«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨНДӘЛЕК МӘШӘҠӘТТӘРГӘ БИРЕШЕП ТОРМАБЫҘ
+  - 

Ил яҙмышы - ирҙәр иңендә, ти халыҡ мәҡәле. Һөҙөмтәне ваҡыт күрһәтер, әммә Өфө ҡала хакимиәте вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ратмир Мәүлиевтың үткәргән беренсе оператив кәңәшмәһенең тап Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ойошторолоуы ниндәйҙер символик мәғәнәгә эйә кеүек. Хәйер, бар нәмәнән кинәйә эҙләмәй торайыҡ, мэр һайлау буйынса конкурс үтеүен көтәйек. Һуңынан, киленде йыл тормай маҡтама, тигән мәҡәлгә таянырбыҙ.

Ратмир Мәүлиев ысынлап та тынысһыҙ ваҡытҡа тура килде: Донецк һәм Луганск өлкәһенән Башҡортостанға килгән мәжбүри ҡасаҡтарҙы урынлаштырыу һәм уларға ярҙам итеү көн үҙәгенә сыға. Өфөгә килеүселәр һаны ике мең самаһы тип билдәләнә. Тап ошондай ваҡытта башҡа проблемалар: урамдағы ҡар, ҡыйыҡтағы боҙлауыҡ, юлдарҙағы тығындар һ.б. икенсе планға күсә - улар хатта әһәмиәтһеҙ кеүек күренә башлай, сөнки һүҙ йәшәү менән үлем тураһында бара.
Ә артыҡ философияға бирелмәй, көндәлек тормошҡа урап ҡайтҡанда, һаман да ҡар проблемаһы көн тәртибенән төшмәй. Өфө ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, уҙған аҙнала барлығы 244 мең кубометр ҡар сығарылған, миҙгел башынан сығып ҡарағанда был һан 1,6 млн кубометр, йәғни былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 40 процентҡа күберәк. "Ҡарлы Өфө" интерактив картаһына 16842 мөрәжәғәт килһә, уларҙың 13377-һе башҡарылған, 1474-е буйынса эш алып барыла, 1984-е кире ҡағылған, 7-һе - ҡарала. Яҙ һулышы тойолоу менән ямғыр һыуын ағыҙыу канализацияларын тикшереү мәшәҡәте лә килеп тыуған. Әгәр канализация таҙартылмаһа йәки тонһа, урамдарҙы һыу баҫыуын көт тә тор.
Шулай уҡ оператив кәңәшмәлә сүп-сар таҙартыу мәсьәләһенә лә иғтибар бирелде. Был йәһәттән Октябрь һәм Киров районы хакимиәттәре башлыҡтары үҙ биләмәләрендәге ихаталарҙа, контейнер майҙансыҡтарында эш нисек алып барылыуы тураһында һөйләне һәм уртаҡ проблемаға туҡталды - сүп-сарҙы ваҡытында алып сығыу. Быға күп осраҡта контейнерҙар алдына парковкаланған транспорт һәм шәхси секторҙағы ҡатмарлы рельеф ҡамасаулай.
Оператив кәңәшмәлә күңелле темалар ҙа булып тора. Был юлы ул Пекинда үткән 24-се Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы Өфө спортсыларының уңыштары тураһындағы мәғлүмәт булды. Ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса идаралыҡ начальнигы Егор Сорокин белдереүенсә, Рәсәйҙең йыйылма командаһына 15 спортсы ингән һәм Семен Елистратов шорт-трек буйынса бронза призер, биатлонсы Эдуард Латипов - өс тапҡыр бронза призер исемен яуланы. Оператив кәңәшмәлә күтәрелгән мәсьәләләр буйынса гәзитебеҙҙә даими таныштырып барабыҙ, шуға уларҙың һәр ҡайһыһына айырым туҡталып тороу кәрәкмәй ҙә. Иң мөһиме - илебеҙ тыныс, донъяларыбыҙ имен булһын, көндәлек мәшәҡәттәргә генә бирешеп тормабыҙ.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.02.22 | Ҡаралған: 180

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru