«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МУЙЫЛ
+  - 

Яҙ батшабикәһе, тип атайҙар был ап-аҡҡа төрөнгән хуш еҫле ағасты. Ул сирень менән ярышып, йыш ҡына алдараҡ сәскә ата. Яңы ғына сәскә атҡан муйыл төбөндә ял итеүе - үҙе бер ғүмер!

Эйе, муйыл еҫенән баш еңелсә әйләнеүе бар. Был фитонцидтары араһында "йәшеренгән" синиль кислотаһы касафаты. Япраҡтары бөтөн булғанда ул амигдалин гликозиды рәүешендә була. Ә бына япраҡтарҙы тартҡылап өҙгөсләһәң! Ваҡланған муйыл япраҡтарын берәй ҡапҡас аҫтына һалып, шунда сысҡан йәки ҡомаҡты урынлаштырғанда улар сама менән ун минуттан ағыуланып үләсәк. Синиль кислотаһы амигдалин рәүешендә муйылдың бөтә өлөштәрендә лә бар, бигерәк тә һөйәгендә күп.
Муйылдың сәскәһе һәм емешенән генә түгел, япрағы һәм ҡайырыһынан да дауа әҙерләйҙәр. Емештәре бешкән һыуҙы эс киткәндә, гастрит булғанда, тиреләге бәшмәк ауырыуҙарынан эсәләр. Ҡатын-ҡыҙҙар трихомонада кольпиты, аҡ килеү ваҡытында муйыл емеше төнәтмәһен һиптереп йыуына. Сәскәләренән яһалған төнәтмәне ашҡаҙан аҫты биҙе, еңел формалағы диабет булғанда эсәләр, ауырыған күҙҙәрҙе саялар.
Муйыл ҡайырыһы төнәтмәһен биҙгәк тотҡанда, һыуыҡ тейҙереп, йүтәлләп, цистит менән ауырығанда балғалаҡлап ҡына эсәләр. Борон имселәр муйыл ярҙамында подагра, ревматизм, үпкә туберкулезын дауалаған. Әлегә тиклем дә сиҡан сыҡҡанда һәм эренле яраларҙы дауалағанда муйыл сәскәһенән сылатҡыстар эшләү иң һөҙөмтәлеһе иҫәпләнә. Муйыл төнәтмәһе теш кариесын дауалауҙа иң киҫкен сараларҙың береһе. Муйылда Е, Р, С витаминдары күп булыуы уны импотенцияны дауалауҙа файҙалы итә.
Ҡайтмалы кольпит, аҡ килеү. 1 ҡалаҡ муйыл сәскәһен йәки емешен термосҡа һалып, 2 стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Шунан 6-10 сәғәт төнәтергә. Көнөнә 3-4 тапҡыр һиптереп йыуыныу өсөн ҡулланырға.
Полиартрит. 5 грамм муйыл ҡайырыһына 1 стакан һыу ҡойоп, ҡайнар хәлгә еткерергә һәм тағы 15 минут утта тотоп алырға, ярты сәғәт төнәтергә. Көнөнә 3 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ эсергә.
Эске ағзалар яман шеше. Эмалле йәки быяла һауытҡа 2 ҡалаҡ киптерелгән муйыл сәскәһен һәм 2 ҡалаҡ йәш ботаҡтарынан һыҙырып алып киптерелгән ҡайырыһын һалырға. Өҫтөнә 3 стакан ҡайнар һыу ҡойорға, йылыға төрөп, 6-8 сәғәт төнәтергә. Төнәтмә ҡара шарап төҫөнә инергә тейеш. Шунан һөҙөргә һәм ҡалдыҡтарын һығып алырға. Төнәтмәне һыуыҡ урында 2 тәүлектән дә артыҡ һаҡламаҫҡа. Дауаны көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда йылы көйөнсә сәй һымаҡ итеп яртышар стакан эсергә.
Иҫкәрмә. Муйыл емешендә амигдалин булыуын хәтерҙә тоторға кәрәк. Ул аш һеңдереү ағзаларында тарҡалып, синиль кислотаһын барлыҡҡа килтерә. Шуға артыҡ күп ҡулланыу ағыуланыуға килтерергә мөмкин. Шулай уҡ муйылды эс ҡатҡанда, геморрой, тура эсәктә ярыҡтар булғанда ҡулланырға ярамай. Йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға муйыл ярҙамында дауаланыу (бөтә төрҙәре менән дә) ҡәтғи тыйыла.

Рим ӘХМӘДОВ китабынан.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.22 | Ҡаралған: 204

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru