«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘЛДӘР ҺӘЙБӘТ БУЛҺЫН, ҮҘЕБЕҘСӘ БУЛҺЫН!
+  - 

Бөгөн сит ил тауарҙарын үҙебеҙҙеке менән алыштырыу бурысы санкцияларға яуап ҡына түгел, ә илдең иҡтисади үҙаллылығын үҫтереү менән дә бәйле. Был осорҙағы һәр бер башланғыс ҡиммәт һәм һәр яҡлап хуплауға, ярҙамға мохтаж. Тауар, аҙыҡ-түлек етештереү генә түгел, хеҙмәттәр күрһәтеү һәм йәмәғәт туҡланыуы рәүешен дә үҙгәртеп ҡороу талап ителә.

Дөрөҫ, Рәсәй ҡулланыусылары ғүмер буйы сит ил тауарҙарына өҫтөнлөк биреп, ватан продукцияһын хурлап, сит ил "өлгө"ләренә һуҡырҙарса эйәреп, табынып йәшәне. Айырыуса йәштәребеҙҙә джинсылар, фирма кроссовкаларымы, электроникамы йә машинамы, шулай уҡ башҡа төр сит-ят тауарҙарға бәйлелек барлыҡҡа килде. Үҙебеҙҙең илдә етештерелгәнде файҙаланыу хатта ки ниндәйҙер кәмселек, тормоштан артта ҡалғанлыҡ билдәһе итеп, кәмһетеп ҡаралды.
Патриотизм ҡайҙа булды, тип аптырарға кәрәкмәй, ул йәш быуын аңынан ана шул сит-ят тауар, бургер, кока-кола һәм сепрәк-сапраҡтар менән ҡыҫырыҡлап сығарылды. Был ғына етмәне, беҙҙең урамдарҙағы һәр төрлө кафе, магазин, бутик һәм киоскылар, хеҙмәттәр күрһәтеүсе салондар атамаларының алтаҡталары сит ил һүҙҙәре менән сыбарланды. Баштан аяҡ! Әйтерһең дә, беҙҙә тик американдар, инглиздәр йә француздар йәшәй; рус һәм башҡорт телдәре зым-зыя онотолдо. Бындай атамаларҙы теҙеп һанап сығыу ҙа кәрәкмәй - Өфө урамдарына бер сығып әйләнеүең дә етә.
Бындай хәлдәрҙең йыш ҡына көлкөлө хәлдәр тыуҙырыуына ла шаһитбыҙ. Мәҫәлән, сифатлы, тәмле милли ризығы һәм ҡиммәтле башланғысы менән илгә танылыу алған Aibat Hallyar кафеһының атамаһын ғына алайыҡ. Юҡ, кафе ризығы, ғөмүмән, эшҡыуар Марат Нәсхетдинов проектына ҡарата Рәсәй Президенты ла, Башҡортостан Башлығы ла маҡтау һуҙҙәре генә белдерҙе, хупланы һәм, ысынлап та, ул быға лайыҡ. Һүҙ сит ил хәрефтәре хаҡында. Әйткәндәй, Президент Владимир Владимировичтың урыны менән төртмә телле, юморға бай кеше икәнен беләбеҙ. Әлеге Aibat Hallyar атамаһына ҡарата ла уның "Айпад Халява" тип шаяртып алыуында кинәйә юҡ түгелдер. "Һәйбәт хәлдәр" тип тултырып башҡортса, үҙебеҙҙең туған, күңелебеҙгә яҡын хәрефтәр менән яҙып ҡуйғандан ғына кафе үҙенең бәйәһен, ҡиммәтен һис юғалтмаҫ ине...
Бөгөн, санкциялары менән Америка һәм Европа илдәре үҙҙәренең ысын йөҙөн күрһәтеү генә түгел, ә беҙгә ҡарап, "теш ыржайтҡан" мәлдә беҙ һаман да уларҙы ҡабатлап, уларҙыҡын өҫтөн күреп, уларса йәшәргә тейешме ни? Нимә генә тиһәң дә, илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары иң тәүҙә ана шундай ваҡ тойолған, әммә ҙур юғалтыуҙарға килтереүе ихтимал хәрефтәргә лә бәйле.
Әйткәндәй, күптән түгел РФ Дәүләт Думаһы депутаты Солтан Хәмзәев, Рәсәйҙәге коммерция ойошмаларына һәм офистарға сит телдә яҙылған алтакталар ҡуйыуҙы тыйырға кәрәк, тигән тәҡдим индерҙе. Депутат шулай уҡ закон нигеҙҙәренә һәм хоҡуҡ нормаларына тейешле үҙгәрештәр индереп, шул нигеҙҙә үҙебеҙҙең һәм Рәсәйҙә эшләүсе сит ил предприятиеларын алтаҡталарҙы рус телендә яҙыуҙы талап итеү мәсьәләһен ҡарауҙы ла һораны. Ысынлап та, быны һис кенә лә "принципҡа барыу" тип ҡарарға ярамай. Уйлап ҡараһаң, сит ил һүҙҙәре менән сыбарланған был атамаларҙы кешегә ҡапылда аңлауы ла ҡыйын булып китә. Этник һәм халыҡ-ара тикшеренеүҙәр үҙәгенең ғилми етәксеһе Антон Бредихин Дәүләт Думаһы депутатының тәҡдимен яҡлап, беҙгә, ысынлап та, рус телен популярлаштырыу кәрәклеге хаҡында әйтте: рус һүҙҙәрен сит телдекенә алыштырыу йәмғиәттең мәҙәни кодын юғалтыуға килтерә, тине ул. Был берҙәй үк кимәлдә беҙҙең туған телебеҙгә лә ҡағыла түгелме?

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.06.22 | Ҡаралған: 212

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru