«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АРАЛБАЕВТАР УЛАР!
+  - 


Беҙҙең халыҡта борон-борондан "ир тәрбиәһе биреү" тигән төшөнсә йәшәп килә. Ир баланы ғаилә, ырыу, милләт өсөн яуаплы булырға өйрәтеү ҙур маҡсаттарҙың береһе ул. Был осраҡта атай һәм әсәйҙең, ҡартатай, өләсәй, ҡартәсәйҙең роле ниндәй? Тыуған ер ҡәҙерен белеү ҡайҙан килә? Ошо һорауҙар бөгөн дә көнүҙәк булып ҡала һәм беҙ уларҙы Баймаҡ районының Буранбай ауылынан Аралбаевтар ғаиләһе ағзаларына төбәнек. Әйткәндәй, Таңһылыу һәм Фәррәх Аралбаевтарҙың ғаиләһендә тыуып үҫкән биш улдың һәр береһе тормошта күптән үҙ урынын тапҡан һәм ижтимағи тормошта ла ҡайнап йәшәйҙәр. Иң мөһиме, улар бәхет, йәки оҙон аҡса эҙләп, ситкә сығып китмәгән, ә тыуған ергә тоғролоҡ һаҡлап, уның бәрәкәтен арттырып йәшәгән ир-уҙамандар. Беҙҙең алда ҡуйылған һорауҙарыбыҙға уларҙың фекерҙәрен белергә теләп, Фәррәх ағайҙың биш улын да бер ҡорға йыйҙыҡ. Исемләп таныштырабыҙ: Фәтих - мәғариф ветераны, хаҡлы ялда, Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Фәрит - урман хужалығы мастеры, Буранбай ауылында йәшәй. Фәттәх - мәғариф ветераны, хаҡлы ялда, Буранбай ауылында йәшәй. Фәйез - тәбиғәтте һәм хайуандарҙы һаҡлау буйынса Баймаҡ һәм Йылайыр райондарында әйҙәүсе белгес, Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Фәннүр - физкультура уҡытыусыһы, Буранбай ауылында йәшәй. Был ғаиләләге иң өлкән бала- Айһылыу апайҙары шулай уҡ уҡытыусы булған. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, был ғаиләлә күптәр уҡытыусылыҡ һөнәрен һайлаған. Быға ғәжәп итергә түгел, беҙҙә борон-борондан мөғәллимлек иң ҙур дәрәжә һаналған бит.

Һеҙ, Аралбаевтар, үҙегеҙҙең зат-ырыуығыҙҙы белеп үҫтегеҙме? Буранбай ауылы менән һеҙҙе ниндәй хәтер ептәре бәйләй? Иң башта шуны асыҡлап китәйек әле.

Фәрит (ғаиләлә 2-се ул):
Атайыбыҙ Фәррәхтең төп сығышы Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан. Уның атаһы - Насип ҡартатай заманында коллективлаштырыуға риза булмайынса, Баймаҡҡа күсеп китә. Унда шахтала эшләй һәм үпкә ауырыуы менән ауырып киткәс, ҡайтып үләм, тип, кире Таулыҡайға ҡайта. Беҙҙең атайға өс йәш булғанда атаһы мәрхүм булып ҡала. Күп тә үтмәй, әсәһе лә вафат була. Мостафа тигән ағаһы ла бик иртә үлеп ҡала. Нәжип ағаһы Юлыҡҡа китеп, артелдә урман ҡырҡып йөрөй, һуғышҡа китеп хәбәрһеҙ ғәйеп була. Атайымды әле бер туғаны, әле икенсе туғаны ҡарай. Шунан балалар йортона ебәрәләр. Унда буласаҡ йырсы Рамаҙан Йәнбәков менән бергә тәрбиәләнәләр. "Һуғышып-көрмәкләшеп, уйнап үҫтек", тип һөйләй ине атайым. Мәктәпкә уҡырға барғас, ҡартатайҙың бер туған ҡарындашы, беҙҙең Мәрхәп ҡәртәсәй, йәйгелектә беҙҙә йөрөһөн, тип, атайымды үҙҙәренә Буранбайға алып ҡайта. Ибраһим ҡартатай бик сос була: "Фәррәх минеке",- тип, опекунлыҡҡа документ эшләй һәм уны балалар йортона ебәрмәй, алып ҡала. "Аралбаев Фәррәх Насип улы Фәхретдинов Ибраһимға опекунлыҡҡа бирелә," тигән бер һары ғына ҡағыҙ миндә һаҡлана. Шулай итеп, атайым Буранбайҙа ҡала ла ҡуя. Әсәйебеҙ Таңһылыу Таулыҡай ауылыныҡы. Оморҙаҡов Әбделхәбир ҡартатайҙың ун балаһы булған. Дүрт улдан һуң әсәйем өлкән ҡыҙ булып донъяға килә. Өләсәйем иһә Буранбайҙыҡы, ул Буранбай сәсәндең ейәне Әйүптең ҡыҙы була.

Атайығыҙҙы Ибраһим олатай Буранбайҙа алып ҡала, ә уның артабанғы яҙмышы нисек булған?

Фәрит:
Атайыбыҙ Ибрай ҡартатайҙа йәшәп, балиғ булғас, колхозда эшләй башлаған. "Армияға китһәм, ҡайтмайым, генерал булам", тип хыяллана торғайным, Ибраһим ҡартатай менән Мәрхәп ҡәртәсәйҙе көтөргә кәрәк, тип, мине хәрби хеҙмәткә алманы ла ҡуйҙылар", тип һөйләне. Атайым ғүмере буйы дөйөм хужалыҡта эшләне, башта балта оҫтаһы, төҙөүсе булһа, олоғайғас, һыйыр һауыу машинаһы операторы булып китте.

Ир балаларҙы тәрбиәләүе еңел түгел. Был осраҡта атай роле алға сыға, тип уйлайым. Уландар тәрбиәләү ысулдары ғаиләлә ниндәйерәк булды? Һәр хәлдә, төп иғтибар (ауырлығы ла, еңеллеге лә) өлкән улға төшкәндер бит инде?

Фәтих (ғаиләлә 1-се ул):
Атайыбыҙ беҙҙе, улдарын, дәртләндереү сараһын оҫта ҡуллана торғайны: "Һарайҙы көрәйһегеҙ, йәйгелеккә мин һеҙгә велосипед алып бирәм". Әлбиттә, ҡыуанаһың, өмөт итәһең һәм ҡуйылған бурысты яуаплы итеп башҡараһың. Бына шулай, атай малайҙарына маҡсатлы йәшәргә өйрәтте. Тәүҙә бер велосипед алып бирҙе, беҙ ул саҡта биш малай инек, алмашлап йөрөнөк. Шунан тағы берҙе һатып алды. Берҙәмлек, татыулыҡ хөкөм һөргәс, барыһы ла етеш булды. Атайыбыҙҙың һигеҙ класс ҡына белеме булһа ла, математиканан шәп ине. Дәрес әҙерләшер ине.
Фәттәх (ғаиләлә 3-сө ул): Эйе, атай ҡыҙыҡһындырыу сараһын, нимә менән булһа ла иғтибарҙы йәлеп итеү, күңелдә дәрт осҡоно тоҡандырыу юлын таба белде. Мәҫәлән, экскурсияларға алып йөрөтөүен һис оноторлоҡ түгел. Шунда алып бара, бында алып бара. Поезд йөрөй башлағас, "Һеҙгә ҡаланы, поезды күрһәтәм", тип, Сибайға алып барҙы. Поезд ошолай була икән тип, ғәжәп итеп ҡарап торғайныҡ.
Фәйез (ғаиләлә 4-се ул): 5-се, 6-сы класты дүртле, бишлегә генә бөттө ниһәгеҙ, Өфөгә алып барам, тине. Беҙ ҡустым менән тырышып уҡып бөттөк, һәм атайым баш ҡалаға алып килде, йөрөттө. Беҙ унда "Ағиҙел" ҡунаҡханаһында ҡундыҡ, ә сәфәрҙән самолет менән осоп ҡайттыҡ.
Фәннүр (ғаиләлә 5-се ул): Хәҙер бына уҡытыусы булып йөрөйөм, ә атай һымаҡ, балаларҙы самолет менән йөрөтөп, ҡунаҡханаларҙа йоҡлатыу мөмкинлеге юҡ. Ябай колхозсы булһа ла, ул шуны эшләне. Ҙур маҡсаттар ҡуя ине ул, минең йырсы булыуымды теләй ине. Шуға ла миңә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрын күрһәтеп: "Уҡырға килерһең, артабан бына ошонда йырларһың",- тине.
Фәйез: Эйе, был сәфәрҙә атай беҙгә барлыҡ юғары уҡыу йорттарын күрһәтте һәм сәнғәт училищеһына ла алып барҙы. Мәктәпте һәйбәт тамамлаһағыҙ, ошонда уҡырһағыҙ, тине.

Тимәк, һеҙ атайығыҙҙың өмөтөн аҡланығыҙ? Ул теләгәнсә һәйбәт уҡынығыҙ?

Фәтих:
Уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштыҡ. Тәрбиә сараһына килгәндә, әсәй ҙә беҙҙе бер ваҡытта ла күҙ уңынан ысҡындырманы, ул үҙе лә ата-әсәләр комитеты ағзаһы булды, гел алда йөрөнө, йыйылыштарҙы ҡалдырманы. Беҙгә әйтмәй генә дәрескә инеп ултыра торғайны.
Фәннүр: Уҡырға сығып китәһең, әсәй бер нәмә лә өндәшмәй өйҙә тороп ҡала. Бер заман класс ишеге асылып китә лә, унан әсәй килеп инә. Бит яна башлай торғайны, сөнки уҡытыусы дәресте мотлаҡ һинән һораясаҡ бит. Әсәйҙең тәрбиәһе лә көслө булды.
Фәттәх: Эйе, күмәк балалы ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкәс, әсәй ҙә беҙҙе үҙе белгәнсә тәрбиәләргә тырышты. "Ярай-ярамай"ҙы бәләкәй саҡтан белеп үҫтек. Талаптар шулай ине: алдашмаҫҡа, урлашмаҫҡа, татыу булырға. Бала-саға үпкәләшеп, сыйышып китәһең, ул һәр саҡ ярҙамға килде. "Һеҙ бер туғандар", тип аңлатып, ҡулды бирҙереп, килештереп ҡуя торғайны. Ғәйебең бар икән, "Ҡабат улай итмәйем", тип һүҙ бирергә ҡуша. Ә атайҙың сәнғәткә булған һөйөүе бирелде беҙгә. Ул ҡурай ансамблендә йөрөнө, һәм ҡурайсылар менән илебеҙҙең төрлө ҡалаларында сығыштар яһанылар.
Атай шәп ҡурайсы булды. Беҙ үҙебеҙ ҙә Буранбай сәсәндең нигеҙендә йәшәнек. Хәҙер унда Фәрит ағайымдар тора. Атайыбыҙ ҡурайҙа уйнарға Буранбаев Әптрәхмәндән өйрәнгән. Башҡортостан көндәре үткән саҡта Ленинградта, Мәскәүҙә Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дилмөхәмәтовтар менән бергә сығыш яһаған. Раев Зәйнулла ағай ҡурайҙа уйнарға атайымдан өйрәнде һәм беҙҙең районға беренсе профессиональ ҡурайсы булып ҡайтты. Мине лә атайым өйрәтте.
Фәрит: Башҡортостандан 100 ҡурайсы ҡатнашҡан ул сараға беҙҙең ауылдан Азамат олатай Хәмитов һәм беҙҙең атай барған. Улар ауылда өс ҡурайсы булдылар, тағы ла береһе - Әхмәр Үтәбайҙың атаһы Ғүмәр олатай ине, тик ул Башҡортостан көндәренә бара алмаған. Былай һәр саҡ бергә булдылар.
Фәттәх: Әсәйем ейән-ейәнсәрҙәрен, беҙҙең балаларҙы эйәртеп, ҡырға алып сыға торғайны. "Беҙ уйнаған таш өй", тип, Тыпырлай тауына алып бара, таҡмаҡ әйтеп, бейетеп, уларҙа сәнғәткә һөйөү уятты. Фәрит ағайҙың улы Иҙел Аралбаев - хәҙер опера һәм балет театры солисы. Мәктәптә беҙ ҙә уға музыкаль белем бирҙек. Мин уға ҡурай өйрәтһәм, ҡатыным бейергә өйрәтте. Фәннүрҙең ҡыҙы Нәргизә юғары музыка белеме алды. Фәрит ағайымдың ҡыҙы Нәркәс опера һәм балет театрында эшләй. Хәбир улым өлгөлө балалар ансамблендә әсәһе ҡулында шөғөлләнде, шунан Р. Нуриевтың колледжын тамамлап, бөгөн Фәйзи Ғәскәров ансамблендә солист булып бейеп йөрөй. Ул Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Былар барыһы ла атай-әсәй яғынан сәнғәткә иғтибар һәм тәрбиә көслө булыуҙың һөҙөмтәһе. Элек, бәләкәй саҡта, ҡунаҡтар йыйылһа, беҙ урындыҡ, карауат аҫтына инеп, ололарҙы тыңлап ята торғайныҡ. Өлкәндәр, эй, матур итеп йырлайҙар, хатта тән земберләп китә ине.
Фәйез: Бәләкәй саҡтан беҙҙең өй моңға тулы булды. Элек иртәнге һигеҙенсе яртыла концерт башлана ине бит радионан, беҙ шул тауышҡа уяна торғайныҡ. Йоҡлап киткәндә лә - музыка менән. Һәр ваҡыт башҡорт музыкаһы яңғырап торҙо. Ана шул, моғайын, кемгәлер аңлы, кемгәлер аңһыҙ рәүештә һеңдерелгән.
Фәннүр: Атай ҡайҙа барһа ла пластинкалар алып ҡайта торғайны. Татарстан йырсылары Илһам Шакиров, Әлфиә Авзалованың, үҙебеҙҙең ҡурайсыларҙың пластинкалары күп булды. Ғата Сөләймәновтың пластинкаһын тыңларға ярата торғайныҡ.
Атайым беҙҙән, балаларҙан, ҡунаҡтарға концерт ҡуйҙырта ине. Кем булдыра ала, шул сығып һөнәрен күрһәтә, ә ҡунаҡтар аҡса ташлайҙар. Кемеһелер биш тин, кемеһелер ун тин, кемеһелер һөйөп ала, беҙгә фатиха бирә.
Таулыҡайҙан Ишбулды Хәсәнов еҙнәйебеҙҙең тауышы шул тиклем шәп булды. Йоҡомһорап ятаһың да, шул еҙнәй йырлай башлаһа, бөтөн йоҡо оса. Бәләкәс кенә көйө: "Эх, шуның кеүек йырларға ине!" - тип уйлап ята торғайным. Атайым үҙе лә матур йырланы. Беҙҙең иң тәүге тәнҡитсе лә ул булды инде. Тыңлай ҙа: "Улым, был ерендә алдайһың да инде", - тип, дөрөҫ йырларға өйрәтә торғайны.
Фәрит: Йәш сағында Венгриянан берәү килеп, атайымдың йырҙарын яҙҙырып алып киткән. Ул ваҡытта беҙҙә магнит таҫмаһына яҙҙырыу юҡ ине бит. Рәмил Ҡотдосов атайымдың йәш саҡтағы шул яҙмаһын алып ҡайтты, рәхмәт уға.
Фәннүр: Әсәйҙең бер туған ағаһы Воркутала шахтер булып эшләне. Ул ҡайтһа, ауыл менән ҡунаҡ итәләр, ул да моңобоҙға зарығып ҡайталыр инде. "Был олатай килһә, аҡсаны күп бирә", тибеҙ, башҡортса кейенеп алабыҙ, йырлап-бейеп, киноға барырлыҡ аҡса эшләйбеҙ.
Фәттәх: Башҡорт кейемдәрен әсәй үҙе тегеп бирә торғайны. Фәннүргә бейергә ситек тә һатып алып бирҙе. Мәктәпкә уҡырға барғас, ҡустыбыҙ сәхнәгә сыға башланы. Уның оҫта бейегәнен күреп, район смотрына саҡырҙылар. Матур сығыш яһағас, хатта Артекҡа путевка менән бүләкләнеләр.

Артек күптәрҙең хыялы булды бит. Унда барған бала иң бәхетле кеше ине. Ә һин, Фәннүр, ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттың?

Фәннүр:
Атай-әсәй, ағайым оҙатырға Өфөгә тиклем килделәр. Үҙемде армияға китеп барған һымаҡ хис иттем. Поезд менән алып киттеләр. Бер ай бала өсөн оҙаҡ бит инде, башта ҡыйын ине, шунан өйрәнеп кителде. Ауыл мөхитенән сығып, тегендә аҡ нәски, шортикта йөрөү әкиәт һымаҡ булды. Ҡаҙаҡтар менән дуҫлаштым, думбырала уйнарға өйрәндем. Ныҡ күңелле булды. Артек йырҙарын әле лә хәтерләйем. Ағайым ҡурайҙа уйнарға өйрәтеп ебәргәйне, унда ла бейеп, ҡурай уйнап, лауреат булып, "Артек таңдары" миҙалы алып ҡайттым.

Фәтих, өлкән ул булараҡ, үҙегеҙҙе кесе туғандарығыҙ өсөн ни ҡәҙәре яуаплы тоя инегеҙ? Ағай булараҡ, үҙегеҙҙе нисек тоттоғоҙ?

Фәтих:
Әсәйем эште һәр беребеҙгә бүлеп бирә торғайны. Эште мотлаҡ теүәлләйбеҙ, апайыбыҙ берәү генә булғас, ҡатын-ҡыҙ эше, тип ҡарап торманыҡ, иҙәнен дә, һауыт-һабаһын да йыуҙыҡ. Хәҙерге тел менән әйткәндә, субординация һаҡланды. Ҡустыларым әйтеүҙе, өйрәтеүҙе ҡабул иттеләр, Аллаға шөкөр. Белмәгәндә, үҙҙәре һорап, мөрәжәғәт иттеләр. Атайҙың белемгә ынтылышы ныҡ көслө ине. Был бигерәк тә гәзит-журналдарҙы күп итеп алдырыуында сағылды, ошо мөнәсәбәт беҙгә лә бирелде. Матбуғат баҫмаларына яҙҙырыуҙы беҙҙең иреккә ҡуйҙы, һәм беҙ күңел тартҡан журналдарҙы кинәнеп алдырҙыҡ. Әлбиттә, барыбыҙ ҙа техника менән ныҡ ҡыҙыҡһына инек. "Юный техник", "Юный натуралист", "Моделист-конструктор" һымаҡ журналдарҙы даими алдырҙыҡ. Үҙенең мотоциклы булғанғалыр, атайым "За рулем" журналынан өҙөлмәне. Һәр бер номерын теркәп, туплама яһап барҙы.
Фәрит: Фәтих ағайымдың беҙгә биргән тәрбиәһе тураһында әйтәйем әле, сөнки ул үҙе һөйләмәҫ. Беҙ бәләкәй саҡта Баймаҡта профессиональ-техник училище астылар. Алтмышынсы йылғылар күмәк ине ауылда, барыһы ла шунда киттеләр. Улар училищеның тәүге сығарылыш уҡыусылары ла булдылар. Бөтәһе лә бер иш формала күк фуражка, күк костюм кейеп йөрөйҙәр, шуға уларҙы Баймаҡ кешеләре "фазан" тип йөрөтә ине. Ағайым өйгә ҡайтып инһә, иртәнсәк беҙҙе уятып, урамда йүгертеп, физик күнегеүҙәр яһатып, теҙеп алып йөрөтә, ҡайтҡас, урындарҙы йыйыштырырға ҡуша, шунан иртәнге сәйгә йыуындырып алып килә торғайны. Үҙенә күрә ир-егет тәрбиәһе бирергә тырышты. Үҙе лә бит һигеҙенсе класты ғына бөтөп, Баймаҡта тәрбиә алып йөрөгән малай, ә беҙҙе, кесе туғандарын, ниндәй ныҡ ҡарай ине.
Фәттәх: Малай саҡ. Велосипедта йөрөгө килә. Кем һине өйрәтә? Әлбиттә, ағайҙар. Башта һине тотоп йөрөйҙәр, шунан ултыртып ебәрәләр, бер заман ат менгәндәй булып, үҙең тәгәрәп китәһең инде. Ат тигәндән, һине кем атҡа атландыра? Шул үҙеңдең ағайҙарың! Һыу ингәндә, был батып ҡуймаһын, тип, улар ҡурсалай. Велосипедтан һуң мотоциклға сират етә. Унда ла ағайҙар өйрәтте.
Фәйез: Атай ҙә, әсәй ҙә, һәр саҡ татыу булығыҙ, тип әйтә килделәр. Шөкөр, уларҙың әйткәненә күрә, байрам булһын, эш булһын, беҙ көнө-төнө бергә. Үҙебеҙ өйҙәр һалып сыҡтыҡ, бер-беребеҙгә ярҙам иттек. Был бит татыулыҡтың һөҙөмтәһе. Атай-әсәйгә, апайға рәхмәт. Ҡайһы бер туғандар бер-береһенә зыяратҡа ла бармай, ундай хәлдәр ҙә була, Аллам һаҡлаһын. Беҙҙең балалар - ике туғанмы, өс туғанмы - һәр саҡ бергә. Беҙ күмәк.

Татыулыҡты һаҡлар өсөн ниндәй сифат кәрәк? Ниндәйҙер талап барҙыр бит?

Фәттәх:
Бала саҡтан атай менән әсәй әйтеп һеңдермәһә, аҙаҡтан яһалма индереп булмай был сифатты. Тәрбиә бала саҡта һалына.
Фәрит: Ололар "Ана һөтө менән инмәгән, тана һөтө менән инмәй", тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Тәрбиә нигеҙе өйҙә һалына. Хәҙер ҡайһы бер кешеләр тәрбиәне балалар баҡсаһына, мәктәпкә һылтай ҙа ҡуя. Улай түгел. Мәктәп иң элек белем бирергә тейеш. Күп кеше шуны уйламай, килә лә, уҡытыусыны тәнҡитләй башлай, ә тәрбиә иң алда үҙенең алдында торған бурыс икәнен онота.
Фәннүр: Беҙ уҡыған заманда ата-әсә тәрбиәһе көслө булды. Мәктәптән ҡайтып: "Уҡытыусы ҡолағымды борҙо",- тип, әйтһәң, үҙең әрләнәһең. Уҡытыусы булараҡ әйтәм, бөгөн киләләр ҙә: "Тәрбиәләгеҙ, беҙ һеҙгә тапшырғанбыҙ", - тиҙәр. Бала бит көтөүгә бирелгән һарыҡ түгел.
Фәрит: Ҡөрьәндә ете йәшкә тиклем баланы һүҙ менән тәрбиәләргә, унан әйтеп тә, әйткәнде алмаһа, тыңламаһа, сыбыҡ менән һуғырға ла рөхсәт ителгән. Сыбыҡ беҙгә лә эләкте, шунһыҙ булмай.
Фәттәх: Халыҡта шундай әйтем дә бар, баланы үҙеңдән йомшаҡҡа һалма, үҙеңдән тәмлене ашатма. Был үҙенә күрә ғаиләлә субординацияны һаҡлау. Элек ата-бабалар шуны тотҡандар, шуны эшләгәндәр. Хәҙер ҡайсаҡ балаларын аллалаштыра башлаған йәштәрҙе лә күрәбеҙ.

Бер-берегеҙгә нисек мөрәжәғәт итәһегеҙ?

Фәттәх:
Беҙ ғаиләлә бер-беребеҙҙе исем менән әйтмәйбеҙ. Ҡайһы берәү үҙенең ағаһына исеме менән өндәшә бит, ә беҙҙә ундай тәртип юҡ. Ғаиләлә ҡаты итеп тыйҙылар: ағай икән - ағай, апай икән - апай, ҡусты икән - ҡусты. Улар тиңдәш түгел, һәр кешенең үҙенең дәрәжәһе бар. Был - ихтирам.
Фәрит: Нисек ағайыңа үҙеңдең тиңдәшең һымаҡ өндәшәһең ти! Ҡала балаларының бер-береһенә исем менән өндәшкәнен ишетеп, "Ул һиңә ағаймы-ҡустымы?" тип һораһаң, бала үҙе лә аптырап ҡала, белмәй. Сит ил йәнһүрәттәрен ҡараһаң да бөтәһе лә бер-береһенә исем менән өндәшәләр. Шуларҙы ҡараған бала өйрәнә лә китәлер инде.

Һеҙ барығыҙ ҙа әрмелә хеҙмәт иттегеҙме?

Фәйез:
Беҙ, ғаиләләге биш ул, бөтәбеҙ ҙә армияла хеҙмәт иттек. Атай йортонда бишебеҙҙең дә армиялағы ҙур фотолары тора. Шулай уҡ ике туғандарҙың барыһы ла хеҙмәттә булдылар. Беҙҙең үҙебеҙҙең традиция бар: кем армияға алына, уны вокзалда ҡурай уйнап, бейеп оҙатып ҡалабыҙ һәм армиянан ҡайтҡанда ла ҡурай уйнап, бейеп ҡаршы алабыҙ.
Фәрит: Шуға ла кесерәк туғандар: "Мине лә ағайҙар һымаҡ оҙатырҙармы икән, тип, ҡайтыр ваҡыттары етһә, мине лә ағайҙар һымаҡ ҡаршы алырҙарымы икән?"- тип көтөп йөрөйҙәр.
Фәтих: Оҙатҡан ваҡытта һәр ваҡыт "Әрме" йырын йырлап оҙата торғайныҡ.
Фәннүр: Әрмеләргә барып сәс еткерҙем.... Эйе, беҙ бәләкәй саҡта хәрби хеҙмәткә китәсәк егеттәр алдында атай ошо халыҡ йырын йырлай торғайны. Беҙ, бала-саға, тыңлап ултырабыҙ һәм армияға киткәндә "Әрме"не мотлаҡ йырларға кәрәк икән, тип ышанабыҙ.
Фәрит: Ул саҡта элекке мәсет ауыл клубы ине. Хеҙмәткә китәһе егеттәрҙе колхоз шунда саҡырып, концерт ҡуйып, һәр береһенә сумаҙан, таҫтамал бүләк итә торғайнылар. Беҙ, малайҙар: "Ух, беҙ киткән ваҡытта ла шулай итәсәктәр бит!" - тип дәртләнеп ҡуя торғайныҡ. Тик был йола беҙ армияға алыныр алдынан бөттө лә ҡуйҙы. Хәҙер шуны кире тергеҙһәләр, ҡалай һәйбәт булыр ине, үҫеп килгән быуынға тәрбиә бит ул. Хеҙмәткә алынған егеткә дәрт бирәсәк: "Күпме халыҡ килеп оҙатып ҡалды, шундай-шундай нәмәләрҙе аманат итеп бирҙеләр", - тип уйлаясаҡ. Егет ҡанатланып, армияға ҙур шәхес булып китеп барасаҡ.
Фәйез: Совет власының барыбер тәрбиә буйынса идеологияһы көслө булған. Кеше ҡәҙерен белеү тигән нәмә бар ине. Патриотик тәрбиәгә иғтибар һүнмәһен ул. Ватан, ил, халыҡ тураһында һәр ир-егет уйларға бурыслы. Фундаменталь әйберҙәр кеше аңынан айырылғыһыҙ булырға тейеш.
Фәрит: Беҙҙең заманда егеттәр армияға бара алмаһа, ояла торғайнылар. Һалдат ҡайтҡас, яҡындары ҡунаҡ йыя, шул ваҡытта тегеләр килмәй ине. Беҙ үҙебеҙ ҙә улар алдында армия тураһында һөйләмәй торғайныҡ, сөнки уларға шул хәтлем ҡыйын икәнен аңлай инек. Улар бит ҡасып ҡалмаған. Хәҙер инде йәштәр араһында, ысынлап та, ҡасып ҡалғандар күп.

Һөнәр һайлау, эҙләнеү юлы нисек булды?

Фәтих:
Кеше бала саҡтан хыяллана. Ә хыялың - бер, мөмкинлек - икенсе. Атайым мине, эргәлә генә бит, тип, һөнәрселек училищеһына бирҙе. Оҡшаны, тип әйтмәйем, ләкин ул оло тормош юлына бер баҫҡыс ине. Артабан армияға киттем. Ул үҙе бер дәрес булды, сөнки хәрби хеҙмәттә киләсәк тураһында уйланаһың. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Шүлкә мәктәбенә уҡытырға барҙым. Хәҙер килеп, шуны әйтәм: алған һөнәрҙең бер ҡасан да артығы юҡ. Училищела уҡығанда алған электрик һөнәре артабан миңә бик кәрәкте. Электр үткәреүҙе, ҡоролмаларҙы йүнәтеүҙе бөтәһен дә үҙем эшләйем. Атайыма рәхмәтлемен, тимәк, ул төптән уйлаған булған. Фәрит: Мәктәпте тамамлағас, хәрби хеҙмәткә алындым. Тәбиғәт, урман минең күңелемә яҡын ине. Армияла саҡта урмансы булыу тураһында хыялландым һәм хәрби бурысты үтәп ҡайтҡас, урман техникумына уҡырға барҙым. Утыҙ йыл урман хужалығында эшләнем.
Фәттәх: Мин инде сәнғәткә ғашиҡ кеше, шуға ла бәләкәй саҡтан уҡ ниндәй һөнәр һайлауым асыҡ ине. Мәктәптә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаштым. Баймаҡ сәхнәләрендә ҡурайҙа уйнап, грамоталар алып ҡайта торғайным. Атайыма: "Сәнғәт училищеһына барырға теләк бар",- тигәс, үҙе алып килеп, Ғата ағай Сөләймәновҡа тапшырҙы. Ришат Рәхимов минең остазым, уға ныҡ рәхмәтлемен. Уның ҡулында белем алып сыҡтым. Беҙҙең тынлы инструменттар бүлеге була торғайны, оркестрҙың мотлаҡ берәй ҡоралында уйнарға өйрәнергә тейеш инек. Шамил Яҡуповҡа рәхмәт, флейтала өйрәндем. Һәм армияла мин тынлы оркестрҙа хеҙмәт иттем. Мәктәптә музыка уҡыттым, балаларҙы ҡурайға өйрәттем. Ситтән тороп юғары белем алдым, шулай ҙа музыканттарға һәр ваҡыт ҡытлыҡ булғас, музыканан уҡыттым. Мин йәштән бейеүгә ғашиҡмын. Динислам Исҡужин етәкселегендә "Ирәндек" халыҡ бейеүҙәре ансамбленә йөрөй башлағайным, шунда кәләш менән таныштым, унда егерме йылдан артыҡ бейенек. Ошо ансамбль беҙҙе осраштырҙы, һәм ғаиләбеҙ менән ғүмер буйы сәнғәткә хеҙмәт иттек. Иҙел Аралбаев, Рәмил Ҡотдосов, Юнир Һағынбаев, Йәмил Үтәбаев кеүек таланттарҙы тәрбиәләнек.
Фәйез: Бала саҡта милиционер булырға хыяллана инем. Мин Төньяҡ флотта өс йыл хеҙмәт иттем. Хеҙмәттән һуң Омскиҙағы юридик институтҡа уҡырға барырға тейеш инем, командирым документарҙы әҙерләп ебәргәйне лә. Тик атай менән әсәй риза булманылар. "Апай-ағайыңдар педагог, улар юлын һайла", тигәс, һүҙҙәрен йыҡманым. Башҡорт дәүләт университетының география факультетына уҡырға индем, уны тамамлағас, өйгә лә ҡайтып тормай, тура милиция начальнигына индем. Улар юғары белемле белгесте ҡушҡуллап эшкә ҡабул иттеләр. Ҡайтып, атайға әйткәс: "Ярар, улым, үҙең ҡара", - тине. Шулай итеп, иртәгәһен үк милицияла эш башланым. 2008 йылда подполковник дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡтым. Тәбиғәт мине барыбер алыҫ ебәрмәне. Әлеге көндә хайуандарҙы һаҡлау буйынса экология өлкәһендә Баймаҡ менән Йылайыр районы буйынса әйҙәүсе белгес булып эшләйем. Әйткәндәй, улым ғаилә династияһын дауам итә, ул полицияла эшләй.
Фәннүр: Бәләкәстән йырланым да, бейенем дә. Атайымдың да мине йырлатҡыһы килде. Хөсәйен Мәжитов, Мәғәфүр Хисмәтуллиндарҙы миҫалға килтереп һөйләй торғайны гел. Фәттәх ағайымдың да йоғонтоһо ныҡ ҡына булды. Фәрит ағайым спорт менән, ирекле көрәш, самбо менән ныҡ ҡыҙыҡһынды. Ипләп кенә миңә спорт тәрбиәһе бирә башланы. Бәләкәс кенә сағымдан уҡ көрәшә һәм балалар һабантуйы ойоштора торғайным. Спорт ярыштарын да гел мин ойошторҙом, артабан ағайым ыңғайына етди шөғөлләнеп киттем. Армияла ла спортты ташламаным. Ҡайтҡас, төрлө өлкәлә үҙемде һынап ҡараным. Атайым балта оҫтаһы булғас, бер йыл колхозда оҫта булып йөрөнөм. Ҡыш бура бурарға кәрәк, ауыр. Шул саҡта: "Ай-һай, уҡырға кәрәк", - тип уйланым. Стәрлетамаҡ физкультура техникумын бөткәндән бирле мәктәптә эшләйем. Милли көрәш буйынса түңәрәктәр асып ебәрҙем. Үҙем дә көрәш буйынса Башҡортостан чемпионымын. Өҫтәл теннисы буйынса Урал аръяғы чемпионы булдым. Үҙемдең ҡыҙҙарым да тенниссылар. Һөнәр һайлау, тигәндән, техникумда уҡығанда медицина менән дә ҡыҙыҡһындым, табип булыу теләге йәшәне. Балам булһа, берәйһен медицинала уҡытырмын, тигәйнем. Ҙур ҡыҙым Нәргизә сәнғәт юлын һайлаһа, Нурания ҡыҙым медуниверситетты ҡыҙыл дипломға тамамлап, табип булып эшләй.

Әсәйегеҙ яғынан һеҙҙе һунарсылар нәҫеле тип тә атарға була. Һәр хәлдә, тәбиғәт, урман эшенән ситтә түгелһегеҙ. Фәйезде һунарсы тип тә атанылар. Фәйез, ғөмүмән, ер-һыуға мөнәсәбәт, тәбиғәт менән бәйләнешегеҙҙе белге килә.

Фәйез:
Эйе, әсәй мәрхүмәнең атаһы Әбделхәбир Күсәрбай улы, уның бөтөн уландары ла һунарсы булғандар. Ул ваҡытта ҡаргиҙәр техникалар юҡ, бүрене һыбай суҡмар менән һуғып ала торған булғандар. Беҙ һунарға йөрөй башлағанда атайым: "Ҡараңғыла сығып китеп, ҡояш сыҡҡансы урманда булырға кәрәк", - ти торғайны. Урманда булып ҡайтыу ғына ла бит ял-энергия бирә.
Фәттәх: Башҡорт элек-электән тәбиғәт балаһы. Ул азатлыҡ, иркенлек яратҡан. Һунар тип түгел, ә тәбиғәткә яҡын булайыҡ, тип йөрөйбөҙ беҙ ҙә. Ғаилә ағзалары менән йыйылып та сығабыҙ. Тәбиғәт менән аралашыу - үҙе бер ғүмер.
Фәрит: Элек яҙ еттениһә, мәктәп балаларын урманға алып сыға торғайнылар, беҙ бөтәбеҙ ҙә, ағай-ҡустылар, шунда йөрөнөк. Балалар, ҡасан урман ултыртырға барабыҙ, тип көтөп йөрөй торғайны. Үҙем урмансы булып эшләй башлағас, мәктәпкә килһәм, балалар: "Ур-ра, ағай килде, урман ултыртырға барабыҙ!"- тип ҡыуаналар ине. Улар урманға барһа, ихлас эшләйҙәр. Мин урман хужалығында эшләгәндә Бикештән Привалов Радик Александрович тигән бер урыҫ мастеры Буранбай, Таулыҡай, Сыңғыҙға килеп, башҡорт балаларын эшкә алып китә торғайны. "Нишләп үҙегеҙҙең ауыл балаларын алып йөрөтмәйһең?"- тиһәм: "Ой, улар ялҡау, мин башҡорт балаларын алып барам, улар эшкә әрһеҙ, эш рәтен белә", - ти торғайны. Хәҙер мәктәптең, балаларҙың тәбиғәт менән бәйләнеше өҙөлдө, хеҙмәт терапияһы төшөп ҡалды, тиергә була...

Шулай итеп...
Аралбаевтар менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Алтын тирмә" тапшырыуына килгәндәрендә осрашҡайныҡ. Был ғаиләнең, был тоҡомдың тағы бик күп ғаилә йолалары, тәртип-ҡағиҙә өлгөләре тураһында һөйләргә булыр ине. Ҡағыҙ биттәре етмәҫ. Әңгәмәбеҙ аҙағында Фәттәх: "Аралбаевтарҙың тағы ла бер традицияһы бар, Өфөгә килһәк, Салауат батырҙың хәлен белеү - беҙҙең мотлаҡ бурыс", - тине һәм ағай-энеһен ошо йоланы үтәү өсөн һәйкәл эргәһенә ашыҡтыра һалды...

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
әңгәмәләште.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.06.22 | Ҡаралған: 462

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru