«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПРОКУРОР ТӘРБИӘҺЕ
+  - 

Благовещен район-ара прокуратураһында эшләп йөрөгәнемдә булған бер ғибрәтле хәл иҫкә төшә.

Элегерәк прокуратура, милиция хеҙмәткәрҙәренә балиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусыларҙы тәрбиәгә беркетә торғайнылар. Беркетеп кенә ҡалмай, квартал һайын улар хаҡында отчет талап итәләр ине. Миңә лә бер малайҙы беркеттеләр. Уның ата-әсәһе ярайһы уҡ ҙур урында эшләп, белемдәре, вазифалары юғары булыуға ҡарамаҫтан, малайҙы, ғәйепле булһа ла, гел генә яҡлап тороп, боҙоп, аҙҙырып бөткәйнеләр. Шуға ла малайҙың ата-әсәһе менән һөйләшеү, уларҙы өгөтләү файҙаһыҙ ине. Бер ваҡыт әлеге малай район үҙәгендә урынлашҡан бер ойошмаға ҙур ғына зыян килтерҙе. Милиция хеҙмәткәрҙәре уның ғәйебен тулыһынса иҫбат итте. Малайҙың ата-әсәһе был юлы ла, ғәҙәт буйынса, балиғ булмағандар комиссияһына саҡыртып һөйләшерҙәр ҙә, шуның менән ҡотолорбоҙ, тип уйлағайны, күрәһең. Килеп сыҡманы. Ул замандағы закон буйынса, балиғ булмағандарҙың ҡылған ҡылыҡтарынан күрелгән зыянды ата-әсә ҡапларға тейеш ине. Мин прокурор исеменән дәүләт ойошмаһы күргән матди зыянды ҡаплатыр өсөн судҡа мөрәжәғәт иттем. Бындай аҙымды берәү ҙә көтмәгәйне. Судҡа малайҙың әсәһе килде. Тәүҙә ул бик дорфа ғына һөйләшеп маташты, әммә прокурор дәғүәһенең шаярыу түгеллеген һәм ҙур ғына сумманан ҡолаҡ ҡағасағын аңлағандан һуң, ҡатын бөтә асыуын улына төшөрҙө. Быға тиклем гел генә һыуҙан ҡоро килеш ҡотолоп өйрәнгән малайға судта әсәһе алдында яуап бирергә тура килде.
Ҡатындың штраф суммаһын кәметеүҙе үтенеүен суд кире ҡаҡты һәм ғаиләгә балиғ булмаған тәрбиәһеҙ улдары арҡаһында дәүләт күргән зыянды тулыһынса ҡапларға тура килде. Ғаилә бюджетына килгән зыяндан ярһыған әсәһе малайҙы суд залында уҡ типкеләй башланы - түҙеп кенә тор. Милиция саҡыртып, көс-хәл менән тынысландырҙылар теге ҡатынды. Малайҙы тәрбиәләү эше, "өшкөрөү" өйҙә лә дауам иткәндер, тип уйлайым. Сөнки ошонан һуң малайыбыҙҙың өнө лә, тыны ла ишетелмәне. Унда ла, бында ла эш боҙоп, милиция хеҙмәткәрҙәренең күрһәткестәрен, отчетын боҙған малайҙан шулай ҡотолдоҡ. Бының өсөн милиция егеттәре миңә рәхмәт уҡыны.
Минең уйлауымса, малайҙың ҡылыҡтары улай тиҙ генә үҙгәрмәгәндер. Йәмғиәттәге дөйөм талаптарҙы, дәүләт закондарын һанға һуҡмай, уларҙы нисек теләй, шулай боҙоп өйрәнгәйне бит инде ул. Әммә тәртип боҙһа, язаның уны ҡыуып етәсәген аңлау һәм шул күрәсәк язанан ҡурҡыу тойғоһо уны тәртип боҙоуҙарҙан тыйып килде. Ошо факт ҡына ла ғәйеплеләрҙән штраф кеүек мәжбүри аҡса түләтеүҙең бик һөҙөмтәле алым икәнен күрһәтә. Закондарҙың төп функцияларының береһе - ғәйепле кешенең мотлаҡ аласаҡ язанан ҡурҡыу тойғоһо бит.

Зәкирйән ӘМИНЕВ,
пенсиялағы прокурор.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.06.22 | Ҡаралған: 604

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru