«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫРҒА НИӘТ ИТЕГЕҘ, НИӘТ ХЫЯЛДАРҘЫ ТОРМОШҠА АШЫРА
+  - 


Сибай институты тигән һүҙбәйләнеш йәшәмеш булып сыҡты, ялан уртаһында ҡалҡты ла, ышаныслы аҙымдар менән алға ынтылды. Киләсәктә лә йәшәр, сөнки был йорттоң ниәте изге, булмышы ныҡлы, үтәгән миссияһы бик тә юғары - милли кадрҙар әҙерләй ул. Юғары уҡыу йортоноң бөгөнгө тын алышын тойор өсөн Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитовҡа мөрәжәғәт иттек. Ул белем һәм тәрбиә (эйе, тәрбиә лә, сөнки онотола барған был халәт тә хас юғары уҡыу йортона) усағының тормошо тураһында ҡыҫҡаса һөйләгәндән һуң тәртәне технология факультеты уҡытыусылары Вәлиев Азат Сәлимйән улы (технология факультеты деканы, техник фәндәр кандидаты, педагогия фәндәре докторы) менән Мусин Шәһит Ришат улы (педагогия фәндәре кандидаты, доцент) яғына борҙо. Улар менән дә һөйләштек. Фекерҙәш шәхестәр эргәһендә булып, уларҙы тыңлап, йылы хистәр уянды СиБДУ тураһында.




Илдар Сәлихйән улы:
Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы райондары хакимиәттәре башлыҡтарының республиканың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа Сибай ҡалаһында юғары уҡыу йорто асыу тураһында мөрәжәғәт итеүенә утыҙ ике йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Башта педагогия институтының филиалы булараҡ асылған уҡыу йорто 1992 йылда Башҡорт дәүләт университетының филиалына әйләнде. Шунан бирле ун дүрт меңдән ашыу студент ошо юғары уҡыу йортонда белем алды. Уларҙың күбеһе Урал аръяғы райондарыныҡы.
Республика буйынса һәм сит өлкәләргә таралды Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлаусылар, уҡыу йорто иһә ҙур белем биреү фәнни үҙәгенә әйләнде. Юғары белемле һөнәр кешеләренә ихтыяж элек көслөрәк ине, әле лә кәмемәй. Йыл да февралдән үк мәғариф бүлектәре, полиция хеҙмәте органдары, суд приставтары, банктар шылтыратып белешә башлайҙар. Иҡтисадсылар бар, ә бына юристар етешмәй, тиҙәр. Уҡытыусылар тураһында әйтеп тораһы ла түгел: һәр районға хәҙерҙән үк егермешәр уҡытыусы талап ителеүе, әле эшләп йөрөгән уҡытыусыларҙың алтмышлап проценты пенсия йәшенә етеп килеүе тураһындағы мәғлүмәтте беләбеҙ. Шуға ла беҙгә директорҙар шәхсән үҙҙәре мөрәжәғәт итә, район мәғариф бүлектәре етәкселәре килеп, сығарылыш курс студенттары менән ҡыҙыҡһына. Февраль-март айҙарында уҡ һуңғы курс студенттарына эш урыны билдәле була. Егеттәрҙең күбеһе, әлбиттә, әрме сафына алына, ҡалған утыҙлап проценты уҡыуҙарын магистратурала, аспирантурала, йәки икенсе юғары уҡыу йорттарында дауам итә. Ә ихтыяж бик ҙур. Ике меңдән ашыу студенттың 20-25 проценты Сибайҙан, ҡалғандарҙың күпселеге Урал аръяғы райондарынан. Һан буйынса беренсе урында, әлбиттә, Сибай ҡалаһы менән Баймаҡ районы, шунан Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр, Бөрйән райондары килә. Хатта Өфөнән дә бар студенттарыбыҙ. Технологик факультетта нефть һәм газ табыу буйынса инженерҙар әҙерләү йүнәлешен булдырғас, Себерҙән килеп уҡый башланылар. Магнитогорск ҡалаһында университет ябылғандан һуң беҙгә уҡырға килеүселәр һаны тағы ла артты.
Абитуриенттар өсөн конкурс элекке һымаҡ түгел, әлбиттә. Элек бит бер урынға ун кеше дәғүә итә ине, әле бер бюджет урынына ике-өс кеше тура килә. Беҙҙең студенттарҙың 30-40 проценты өсөнсө-дүртенсе курстан уҡ эш башлай, сөнки закон студенттарға мәктәптә эшләргә рөхсәт итә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, буласаҡ уҡытыусылар диплом алалар ҙа мәктәптән китәләр, сөнки эш хаҡын күтәрер өсөн юғарыраҡ категория, ваҡыт кәрәк. Шулай итеп, уҡып сыҡҡандарҙың яртыһы ғына мәктәпкә бара, ҡалғандары икенсе эш эҙләй. Беҙ, әлбиттә, уларҙың ҡайҙа эшкә урынлашҡанын күҙәтәбеҙ. Эшкә төшмәһәләр, йә урын таба алмаһалар, ярҙам итәбеҙ, район хакимиәттәренә бәйләнешкә сығабыҙ, эргәләге предприятиеларға шылтыратабыҙ.
Институт милли кадрҙар әҙерләү буйынса ҙур эш атҡара, студенттарыбыҙҙың 80 проценты, ситтән тороп уҡыусыларҙың 60 проценты - башҡорттар. Беҙҙең уҡыу йортон тамамлаусыларҙың күптәре бөгөнгө көндә етәксе урындарҙа эшләй. Һәр ауыл һайын тиерлек - беҙҙең белгестәр. Күп кенә район башлыҡтары юғары белемде беҙҙә алған. Был үҙе ҙур күрһәткес! Милли үҙенсәлегебеҙ уҡыу йортоноң ишек алдынан уҡ башлана: билдәле шәхестәребеҙгә ҡуйылған бюстар, стеналарҙағы халҡыбыҙҙың тарихи ваҡиғаларына бәйле барельефтар үҙҙәре үк тәрбиәүи сара булып тора. Әлбиттә, башҡорт теле дәрестәренә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Мәҫәлән, Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы программаларҙың 50 проценты юғарынан төшөрөлә, ҡалғанын һайлау мөмкинлегенә эйәбеҙ. Мәҙәни яҡтан үҫешеүгә лә иғтибар юғары: ике бейеү ансамблебеҙ бар, ҡурайсылар, йырсылар - бөтәһе лә бар беҙҙә.




Азат Сәлимйән улы: Институттың тәбиғи-техник факультеты икегә - тәбиғи-математик һәм технология факультеттарына бүленде. Элек инженерҙар әҙерләмәй торғайныҡ, элек был һөнәргә эйә булыу өсөн Силәбелә уҡый торғайнылар. Бөгөн иһә инженер һөнәренә ихтыяж ныҡ артыуын иҫәпкә алып, һөнәрҙәр исемлеген ҡарап, автомобилдәр сервисы буйынса инженерҙар уҡыта башланыҡ. Ваҡыт үтә килә был һөнәр буйынса кадрҙар күбәйеүе һиҙелә башланы. Шунан беҙ нефть табыу ҡоролмалары транспорты сервисы буйынса икенсе йүнәлешкә күстек. Урал аръяғы райондарынан күпләп Себергә китеүҙәрен иҫәпкә алып, яңы йүнәлеш һайлап, дөрөҫ эшләгәнбеҙ, тип уйлайым. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәне: 2021 йылда ситтән тороп уҡыуға 122 студент ҡабул иттек. Уларҙың күпселеге Себерҙә эшләп йөрөүселәр иҫәбенән булды, сөнки беҙҙә уҡыу хаҡы сағыштырмаса түбәнерәк. Мониторинг буйынса беҙҙә юғары белем алыусылар иң юғары квалификацияға эйә булыусылар иҫәбенә инә. Был беҙҙең өсөн бик һәйбәт күрһәткес. Киләһе 2023 йылға институтҡа 16 бюджет урыны бирелә. Конкурс ҙур булыр тип уйлайбыҙ, сөнки беҙҙең институт тураһында ситтән тороп уҡыусылар буйынса хатта Якутияла, Магадан, Приморье, Красноярск крайҙарында ла беләләр. Нефть табыусы компаниялар өсөн юғары белемле белгестәр бик күп кәрәк, әле беҙҙә ситтән тороп уҡыусы 25 кеше нефтселәр сафынан килгән студенттар. Элек беҙ Силәбе юлын тапаһаҡ, хәҙер улар үҙҙәре беҙгә күпләп киләләр, сөнки башҡа юғары уҡыу йорттары менән сағыштырғанда, беҙҙең матди-техник базабыҙ бик һәйбәт. Өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалыу уйы юҡ, киреһенсә, яңы лабораториялар төҙөйбөҙ, эште дауам итәбеҙ.

Шәһит Ришат улы: Бөгөнгө көндә уҡытыу өсөн техник мөмкинлектәр киңерәк, мультимедия, интернет ярҙамында бик күп мәғлүмәт тупларға була. Хәҙер студент китап эҙләп ҡаңғырмай. Элек бит китаптарҙы, киләсәктә кәрәк була, тип, алдан һатып алып йыйып бара инек, сөнки интернет хыялда ла юҡ ине. Әммә эсте бошорған күренеш тә бар: студенттар бер-береһе менән һөйләшеп, аралашып бармай, улар телефонға тексәйәләр ҙә, хатта эргәһендәге кеше менән дә телефон аша аралашалар - һәр береһе үҙ виртуаль донъяһында йәшәй. Шуның арҡаһында логик фекерләү ҡеүәһе кәмей. Уйлай белмәйҙәр. Уйларға ла теләмәйҙәр, сөнки интернет әҙер материал бирә. Беҙ бит тырышып уҡый торғайныҡ, белемде китапханаларҙа туплай инек: мәғлүмәтте лә, белемде лә эҙләп ала торғайныҡ.
Институтта тәрбиә эше көслө ҡуйылған. Төрлө тәрбиәүи саралар йыш үтеп тора, уларға йәштәрҙе етәкләп тигәндәй алып йөрөйбөҙ. Дөйөм ятаҡҡа барабыҙ, тәртип, таҙалыҡты тикшерәбеҙ. Ата-әсәләр йыйылыштары үтеп тора, улар үҙҙәре лә ҡыҙыҡһынып, йыш килеп торалар. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн дә яҡшы шарттар булдырылған, был яҡтан мөмкинлектәр күп, дөрөҫөн әйткәндә, тәртип боҙоуға ваҡыттары ла ҡалмай. Тағы бер ыңғай күренеш: студенттарҙың яртыһынан күбеһе беҙгә килгәнсе урта профессиональ белем алып өлгөргән, тәүге тәрбиәне колледждарҙа алғандар, өйҙән ситтә йәшәп өйрәнгәндәр, бөтәһе лә 11 кластан килһәләр, ауырға тура килер ине.

Шулай итеп...
Әле мәктәпте тамамлаусыларҙың, артабан ҡайҙа уҡырға, тигән уйға уйылырға ваҡыттары ла юҡтыр. Алдағы имтихандарға әҙерләнеп, баштары ҡатып йөрөгән саҡтары. Бәлки, ошо мәҡәләне уҡып, бер аҙ күңелдәре асылып, ниәтләнеп китерҙәр - өмөт йөрөтә, ниәт уйҙы тормошҡа ашыра.

Радик ӨМӨТҠУЖИН әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.22 | Ҡаралған: 262

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru