«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫСЫН ГЕРОЙ МЕНӘН ОСРАШЫУ
+  - 


Ошо көндәрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында легендар осоусы-штурмлаусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевҡа арналған "Герой йондоҙо" спектакленең премьераһы булды. Ул Фәрит Әхмәҙиев пьесаһы буйынса ҡуйылған, авторҙашы һәм ҡуйыусы режиссер Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина. Ҡуйыусы рәссамы Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлиә Ғиләжева, видеоинсталляция авторы - Эльвира Теүәлева. Муса Гәрәев ролен йәш актер Әбйәлил Үтәбаев башҡара, ә уның тормош иптәше Галя Мигунова ролендә Юлия Абрарова уйнай. Яңы спектакль тураһында уны ижад иткән кешеләрҙең, тамашасыларҙың фекерҙәрен һораштыҡ.

Фәрит Әхмәҙиев, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, пьеса авторы:
Муса Гәрәев тураһында пьеса яҙыу идеяһы биш йыл элек үк барлыҡҡа килгәйне һәм мин уны яҙып, электрон вариантта сыҡҡан китабыма ла индергәйнем. Быйыл геройҙың юбилейы айҡанлы уны М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры бик тығыҙ ваҡыт эсендә сәхнәләштерҙе, ниһайәт. Бында авторҙашым Ольга Мусинаның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Мин бик күп мәғлүмәтте бөртөкләп йыйып төҙөгән биографик проектты йәнләндереп, сәхнә әҫәре талаптарына яраҡлаштырып, дөрөҫ ослап ҡуйырға ярҙам итте ул. Театрҙың ижади коллективының эше менән бик ҡәнәғәт ҡалдым, һәм бер мин генә шулай уйламайымдыр, тамашасының да бик йылы ҡабул итеүен тойҙом. Евгений Муса улы ла ауыр һуғыш йылдарын иңгә-иң терәшеп бергә үткән ата-әсәһе тураһындағы спектаклдең күңеленә ятыуы хаҡында белдерҙе.
Халыҡтың был пьесаны шулай йылы ҡабул итеүенең сәбәбе шунда: Муса Гәрәев ысынлап та милләттең йөҙө ул. Бөгөн беҙҙең художестволы әҙәбиәттә лә, шиғриәттә лә, драматургияла ла шундай бөйөк шәхестәрҙе сағылдырыу, улар тураһында ижад итеү һәм халыҡҡа өлгө булырҙай образдар тыуҙырыу бик кәрәк. Сөнки һуңғы осорҙа күп әҙиптәр милли холҡо булмаған "бәләкәй кеше"не һүрәтләү менән мауыға. Ә бөгөн беҙҙең халыҡты яҡшы яҡтан күрһәткән персонаждар тыуҙырыу мөһим. Сәхнәлә башҡорт гел эсергә лә үҙ-үҙенә ҡул һалырға тейешме ни? Батырлыҡҡа, изгелеккә, ысын саф хистәргә, илһөйәрлеккә, кешеләрҙең бер-береһенә ҡарата яҡшы мөнәсәбәт күрһәтеүенә урын ҡалмағанмы ни хәҙер? Рус телендә ҡуйылған "Герой йондоҙо" спектакле халҡыбыҙ күңеле ошоларға һыуһаған булыуын сағылдырҙы һәм "бысраҡ күп булған һайын кеше нығыраҡ ҡыҙыҡһына" тигән ҡараштың төптө дөрөҫ булмауын раҫланы. Муса Гәрәев кеүек ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Волга буйы округында бүтән юҡ, тип ғорурланды илештәр был спектаклдең премьераһында.

Әбйәлил Үтәбаев, актер: Был минең тәүге төп ролем һәм бөйөк башҡорт шәхесен һынландырыу бик яуаплы эш булды. Әле Муса Гәрәевты үҙ күҙҙәре менән күреп белгән, уның менән аралашҡан өлкән быуын вәкилдәре арабыҙҙа бар һәм уларҙы ышандырырлыҡ итеп уйнау кәрәк ине. Минең өсөн иң ауыры - һуғыш осорондағы мөхитте дөрөҫ сағылдырыу булды, сөнки мин, шөкөр, һуғыш күрмәгән быуын кешеһе. Яугирҙарҙың хис-тойғоларын етерлек кимәлдә тойоп белеү өсөн бик күп фильмдар, шул осорҙағы документаль хроника яҙмаларын ҡараным. Бигерәк тә осоусының "Штурмовиктар һөжүмгә бара" автобиографик китабы геройымдың характерын, булмышын аңларға ярҙам итте. Шул мөхиткә инеп киткәс, тулҡынланыу икенсе планға күсте. Аяҙ күк аҫтында тыуған быуын кешеһе өсөн ул замандағы кисерештәр ныҡ яҡын түгел, шуға күрә бындай темаларҙы яңынан күтәреп сығыу, асыҡлау, халыҡҡа күрһәтеү бик кәрәк һәм бигерәк тә илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән мөһим булыуын аңланым. "Герой йондоҙо" спектаклен айырыуса балаларға күрһәтергә кәрәк тип иҫәпләйем. Сөнки был спектаклдә һуғыш ҡына түгел, унда беренсе мөхәббәт, дуҫлыҡ, илһөйәрлек, юғалтыуҙар һәм тормош һынауҙарына бирешмәй йәшәүҙе, күңел күтәренкелеге һаҡлауҙы дауам итеү кеүек мөһим темалар сағылыш таба. Ул быуын кешеләре тормоштоң ҡәҙерен белгән, тиҙерәк йәшәргә ашыҡҡан.

Гөлназ Әхмәҙиева, тамашасы: Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғанда Муса Ғайса улына ни бары 22 генә йәш була, шул арала ул ике тапҡыр юғары наградаға лайыҡ булған, был бит иҫ киткес хәл. Тағы ла геройҙың утлы һуғыш яланынан бер тапҡыр ҙа ҡаты яраланмай имен-һау сыға алыуы ғәжәпләндерҙе. Уның шәхесенә совет заманында тейешле хөрмәт күрһәтелгән дә булған, ләкин һуңғы йылдарҙа онотоп китеүебеҙҙән шундай һығымта яһарға кәрәк: илебеҙ батырҙарын тере сағында белергә, улар мәңгелеккә күскәс тә киләсәк быуындар хәтерендә һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ.
Әйткәндәй, май байрамдарында күрһәтелгән спектаклде ҡарарға күп йәштәр килгәйне. Ҡайһы бер осраҡтарҙағы кеүек, театрҙа ирекһеҙҙең көнөнән ултырабыҙ, тигәндәй ҡыланыусылар һис булманы араларында, шул тиклем йотлоғоп ҡаранылар. Тимәк, был спектаклде мотлаҡ бөтә ғаилә менән килеп ҡарарға кәрәк. Педагогиканың төп принциптарының береһе - үҙ үрнәгеңдә, сағыу шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләү. Тормошта ниндәйҙер уңышҡа өлгәшкән, матур кешелек сифаттарына эйә шәхестәрҙе күрһәтеп тәрбиәләү иң һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе икәнен беләбеҙ. Бына был спектакль нәҡ шул талапҡа яуап бирә, киләсәгебеҙҙе үҙ башҡорттарыбыҙ өлгөһөндә тәрбиәләү бик мөһим. Юғиһә, һуңғы ваҡытта сит ил киноларын, әкиәттәрен ҡарап, сит геройҙар менән артыҡ мауығып китте балаларыбыҙ. Бының беҙҙе дөрөҫ яҡҡа йүнәлтмәүе лә асыҡ күренде бит инде. Уның урынын үҙебеҙҙең матур йолалар, образдар, шәхестәребеҙ алырға тейеш. Ә бит беҙҙең әле сәхнәгә күтәрә, ҙур экрандарҙан күрһәтә торған арҙаҡлыларыбыҙ бик күп.
Спектаклдең ҡуйылышына килгәндә инде, театрҙың күптәнге тоғро тамашасыһы булһам да, был юлы мине тағы ла аптырата, һоҡландыра алдылар. Күңелде тетрәндерерлек спектакль булды "Герой йондоҙо". Сәхнә биҙәлеше ябай ғына булһа ла һауалағы алыштарҙы сағылдырыу өсөн бик матур алым таба алғандар, актерҙар мөкиббән китеп уйнаны. Муса Гәрев ролен йәш актер Әбйәлил Үтәбаев башҡарҙы һәм ул бөтәһенең дә күңелен яғымлылығы менән арбаны. Ҡайһы саҡта ҡыйыуһыҙ ғына итеп йылмайып ҡуя ул, шул саҡта нишләп ул батырлыҡ һыҙаттарын күрһәтмәй, күкрәген киреп баһадирҙарса дөп-дөп баҫып атлап йөрөмәй икән, тип тә уйлайһың. Тик герой тормошта шундай баҫалҡы, итәғәтле, ябай кеше булған, тиҙәр, һәм был башҡорттарға хас һыҙаттар бит! Муса Гәрәевты халыҡсан итеп кәүҙәләндерҙе театр һәм баш ҡала тамашасыһы уны ихлас ҡабул итте.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.05.22 | Ҡаралған: 262

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru