«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘШӘҠӘТТӘРҘЕҢ ОСО-ҠЫРЫЙЫ ЮҠ
+  - 

Йәш килендең йортта оҙаҡҡа ҡалыу ниәте менән төшөүен борон уның туйҙан һуң үҙе артынан килтергән әйберҙәрен элеп, урынлаштырып сығыуына ҡарап белгәндәр. Әгәр ул һандығындағы ҡаралтыны бушатып, ҡорғандарҙы алмаштырып, һәр ергә үҙенең мал-мөлкәтен урынлаштыра икән - тимәк, ул ысынлап донъя көтөргә, төшкән ергә таш булып батырға уйлай. Әгәр киреһенсә икән, тимәк, ул ҡәйнә-ҡайны йортонда йәшәргә бик илтифат итмәй.

Яңы ҡала хакимиәте башлығының ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә хакимиәттә кадрҙар мәсьәләһен үҙенсә хәл итеп, үҙ командаһын туплауы ла ошо хәҡиҡәтте раҫлағандай: әгәр тағы ла юғарыраҡҡа үрләтмәһәләр, оҙаҡҡа килгән был кеше, сөнки сираттағы оператив кәңәшмәлә тағы ла кадрҙар алмашыныуы белдерелде, тағы бер урынбаҫар итеп Дамир Ғәлиуллин тәғәйенләнде. Ул иҡтисад өлкәһен контролдә тотасаҡ.
Шулай уҡ Ратмир Мәүлиев Өфө делегацияһының Ижау ҡалаһында Волга буйы ҡалалары ассоциацияһы ағзалары йыйылышында ҡатнашыуы йомғаҡтары менән дә таныштырҙы. Унда төбәк-ара һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек, тәжрибә, иң яҡшы практикалар менән уртаҡлашыу мөмкин була, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың, иҡтисадтың көнүҙәк мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшеү ойошторола, муниципаль идаралыҡты камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әйтелә. "Беҙ мәнфәғәттәр низағын булдырмау буйынса коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлекте цифрлы трансформациялауға бәйле проект тәҡдим иттек. Кадрҙар хеҙмәтенең ҡалала иң цифрлашҡан бүлексәһе булыуы ҡыуандыра", - ти Ратмир Рәфил улы.
Йәй - каникулдар һәм ялдар мәле. Ике йыл үҙҡурсаланыуҙа ултырып ялҡҡан халыҡ тәбиғәткә, дүрт стена араһын ҡалдырып, ҡайҙалыр йөрөп, ер-һыу гиҙеп килергә ашҡына. Ер-һыу тигәндән, шәмбе ойошторолған "Ағиҙел - 2022" йөҙөү саралары фестивале йәйге туристик миҙгелде асыуға старт бирҙе тиергә лә мөмкин. Унда ҡатнашыусылар Дуҫлыҡ монументынан алып Затондағы "Аҡ яр" пляжына тиклем ете саҡрымлыҡ маршрутты үтте. Шулай уҡ йылға училищеһы курсанттары, 15 судно парады күрһәтелде, Башҡортостандағы беренсе туристик-мәғлүмәт үҙәге асылды.
Оператив кәңәшмәнең көн тәртибендә быйыл тормошҡа ашырыласаҡ "Башҡортостан ихаталары" республика программаһы буйынса ла сығыш булды. Уға ярашлы, баш ҡалала 54 күп фатирлы йортто берләштергән 15 ихата төҙөкләндереләсәк. Был маҡсатта 300 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Уның 283 миллион һумы республика бюджетынан бүленһә, 16 миллиондан ашыуы ҡала бюджетынан, 3 миллион самаһы торлаҡ биналары милекселәре өлөшө.
Кәңәшмәлә шулай уҡ баш ҡала парктарын реконструкциялау мәсьәләләре, сүп-сар йыйыу өсөн урынлаштырылған тимер контейнерҙарҙы пластик евроконтейнерҙар менән алмаштырыу мәсьәләләре ҡаралды, 1000 ведосипедсы көнөнә йомғаҡ яһалды.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.06.22 | Ҡаралған: 191

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru