«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҘҘЫҢ ҮҘ КӨЙӨ
+  - 

Ер ҡарҙан әрселә башлау менән ҡышҡыһын тигеҙ генә һымаҡ күренгән юлдар тағы ла соҡор-саҡырлыға әйләнә һәм баш ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре, һәр йылдағыса, соҡор ямарға сыға. 15 мартҡа ҡарата 1320 квадрат метр майҙанда 219 тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы һалынған да инде. Эштәр ҡала хакимиәтенең рәсми сайтындағы интерактив карта аша килгән мөрәжәғәттәр нигеҙендә башҡарыла. Юл ҡатламына эҫе асфальт түшәү көндәр йылынғас башланасаҡ.

Яҙҙы көтһәк тә, ул үҙе менән проблемалар ҙа алып килә. Улар булмаһын өсөн алдан хәстәрлек күрелә. Оператив кәңәшмәлә "Һаҡ" махсус муниципаль үҙәк директоры Зәкир Ғиләжев элекке "Уфахимпром" асыҡ акционерҙар йәмғите территорияһынан ирегән ҡар һыуҙарын йыйыу системаһының әҙерлеге хаҡында һөйләне. Шулай уҡ баш ҡала туҡталҡалары таҙартыла һәм тәртипкә килтерелә. Хәйер, яҙ - ул яңырыу, яңы һулыш һәм таҙарыныу осоро бит. Ә туҡталҡалар - баш ҡаланың йөҙө. Ҡайһы тарафҡа юлланырға булһаң да иң элек туҡталышҡа сығаһың. Киров һәм Ленин районы хакимиәттәре башлыҡтары тап ошо хаҡта отчет бирҙе лә инде. Киров районында барлығы 143 туҡталҡа булһа, Ленин районында улар 76. Тәүҙә уларға ревизия яһалып, һуңынан быялалары рөхсәтһеҙ йәбештерелгән иғландарҙан, граффитиҙан таҙартылған, йыуылған һәм кәрәк урындарҙа буятылған. Әйткәндәй, төҙөкләндереү хеҙмәтендә туҡталҡаларҙы таҙа тотоу буйынса айырым бригада булдырылған. Баш ҡалала барыһы ла халыҡтың уңайлылығы өсөн эшләнә. Был социаль ярҙам алыусыларға ла ҡағыла. Бөгөн Өфөлә уларҙың дөйөм һаны 300 мең кеше, шул иҫәптән 49 мең балалы ғаилә, 102 мең оло йәштәгеләр, 145 мең самаһы айырым категория граждандар. Улар федераль һәм төбәк бюджетынан финансланған 40 төр буйынса ярҙам ала. Былтыр 6,6 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.
Финанстарға ҡағылғас, тағы ла бер мөһим мәлде әйтеп үтмәй булмай: Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев Үҙәк баҙар алдындағы ҡулса уртаһына ҡуйыу өсөн арт-объект ижад итеүгә асыҡ конкурс башланыуын белдерҙе. Еңеүсе бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан килгән 300 мең һумға эйә буласаҡ. Конкурста барлыҡ теләүселәр ҙә ҡатнаша ала, иң мөһиме, был территорияға комплекслы ҡараш һәм алда торған Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығы менән дә бәйле булыуы талап ителә. Ҡалғаны инде ижади фантазиянан тора.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
16 мартта Өфө ҡала Советының сираттан тыш ултырышында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ратмир Мәүлиев рәсми рәүештә баш ҡала мэры итеп һайланды. Уның өсөн 31 депутат тауыш бирҙе. Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы, конкурс комиссияһы рәйесе Урал Килсенбаев конкурсҡа үткән кандидаттарҙың биографияһы һәм комиссия билдәләгән рейтингтары менән таныштырҙы. "Ҡала менән идара итеүҙе үҙгәртергә ваҡыт етте. Уға заманса медицина талап ителә. Өфө шулай уҡ йәшел ҡала статусын да раҫларға тейеш. Хәбиров командаһы эшмәкәрлегенең төп бурысы булып кешеләрҙең лайыҡлы тормош кимәлен тәьмин итеү тора", - тине үҙ сығышында Ратмир Мәүлиев, шулай уҡ эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, тикшереүҙәрҙе кәметеү һәм даими рәүештә халыҡ менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашыу кәрәклеге тураһында ла белдерҙе.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.03.22 | Ҡаралған: 209

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru