Рәсәйендә ошо ырыу биләмәләре Ҡаҙан даруғаһының Юрмый олоҫон (Юрминская волость) хасил итә. Әлеге ваҡытта юрмый ырыуы биләгән ерҙәр Татарстандың Аҙнаҡай, Бөгөлмә, Әлмәт, Лениногорский, Башҡортостандың Баҡалы, Туймазы һәм Шаран райондарына ҡарай.

Башҡорт юрмыйҙарының боронғо ата-бабалары хаҡында мәғлүмәттәр әллә ни күптән түгел, шулай ҙа сал тарих төпкөлдәрендә ошо ҡәүемдең боронғо мадъяр (венгр) һәм булғар (болгар) ҡәбиләләре менән ҡан-ҡәрҙәшлеге хаҡындағы фараздарға ерлек бар. Әммә үҙ тарихтарының иң боронғо этабында уҡ улар төрки ҡәүемдәренең береһе булараҡ иҫкә алына. Әммә ҡыпсаҡ, ҡуңрат, кирәйәт, ҡаңлы һәм башҡа башҡорт ырыуҙарының этник таксондары ҡаҙаҡ, нуғай, ҡарағалпаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк һәм башҡа төрки ҡәүемдәренең ырыу-ҡәбилә номенклатураһына ла инһә, юрмый этнонимы тик бер башҡорт халҡында ғына хәҙерге заманға тиклем һаҡланып килә.
Тарихсылар ошо ырыуҙың боронғо тамырҙарын халыҡтарҙың бөйөк күсеше заманында (IV быуаттың икенсе яртыһынан башлап) барлыҡҡа килгән этник берләшмәләрҙең береһе - ермихиондар менән бәйләй. Тикшеренеүселәр ошо этнонимдың ике өлөштән - "ерми" һәм "хион" атамаларынан хасил булыуын раҫлай. Хиониттар төрки ҡәүемдәренән булмаған, тип иҫәпләнә, әммә, уларҙың ерҙәрен төрки ҡәбиләләре биләгәндән һуң, ошо уҡ атама төркиҙәргә ҡарата ла ҡулланыла башлай. Византия тарихсыһы Феофан Византиец (VI быуаттың икенсе яртыһы) ошондай мәғлүмәт ҡалдырған: "Танаидтан (Дон йылғаһынан. - Ред. иҫк.) көнсығышта борон массагеттар тип аталған төркиҙәр йәшәй. Фарсылар уларҙы үҙ телдәрендә кермихиондар тип атай. Ошо ваҡытта улар Юстин батшаға бүләктәр һәм илселәр ебәрҙе һәм унан аварҙарҙы ҡабул итмәүен һораны (568 й.)". Венгр тарихсыһы һәм филологы Дьюла Моравчик кермихион атамаһының karmir hyon (ҡыҙыл хион) тигәндән килеп сығыуы хаҡында фараз итһә, немец тикшеренеүсеһе Йозеф Маркварт "керм" һүҙенең фарсы телендә "селәүсен" мәғәнәһен аңлатыуына иғтибар итә. Уныңса, был атама аварҙарға ҡарата ҡулланылған: ҡытайҙар ҙа уларҙы "жуань- жуань", йәғни ниндәйҙер бөжәк исеме менән атаған була. Ю.А. Зуев та кермихион этнонимын йыланға табыныусы аварҙарҙың икенсе атамаһы, тип иҫәпләй, сөнки боронғо һинд-иранса "karm" һүҙе селәүсен йә иһә йылан мәғәнәһен белдерә. Тикшеренеүсе С.П. Толстов "керм"/"керман" һүҙенең ҡасаба, ҡала тигәнде аңлатып, Һырдаръя үҙәнендәге "һаҙлыҡ ҡаласыҡтары"на ҡарата ҡулланылыуын билдәләй. Көнсығыш тарихы буйынса күренекле белгес Ханс-Вильгельм Хауссиг "ерми" этнонимының протоболгар яҙмаларында һәм "Болгар хандары исемлегендә" булыуына иғтибар иткән. Икенсе бер немец тарихсыһы Франц Альтхейм ермихион атамаһының беренсе өлөшөндәге "ерми" исеменең "псевдоаварҙар"ҙы белдереүен раҫлай. Был тарихи ысынбарлыҡҡа тап килә: VII быуатта Төньяҡ Кавказда йәшәүсе ерми/юрми исемле этник төркөмдәр хаҡында документаль сығанаҡтар табылған.
Башҡорт тарихсыһы С.И. Хәмиҙуллин боронғо ерми/юрми ҡәбиләләренең Көньяҡ Урал территорияһында уртаҡ башҡорт исеме аҫтында берҙәм этнос булып формалашҡан күп һанлы ҡәүемдәргә ҡушылыу тарихын асыҡлау маҡсатында түбәндәге фаразын тәҡдим итә. Моғайын, юрмыйҙар уғыр сығышлы булып, ҡасандыр Көньяҡ Уралда һәм Урал аръяғында көн иткән. Ысынлап та, тарихи Башҡортостан ерлегендә байтаҡ ҡына юрма тамырлы топонимдар һаҡланып ҡалған. Хәҙерге Башҡортостандың Белорет районында Юрматау һырты, Юрмаш һәм Кесе Юрмаш түбәләре, Өфө һәм Белорет райондарында Юрмаш гидронимы, Силәбе өлкәһендә шулай уҡ Юрматау һырты, Асҡын һәм Тәтешле райондарындағы Юрмияз топонимдары ошоно раҫлай.
"Халыҡтарҙың бөйөк күсеше" дәүерендә (IV-V бб.) юрмыйҙарҙың бабалары, билдәле бер тарихи-сәйәси сәбәптәр менән бәйле, фарсы телле хиондар менән союзға ингән булыуы мөмкин. Әгәр был ысынбарлыҡҡа тап килһә, тап ошо ваҡиғаларҙан һуң ермихион/кермихион этнонимы аҫтында берләшкән яңы ҡәүем хасил була. VI быуат урталарында күк төркиҙәр (төркөттәр) Авар (Жужань) ҡағанатын тар-мар итә. Байтаҡ ҡына дала халыҡтары көнбайыш тарафтарына табан күсенә башлай, уларҙың ҡыҫымы һөҙөмтәһендә ермихиондар Төньяҡ Кавказға барып етеп, шунда ерләшеп китә. Тап шул ваҡытта, атап әйткәндә, 563 йылда ермихион юлбашсылары Константинополгә илселек ебәреп, Византия менән союзға инергә теләк белдерә. Ә VII быуатта улар яңы ғына формалашҡан Бөйөк Булғария (Болгария) составына инә. Улар Ҡара һәм Азов диңгеҙҙәре янындағы, Дон йылғаһынан Кубангә тиклем йәйелеп ятҡан киң далаларҙы биләй. Әммә Кубрат хан дәүләте оҙаҡ йәшәмәй - ул хазарҙар һөжүменән һуң тарҡала. 670 йылда булғар урҙаһының ҙур бер өлөшө Аспарух хан етәкселегендә Дунай буйҙарына күсеп китә. Ерми ҡәүеменең күпселеге улар менән бергә ҡуҙғала. Булғарҙарҙың бер ни тиклеме, шулай уҡ суварҙар, Төньяҡ Кавказдан Урта Волга тарафтарына килеп урынлашып, бында һуңынан киң танылыу тапҡан Волга Булғарияһына нигеҙ һала. Ә был дәүләт составында юрмыйҙар иҫкә алынмай. Күрәһең, Дунай тарафтарына китмәгән юрмыйҙар туранан-тура боронғо ватандарына - Көньяҡ Уралға табаныраҡ килеп урынлашып, көнбайыш башҡорттары составына ҡушыла.
Тарихсы-этнолог, академик Р.Ғ. Кузеев юрмый һәм юрматы бабаларының тәү башҡорт этногенезында ҡатнашыусыларҙан булып, уларҙы шартлы рәүештә булғар-мадъяр төркөмөнә индерә. Ошо ғалимдың фекеренсә, Көньяҡ Уралда һәм уға яҡын урманлы-далалы ерҙәрҙә архаик замандарҙан бирле йәшәгән фин-уғырҙар менән боронғо башҡорттарҙың мәҙәниәттәре күп быуаттар дауамында бер-береһенә яҡыная бара, был улар араһындағы этник бәйләнештәр өсөн бик уңайлы шарттар тыуҙыра. "Юрматыларға һәм башҡа булғар-мадъяр ҡәбиләләренә ҡарата аҡрынлап "башҡорт" этнонимы ҡулланыла башлай, ул Волга-Яйыҡ арауығының көньяғына тиклемге бик ҙур майҙанда яугирлыҡ һәм хәүеф синонимына әйләнә. Боронғо башҡорт һәм булғар-мадъяр ҡәбиләләренең этник контакттары, ошо ике төркөм этнонимияһының һаҡланып ҡалған үҙенсәлегенә ҡарағанда, аҙ-аҙлап бер-береһенә үтеп инеү характерында булған", - тип яҙа ғалим. Бында булғар-мадъяр төшөнсәһе туранан-тура этностарҙы түгел, ә ошо заманда өҫтөнлөк иткән этносәйәси берләшмәне аңлата: булғар һәм мадъярҙарҙың этник составы төрлө эпохаларҙа төрлөсә булғанлығы билдәле.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №19, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.05.22 | Ҡаралған: 223

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru