«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИЛӘСӘК МӘКТӘБЕ ТЫУЫП КИЛӘ...
+  - 

Пионериябыҙ ҙа үҙебеҙ менән ҡуша ҡартайҙы - ошо көндәрҙә уның ойошторолоуына бер быуат тулып үтте... Әммә ул үҙенең сафында тәрбиәләнеп үҫкән бер нисә быуын күңелендә һаман да балаларса сафлығын, инсафлығын, осҡонон, илһөйәрлеген, намыҫын һәм выжданын һаҡлап ҡала килә, шуныһына шөкөр.

Дөрөҫ, бар арабыҙҙа элекке пионер хәрәкәтенә кәмһетеп, көлөп, уның йөҙөндә Павлик Морозов образын карикатура итеп файҙаланыусылар ҙа. Ләкин нишләптер илебеҙҙе фашист баҫҡынсыларынан һаҡлап, кескәй ғүмерҙәрен аямаған ҙур йөрәкле Советтар Союзы Геройҙары Марат Казей, Зина Портнова, Леня Голиков, Шура Чекалин, Боря Цариковтың, шулай уҡ тиңһеҙ батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдарға лайыҡ булған бик күп пионерҙарҙың исемдәрен берәүҙең дә телгә алғаны юҡ. Хәйер, илебеҙ тарихына алтын хәрефтәр менән уйылған был балаларҙың исем-шәрифтәре күптәргә таныш та түгелдер, буғай...
Ә шулай ҙа барыбер совет йәмғиәтенең төп тәрбиә мәктәбе булған ошо пионерҙар хәрәкәтен алыштырырҙай башҡа бер ниндәй ҙә балалар ойошмаһының тарихта булғаны юҡ әле. Тырышып, яҡшы уҡыу, тәртипле, әҙәпле, намыҫлы, ярҙамсыл булыу, йәмғиәтебеҙҙең лайыҡлы алмашсылары - ул һәм ҡыҙҙары - илһөйәрҙәр булып үҫеүҙе маҡсат итеп ҡуйған был ойошма заманында иҫәпһеҙ күп хеҙмәт батырҙары, Бөйөк Ватан һуғышы Геройҙары ғына түгел, ә миллионлаған ябай һәм ысын кешеләр быуындарын тәрбиәләне. Дөрөҫ, заманына күрә был ойошманың да үткән быуат офоғона яҡынайған һайын, ысынбарлыҡтан алыҫлаша барыуы, уның утопик идеалдары - коммунистик йәмғиәткә, совет осоро йылдарында ил менән идара итеүсе диктатор власть - коммунистар партияһы эшенә табындырырға маташыуҙары кеүек режим нисәмә быуын балаларҙың киләсәккә өмөттәрен буш ҡыуыҡ шикелле шартлатты, рәхимһеҙ алдыҡҡа әйләнде. Бәлки, әлеге кескәйҙәр ойошмаһының тәрбиәүи эшен ваҡытында коммунистик идеологиянан, сәйәсиләштереүҙән азат итеп, пионерияны ысынбарлыҡ юлына төшөрөргә, йүнәлешен дөрөҫләп ебәрергә генә кәрәк булғандыр? Был хәрәкәт, ниһайәт, юҡҡа сығып, балалар үҙ мәйеленә ҡуйылған йылдарҙың ҡиммәткә төшөүе бөгөн асыҡ һиҙемләнә түгелме, юғиһә?
Бөгөн һәм айырыуса илдәге һуңғы сәйәси хәлдәр торошо йәмғиәттә патриотик тәрбиә, хеҙмәткә ҡарата һөйөү, йәш быуындың әхлаҡлылыҡ сифаттары хаҡында һүҙҙең яңырыуына, ошо юҫыҡта яңы маҡсаттар билдәләнеүгә алып килде. Эйе, һуң булһа ла, уң булһын, тигәндәй, хатаны төҙәтергә бер ҡасан да һуң түгелдер. Ысын һәм ҡиммәтле ерлеккә нигеҙләнгән ана шундай яңы идеяларҙың береһе - Башҡортостан мәктәптәре уҡыусыларын "шайморатовсылар" сафына бағышлау. "Шайморатовсы" булыу бик мәртәбәле, - тигәйне республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыларын "шайморатовсылар" сафына алған тантанала ҡатнашҡанда.- "Шайморатовсы" символы булған форма кейеү хоҡуғы алғас, һеҙгә легендар комдив иҫтәлегенә лайыҡлы, республиканың һәм илдең ысын патриоты булыу яуаплылығы йөкмәтелә. "Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!" тигән беҙҙең девизға тоғро булып, уны аныҡ эштәрегеҙ менән раҫлағыҙ".
Яҡшы башланғыс, һүҙ ҙә юҡ. Элекке пионерия хәрәкәте урынына, ниһайәт, ысынбарлыҡҡа, ҡаһарманлыҡ миҫалына нигеҙләнгән, Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүсе, балалар күңеленә юғары рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр һеңдереүсе өр-яңы тәрбиә мәктәбенә нигеҙ һалына беҙҙә, бик мәслихәт! Әйткәндәй, "шайморатовсылар класы" стандарттарының талаптары юғары, уға лайыҡ булыу өсөн балаларға тырышырға тура киләсәк. "Берәү - бөтәһе, бөтәһе - берәү өсөн" тигәндәй: иң беренсе - уҡыу, кластан тыш эш, илһөйәрлек тойғоһо, физик әҙерлек кәрәк. Ошонда уҡ, әлбиттә, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәһе лә һалынасаҡтыр, сөнки бөгөн ил күләмендә тап ошо хаҡта ла һүҙ бара: эшләп ашарға, үҙебеҙ өсөн үҙебеҙ етештерергә! Рәсәй Дәүләт Думаһы спикеры В.Володин әйтеүенсә, юғиһә, парламентҡа ата-әсәләрҙән һәм уҡытыусыларҙан балаларҙы хеҙмәткә йәлеп итеү, эшләргә өйрәтеү зарурлығы хаҡында мөрәжәғәттәр күп килә икән.
Әгәр ошо урында кемдер хеҙмәт тәрбиәһе эшен мәктәптәрҙә дежурлыҡ итеү тәртибен ҡайтарыуҙан башларға тәҡдим итә икән, был бер ҙә ваҡ мәсьәлә түгелдер. Мәҫәлән, Рәсәй төбәгенең береһендәге "Киләсәк мәктәбе" директорының был мәсьәләгә ҡарашы иғтибарға лайыҡ. Күп кенә алдынғы мәктәптәрҙә был тәртип - дежурлыҡ итеү - һаҡланып ҡалды һәм беҙҙә лә, ти ул. Дөрөҫ, мәктәп директорын ваҡытында уҡыусыларҙан уларҙың үҙҙәренең эш урындарын таҙа тотоу һәм йыйыштырыуҙы талап иткән өсөн ҡайһы бер ата-әсәләр ялыуы буйынса хатта прокуратураға саҡыртып та йонсоталар. Уҡыусыларҙы класс бүлмәләрен йыйыштырыуға ҡушыу - ул бала хеҙмәтен файҙаланыу, тигән ғәйеп ташлана етәксегә. Ә бит ошондай ҡараш һөҙөмтәһендә ҡыл да ҡыбырлатырға иренгән йәштәрҙең ялҡаулығы тап ошо үҙҙәре ултырған партанан, класс һәм торлаҡ бүлмәләренән башлана ла инде. Шулай түгелме ни?

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.22 | Ҡаралған: 201

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru