«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАНҒА ЯРАШЛЫМЫ?
+  - 

ҺОРАУ: "Мәктәпте тамамлаусылар киләсәк һөнәрен һайлау алдында тора. Уларҙың ошо юҫыҡтағы ниәтен, маҡсатын, хыялын тормошҡа ашырыр өсөн һеҙҙең уҡыу йортоноң заманға ярашлы ниндәй тәҡдиме бар?"

Сәйфетдин ҠУНЫСБАЕВ, Өфө сервис һәм иҫәпләү технологиялары колледжы директоры:
Беҙ, ниндәй генә заман булыуға ҡарамаҫтан тотороҡлоҡто һаҡлап киләбеҙ һәм республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә үҙ урыныбыҙ бар, танылыу яулағанбыҙ. Рекламаға мохтаж түгелбеҙ, сөнки 2021-2022 уҡыу йылында 310 бюджет урынына 7,5 мең кеше дәғүә итте. Әлеге ваҡытта 10 һөнәр буйынса белем бирәбеҙ, үткән уҡыу йылында ике яңы: финанстар һәм логистика специальностары буйынса уҡыта башланыҡ. Өс уҡыу-лаборатория корпусыбыҙ бар.
Ситтән килеп уҡыусылар өсөн ике ятағыбыҙ бар, уларҙа ял, уҡыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Студенттар бушлай вай-фай менән ҡуллана. Былтыр оҫтаханалар астыҡ, был йүнәлештә эшмәкәрлекте дауам итәбеҙ. Төрлө конкурс-ярыштарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ һәм призлы урындар яулайбыҙ. Бының менән нимә әйтергә теләйем: студенттарыбыҙ бик шәптәр һәм уңышлылар.
Юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Тәүгеләрҙән булып Башҡорт дәүләт университеты менән университет комплексы асҡайныҡ, хәҙер иһә ӨДАТУ, ӨДНТУ, БДАУ, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ менән бәйләнештәбеҙ, башҡа уҡыу йорттарының Өфөләге филиалдары ла беҙҙең студенттарҙы үҙҙәренә ҙур теләк менән ылыҡтыра. Әммә үҙебеҙҙе юғары уҡыу йортона студенттар әҙерләү курсы тип баһаламайбыҙ. Беҙ бары тик яҡшы һәм сифатлы эшләйбеҙ, сифатлы белем бирәбеҙ һәм сифатлы студенттар сығарабыҙ, һәр студентҡа эшсе профессияларының кәрәкле һәм әһәмиәтле икәнлеген еткерәбеҙ. Был, минеңсә - иң мөһиме. Шуға ла уларҙың һәр ҡайһыһы, 100 процент менән тиерлек, эш таба. Йәғни беҙ иҡтисад өсөн эшләйбеҙ, хеҙмәткә әҙер белгестәр әҙерләйбеҙ. Студенттар өсөнсө курстан производствола практика үтә башлай һәм шунда уҡ эш урындарында белгес булараҡ нығына. 4-се курста ҡайһы берҙәре дәрестәргә ирекле йөрөүгә рөхсәт ала йәки ситтән тороп уҡыуға күсә. Көндөҙгө бүлектә уҡыусылар ҙа күп, әммә беҙ производствоға, студенттарыбыҙҙың үҙ урынын табыуына һәм уҡыуын тамамлау менән үк аҡса эшләй башлауына йүнәлеш тотабыҙ.

Светлана ШАҺАПОВА, Башҡортостан копператив техникумы директоры: Сығарылыш синыфы уҡыусыларын алда сағыу һәм бай осор - студент тормошо көтә. Был йәһәттән, Башҡортостан кооператив техникумы һеҙгә үҙенең ишектәрен генә түгел, һәр яҡлап үҫешеү, нимәлер уйлап табыу, ҡыҙыҡлы асыштар яһау һәм алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн яңы киң мөмкинлектәр ҙә аса. Былар ябай ялтырауыҡлы һүҙҙәр генә түгел, сөнки үҙенең эшмәкәрлеге осоронда уҡыу йорто һәр һүҙен эше менән раҫлай. Беҙ студенттарға заман талаптарына яуап биргән һөнәрҙәр тәҡдим итәбеҙ. Эшҡыуарлыҡ һәм башҡа компетенцияларға "Коммерция", "Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе", "Банк эше", "Хоҡуҡ һәм социаль тәьминәтте ойоштороу", "Мәғлүмәт системалары һәм программалау", "Ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре" специальностары аша эйә булырға мөмкин.
Һайлаған һөнәр төрө буйынса студенттар практиканы һәм стажировканы "Росбанк" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, мировой судтар, район судтары, Дәүләт пенсия фонды, дәүләттеке булмаған пенсия фонды, "Минең документтарым" күп функциялы үҙәктә үтә. Шулай уҡ "Социум" халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма һ.б. беҙҙең кадрҙар партнеры булып тора. Кадрҙар партнерлығы сиктәрендә коммерция банктарында, юридик ойошмаларҙа, дәүләт һәм дәүләттеке булмаған предприятиеларҙа күсмә дәрестәр ойошторола. Башҡа техникум-колледждар кеүек үк, юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, йылдар буйына һыналған хеҙмәттәшлек булдырылған. Һөҙөмтәлә Башҡортостан кооператив техникумын тамамлаусылар белем алыуҙы юғары уҡыу йорттарында ҡыҫҡартылған программа буйынса дауам итә.

Земфира ХӘБИРОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.06.22 | Ҡаралған: 342

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 995 һум 76 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru