«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЫУ ТАША ЛА, ЭТТӘР ШАША
+  - 

Иҫегеҙҙә булһа, быйыл 1 июндән баш ҡаланың үҙәк өлөшөндә түләүле парковкалар булдырыу буйынса проект тормошҡа ашырыла башларға тейеш ине. Ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала мэры Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, быйылға был ниәтте кисектереп торорға ҡарар ителгән һәм быны еңел булмаған иҡтисади хәлгә бәйләйҙәр.

Һәр хәлдә, кисектерелеү бөтөнләй туҡтатылыу тигәнде аңлатмай. Тормошобоҙға һәм телебеҙгә бер килеп ингән нәмә онотолмай инде ул, ана, ҡасан ғына әле тажзәхмәттән уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡа инек, хәҙер был вирус менән дә һыйышып йәшәргә өйрәнә башланыҡ, шикелле. Әллә вакцинация ярҙам итте, әллә башҡа сәбәптәр, әммә сирләүселәр һәм вафат булыусылар һаны кәмей, тип отчет бирә Роспотребнадзорзың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре. Әммә тынысланырға иртәрәк, уяулыҡты юғалтырға, сәләмәтлекте хәстәрләүҙән туҡтарға ярамай. Бигерәк тә миҙгел алышынған мәлдә, сөнки көндәре лә улай былаймы: ни ҡыш, ни яҙ түгел...
Ҡыш китергә ашыҡмаһа ла, махсус хеҙмәттәр яҙғы ташҡынға ныҡлы әҙерлек башлаған да инде. Быйыл, Башгидромет фаразы буйынса, Ағиҙел йылғаһының һыуы - 560-660, Ҡариҙелдеке - 310-710, Димдең 600-700 сантиметрға күтәрелеүе көтөлә. Был осраҡта Кооператив яландағы өс йорт һәм 92 йорт алды участкаһы, Затон, Дим, Калинин һәм Киров райондарында 506 баҡсаны һыу баҫасаҡ. Был йәһәттән райондарҙа ла эш алып барыла, һыу баҫыу хәүефе янаған райондарҙың хакимиәт башлыҡтары даими отчет тота. Был юлы Киров районы ташҡынға әҙерлек барышы менән таныштырҙы. Районда халыҡты ваҡытлыса эвакуациялау кәрәк булғанда 3,5 мең урынлыҡ 30 пункт булдырылған. Медицина ярҙамы талап ителә ҡалғанда, Тиҙ ярҙам клиник дауаханаһында - 200, Республика клиник балалар дауаханаһында 35 урын бүленгән. Күсмә туҡланыу пункттары һәм аҙыҡ-түлек, эсәр һыу менән тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр хәл ителгән.
Мәғлүм булыуынса, баш ҡалала санитар айлыҡ иғлан ителде һәм оперативкала 25 мартта үткән тәүге өмәгә йомғаҡ яһалды. Был санитар йомала барлығы 25 мең самаһы кеше, 745 берәмек техника ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә 12 мең квадрат метр тирәһе майҙан таҙартылған, 7800 кубометр ҡар сығарылған. Иң мөһиме - хакимиәт башлығы Ратмир Мәүлиев санитар йоманы санитар шәмбегә әйләндермәҫкә, йәғни халыҡтың ял ваҡытын урламаҫҡа ҡушты.
Оперативкала тағы бер - 10 апрелдән 10 майға тиклем "Шиндарҙы утилләштереү" экологик акцияһын үткәреү мәсьәләһе ҡаралды. Бункерҙар Өфөнөң һәр районында ҡуйыласаҡ: Дим районында - Магистраль урамы, 2, Калинин районында - Интернациональ урамы, 133А, Киров районында - Коммунистик һәм Посадская урамдары сатында. Ленин районында - Силикат урамы, 18. Октябрь районында - СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 45 һәм Гагарин урамы, 33. Орджоникидзе районында - Вологодская урамы, 76/2. Совет районында - Менделеев урамы, 171. Шулай уҡ "Триумф", "СтройГолд", "Вертикаль" яуаплылығы сикләнгән ширҡәттәрҙә лә шиндар ҡабул ителә.
Тағы: баш ҡала хакимиәте сайтында яңы сервис - "Берәҙәк эттәр тураһында хәбәр ит" тип аталған (https://ufacity.info/dog) интерактив карта эшләй башлай. Граждандар берәҙәк эттәрҙе күргәндә, уларҙың ҡайҙа йөрөүен һәм фотоһын, ҡыҫҡаса характеристикаһын яҙып ебәрә ала. Был миҙгелдә тап ошолар иң мөһим инде: һыу таша ла, эттәр шаша.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.04.22 | Ҡаралған: 165

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru