«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОН-БОРОН...
+  - 

Борон-борон заманда, кәзә командир, өйрәк үрәтник, күркә дисәтник, һайыҫҡан һалдат булғанда барлыҡҡа килгән халыҡ әкиәттәрен беҙҙең көндәрҙә баш ҡала балалары М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенән бәйән итте. Быйыл барыһына ла мөғжизәгә ышаныс, фәһем һәм күңел күтәренкелеге бүләк иткән был байрамда - "Һаумы, һаумы, әкиәт!" Донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең ҡала конкурсында меңгә яҡын бала ҡатнашты.

Конкурс Өфөлә ун өсөнсө тапҡыр үткәрелә һәм унда балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәптәрҙең башланғыс синыф уҡыусылары бик ихлас ҡатнаша. Быйыл 970 бала-саға, ҡаланың мәғариф учреждениеларынан 70 фольклор коллективы үҙ оҫталығын һынаны. Конкурста еңеүселәрҙе билдәләүе бик еңелдән булмағандыр баһалама ағзаларына, сөнки һәр кем бәйгегә етди әҙерләнеп килгән. Был театр сәхнәһендә сығыш яһаусыларҙан да күренде: әкиәтселәр кейемдәренән алып сәхнәләштереү өсөн кәрәк-яраҡтарға тиклем ентекле хәстәрләгән. Конкурстың "Йәнһүрәттәр һәм анимацион фильмдар" номинацияһына 30-ға яҡын йәнһүрәт килгән һәм улар араһынан беренсе урынға 111-се гимназия уҡыусылары лайыҡ булды. Ә бына йәш ҡәләм тирбәтеүселәр араһында иң-иңдәрен билдәләргә ярҙам иткән "Йәш әкиәтсе" номинацияһында 40-ҡа яҡын ижади эш ҡаралған һәм 166-сы Башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Динислам Нурмөхәмәтов беренсе урынға сыҡты. Һүрәт төшөрөргә әүәҫ кескәйҙәр "Әкиәттәр - халыҡ аҡылы хазинаһы" тигән номинацияла бил-дәләнде һәм Өфөнөң 103-сө мәктәбенән Диана Әминева 200-гә яҡын дәғүәсене артта ҡалдырып, төп еңеүсе тип танылды.
Конкурс баш ҡаланың әүҙем, татыу һәм әртислек һәләте менән алдырған күркәм башҡорт ғаиләләре менән дә танышыу йәһәтенән әһәмиәтле. Сөнки унда "Ғаилә менән сәхнәләштереү" номинацияһы булдырылған. Быйыл унда баш ҡаланың 18-се балалар баҡсаһынан Ишдәүләтовтар - өсөнсө, 92-се балалар баҡсаһынан Ҡыуандыҡовтар - икенсе, М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейынан Нәбиуллиндар беренсе урын яуланы. Ә гран-при 308-се Башҡорт балалар баҡсаһынан Сәғитовтар ғаиләһенә тапшырылды. Улар "Йомро икмәк" урыҫ халыҡ әкиәтен сәхнәләштергән. Сәғитовтарҙың сығышы баһалама ағзаларына ғына түгел, тамаша залына йыйылған һәр кемдең күңеленә хуш килде. Унда йомро икмәкте ашайым тип, әсәйҙәрен ҡосоп алған "хәйләкәр төлкө"нөң иркәлеге, был ғаиләлә үҫеп килгән береһенән-береһе һылыу дүрт ҡыҙҙың наҙлы, күңел йылыһы бөркөп торған мөхиттә тәрбиәләнеүе сағылды.
"Әкиәтте сәхнәләштереү" номинацияһында М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының фольклор коллективы абсолют еңеүсе тип танылды. Улар "Етем төлкө" башҡорт халыҡ әкиәтен бик оҫта уйнаны. "Әкиәтте яңғыҙ башҡарыусылар" номинацияһында 18-се Башҡорт балалар баҡсаһынан Алмас Вәлиев менән 42-се лицей уҡыусыһы Марат Яубаҫаровҡа оҫталыҡтары буйынса етеүсе булманы. Улар әкиәтте ысынлап та ойотоп һөйләй, телдәре-телгә йоҡмай, ихласлыҡтары менән дә арбай. "Бөгөн мин конкурста ҡатнашырға килдем, миңә 4 йәш. Башта "Һарыбай" әкиәтен һөйләнем, шунан "Ялҡау кәзә"не. Уны миңә тәрбиәсем Зөбәржәт Солтанова апай өйрәтте. Әкиәтте ятлауы ауыр булманы, оттом да алдым. Ә өйҙә йоҡлар алдынан әкиәтте миңә атайым һөйләй", - ти тел биҫтәһе Алмас Вәлиев. Уның кеүек башҡортса тәтелдәп торған, тыуған мөхитендә тәрбиә алып, әкиәттәр һәм йолалар аша халҡының рухи ҡиммәттәрен күңеленә һеңдергән бала-сағаны күҙәтеп, "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсының ойоштороусыларына мең рәхмәтле булып, һоҡланып ҡайтты һәр кем. Был ярышҡа нигеҙ һалыусыларҙың береһе, БР Мәғариф министарлығының Милли мәғариф бүлеге етәксеһе Розалия Сафиуллина, уны йыл да ойоштороусы баш ҡаланың Мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре үҙ тырышлығының емешен татып ҡыуанғандыр. Ә Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева балаларҙа башҡорт теленә, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына ҡыҙыҡһыныу уятҡан, һөйөү тәрбиәләгән атай-әсәйҙәргә, тәрбиәселәргә һәм уҡытыусыларға оло рәхмәттәрен еткерҙе.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Борон-борон заманда ойошторола башлаған" тип һөйләргә яҙһын был күркәм күңел байрамы, һәләтлеләр ярышы "Һаумы, һаумы, әкиәт!" тураһында киләсәк быуындарға. Оҙаҡ йылдар үткәрелһә лә, һис үҙенең һөйкөмлөгөн юғалтмаҫ һәм ихласлығын һаҡлап ҡалыр, олоһона ла, кесеһенә лә мөғжизә бүләк итер сара булыр ул.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.06.22 | Ҡаралған: 270

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru