«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРМАНДА АҘАШЫУ
+  - 


Был хәл күптән булды инде. Уны ҡабат-ҡабат уйлайым да, моғайын да, тәбиғәт ваҡыты менән беҙҙе шаяртып алырға яраталыр, тигән уйға киләм.

...Ҡышҡы урман буйлап саңғы менән дүрт кеше китеп барабыҙ. Сама менән ун саҡрым бергә барғас, беҙҙең юлдар айырыла. Алла бирһә, өсәүебеҙ һул яҡҡа боролоп, бер ауылға, ә берәүебеҙ бер аҙ ғына уңға тартып, үҙ ауылына юл алыр. Көндө әйтәм, иртәнсәк кенә тыныс ине. Бына әле яйлап ҡына ҡар яуа башланы. Айырылыу урынына барып еткәндә ҡары ла, еле лә апаруҡ көсәйә төшә. Ваҡыт та апаруҡ булып киткән икән шул. Ҡышҡы көндө әйтәм, бигерәк ҡыҫҡа. Әле генә таң ата, күп тә үтмәй кис тә була. Ни бары дүрт-биш сәғәттән күҙ ҙә бәйләнәсәк. Ҡара иҫәп буйынса беҙ эңерләтеп кенә тәғәйен ауылға барып инергә тейешбеҙ. Насип итһә инде. Ярай әле беҙ өсәү, тип уйлап ҡуям мин. Ә бына теге яңғыҙ, ул-был хәл була ҡалһа, нимә эшләр икән. Йә саңғыһы һыныр (Аллам һаҡлаһын инде), йә бүре килеп сығыр (быныһынан ла Аллам һаҡлаһын инде). Аптырағас, ошолай кәңәш бирәм.
- Әйҙә, дүртәүләп бергә китәйек, ә һин иртәгә көндөҙ ҡайтырһың. - Яңғыҙ китәсәк саңғысы миңә бер килке ҡарап тора һәм әйтә ҡуя:
- Аҙаҡ, урмандан ҡайта алмаған, тигән "данды" нисек күтәрмәк кәрәк!
Уныһы шулай инде. Бәләкәй саҡтан урманды гиҙеп йөрөгән кешегә был хәл килешеп етеңкерәмәй шул. Тик әлеге лә баяғы ҡарҙың көсәйә төшөүе, көндөң эңергә табан тартыуы күңелгә бер аҙ шик һала. Ярай, мәйтәм, барыһы ла, моғайын, имен-аман булыр. Айырылышыу урынында бер аҙ һөйләшеп торабыҙ. Шунан яңғыҙ саңғысы әйтә ҡуя:
- Урмандың был урыны хикмәтле икәнен яҡшы беләһегеҙ.
Ниндәй хикмәт тураһында һүҙ баралыр инде. Быны белгән юҡ. Шул арала тегеләр көлөшә-көлөшә бер нисә ҡыҙыҡ хәлде иҫкә алалар.
- Ай-һай, ваҡытында был төпкөлдә ниндәй генә атаҡлы урмансы аҙашманы инде. Улар тураһындағы хәлде һаман лаҡап итеп һөйләйҙәр...
Бына эш нимәлә икән. Тимәк, беҙ бушҡа ғына бер яҡҡа өсәү китмәйбеҙ. Яңғыҙ саңғысы киткән яҡ күпкә тыныс, ә бына беҙҙең яҡ... Яңғыҙ саңғысының алыҫлашып барған арҡаһына бер килке ҡарап торам да эстән генә бисмиллаларҙы әйтеп, хикмәтле урман яғына юл алам. Бер аҙҙан теге икәүҙе ҡыуып етәм. Дөрөҫөрәге, улар мине көтөп тора. Шунан алда барыусы әйтә ҡуя:
- Ысынлап та, ваҡыты менән урмандың был төпкөлөндә күптәр аҙашып йөрөгәйне. Ә мин бындағы ер-һыуҙы һәйбәт беләм.
Ҡурҡмаһаң да була, тигәнде аңлатты, буғай. Ярай, мәйтәм, имен-аман ауылға алып барып еткерә алһаң, рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ һиңә. Шул арала күңелгә апаруҡ борсоу һалып, ҡар күпкә көсәйә төшә. Тора-бара күҙ ҙә бәйләнә башланы. Мин хәҙер тегеләрҙең арҡаларын ара-тирә генә күреп барам. Урман ялан түгел шул. Тигеҙлек юҡ бында. Тау ҙа таш, соҡор ҙа саҡыр, йырын да мырын. Етмәһә, йығылған ағастар күп. Урыны менән тау аҫтына шыуып китәбеҙ. Урыны менән кире тауға үрмәләйбеҙ. Минең сама буйынса сәғәт-сәғәт ярымдан ауылға ла барып инергә тейешбеҙ.
Бер мәл мин бер аҙ артта тороп ҡалам. Тегеләргә рәхмәт инде. Ярай әле, көтөп торалар. Мин барып етәм. Әммә улар ҡуҙғалырға ашыҡмай. Нимә булды икән? Аптырап, уларҙың алдына сығам. Һәм аптырап ҡалам. Сөнки беҙҙең алда ярылып... саңғы эҙе ята! Бына һиңә - мә! Кем йөрөнө икән? Был саңғысы әле генә үткәнгә оҡшай. Сөнки яуған ҡар уны йүнләп ҡаплап та өлгөрмәгән. Аптырамалы хәл булды бит әле. Уйлап ҡараһаң, был ваҡытта урмандың был төпкөлөндә беҙҙән башҡа берәү ҙә йөрөмәй бит! Баштан төрлө уйҙар уйҙар үтеп китә. Ысынлап та, беҙҙән башҡа... Әллә беҙ кире... Юҡ, булмаҫтыр... Әммә минең уйҙы дөрөҫләп, "Сусанин" әйтә ҡуя.
- Беҙ кире үҙебеҙҙең эҙгә килеп сыҡҡанбыҙ!
Күптәр, моғайын, Сусанин тарихы менән таныштыр. Иван Сусанин - ул илебеҙҙең милли геройы. Ваҡытында ул илбаҫарҙы урманда аҙаштырған. Һөҙөмтәлә батшаны һәм уның ғаиләһен оло фәжиғәнән ҡотҡарған. Ә бына беҙгә аҙашыу кәрәкмәй.
Беҙгә ҡайтырға кәрәк. Унда беҙҙе ғаилә көтә.
Ә шулай ҙа беҙҙең хәл нисек улай килеп сыҡты әле ул? Туп-тура бар-бар ҙа, элекке эҙеңә кил дә сыҡ, имеш. Хикмәтле урманда шулай ҙа була икән! Баҡтиһәң, беҙ апаруҡ түңәрәк юл үтеп, кире үҙебеҙҙең юлға килеп сыҡҡанбыҙ. Шул арала тегеләр үҙ-ара һөйләшәләр, кәңәшләшәләр, килеп тыуған хәлде асыҡлайҙар. Әгәр уларҙың әйткәне раҫ булһа, беҙ фәлән урында был һырттан түгел, ә теге һырттан киткәнбеҙ. Шуға яңылышҡанбыҙ. Ә хәҙер шулай-шулай тартып барһаҡ, шул урынға барып сығабыҙ. Ә унан ауылға ла күп тә ҡалмай.
Тағы ҡуҙғалып китәбеҙ. Хәҙер урмандың был төпкөлөн биш бармағы һымаҡ белгән "Сусанин" уртала бара. Алда барғанды әйтәм. Уныһы, исмаһам, Сусаниндың берәй туғаны булмаһа ярар ине. Сыбыҡ осо туғанлығы ла кәрәкмәй. Шул арала апаруҡ ара үтәбеҙ. Мәйтәм, миңә генә алға торорға тура килмәһен берүк. Бына тормош ошо яғы менән ҡыҙыҡ та инде. Шаяртып ҡына уйлаған уй саҡ тормошҡа ашманы бит, әй! Алға күҙ һалһам, тегеләр тағы мине көтөп тора. Тағы саңғы эҙе булмаһа ярар ине, тип барып еткәйнем... Аллаға шөкөр, беҙҙең алда тағы саңғы эҙе ята! Әммә миндә хәҙер ярһыу-тетрәнеү юҡ. Шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул итәм. Сөнки арытылған. Апаруҡ хәлдән тайылған. Етмәһә, һыуһаттырған. Хатта теге икәүҙең һөйләшкәненә бер аҙ битарафмын. Улар бер аҙ кәңәшләшкәндән һуң дөйөм фекергә килә.
- Был эҙ беҙҙеке түгел!
Ә кемдеке һуң? - был өнһөҙ һорау, әлбиттә, һауала эленеп ҡала.
- Был эҙ теге яңғыҙҙыҡы!
Көлөмһөрәп ҡуям. Шаярталар, мәйтәм. Улай була ҡалһа, теге яңғыҙ саңғысы төптө кире яҡҡа китеп бара ла инде! Урманды гиҙеп йөрөгән кеше улай уҡ яңылыша алмайҙыр инде. Ярай, беҙ ниндәйҙер түңәрәк яһағанбыҙ. Ә был бит туп-тура тап кире яҡҡа китеп бара! Юҡтыр, булмаҫ, тип уйлап ҡуям мин. Шулай ҙа теге икәүҙең һөйләшкәненә ҡолаҡ һалам.
- Хәҙер ул күп тә бармай, фәлән уяға барып етәсәк. Һәм шул уя буйлап китәсәк. Ә уның башында йыуа-а-а-ан, бейе-е-е-ек ялбыр ҡарағай ултыра. Ул шул ҡарағайға барып етәсәк һәм уны таныясаҡ. Үҙенең яңылышҡанын шунда ғына аңлаясаҡ. Һәм кире бороласаҡ. Моғайын, ул килгән юлынан әҙерәк кенә өҫкә тартып, фәлән һырт буйлап китер. Шулай итә ҡалһа, ул фәлән урынға килеп сығасаҡ. Беҙ хәҙер шул урынға барайыҡ. Һәм сәй ҡайнатып, уны көтөп торайыҡ.
Тағы ҡуҙғалып китәбеҙ. Теге "яңғыҙ Сусанинға" сәй ҡайнатып ҡуйырға кәрәк бит. Шул арала тәғәйен ергә имен-аман барып етәбеҙ. Шишмә боҙон балта менән уйып, кәтелүккә сәй ҡуйып ебәрәбеҙ. Шул арала тау һыртынан... көлә-көлә "яңғыҙ Сусанин" өйөп килеп төшә. "Усаҡтағы утығыҙҙы күреп ҡалдым", ти. Күмәкләшеп сәй эсеп алабыҙ. Аңғармай йөрөһәң, хикмәтле урман шулай аҙаштыра ул, тип үҙ-ара көлөшәләр. Шулай шул, тип улар ыңғайына мин дә көлгән булам. Хәҙер имен-аман ҡайтып етәбеҙ, урмандың был яғы тыныс, тип тегеләр ҡыуана. Шулай шул, тип улар ыңғайына мин дә ҡыуанған булам. Шул арала ҡар яуыуынан туҡтай. Бер аҙ һыуыта төшә. Күк йөҙөндә йондоҙҙар емелдәшә башлай. Ҡараңғы урман күпкә яҡтыра бара. Тағы ҡуҙғалып китәбеҙ. Ике-өс саҡрымдай ара барып өлгөрмәйбеҙ, "яңғыҙ Сусанин" беҙҙән айырылып, ҡараңғылыҡҡа инеп юғала. Үҙ ауылына ҡайтып китте ул. Өндәшеп торманым уға. Сөнки уның ошолай әйтере билдәле ине.
- Аҙаҡ, урмандан ҡайта алмаған, тигән "данды" нисек күтәрмәк кәрәк!
Ярай, үҙе әйтмешләй, урмандың был яғы хикмәтле түгел. Моғайын, имен-аман ҡайтып етәр. Уға хәҙер текә тауға үрмәләйһе лә һырт буйлап ҡына китәһе. Бары шул ғына. Ун-ун ике саҡрым араны, үҙе әйтмешләй, һә, тигәнсе үтәсәк. Һәм ҡайтып етәсәк.
Ҡалған юл мажараһыҙ үтте. Төн уртаһында ауылға барып индек. Аллаға шөкөр, ярай әле барыбыҙ ҙа имен-аман ҡайтып еттек, тип уйлап ҡуям мин. Теге аҙашыу барыбер минең өсөн сер булып ҡалды. Әллә урмансылар шулай яңылышты, әллә хикмәтле урман шулай шаяртты. Быныһын хәҙер кем белһен инде.

Һөйләүсенән
Әғләм ШӘРИПОВ
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.06.22 | Ҡаралған: 714

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru