«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИРЕНСӘСКӘ
+  - 

Иренсәскә йәки русса "чистец лесной" күп йыллыҡ үлән, уның бейеклеге бер метрға етергә мөмкин. Ул июнь-август айҙарында ҡыҙғылт сәскә ата. Был үҫемлекте йышыраҡ япраҡлы урманда һәм урман йырғанаҡтарында осратырға мөмкин. Ул Башҡортостандың күпселек райондарында үҫә. Дауалау өсөн үҫемлектең үләне (тупраҡ өҫтөндәге өлөшө) ҡулланыла. Үлән сәскә атҡан мәлендә йыйыла һәм күләгәле ҡоро урында киптерелә, ҡәҙимгесә һаҡлана.

Үләндең ҡурай еләге төҫөндәге сәскәләре йылан башын хәтерләтеп тора. Яҡыныраҡ килеп, бер аҙ һаҫығыраҡ, үҙенсәлекле еҫле йомшаҡ япраҡтарын тотоп ҡарағас ҡына уның иренсәскә булыуын айырырға мөмкин. Иренсәскә тураһында үлән йыйыусылар һирәк яҙа, уның химик составы аҙ өйрәнелгән. Борон иренсәскәне бала тапҡан ҡатындың хәлен еңелләштереү, йөгөнән тиҙерәк арынырға ярҙам итеү маҡсатында ҡулланғандар. Әгәр ҙә уның төнәтмәһен бәпесләү көнө еткән саҡта эсһәң, ул ауыртыныуһыҙ, тайпылышһыҙ үтә, ҡан аҡмай, бала табыу юлдары һуңғылыҡтан яҡшы таҙара. Әйткәндәй, иренсәскәнең бындай сифаттары булыуын табиптар ҙа раҫлай һәм уның бала тапҡандан һуң хәлде яҡшыртыу йәһәтенән дә файҙалы булыуын билдәләй. Шуға ла препараттарын акушер-гинекология өлкәһендә иренсәскәне бала тапҡандан һуң, мәҫәлән, аналыҡ атонияһы һәм аналыҡтан ҡан килеү ваҡытында ҡулланырға тәҡдим ителә. Иренсәскә препараттары аналыҡҡа ныҡ тәьҫир итә, уның тонусын яҡшырта һәм тартылыуын йышайта.
Бынан тыш, иренсәскә үләненең спирттағы һәм спирт-һыу төнәтмәһе үҙәк нервылар системаһына тынысландырғыс тәьҫир итә (седатив матдә), артериаль ҡан баҫымын түбәнәйтә.
Иренсәскә ағыулы үҫемлектәр рәтенә инә. Дауаларҙы әҙерләгәндә уның миҡдарын теп-теүәл бүлергә кәрәк, ул бөтә ауырыуҙарҙан да бер сама ҡулланыла.
Күрем даими килмәгәндә, ҡан әйләнеше насарайғанда, инсульт, истерия, һуштан яҙыу, быума (эпилепсия). 1 балғалаҡ үләнгә 2 стакан ҡайнар һыу ҡойорға, 1 сәғәт төнәтеп һөҙөргә. Көнөнә 3 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ эсергә.
Мастит, төрлө биҙҙәр шешкәндә, яралар, сей яралар булғанда бөтә төр яраларға ваҡланған үләнде ҡаплайҙар, ә биҙҙәр һәм маститты "йомшартыу" өсөн боҫлама рәүешендә ҡулланалар.
Имсәк биҙе шеше. Көн һайын төнгөлөккә ҡарай йылы төнәтмәнән компресс эшләп ятырға. Төнәтмә 1 ҡалаҡ үләнгә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп әҙерләнә. Был рәүешле шеш һурығып бөткәнсе дауаланырға. Йәйге осорҙа яңы үлән ҡулланыла. Бәйләместе көнөнә 1 тапҡыр алмаштырырға.
Бала табыу. Бала табырҙан бер нисә көн алдан иренсәскә төнәтмәһен эсә башларға. Уны былай әҙерләргә: 1 балғалаҡ үләнгә (өйөмһөҙ) 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға, 1 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөргә. Көнөнә 3-4 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ эсергә (бик һирәк осраҡтарҙа ғына бер эскәндә стакандың 1/5 өлөшөн эсергә). Бала тапҡандан һуң төнәтмәне эсеүҙе дауам итергә, шулай уҡ һәр кем үҙ хәленә ҡарап: барыһы ла яҡшы булған осраҡта 1 балғалаҡ тулыр-тулмаҫ үләнгә 1 стакан ҡайнар һыу ҡушып, көнөнә 3 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ эсергә, ә ауыр осраҡтарҙа, ҡан килеү туҡтамаһа йәки һуңғылыҡ менән ҡатмарлыҡтар булһа - дозаны көнөнә 2-4 тапҡыр 1/5 стаканға тиклем арттырырға.
Иҫкәрмә: иң мөһиме миҡдарҙы дөрөҫ самаларға. Артериаль ҡан баҫымын түбәнәйтеү буйынса иренсәскә арыҫлан ҡойроғонан да һөҙөмтәлерәк, шуға уның менән гипотония булғанда дауаланырға ярамай. Иренсәскә йөклө саҡта ҡырҡа тыйыла, уны тик һуңғы көндәрҙә генә ҡулланырға мөмкин. Бындай тыйыуҙар иренсәскәнең башҡа төрҙәренә лә (чистец болотный, чистец прямой) ҡағыла.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.05.22 | Ҡаралған: 188

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru