«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭСКЕЛЕККӘ ҠАРШЫ ТҮГЕЛ, АЙЫҠЛЫҠ ӨСӨН КӨРӘШЕҮ КӘРӘК
+  - 

Эскең киләме, тип һорайҙар. Әлбиттә, эскем килә. Иҫергең киләме, тип һорамайҙар. Һораһалар, әлбиттә, эйе, тиер инем.

Эйе, эскем килә. Тереһыуға бәрәбәр саф шишмә һыуы эскем килә. Иҫергем килә. Спиртһыҙ эсемлек эсеп иҫергем килә. Әммә был тормошта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улай мөмкин түгел. Әҙәм балаһы ни өсөн эсә? Әлбиттә, иҫерер өсөн эсә. Әле бер кемдең дә араҡыны тәмләп эскәнен күргәнем юҡ. Сытырайып-сытырайып, уҡшыр хәлгә етеп эсәләр Иблис шыйыҡсаһын. Иҫерер өсөн йоталар. Әммә бер эскесенең дә икенсе көнөнә: "Белһәң ине, миңә кисә ни тиклем рәхәт булғанын!" - тип һөйләгәнен ишеткәнем юҡ. Алкаштар, ғәҙәттә, нисек баш төҙәтеүе тураһында гәп һата, төкөрөгөңдө йоторлоҡ итеп һөйләй. Тимәк, иҫереүҙең, йәғни, ваҡытлыса кәйефләнеүҙең һөҙөмтәһе - баш төҙәтеү. Михаил Жванецкий әйтмешләй, үҙенең нимә теләгәнен белгән берҙән-бер кеше - бахмурҙан ауырыусы.
Самаһын белеп эскәндәр бар, самаһынан арттырып дөмөккәндәр бар. Һәр икеһе лә иҫерер өсөн эсә. Мәҙәниле эсергә кәрәк, ти, ҡай берәүҙәр, самаһын бел, ти, икенселәр. Былай уйлау, шулай аҡыл өйрәтергә маташыу аҡланыуға бәрәбәр. Үҙ-үҙеңде аҡларға тырышыу - яуапһыҙлыҡтың бер төрө генә. Иң рәхәте - аҡыл һатыу. Күпмегә алдың, шул хаҡҡа һаттың - өгөтләп, көсләп тағыу кәрәкмәй. Урыҫса әйткәндә, "За сколько купил, за столько продал".
Үҙ ғүмерендә ауыҙына бер тамсы ла спирт йотмағандарҙың эскелеккә ҡаршы көрәшеүен бөтөнләй аңламайым. Эйе, дөрөҫ юлда улар. Изге эш башҡаралар кеүек хатта. Әммә… Нисек аңлатырға? Бындай ҡыланыштан ике йөҙлөлөк еҫе килә. Үҙең аңламағанды башҡаларға аңлатырға тырышыу һымағыраҡ. Зинһар өсөн, был, "Башта эсегеҙ, шунан көрәш юлына баҫығыҙ", тип өндәй, тип яңылыш аңлап ҡуймағыҙ. Былай ҙа күп көрәшәбеҙ!
Бер карикатура иҫкә төшә. Атаһы малайының ыштанын һыпырып, ҡайыш менән асыҡ осаһына һуғып тора. Тыйылғанды үтәмәгән өсөн язаға тарттыра. Ә улы шул мәлдә атаһының ике аяғындағы ботинка бауҙарын бер-береһенә ҡуша бәйләп тора. Йәнәһе, ысҡынһа, атаһы ҡыуып тота алмаясаҡ. Петр батша осоронда эскелек менән артыҡ мауыҡҡандарға ете килолыҡ миҙал аҫып ҡарағандар, Брежнев осоронда көсләп дауалап маташтылар, Горбачев виноград баҡсаларын ҡырҡтырып ҡараны. Һөҙөмтәһе? Бер быуын үҙ ысулы менән көрәшә, киләһе быуын яңыларын уйлап табырға тырыша, ә баяғы ыштанһыҙ малай һаман атаһын тышап маташа.
Бәлки, бөтөнләй көрәшмәҫ кәрәктер, тыймаҫ кәрәктер? Тыйылған емеш тыйған һайын тәмлерәк күренә бит ул. Етмәһә, максималист үҫмерҙәр протест йөҙөнән өлкән быуын нәсихәтен боҙорға тырышыусан була - бер бөгөн йәшәмәйбеҙ, быныһы ғына аңлашыла, әлбиттә. Әммә былай ҙа ярамай. Шулай булғас, ни эшләргә һуң? Нобель премияһы лауреаты, монах-ҡатын Тереза-Әсә нимә тигән әле? "Мин бер ваҡытта ла һуғышҡа ҡаршы хәрәкәткә ҡушылмаясаҡмын… тыныслыҡ өсөн хәрәкәт барлыҡҡа килгәс, саҡырырһығыҙ", - тигән ул. Эскелеккә ҡаршы көрәшкәнсе, бәлки, айыҡ тормош өсөн шарттар булдырыу тураһында уйларға кәрәктер, ә? Әйткәндәй, әлеге "Айыҡ ауыл" конкурсына нигеҙ һалыусы егеттәр ҙә был сараны айыҡлыҡ өсөн көрәш сараһы тип башлағайны бит. Йәштәр араһында айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау, уларҙы спортҡа йәлеп итеү, матур йыйындар үткәреү кеүек үтә файҙалы, һөҙөмтәле саралар, бөтә илдә билдәле медицина ғалимдарының лекция-уҡыуҙарын ойоштороуҙары хәтерҙә һаҡланып ҡалған. Аҙаҡ был конкурсты эскелеккә ҡаршы көрәш сараһына әйләндерҙеләр…
"Изгелектең сере шунда: башта ул көсһөҙ, аҙаҡ еңелмәҫлек була. Ә яуызлыҡ башта көслө, аҙаҡ көсһөҙгә әйләнә", - был һүҙҙәрҙе лә Тереза-Әсә әйткән. Ошоноң менән тәүбәм тамамдыр… Башымдан үткәнде, күңелем менән кисергәнде яҙырға, уйҙарымды уртаҡлашырға тырыштым. Маҡтау кәрәкмәй, хөкөм итһәгеҙ - ихтыярығыҙҙа. Минең өсөн иң мөһиме - уртаҡлашыу ине.

Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.05.22 | Ҡаралған: 288

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru