«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДӨРӨҪ ЯҘАЙЫҠ…
+  - 

Мәләүез ҡалаһы буйлап маршрут автобусында ҡайтып киләм. Ҡаршы ултырғыстарҙа икенсе-өсөнсө кластарҙа уҡыған һап-һары сәсле ике уҡыусы бер-береһенә һорау бирешә. Тәҙрәгә яҡыны: "Дедушка башҡортса нисек була?"- ти. Икенсеһе ҡәнәғәт йөҙ менән: "Улатай",- тип яуаплай. Үҙе шунда уҡ ҡаршы һорау бирә: "Бабушка нисек атала?". "Улясай" булды яуап. Шунан башҡортса нисәгә тиклем һанай белеүҙәрен, тағы ниндәй һүҙ запастары барлығы менән уртаҡлаштылар. Уларҙың телебеҙҙе ҙур теләк менән өйрәнеүе йөҙҙәренән үк күренеп тора ине. Шул саҡ бынан бер егерме бишләп йыл элек булған ваҡиға иҫкә төштө.

Салауат ҡалаһында ағайым менән аҙыҡ-түлек магазинына индек. Дөрөҫөрәге, тәүҙә ул инеп китте, машинамдың ишектәрен бикләгәс, мин дә магазин ишеген астым. Сират ярайһы ғына ҙур. Ағайым янына килеп, бер-ике һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәнем, сиратта торғандар: "Беҙҙең артҡа баҫ, гел шулай үҙҙәренсә "калякать" итеп, сиратһыҙ алырға өйрәнделәр", - тип шаулашты. Шул саҡ һатыусы эшен туҡтатып, бөтәһенә лә боролоп, тауышын күтәрә биреберәк: "Минең ирем дә элек, ниңә башҡорт телен уҡытып, улыбыҙҙың башын ҡатыраһың, тип мыжыны. Күптән түгел икәүләп Мәскәүгә барҙылар. Купела ике көньяҡ кешеһе иремде вагон-ресторанға араҡы артынан ебәрә. Үҙ телдәрендә: "Әйҙә, был урыҫты иҫертеп, аҡсаһын алайыҡ", - тип һөйләшәләр. Улым быларҙы аңлап, коридорҙа атаһына әйтә. "Ә һин ҡайҙан беләһең?" - тигән һорауға: "Улар башҡортсаға оҡшаған телдә һөйләшә", - ти улым. Мәскәүҙән ҡайтыу менән ирем улыбыҙҙы башҡорт теле дәрестәрен күберәк уҡытҡан класҡа бирергә ҡушты. Һеҙ ҙә өйрәнегеҙ урындағы халыҡ телен, шул ваҡыт башҡа кеше һөйләшкән "калякать" булмаҫ", - тип һөйләп ташланы...
Хәҙер халыҡ грамоталы, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Шулай ҙа төптө ҡолаҡҡа ятмаған факттарҙы ла осратаһың. Мәҫәлән, игеҙәк малайҙарға Әмир һәм Эмир тигән исемдәр ҡуштыралар. Һуңғыһы шул уҡ Әмир була бит инде. Имам аҙан әйтеп, уң ҡолағына исемде әйтә, һуңынан ҡәмәт төшөрөп, һул ҡолағына өндәшә. Бына шулай итеп яңы тыуған баланы имам Аллаһу Тәғәлә менән бәйләй һәм ошо мәлдән алып бөтә мәғлүмәт яңы аталған исемгә килә башлай. Әгәр ике балаға бер исем (мосолманса) ҡушыла икән, береһенә йүнәлтелгән мәғлүмәт, сауап икенсеһенә эләкмәҫ тип кем гарантия бирә ала? Быны белеп тә үҙһүҙлегенә барып эшләгән атай-әсәйгә ни тип әйтәһең?
Элек тыуыу тураһында таныҡлыҡты ауыл советында биргәндәр, исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы тураһында китап-фәлән юҡ, хакимиәттәрҙә эшләгәндәрҙең дә белем кимәле бөгөнгөләр менән сағыштырырлыҡ түгел. Шулай бер хәл иҫкә төшә. Гәзиттә эшләгәндә район кимәлендәге бер ҙур булмаған ойошма етәксеһе тураһында юбилей мәҡәләһе баҫтыҡ. Икенсе көндө эш башланыр алдынан был кеше гәзит тотоп, редакцияға килеп инде. Тупһанан уҡ асыулы йөҙ менән: "Минең атайым Миңлеғужа түгел, ә Минғужа!" - тип дәғүә белдерҙе һәм паспортын күрһәтте. Бынан алтмыш йыл элек ауыл хакимиәте белгесе тел нормаларын һанға һуҡмай, атаһының исемен шулай яҙғанға гәзит яуаплы түгел бит инде, ләкин юбиляр быны ишетергә лә теләмәне. Таңһылыу апай Кусимова "Исемдәр донъяһы" китабында Миңлеғужа - башҡортса, фарсыса миңле+ғужа һүҙҙәренән тора, тип аңлата. Миңле күп халыҡтарҙа, шул иҫәптән башҡорттарҙа, бәхет символы, үҙенә генә хас яҙмыш билдәһе иҫәпләнә.
Әйткәндәй, Башҡортостанда донъя күргән һәр башҡорт гәзите үҙ төбәгендә туған тел нормаларын һаҡларға тейеш. Ә бына республика баҫмалары дәүләт телдәре ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә бурыслы. Бына ошоларҙан сығып, хөрмәтле уҡыусыларҙың, башҡорт филологтарының, журналистарының иғтибарын бер исемгә йүнәлтмәксе буламын.
Беҙҙең оҙаҡ йылдар көрәшеп, йөҙәрләгән мең ҡултамға йыйып, тарихи дөрөҫлөктө ҡайтарған геройыбыҙ бар. Эйе, ул - Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов. Һәр баҫма ҡаһарманыбыҙ исемен үҙенсә яҙа: Миңлеғәле тип тә, Миңлеғәли тип тә. Башҡортостан телевидениеһы дикторҙары Миңлеғәли ти, ә аҫта йүгергән юлда Миңлеғәле тип яҙыла. Кемдер бер хәрефтә айырма юҡ кеүек күрер, ә бына башҡалабыҙҙың Совет майҙанында 11 октябрҙә асыласаҡ һәйкәлдәге яҙыуҙа исем тел нормаһына тура килергә тейеш һәм һәр республика баҫмаһы уны үтәргә бурыслы.
Шуны аңлау мөһим: телебеҙҙе башҡа милләттәр ҙә өйрәнә башланы, ә беҙ, башҡорттар, милли батырыбыҙҙың исемен дә дөрөҫ яҙа белмәйбеҙ. Теге автобустағы һары сәсле, зәңгәр күҙле ике малай берәй башҡорттан: "Генерал Шайморатовтың исемен ниңә төрлөсә яҙаһығыҙ?" - тип һораһа, уныһы нисек яуап бирер, сөнки бер баҫма бер төрлө, икенсеһендә икенсе төрлө яҙыла. Оятҡа ҡалмаҫ элек был мәсьәләне хәл итергә кәрәк түгелме икән?

Сәйфулла ӘМИРОВ.
Мәләүез ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.06.22 | Ҡаралған: 534

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru