«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨМӨТ МЕНӘН ЙӘШӘЙЕК
+  - 

Өфө ҡала хакимиәтендәге сираттағы оператив кәңәшмә кадрҙар алмашыныуы тураһындағы мәғлүмәт менән хәтерҙә ҡалыр, моғайын, сөнки бер юлы ул тиклем үҙгәреш булғаны юҡ ине, шикелле.

Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев йыйылыусыларҙы Калинин районының яңы хакимиәт башлығы Михаил Замурагин менән генә таныштырып ҡалманы, йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш буйынса вице-мэр итеп Денис Ғәниевтың тәғәйенләнеүен белдер-ҙе. Денис Таһир улы күптәргә радио һәм телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы булараҡ та таныш. Шуға күрә быға тиклем баш ҡаланың матбуғат сараларына тейешенсә бирелмәгән иғтибарҙы, бәлки, тиҙҙән тоя башларбыҙ. Һәр хәлдә, яҡшыға өмөтләнәйек. Шулай уҡ сираттағы үҙгәреш мәғариф өлкәһенә ҡағыла: быға тиклем Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәғариф идаралығын етәкләгән Елена Хаффазова Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһына күсә, ә уның урынына полилингваль мәктәп директоры булып эшләгән, һуңғы ваҡытта Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығын етәкләгән Азат Батыршин килә. Кадрҙар алмашыныуы Граждандар йәмғиәте институттары менән хеҙмәттәшлек буйынса идаралыҡҡа ла ҡағылды. Уның етәксеһе итеп бығаса урынбаҫар булып эшләгән Тимур Мостаев тәғәйенләнде.
Кәңәшмәнең төп мәсьәләләренең береһе Пугачев урамын реконструкциялауҙы башлау тураһындағы мәғлүмәт булды. Уның маҡсаты - урамды хәрәкәтте көйләүсе дөйөм ҡала әһәмиәтендәге магистраль урам параметрҙары нормативтарына еткереү, таҙартыу ҡоролмалары булған ирегән ҡар һәм ямғыр һыуҙары ағыу канализацияһын, инженер коммуникацияларын үҙгәртеп ҡороу, юлды дүрт һыҙатлы итеп киңәйтеү, яҡтылыҡ сығанаҡтарын модернизациялау. Реконструкция эштәре ике этапта тормошҡа ашырыласаҡ. Ремонт эштәре ваҡытын ҡыҫҡартыу маҡсатында икенсе этапта Геофизиктар урамынан Бородино урамына тиклемге арауыҡ тулыһынса ябыласаҡ. Транспорт хәрәкәтенә июлдең беренсе ун көнлөгөндә сикләү индереләсәк. Участканы япҡанға тиклем оҙонлоғо 3,2 километр булған урау юл һалынасаҡ. Реконструкция эштәре 2024 йылда тамамланырға тейеш.
Көн тәртибендә юлдарға билдәләр һалыу, парктарҙа, скверҙарҙа һәм йәмәғәт урындарында төҙөкләндереү мәсьәләләренә лә етди иғтибар бирелде. Шулай уҡ дөйөм белем биреү мәктәптәрендә Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу ҙа күҙ уңынан ысҡындырылманы. Быйыл баш ҡалала 5 меңдән ашыу кеше БДИ ташыра, уларҙың 4853-ө быйылғы сығарылыш уҡыусылары булһа, 541-е - уҙған йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар. Имтихандар осоронда ҡалала БДИ тапшырыу буйынса йыһазландырылған 25 пункт эшләйәсәк. Имтихан тапшырыу фәндәре ғәҙәттәгесә ҡала: күптәр математиканы һайлай. Икенсе-өсөнсө урында информатика менән физика тора. Быйыл БДИ-ның форматы һәм эштәрҙе башҡарыу ваҡыты үҙгәргән, аныҡлап әйткәндә, уҡыусылар 30 секунд эсендә яуап биргән һорауҙар алынған; эштәрҙә дөрөҫ яуаптар күләме күрһәтелмәй; ҡайһы бер һорауҙар беренсе өлөштән икенсеһенә - анығыраҡ яуап талап иткән өлөшкә күсерелгән; БДИ тапшырыу ваҡыты ҡыҫҡартылған, мәҫәлән, йәмғиәтте өйрәнеү һәм тарихта ул хәҙер 55 минутҡа әҙерәк, ә ҡайһы бер фәндәрҙән, киреһенсә, оҙағыраҡ ваҡыт әҙерләнергә мөмкин буласаҡ. Яңы форматта бер һорау бер нисә өҫтәмә һорауҙан тороуы ихтимал һәм уларҙың һәр береһенә яуап бирергә кәрәк. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева белдереүенсә, уҡыу йылы башланғандан алып имтихандарға әҙерлек системалы рәүештә алып барыла, мәктәптәрҙең ошо йүнәлештәге эшмәкәрлеге һәр саҡ иғтибар үҙәгендә һәм контролдә тора.
Бер һүҙ менән әйткәндә, аҙна яңы үҙгәрештәрҙән башланды. Киленде йыл тормай маҡтама, тигәндәй, яңы кадрҙарҙың эш һөҙөмтәһен ваҡыт күрһәтер. Кешене өмөт йәшәтә бит, өмөтләнәйек, көтәйек, сабыр итәйек...

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.22 | Ҡаралған: 205

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru