«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЙЫРЫЛЫШЫУ ХАҠЫ
+  - 

Бер саҡ Мөхәббәт ашыға-ашыға китеп барыусы Айырылышыуҙы осратҡан һәм уның бер ғаиләнең яҙмышын хәл итергә юлланыуын белгәс:
- Ашыҡмай тор, әйҙә, мин бер тапҡыр ғына ул ир менән ҡатындың йөрәктәренә юл ярып ҡарайым, ә һуңынан һин улар янына күпме теләһәң, шунса барырһың. Күрәйек - айыра алырһыңмы икән уларҙы? - тип тәҡдим иткән.
Айырылышыу ризалашҡан. Мөхәббәт йәш пар янына килеп, уларға һаҡ ҡына ҡағылған да, күҙҙәренә баҡҡас, уларҙа осҡон барлыҡҡа килеүен күргән. Шунан инде Айырылышыуға:
- Йә, хәҙер инде һинең сират! - тигән.
Тегеһе иһә:
- Юҡ, әле уларҙың йөрәге һөйөү менән тулған. Шуға ла бер нәмә лә эшләй алмаясаҡмын. Мин һуңғараҡ килермен, - тигән.
Ваҡыт үткән. Айырылышыу был парҙы тағы иҫенә төшөргән. Йәш әсәнең сабыйын ҡыҫып һөйөүенә шаһит булған ул. Ире лә улар янында өйөрөлә икән. Айырылышыу, мөхәббәттәре үткәндер, моғайын, тигән өмөт менән өй түренә уҙған. Әммә ир менән ҡатындың күҙҙәренә баҡҡас, рәхмәтле булыу тойғоһон күргән һәм кире боролорға мәжбүр булған:
- Мин бында һуңғараҡ килермен, - тигән.
Ваҡыт үткән. Айырылышыу йәнә яҡынлаған быларға. Хәҙер инде өйҙә балалар сыр-сыу килгән. Йорт хужаһы эштән арып ҡайтҡан, хужабикә балаларын тынысландырған. Айырылышыу хәҙер ысынлап та уларҙы айыра алырына ышанған, мөхәббәт һәм рәхмәтле булыу тойғолары үткәндер, тип уйлаған. Әммә уларҙың күҙҙәренә бағып, ихтирам һәм бер-береңде аңлау тойғоһон күргән.
- Мин һуңғараҡ килермен инде, - тигән Айырылышу.
Ваҡыт үткән. Йортҡа йәнә Айырылышыу килгән. Инде ғаиләләге балалар үҫкән. Айырылышыу йәнә уларҙың күҙҙәренә баҡҡан һәм өмөтһөҙлөккә бирелеп, ауыр тын алып ҡуйған. Ир менән ҡатындың ҡараштарында ышаныу тойғоһон күргән ул.
- Мин һуңғараҡ килермен, - тигән Айырылышыу һәм йорттан сығып киткән.
Күпмелер ваҡыт үткәс, ул йәнә ишек шаҡыған. Хәҙер инде уларҙың ейәндәре йүгереп йөрөүен күргән. Ҡатын кеше олоғайып киткән. Мейес ҡаршыһында уйланып ултырған сағы булған. Ниһайәт, минең сәғәтем һуҡты, тип ҡыуанған Айырылышыу. Ул ҡатындың күҙҙәренә бағырға теләгән, әммә шул мәлдә ҡатын кеше торған да өйҙән сыҡҡан. Айырылышыу уның артынан киткән. Тиҙҙән ҡарсыҡ зыяратҡа барып еткән һәм иренең ҡәбере янына яҡынлаған.
- Һуңлағанмын, ахыры, - тип уйлаған Айырылышыу. - Ваҡыт минең өсөн үҙ эшен башҡарып та ҡуйған.
Һәм Айырылышыу ҡарсыҡтың йәшле күҙҙәренә төбәлгән. Унда ул мөхәббәт, рәхмәтле булыу, ихтирам, бер-береңде аңлау, ышаныс хаҡындағы хәтерҙе күргән. Эйе, ғаиләнең нигеҙе ошо тойғоларҙан һәм төшөнсәләрҙән ҡорола икән, миңә унда урын юҡ, тип һығымта яһаған Айырылышыу.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.06.22 | Ҡаралған: 773

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru