«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШ ҠАЛАҒА ЯҢЫ ХАКИМИӘТ БАШЛЫҒЫ КИЛДЕ
+  - 

Быға тиклем Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы булып эшләгән Ратмир Мәүлиев Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Бындай ҡарар Өфө ҡала Советының сираттан тыш ултырышында ҡабул ителде.

Депутаттар Сергей Грековтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу өсөн дә тауыш бирҙе. Хәҙер ул республика Хөкүмәте вице-премьеры рангында Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеген етәкләй. Сергей Греков Башҡортостан Башлығына бер командала эшләү мөмкинлеге, шулай уҡ Өфө халҡына ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәм килеп тыуған проблемаларҙы аңлаған өсөн рәхмәт белдерҙе.
Радий Хәбиров депутаттар алдында сығыш яһағанда бөгөн Өфө өсөн мөһим көн булыуын билдәләне. "Өфөлә бер нисә ҙур инфраструктура проекты алып барыла. Тағы бер ҙур "Өфөнөң көньяҡ ҡапҡалары" инфраструктура проекты башлана. Беҙҙең бурыс - төҙөү генә түгел, халыҡ өсөн уңайһыҙлыҡтарҙы кәметеү ҙә. Яңы команда алдында Өфөнөң 450 йыллығына әҙерләнеү бурысы тора. Был иһә стратегик бурыстарҙы хәл итеү өсөн яҡшы һылтау. Быйыл ҙур юбилей объекттары төҙөлә башларға тейеш. Өфө иҡтисады һәйбәт һөҙөмтә күрһәтә, ләкин үҫеш потенциалы бар әле", - тине республика етәксеһе һәм Сергей Грековтың Өфө мэры вазифаһында эшләү осоро еңел булмаған ваҡытҡа тура килеүен билдәләп, ошондай ҡатмарлы шарттарҙа эшләгән ҡала хакимиәте командаһына рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ ул Ратмир Мәүлиевтың шәхси һәм эшлекле сифаттарын, күрһәткән эшен билдәләне: ул етәкселек иткән осорҙа Нефтекама үҙгәрҙе, унда динамика, инвестиция йәлеп итеүсәнлек барлыҡҡа килде, ҡала икенсе төҫ алды. Ратмир Мәүлиев 1989 йылдың 14 авгусында Нефтекамала тыуған. 2011 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, юрист дипломын алып сыға. Шул уҡ йылда Мәскәүҙә халыҡ-ара юғары бизнес мәктәбендә ҡайтанан әҙерлек үтә. 2014 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын тамамлай. Ул шәхси эшҡыуар булып эшләй, күпмелер ваҡыт Татарстанда муниципаль район башлығы кәңәшсеһе була. 2019 йылдың мартында Нефтекама хакимиәте башлығы итеп һайлана.

* * *

Заман ахырында ваҡиғалар күҙ йомоп асҡансы үҙгәреп торор, тиҙәр ине беҙҙең өләсәйҙәр. Бөгөн дә, имеш-мимештәр алдан уҡ ишетелә башлаһа ла, хәл-торош шул тиклем тиҙ үҙгәрә - күптәрен белмәй ҙә ҡалабыҙҙыр, моғайын. Яңы йыл алдынан Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының вазифаһынан китәсәге хаҡында һүҙҙәр ишетелде ул ишетелеүен, әммә әллә ни күп ваҡыт эшләмәгән кешене тиҙ арала вазифаһынан бушатыуҙарына бик ышанып та етмәнек. Һәм ҡапыл, бер көн эсендә тиҙ генә хәл үҙгәрҙе: Сергей Греков Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегенә етәксе булып китте, уның урынына ваҡытлыса вазифа башҡарыусы итеп Нефтекама ҡалаһы башлығы Ратмир Мәүлиев килде. Йәш кеше йәш инде - шунда уҡ "үгеҙҙе мөгөҙөнән" эләктереп, тәү сиратта ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағын үҫтереү буйынса күсмә ултырыш үткәрҙе. Киров районы хакимиәтендә уҙған сарала республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев, баш ҡала райондары хакимиәттәре башлыҡтары, коммуналь предприятиелар етәкселәре ҡатнашты.
Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, ҡала территорияһын ҡарҙан таҙартыу - тиҙ арала хәл ителергә тейешле мәсьәлә. Әлеге ваҡытта был һорау буйынса граждандарҙан бик күп мөрәжәғәттәр йыйылған. Ҡалала ҡар таҙартыу эше нисек ойошторолоуы менән ҡала хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Рөстәм Хәмитов таныштырҙы. Ҡар таҙартыуға барлығы, юл хеҙмәткәрҙәрен һәм механизаторҙарҙы ла индереп, 1694 кеше йәлеп ителгән. Ҡаланан сығарылған ҡар күләме 30 процентҡа артҡан. Бер тәүлектә генә 36745 кубометр, йәғни 1920 рейс ҡар сығарылған. Алан Марзаев белдереүенсә, бөгөн урамдар һәм тротуарҙарға ғына түгел, ә күп фатирлы йорт ихаталарына ла иғтибар бирергә, республика етәкселеге ярҙамында алынған яңы техниканы һөҙөмтәле файҙаланырға кәрәк.
Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ратмир Мәүлиев ТКХ министры вазифаһын башҡарыусы тарафына тәнҡит һүҙҙәрен дә еткерҙе. Өфө урамдары һәм ихаталарында булып, ул ҡайҙа намыҫлы эшләүҙәрен, ҡайҙа етәксе килер алдынан ғына "күҙ буяуҙарын", артабан 30-40 метр үтеүгә "ҡар әсирлеге" башланыуын, шулай уҡ ихаталарҙы таҙартҡанда хужаһыҙ транспорттың алынмауын, ҙур күләмле сүп-сар сығарылмауын, сүп-сар майҙандары ваҡытында таҙартылмауын тәнҡитләне. Шулай уҡ ул урам таҙартыусыларҙың ял итеү шарттары менән дә танышты, уларҙың йәшәгән урынының тәртиптә һәм таҙа булыуын билдәләне. Кәңәшмәлә "Башҡортостан ихталары" ихаталарҙы комплекслы төҙөкләндереү программаһын тормошҡа ашырыуға әҙерлек һәм Өфө торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағының башҡа мәсьәләләре лә ҡаралды.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.02.22 | Ҡаралған: 199

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru