«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРЫБЫҘҘЫ УН ЙӘШТӘН ҺУҢ НИМӘГӘ ӨЙРӘТЕРГӘ?
+  - 


Рәсәй белем биреү системаһына БДИ тигән яңғырауыҡлы исем аҫтында 2001 йылда индерелгән Америка Болонья белем биреү системаһы буйынса бына инде 20 йыл бәхәстәр дауам итә. Ул бөгөнгәсә балаларыбыҙҙың аңын томалай. Шулай ҙа тағы бер нисә йылдан ул эҙһеҙ юғалыр, әммә мәсьәлә башҡала: балаларыбыҙ "бдишник"тарға әүерелмәһен өсөн ниндәй саралар күрергә?

Баш тартырбыҙмы?

Берҙәм дәүләт имтиханы ҡабул ителгәндән алып уҡыусыларҙы хас та маймылдар ише тест үтергә өйрәттеләр, ә бына юғары уҡыу йорттарында, башҡа өлкәләрҙә, махсус һөнәри йүнәлештәрҙә уҡытыу процесы нигеҙен тәшкил иткән белемдәр, ҡыҙғанысҡа күрә, юҡ йәки бик түбән кимәлдә генә ҡалып бара. Болонья системаһы изге ниәттәрҙән сығып, маҡсатлы рәүештә популярлаштырылды. Әммә М.В. Ломоносов исемендәге МДУ ректоры Виктор Садовничий әйтмешләй: "Уҡырға инергә килгән йәштәр химия, биология кеүек кәрәк тип тапмаған фәндәрҙе туғыҙынсы, һигеҙенсе синыфта уҡ өйрәнмәй башлай, ә тик БДИ рәүешендә тапшырылырға тейеш имтихандарға ғына әҙерләнә. Был ҡурҡыта". Артабан Виктор Садовничий Рәсәй һәм Советтар Союзы төплө белем биреүе менән дан алыуын, ә БДИ-ның төплө әҙерлек базаһы нигеҙҙәрен сикләүе хаҡында белдерә.
Ваҡытында беҙҙең мәғариф хатта американлылар тарафынан да юғары баһаланған шул. Мәҫәлән, АҠШ президенты Джон Кеннеди 1963 йылда үҙ сығышында былай ти: "Һис һүҙһеҙ, был милләттең белем алыуға ҡыҙыҡһыныуы ғына ла донъялағы теләһә ниндәй милләтте уҙып китеү өсөн етә". Бөгөн юҡҡа сығарылған совет мәғарифы 1953 һәм 1990 йылда 3-сө урын алып, ЮНЕСКО тарафынан ике тапҡыр донъялағы иң яҡшы белем биреү системаһы булараҡ таныла. Ә 2012 йылда Рәсәй мәғарифы 35-се урынға тәгәрәй. Һәм был уҡыусылар, вуз студенттары менән төрлө кимәлдәрҙә эшләүҙә асыҡ күренә. Эште нисектер төҙәтеү өсөн улар ауыр үҙаллы үҫеш юлын үтергә тейеш. Әммә был хаҡта һуңыраҡ һөйләшербеҙ. Әлегә БДИ ҡыҫымында булған балалар мейеһенең үҫеш функцияһын ҡотҡарыу юлдары тураһында фекер йөрөтөп ҡарайыҡ. Был әле мәктәп йәшендә булғандарҙы ҡотҡарыу, тигәнде аңлата, улар ҙа киләсәктә 20 йәшлектәр кеүек, БДИ ҡорбанына әүерелмәһен ине лә бит. Сөнки һуңғылары менән аралашыуы бик ауыр, уларҙың белеме, донъяны танып белеү кимәле сикләнгән.
"Берҙәм дәүләт имтиханын камиллаштырыу кәрәк, ул "начётничество системаһы" булараҡ уйланылмағайны", тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин", тип хәбәр итте 22 августа ИА REGNUM. Рәсәйҙә БДИ системаһынан баш тартырға мөмкиндәр, тип белдерҙе Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Максим Зайцев URA.RU менән әңгәмә барышында. "Быйыл түгел, әммә уны бөтөрәсәктәр, мин быға ныҡлы ышанам. Система булараҡ БДИ үҙен аҡламаны һәм традицион форматҡа, әлбиттә, кире ҡайтыу булырға тейеш. Был вуздарҙы ла, халыҡты ла ҡыҙыҡтыра. Әммә 15 йыл дауамында индерелгән системанан кире сығыу ҙа оҙайлы ғына ваҡыт талап итәсәк", - тип билдәләй М.Зайцев. Берҙәм дәүләт имтиханы пандемия осоронда үҙенең һөҙөмтәһеҙлеген күрһәтте һәм яйлап вуздарға уҡырға инеүҙең альтернатив системаһы менән алмаштырыласаҡ, тигән фекерҙә ул һәм БДИ-ны бөтөрөргә саҡырҙы.
Берҙәм дәүләт имтиханын туҡтатырға һәм традицион рус мәғарифына ҡайтырға кәрәк, тигән һүҙҙәрҙе Дәүләт Думаһы вице-спикеры Петр Толстой ҙа әйтте. "Уларҙы имтиханда шаҡмаҡтарҙы дөрөҫ тултырырға һәм яуаптары бирелгән тестар үтергә өйрәтеү дауам иткән саҡта бер ниндәй ҙә интерактив таҡталар хәлде үҙгәртмәйәсәк һәм илде ҡурҡмайынса тапшырырлыҡ быуын тәрбиәләргә ярҙам итмәйәсәк", - тип яҙҙы Толстой үҙенең "Телеграм"дағы каналында.
БДИ-2021 буйынса конференцияла Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов киләһе Берҙәм дәүләт имтиханы тағы ла ҡыҫҡартылған форматта үтәсәк, тип белдерҙе. Пандемияға ҡаршы күрелгән сараларҙың береһе - математика буйынса нигеҙ имтиханы алып ташланды. 11 синыф уҡыусыларының йомғаҡлау иншаһы ла бөгөн оло мәғәнәгә эйә: шунһыҙ, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына үткәрмәйәсәктәр.

Логика ҡайҙа?

Мәғариф системаһында тестар ҡулланыуға бәйле һорау И.В. Сталин заманында уҡ, 1934 йылда, һуңғы ВКП(б) Өлкә Комитетында күтәрелгән, йәғни "О педологических извращениях в системе наркомопроса" тигән доклад яһалған. Ожегов һүҙлегендә "Педагогика - тәрбиә һәм уҡытыу тураһындағы фән" тип аңлатылһа, Ҙур энциклопедия һүҙлегендә "Педология - балалар тураһындағы фән" тип яҙылған. Ултырышта белем һәм тәрбиә биреүҙә педологияның әһәмиәтен инҡар итеүҙе ҡаты тәнҡитләйҙәр һәм быға сик 1934 йылда ҡуйыла.
Бөгөнгө тормошобоҙҙа педология тестарҙан ғибәрәт, йәғни, Төп дәүләт имтиханы һәм Берҙәм дәүләт имтиханы рәүешендә генә ҡалды. Был турала элек тә һөйләгәндәр икән һәм совет мәктәбе менән бөгөнгө мәктәпте сағыштырһаҡ, тестар насар нәмә булыуына төшөнәбеҙ.
Мәктәптәрҙә хәҙер интеллектуаль эшмәкәрлек алып барыу урынына балаларҙы зәғифләйҙәр. Бик ҡаты һәм файҙаһыҙ махсуслаштырыу (специализация) бара, ул хәтерҙә ҡалдырыу һәм ятлауға йүнәлтелгән. Логик операция, тикшереү һәм иҫбатлауҙы бик аҙҙар үтәй ала, ижади фекерләү хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Бер төрлө ятлаған хәлдә лә, дәрестә уҡытыусы менән мәсьәләне сисеүҙең башҡа ысулдары тураһында ла фекер алышамы берәйһе? Рәсәй юғары уҡыу йорттары педагогтары балаларҙың текстар менән эшләй белмәүен билдәләй. Автор белдерергә теләгән төп фекерҙе, теге йәки был абзацтың мәғәнәһен асыҡлай һәм 1-2 һөйләм менән шуны еткерә белмәй. Ә беҙҙең быуындыҡылар вузға уҡырға инер өсөн дүртәр-бишәр бит инша яҙа ине һәм уға баһаны хаталарына ғына түгел, күләменә лә ҡарап ҡуйҙылар. Аҡыл һәм интеллект күрһәткесе - ҡулдан яҙылған 4-5 битлек хеҙмәт. Шунан кәмерәк булһа, баһаһы ла түбәнәйә. Беҙҙең быуын балалары үҙ фекерҙәрен яҙма рәүештә еткерә алған. Хәҙерге балалар изложение йә инша яҙып ултырмаясаҡ, сөнки уларҙың фекерләү оҫталығы үҫешмәгән. Ә бына аңламаһа ла ятлап һөйләү бик яҡшы кимәлдә. Сөнки инша яҙыу ярҙамында үҫешергә тейеш нәмә бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Баланың хәтере яҡшы, әммә логикаһы юҡ.
Элек бала теләһә ниндәй предмет олимпиадаһында ҡатнашып, призлы урын алып ҡайта алһа, хәҙер нисек шулай итмәк кәрәк? Логика һәм фекерһеҙ ҡоро белем донъяны танып белеүҙә лә яңылыш йүнәлеш бирә. Рәсәй, совет мәктәбе махсуслаштырмай ине, ул тормош башларға кәрәк булған нигеҙ, киң белем бирҙе. Ә айырым йүнәлеш буйынса махсус белемде техникум һәм вуздарҙа алдылар. Совет мәктәбендә уҡытыу кимәле уртасанан юғарыраҡ булды, барыһын да юғары урта дөйөм белем кимәленә иҫәп тотоп өйрәттеләр. Дистанцион белем биреү ҡулланыла башлағандан һуң был кимәл бөтөнләй түбән тәгәрәне. Һуңғы ваҡытта ябай ғына тест һынауҙарын да үтәй алмаған уҡыусылары өсөн уҡытыусыларға хатта аҡланырға тура килә. Ә быйыл алдан үткәреп ҡаралған Берҙәм дәүләт имтиханын нисек бирҙеләр икән?

Интернет тәрбиәһе

Йәш быуынды формалаштырыуҙың иң мөһим проблемаларының береһе - уның тәрбиәүи функцияһы төшөп ҡалыуы. Элек мәғариф министры вазифаһын биләгән Фурсенко: "Совет мәктәбенең етешһеҙлеге Ижадсы әҙерләүҙә, ә беҙгә квалификациялы ҡулланыусы әҙерләү кәрәк", - тип ҡабатланы. Хәҙерге йәш кеше - ҡулланыусы, хәл-ваҡиғаға ҡарата тәнҡит күҙлегенән сығып һүҙ йөрөтә алмай. Бынан тыш, ул матур тышлыҡ менән ымһындырған нәмә артынан барасаҡ. Фекерләргә өйрәтмәгән, БДИ-ланған мәктәптә һәм ҡулланырға ғына яратҡан йәмғиәттә үҫкән үҫмерҙәр, йәштәр Рәсәйҙең дәүләтселеген юҡ итергә йүнәлтелгән социаль-сәйәси процестарҙы формалаштырған Навальный һәм уның артында торғандарҙың ҡәҙерле клиенттарына әүерелде, 1917 йылда ла (Рәсәй империяһын тарҡатыу), 1991 йылда ла (СССР) нәҡ шулай булған. Билдәле булыуынса, телевидение ижтимағи аңды барлыҡҡа килтереүгә ҙур йоғонто яһай. Яҡынса 2010 йылдар тирәһенән аңға тәьҫир итеүсе генә түгел, ә аныҡ эштәр атҡарырға саҡырған социаль селтәр барлыҡҡа килде. Быға уҡытыу процесынан тәрбиә өлөшөн алып ташлап, был бурысты социаль селтәрҙәргә япһарып ҡуйыу мөмкинлек асты. Тәүге осорҙа социаль селтәрҙәр йәштәр өсөн бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс менән янамаҫ кеүек ине. Оҫта педагогтарҙың, социаль селтәрҙәрҙә кире процестарҙың контролһеҙ таралыуын булдырмаҫҡа, тигән иҫкәртеүенә ҡолаҡ һалыусы булманы. Дистанцияла уҡыу йәштәребеҙгә бигерәк тә насар тәьҫир итте. Социаль селтәрҙәрҙе бик күп балаларҙы һәм студенттарҙы ТикТок USA, Фейсбук, Инстаграм, Твиттер, Бәйләнештә, Синыфташтар һәм ТикТок Мәскәү, Nextlife Польша, Медуза Латвия һ.б. видеохостингтар кеүек виртуаль майҙансыҡтарға башкөлләй сумдырыу өсөн ҡулландылар.
Хәҙерге көндә социаль селтәрҙәр йәштәр араһындағы айырым төркөмдәрҙе ниндәйҙер эштәргә туранан-тура йүнәлтеү ҡоралына тиклем үҫеште. Мәҫәлән, 2021 йылдың 23 ғинуарында үткәрелгән протест акцияларында Ҡытайҙа барлыҡҡа килгән ТикТок ҙур роль уйнаны. Әммә цифрлы платформаның тос өлөшө АҠШ-та тупланған. ТикТок нимәгәлер саҡырып һәм аңды формалаштырып ҡына ҡалмай, ул үҙ-үҙеңде тотоу өлгөләрен дә күрһәтә. Был ҡалыптар аңһыҙ рәүештә үтәлә. Бар яңылыҡ шунда - йәштәр сәйәсәткә аңһыҙ рәүештә ылыға. Улар нимә булғанын да, кемдең кем икәнлеген дә аңламай, һәр төбәктә бер үк ҡалып буйынса һәм бер үк лозунгылар аҫтында сығыш яһайҙар. Ҡытайҙа 2010 йылда уҡ йәштәрҙең хис-тойғоларына тәьҫир итеп, уларҙың тәртибен күҙәтеү буйынса тикшеренеүҙәр башланды. Ә Рәсәйҙә Гонконгтағы митингыларҙы күҙәтеп барһалар ҙа, ул саҡта әле быға тейешле иғтибар биреүсе булманы. ТикТок - башҡа һыймаған ҡылыҡҡа туранан-тура этәргән ҡорал. АҠШ-та 100 миллион тирәһе үҫмер һәм йәш кеше ТикТок USA йоғонтоһонда. Янаған хәүеф-хәтәрҙе аңламау ҡурҡыта халыҡты. Беҙҙең балаларға беҙгә һәм ата-бабаларыбыҙға таныш булмаған яңы хәүефтәр янай. Беҙгә балаларыбыҙҙы ошо ҡурҡыныстарҙы еңергә һәм ҡатмарлы мәғлүмәт һуғышында тере ҡалырға өйрәтергә кәрәк. Был мәсьәләне хәл итеү юлдарына килгәндә, тәүҙә дөйөм күҙаллауҙарҙы, һуңынан үҙебеҙҙең шәхсән фекерҙе яҙып үтмәксебеҙ.

Былар барыһы ла кәрәк!

Балаларыбыҙҙың киләсәге бөтә предметтарҙы ла - интеллектуаль, ижади һәм физик булғандарын да комплекслы өйрәнеү ул. Мәктәп балаларға бөтә көсөн һалып эшләргә бурыслы. Унда музыка, спорт, техникум һәм гуманитар йүнәлештәр берләшергә тейеш. Уҡыусы ҡайһы ишекте асһа ла, уны әйҙәп индереп алып китерлек булһын. Бөтә предметтар ҙа уны тулыһынса ылыҡтырһын, уға ҡыҙыҡ булһын. Юғиһә, хәҙерге етенсе кластағылар ҙа хатта: "Был миңә тормошта кәрәк булмаясаҡ", - тип ысҡындыра. Ә бит ҡайһы бер өлкәндәр уларҙы ошо юҫыҡта тулыһынса хуплай. Эйе, улар һеҙгә кәрәк булмаҫҡа ла мөмкин, әммә беҙ үрҙә телгә алынған синопслы бәйләнештәрҙе һаҡлап ҡаласаҡбыҙ! Был - киләсәк!
Музыка һәм сәнғәт мәктәптәрен ябай белем усаҡтары менән берләштереү зарур. Һәр мәктәптә уҡыусылар төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға, йырларға, һүрәт төшөрә белергә тейеш. Хорҙа йырлау - риториканың үҙе. Техникумдарҙы ла мәктәптәр менән берләштереп, прикладной фәндәрҙе уҡытыу юлына "йәшел урам" асырға кәрәк. Ижад - һүрәт төшөрөү, йырлау, театрҙа уйнау һәләт-тәре һ.б. бик мөһим. Дөйөм кешелек күҙлегенән сығып һүҙ йөрөтөүҙән түгел, ә бер нисә йылдан тормош яңы технологик тәртипкә ҡороласаҡ һәм техник инженер белемле булған ижади фекерләргә һәләтле кешеләрҙе эшкә алырлыҡ бихисап яңы урындар барлыҡҡа киләсәк. Баланың логик-ижади технарь булыуы шарт. Киләһе 15-20 йылда робот техникаһы йүнәлешендәге белгестәр талап ителәсәк.
Хеҙмәт дәресендә балалар ағас ҡырҡыу һәм йышыуҙан тыш, машина йүнәтә, ябай һәм профессиональ иретеп йәбештереү ҡоралы менән эшләй белергә тейеш һәм был йәһәттән яңы мөмкинлектәр асҡан 3D аппараттар ҙа бар. Уның ярҙамында йорт йыһаздарын йыйырға, йорт проекттарын төҙөргә, төрлө объекттарҙың моделдәрен эшләргә һәм йыйырға мөмкин.
Физик культура - мотлаҡ! Мәктәптә спорттың бөтә төрҙәре менән дә, профессиональ кимәлдә булмаһа ла, шөғөлләнергә тейештәр. Иң яҡшыһы командалар менән ҡатнаша торғандары - волейбол, футбол, хоккей, ишеү һ.б. Улар коллектив фекерләүҙе барлыҡҡа килтерә, балаларҙы йәмғиәтләштереүгә булышлыҡ итә. Сөнки тик бергә, берҙәм булып ҡына тормош ауырлыҡтарын еңеп сығырға мөмкин.
Сит телдәрҙе өйрәнеүгә килгәндә, 2-3 төрлө тел уҡытыу насар түгел, әммә уларҙы тик 5-се синыфтан һуң ғына индереү кәрәк. Һәм балалар тик телде генә өйрәнһен, дәрестә уға бәйле бер ниндәй ҙә мәҙәни белем бирелергә тейеш түгел. Сөнки бала тәүҙә тулыһынса үҙенең милли мәҙәниәтенә нигеҙләнеп тәрбиә алырға тейеш, уны сит мәҙәниәт менән ҡатнаштырып болғау кәрәкмәй. Сит телде тәрәндәнерәк 10-11 синыфта уҡыта башларға мөмкин, ләкин был өҫтәмә рәүештә булһын. Бөтә мәҙәниәт, уның барлыҡ элементтары, әкиәттәр, әкиәт башы, һамаҡ һүҙҙәр һ.б. тик туған телдә генә һөйләнергә тейеш. Балаларҙы күп мәҙәниле (мультикультурный) итергә ярамай, әле нәҡ шул процесс бара. Әгәр ҙә баланы бәләкәйҙән башҡа милләт мәҙәниәтендә тәрбиәләһәгеҙ, уның шәхесе формаһын үҙгәртәсәк - маңҡорт булып үҫәсәк. Психологтар белдереүенсә, донъялағы иң ауыр телдәр урыҫ, ғәрәп, төрки һәм фарсы, ҡытай телдәре. Улар кеше мейеһендә иң күп нейрондар-ара бәйләнештәр булдыра. Бындай мөмкинлектәрҙе дөрөҫ файҙаланыу мөһим беҙгә.

Бала менән һөйләшегеҙ

Беренсенән, бала менән бәләкәйҙән һөйләшергә, әкиәттәр, тарих һөйләргә кәрәк. Йәнһүрәттәрҙе тик телевизорҙа күрһәтелгәндәренән һайлап ҡына ҡарарға рөхсәт итеү мөһим. Смартфон һәм планшеттарҙы йәнһүрәт һәм фильм ҡарау, уйын уйнау саралары итеп ҡулланмаҫҡа кәрәк. Әгәр ҙә балаға телефонда, компьютерҙа уйнау, йәнһүрәт ҡарау йәки китап уҡыу араһынан һайларға ҡушһаң, ул китап уҡымаясаҡ. Был - физиология, организм күп энергия сарыф итергә теләмәй, ә мейене эшләтеү нәҡ күп көс талап итә. Ә бала китап уҡымай икән, нимә килеп сығыры билдәле. Өйҙә булғанда телефонды һүндереп ҡуйыуҙы, йәки уны тик шылтыратып һөйләшеү өсөн генә ҡулланыуҙы ҡағиҙә итеп алырға кәрәк. Әммә бер ниндәй ҙә уйындар булмаһын. Видеоларҙы тик телевизорҙан йәки компьютерҙан ғына ҡараһын.
Психологиянан беҙ бала ни өсөн уйындарға һәм йәнһүрәттәргә ылығыуын яҡшы аңлайбыҙ, унда образдар сағыу эшләнә. Китаптағы һүрәттәр ҙә балаға ҡыҙыҡлы, ләкин уға сағыу һәм еңел аңлашылған образдар кәрәк. Сағыу мәғлүмәт бик тиҙ иҫтә ҡала. Әммә йәнһүрәт һәм фильмдар ҡарағанда мейенең ярымшарҙары бөтөнләй эшләмәй, улар кешенең йоҡо мәлендәге кеүек хәлдә була.
Йоҡлар алдынан да йәнһүрәт урынына әкиәт һөйләү отошло. Әлбиттә, әҙер яҙҙырылған аудиотаҫманы ҡабыҙмай, әсәй үҙе йәки өләсәй һөйләһә, тағы ла яҡшыраҡ. Бала әкиәт тыңлағанда уның тураһында уйлана, хыялға бирелә, образдарҙы үҙенсә күҙ алдына килтерә, мейеһе эшләй. Һүҙҙәр образдарға әүерелә. "Бабай шалҡан сәскән" тигәндә бала ниндәйҙер әҙер һүрәтте генә күҙ алдына килтермәй, ул ниндәйерәк бабай килеп, ҡайҙа нисек итеп шалҡан сәсеүен күҙ алдына баҫтыра. Йәнһүрәт йәки рәсем рәүешендә әҙер образдарҙы күрһәтмәҫкә кәрәк. Балалар өсөн һүрәтһеҙ әкиәттәр һәм китаптар булырға тейеш!
Икенсенән, бала 5-7 синыфта ғына уҡығанда Берҙәм дәүләт имтиханы тестарына әҙерлек һәм алған билдәләре тураһында артыҡ борсолмағыҙ. "Бишле"ләре өсөн үтә ныҡ маҡтап та, "икеле" алғанда ҡаты бәрелеп тә бармағыҙ, баҫымды бөтөнләй икенсе йүнәлешкә яһағыҙ. Сөнки 11 синыфҡа тиклем әллә күпме ваҡыт бар һәм БДИ әллә була, әллә юҡ. Һис юғында, нигеҙле белем алған баланы был һынауға 1 йыл эсендә әҙерләүе ауыр булмаҫ. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙыл аттестат һәм диплом бер кемгә лә кәрәк булмауын, уның урынына ғәмәлдә ҡулланып булырлыҡ ысын белем мөһимлеген аңлағыҙ.
Өсөнсөнән, совет дәреслектәрен һатып алығыҙ, йәки интернеттан эҙләп табығыҙ. Барлыҡ өйгә эштәрҙе әҙерләп бөткәндән һуң, бала был китаптарҙы буш ваҡытта уҡып сығыу өсөн генә ҡулына алһын. Мәктәптә үткән программаға ярашлы, аҙнаһына бер теманы уҡып сыҡһа ла етә. Күнегеүҙәрҙе эшләмәйенсә, шуларҙы ҡарап өйрәнһә лә була. Ни өсөн нәҡ совет дәреслектәре тиһегеҙме? Сөнки совет дәреслектәрен уҡығанда бала донъяны мозаика рәүешендә танып белә, унда фән-ара бәйләнештәр асыҡ бирелгән. Бала уларҙы өйрәнә һәм нормаль логика формалаша - донъяны мозаика рәүешендә танып белеү барлыҡҡа килә. Ә хәҙерге дәреслектәрҙә бер ниндәй логика күҙәтелмәй, бер һүҙ менән әйткәндә - калейдоскоп. Шунлыҡтан, тәү сиратта балала мозаика-логик системаны булдырыу мөһим. Ябайҙан ябай системаға, ә беҙҙе өйрәткәндәренсә, ябайҙан ҡатмарлыға түгел. Бала айырым мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн бихисап мәғлүмәтте ятлап хәтерендә ҡалдырһа, ул логиканы төшөнмәй. Совет дәреслектәре нәҡ ошоно иҫәпкә алып төҙөлгән, бала уҡығанын атаһына һөйләй, уның эргәһендә ултырып аңлатыуын тыңлай.

Атай һәм олатай эше

Артабан иң мөһим өлөшкә күсәбеҙ. Атай йәки олатай эше. Сөнки когнитив функцияларҙы тик ир-ат ҡына формалаштыра. Әсәй кеше балаларға хис-тойғолар аша аңларға өйрәтә. Когнитив-танып белеү һәләттәрен ир кеше - атай йәки олатай формалаштырырға тейеш. Әсәй аҡыл эшмәкәрлеген формалаштырырға тейеш түгел. Әсәй - тойғолар. Әсәйгә барып мыжырға, кемделер ошаҡларға мөмкин. Малай һәм ҡыҙ атаһының когнитив кодын үҙенә алырға тейеш, ир кешенең роле шул. Хис-тойғолар менән - әсәйгә, ниҙелер аңлау өсөн - атайға. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөн күп балалар атайһыҙ үҫә, кемдәренең олаталары ла эргәһендә түгел, шулай ҙа ниндәйҙер хәл итер юл табырға кәрәк.
Шулай итеп, көн һайын кис эштән һуң атай, олатай һәр бала менән һөйләшеүгә 20-30 минут бүлә, ул нимә уҡыған, ниндәй китап, бөгөн йәки был аҙанала дәрестә нимә үткәндәр һ.б. тураһында һорашып белә. Мәҫәлән, география буйынса нимә уҡыған, аңламаған урындары бармы? Бөтә бүлекте шатырлатып һөйләтеп алырға түгел, ә ни бары бала өсөн ҡыҙыҡ тойолған, йәки уға аңлашылмаған урындарын белеүҙе маҡсат итергә һәм аңлатырға. Бына шулай эш башлана, атай йәки олатай бала менән аралаша, үҙе белгән ниндәйҙер ҡыҙыҡ мәғлүмәт, иҫтәлектәре менән бүлешә. Атай үҙенең логикаһын, тормошҡа ҡарашын балаға еткерә. Төп асыл бына ниҙә.
Әммә уртаса кимәлдәге балаға 20-30 минуттан күберәк, 45-60 минут ваҡыт бүлеү талап ителә. Уның менән дәрес эшләргә кәрәкмәй. Уны ул үҙаллы эшләй, сөнки бала яҡшы билдәләрҙән тыш, белем кәрәк булыуын аңларға тейеш. Ниндәйҙер бер мәлдә бала үҙаллы уҡыһын. Үҙаллылыҡҡа бер аҙым яһау мөмкинлеген бирегеҙ, юғиһә, көсләп уҡытһағыҙ, баланың ихтыяр көсө үҫешмәйәсәк. Бәлки, тәүҙә ул үҙ иркенә ҡуйылыуын аңлап, ялҡауланып алыр һәм тиҙ арала көндәлегенә "икеле"ләр сәпәтеп ҡайтыр. Шулай ҙа был күренеш күңеленә хуш килмәҫ, бер көн үҙе тырышлыҡ һалып уҡый башлар. Бер синыфта уҡыған малайҙар араһында алдынғылыҡ өсөн күҙгә күренмәгән көрәш һәр саҡ бара. Әгәр ҙә инде айырым малайҙар ғына уҡыған синыф булһа, был процесс ике тапҡырға тиҙерәк барасаҡ.
Баланың хәленән килмәй икән, мәсьәләне сисеүҙең беренсе юлы итеп репетитор яллайҙар. Әммә репетитор саҡыртыу өсөн матди мөмкинлеге булмаған ғаиләләргә нишләргә? Репетитор кәрәкмәй! Ул бөтәһен дә балаға сәйнәп ҡаптыра, бала көсәнмәй. Ике алғың килмәй икән, бына һиңә күнегеүҙәр китабы, дәфтәр, айырым мөйөш - шунда барып ултыр ҙа уҡы, телевизор, телефонды онот. Өс-дүрт сәғәт ултыраһыңмы, мәсьәләне сисмәйенсә торма. Әлбиттә, былай ҡатылыҡ күрһәтеүе ауыр, лә-кин бала үҙе уҡырға тейеш. Атай-әсәйҙең төп бурысы баланы үҙаллы белем алырға өйрәтеү. Уҡыу - ул аңлы рәүештә кәрәкле белем алыу.
Ҙурайған һайын схоластика, анализ, абстракт фекерләүгә яҡшы гуманитар әҙәбиәтте ҡушып, гуманитар фәндәргә ҡыҙыҡһыныу уятҡанда бала тормошта һис юғалып ҡалмаясаҡ. Былар уға үҙ тормошон ҡорор өсөн яҡшы нигеҙ. Ябай хәлдән ябай системаға. Тормошта - был бергә һалынған ҡатмарлы социаль супер системалар. Беҙҙең балалар бер-береһе менән аралаша һәм ошо системалар менән идара итеүҙә ҡатнаша.

Китап уҡы!

Мәктәпкә бала нимә менән ҡыҙыҡһыныуын белеү мөһим түгел, уҡытыу программаһы гуманитар фәндәр буйынса ла, теүәл фәндәрҙән дә тигеҙлек һаҡлап төҙөлөргә тейеш. Гуманитар фәндәргә барымы булған балаларға математика, физика, химия кәрәк һәм дәрестәрҙе ябайлаштырырға ярамай. Бөтә балалар ҙа 16 йәшкә тиклем иң кәмендә донъя классиктарының 300 китабын уҡып сығырға тейеш. Бынан тыш, тағы ла оҡшаған авторҙарҙың 5-10 әҫәр йыйынтығын уҡыһа - бик шәп. Классик әҙәбиәтте уҡыу мөһим. Унда кешеләрҙең үҙ-үҙен тотошон сағылдырған 31 төрө лә сағылыш таба, быларҙы белеү киләсәктә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итәсәк. Махсус китаптарҙы һуңыраҡ уҡый башлаһа ла ярай. Ә классик әҙәбиәт - ул мотлаҡ кәрәкле базис. Бәлки, ваҡыт үтеү менән был китаптарҙағы геройҙар исемен, хатта уның авторын да хәтеренә төшөрә алмаҫ, ләкин ниндәй хәлдә үҙеңде нисек тоторға кәрәк тигән күҙаллау аңында һаҡланасаҡ. Уның тәртибе һәм социаль танып белеүе китап уҡымаған кешегә ҡарағанда киңерәк буласаҡ.
Фән йылдан-йыл бер туҡтауһыҙ алға бара. Бер йыл элек алдынғы иҫәпләнгән белем бөгөн иҫкерә. Телефон кеүек, ул да бер нисә йыл элек кенә төймәле ине, хәҙер сенсорлы. Барыһы ла йәшен тиҙлегендәй үҙгәрә. Быларҙың барыһы хаҡында мәктәп һәм белем күҙлегенән сығып фекер йөрөтһәк, үҙенән-үҙе шундай һорау тыуа: "Нисек уҡытырға - белемгәме, әллә аңларғамы?"
Беҙҙә борондан "Күпте белгән һайын, аҙ аңлайым" тигән халыҡ аҡылы бар. Әгәр беҙ мәктәп уҡыусыһына, студентҡа белем бирһәк - был бер, ә уны предметтың төбөнә төшөнөргә, эш-хәрәкәт логикаһына өйрәтһәк - ул үҙаллы шәхес булып үҫешәсәк һәм барған хәл-ваҡиғаларҙы аңлауҙа, яңы мәғлүмәтте ҡабул итеү һәм төшөнөүҙә һығылмалыҡ күрһәтәсәк. Унда Айырыу барлыҡҡа киләсәк (Фуркан). Беҙгә, педагогтарға, йәш кешене аңлау алгоритмына, белем эстәргә өйрәтергә кәрәк. Шул осраҡта ул Аҡыллы кеше буласаҡ һәм үҫеп килгән быуын алдына кешелек үҫеше ҡуйған социаль мәсьәләләрҙе дөрөҫ хәл итә аласаҡ. Бөтә мәсьәләләрҙе лә хәл итеп була, ләкин яҡшы һөҙөмтә тик әҙерлектең ни тиклем сифатлы булыуынан ғибәрәт. Тормошта Берҙәм дәүләт имтиханындағы кеүек әҙер яуаптар юҡ. Улар бар мәсьәләләрҙе тик үҙҙәре генә хәл итергә тейеш була, һәм уларҙы ғаиләһе, йәмғиәт, Ватан өсөн яуаплылыҡ алырға өйрәтеү - беҙҙең бурыс. Бөгөн Гамлетса "Булырғамы, булмаҫҡамы?" тигән нөктәне үткән яуаплы ир-егеттәргә шул тиклем ҙур ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Был бик ҙур проблема.

Зәки ӘЛИБАЕВ,
М.Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты.

Шамил БАТЫРШИН,
БДУ-ның һәм М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның өлкән уҡытыусыһы.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.05.22 | Ҡаралған: 280

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru