«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠЫЛЛЫ ӘҢГӘМӘСЕ...
+  - 

Милли матбуғатты яратып уҡыйым. Үҙебеҙҙең телдә донъя күргән гәзит-журналдарҙың барыһын да алдырыр инем хәлемдән килһә, ләкин яртышар йылға ғына алмашлап яҙылырға тура килә. Шулай ҙа гәзиткә яҙылыу кампанияһы башланыу менән ике баҫмаға бер йылға уҡ яҙылып ҡуям. Ул да булһа - район гәзите һәм "Киске Өфө". Ошо ике гәзит өйөмә килеп тормаһа, нимәлер етмәй кеүек.

Әле бына "Киске Өфө"нөң меңдән ашыу һанын ҡулға алыуыбыҙҙы белгәс, иҫтәрем китте. Беҙ, гәзит уҡыусы, шундайын да мәғлүмәтле, йөкмәткеле һәм фәһемле баҫманың йортобоҙға килеүен көтөп алабыҙ, ә уның өсөн күпме көс һәм хеҙмәт һалынғанын баһалайбыҙмы икән? Был гәзиттең һәр бер бите мәғлүмәти хазинаға тиң - бер артыҡ, буш мәҡәлә юҡ, барыһы ла урынлы һәм ваҡытлы. Баҫманың хеҙмәткәрҙәре һәр бер мәғлүмәт, хәбәр, мәҡәлә менән дөрөҫ эшләй белә, ҡыҙыҡлы әңгәмәселәр йәлеп итә һәм барыһына ла файҙалы булырҙай рубрикалар алып бара.
Беләһегеҙме, баҫма гәзит һәм журналдар тағы ла нимәһе менән интернеттан өҫтөн тора? Уларҙа хаталар булмай, сөнки гәзиттең һәр бер бите әллә күпме кешенең күҙе аша үтеп, ентекле тикшерелеп кенә донъя күрә. Ә интернеттағы хәбәрҙәргә күҙ һалығыҙ әле - әллә күпме хата унда, мәғәнәүи йәһәттән дә, орфографик хаталар ҙа тулып ята, сөнки унда артыҡ яуаплылыҡ юҡ был йәһәттән. Уларға тиҙ генә, башҡаларҙан алда сығарып өлгөрөргә кәрәк, ә уның хаталы тексына йәки мәғәнәһенә иҫтәре китеп бармай. Гәзит сифаты менән алдыра. Ә "Киске Өфө" был сифатҡа өҫтәп, уҡыусыһына уйланырлыҡ фекер "төрөп" бирә.
"Киске Өфө" гәзите донъяға ҡарашты киңәйтә, сөнки төрлө өлкәне үҙ эсенә ала. Ул - кәңәш биреүсе лә, аҡыллы әңгәмәсе лә, төплө белем донъяһы ла. Ҡайһы саҡта гәзиттәге берәй мәҡәлә йәки әңгәмәне уҡыйым да, күңелемдә оҙаҡ йөрөтөп тә хәл итер юл тапмаған мәсьәләне сисер әмәл табам. Ҡайһы берҙә гәзиттәге нидәйҙер фекер йәки аҡыллы һүҙ тәүәккәл аҙымға этәреп ҡуя. Бына бит ул ҡайҙа һүҙ көсө, ҡағыҙға баҫылған фекер ҡеүәһе!
Гәзиттә донъяла барған хәлдәргә төплө анализ эшләп, артыҡ ҡатмарлы фразалар менән "биҙәмәй" генә халыҡҡа еткереүсе иҡтисадсылар, сәйәсмәндәр менән мәҡәләләр йышыраҡ баҫылһа ине, тип теләйем. Шулай уҡ банк өлкәһендә эшләүсе, юрист кәңәштәре лә артыҡ булмаҫ ине. Тағы ла психологтар, психотерапевтар менән мәҡәләләрҙе кеше көтөп алыр, тип уйлайым. Бына хәҙер IT-технологиялар өлкәһендә эшләүселәргә һорау күп, ләкин үҙебеҙҙең егет һәм ҡыҙҙар был өлкәнең барлыҡ нескәлеген аңлап етәме? Ошо өлкәлә эшләүсе белгес үҙенең эшмәкәрлеге тураһында һөйләһә, балалар ҙа бер үк төрлө һөнәрҙәр һайлап, уҡып бөтөп эшһеҙ йөрөмәҫ ине. Табиптар менән әңгәмәләр биреп барыуығыҙ бик хуп, артабан да ошондай мәҡәләләр туҡтамаҫ, тип ышанам. Бигерәк тә, махсус йүнәлеш буйынса эшләгән табиптар кәңәшен тыңлар инек. Мәҫәлән, ололар табибы - гериатрҙар - бар икән дә, мин генә түгел, барлыҡ оло быуын кешеләре уның кәңәштәрен йотлоғоп уҡыр ине.
Бына ошо булыр әйтер һүҙем шундай оло юбилей туйларға торған баҫма тураһында. Алдағы йылдарҙа ла арымай-талмай яҡты, хисле, матур йөкмәткеле гәзит сығарыуығыҙҙы дауам итегеҙ. Һеҙ яҙып, беҙ алдырып ҡыуанып торайыҡ.

Зөлфәр ӘХМӘҘУЛЛИН.
Өфө ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.06.22 | Ҡаралған: 194

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru