«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАМАШАСЫ НИ КӨҪӘЙ - МӘРӘКӘ БУЛҒАН ЕРҘӘ КҮҢЕЛЛЕРӘКМЕ УҒА?
+  - 


Бер-береһен белмәгән ике егет ике ҡыҙҙы таныш булмаған станцияға оҙатып киләләр. Йәштәр дыуамал була: һүҙгә әүрәп, төн уртаһы еткәнен дә абайламайҙар, һуңғы электричка күптән киткән, сираттағыһы таңғы алтыла ғына була, таныш түгел ерҙә йоҡларға урын юҡ, ҡыҙҙар ҡайтып еткәс, күҙҙән юғала. Ни эшләргә? Егеттәр бер-береһе менән таныш түгел, әммә уртаҡ хафа уларҙы берләштерә: нисек булһа ла яҙғы һыуыҡ төндә йылыныр урын табырға кәрәк. Икеһе ике яҡҡа китеп, төндө үткәргәндәй фатир эҙләйҙәр. Уларҙың береһе утыҙ йәшлек яңғыҙ йәшәгән ҡатындың ишеген шаҡый, күпме генә ныҡышһа ла, теләгән һөҙөмтәгә өлгәшә алмай. Уларҙан һуң был ишекте үҫмер бер егет шаҡый, ләкин ул да кире боролоп сыға. Ә бына оло йәштәге бер ир һис ҡаршылыҡһыҙ өйгә инеп китә. Ҡатын менән ирҙең үҙ-ара һөйләшкәнен тыңлап торған егеттәр уның Сарафанов Андрей Григорьевич атлы кеше булыуын белә...

Шулай башланып китә Александр Вампиловтың "Өлкән улым" (Старший сын) комедияһы. Күптән түгел Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында ошо әҫәр буйынса әҙерләнгән спектаклдең премьераһы булды. Ҡуйыусы режиссеры - Вадим Ғилманов, рәссамы - Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре В.Б. Яшкулов. Спектаклде музыкаль яҡтан Ғ.В. Аҡбулатов биҙәгән.
Баяғы егеттәр яңғыҙаҡ ҡатынға күрше йәшәгән Сарафановтың фатирына ишек шаҡый. Ирҙең ун ете йәшлек улы уларға ишек аса. Ул, баҡһаң, әле атаһын индергән күрше ҡатындан ҡыуылып сыҡҡан баяғы егет икән. Артабан ваҡиғалар бөтөнләй уйламаған юҫыҡта үҫешә: йылы өйҙән нисек тә булһа сыҡмаҫ өсөн егеттәрҙең береһе - Бусыгин, Сарафановтың улы, йәғни йәш егет Васеньканың бер туған ағаһы булырға ризалаша. Дөрөҫөрәге, шулай тип алдашырға мәжбүр була һәм егетте ышандыра. Тиҙҙән атай кеше лә күрше ҡатындан әйләнеп ҡайта. Ул да ышана! Тағы өйҙә ун туғыҙ йәшлек Нина ла бар икән: Андрей Григорьевичтың ҡыҙы, Васеньканың бер туған апайы. Ул да ышана! Артабан...
Артабан ни булғанын 1975 йылда "Ленфильм" киностудияһында Виталий Мельников төшөргән ике сериялы "Старший сын" телевизион фильмын ҡарағандар хәтерләргә тейеш. Евгений Леонов, Николай Караченцов, Михаил Боярский, Светлана Крючкова, Наталья Егорова кеүек билдәле актерҙар уйнай ул фильмда. Шәп фильм! Әҫәр үҙе бик көслө бит! Вадим Ғилмановтың бындай етди драма әҫәрен сәхнәгә сығарыуын ҙур ҡыйыулыҡ тип баһаларға кәрәк.
Нисек үтте һуң премьера? Оҙон-оҙаҡ фекер сурытмаҫ өсөн әлеге ваҡиғаны (премьераны) өс өлөшкә, өс донъяға бүлеп ҡарайыҡ. Беренсеһен драматург донъяһы, тип алайыҡ. Утыҙ биш йәшендә генә фажиғәле үлеп ҡалған яҙыусының әҫәрҙәре вафатынан һуң ғына билдәлелек ала. "Старший сын" комедияһы ла шул иҫәптә. Вампиловтың пьесаһы буйынса төшөрөлгән "Валентина" фильмын да иҫкә төшөрһәк, яҙыусының рухи донъяһын аңларға була: йәшәйеш, мәңгелек ҡиммәттәр, быуындар күсәгилешлеге, күңел бәйләнештәре, мөхәббәт хаҡында һөйләй уның әҫәрҙәре.
Икенсе донъя итеп шартлы рәүештә режиссер, актерҙар, рәссам, композитор һәм спектаклде сәхнәгә сығарыуҙа ҡатнашҡан башҡа хеҙмәткәрҙәрҙе алайыҡ - спектаклде сәхнәгә сығарыуға төп көстө улар түгә бит. Ғәҙәттә, иң тәүҙә, сәхнә асылғас та рәссамдың хеҙмәте, ижады күҙгә ташлана. Валерий Борисович Яшкуловтың декорациялары ябайлығы менән айырылып тора. Ябайлыҡта - бөйөклөк, тип, бушҡа әйтмәйҙәрҙер, был юлы ла рәссам үҙ асылына тоғро ҡалған: башта пәйҙә булған тимер юл полотноһы ваҡиғалар үҫешендә, томан эсенә инеп юҡ булғандай, ҡайҙалыр юғала һәм актерҙарға иркенләп уйнарлыҡ урам сатына, йә өй эсенә әйләнә - әйҙә, уйна, кинән, мин сәхнәгә йән өрҙөм, мәғәнә өҫтәнем, тигәндәй! Әйтерһең дә, рәссам баштан уҡ тамашасыларға ишара яһай: тормош - юл саты, унда төрлө ваҡиғалар булыуы ихтимал. Ә ваҡиғалар, ысынлап та, бик көсөргәнешле, өс көнлөк ваҡытты сағылдырған пьесала улар тамашасыға тын алырға ла мөмкинлек бирмәй. Музыкаль биҙәлеш тураһында ошо өлкә белгестәре һүҙ әйтергә тейештер, дилетант булғы килмәй. Тик ниңәлер махсус белемле композиторҙар, музыканттар теге йәки был сәхнә әҫәре өсөн махсус яҙылған музыка тураһында һөйләп тә, яҙа һалып та бармайҙар. Аңлашыла, ноталарҙы уҡый белгән махсус белемлеләр арабыҙҙа бик һирәк (мин дә шулар иҫәбендә), бәлки, шуғалыр ҙа - ун беренсе класс уҡыусыһы беренсе класс уҡыусыһына алфавитты өйрәтеп маташмай бит - шуның һымаҡ инде. Ә шулай ҙа музыкаль биҙәлеш авторы хаҡында һис юғы бер нисә һүҙ ишетке килә - ижад баһаланырға тейеш тә баһа! Күп кенә сәхнә әҫәрҙәре, фильмдар нәҡ шул көй аша хәтергә уйылып ҡала бит - көйөн ишетһәң, бөтөн әҫәр иҫкә төшә лә ҡуя! Премьеранан һуң актерҙар ролдәрҙе нисек башҡарыуы тураһында һөйләргә ашығырға ярамайҙыр, әлегә әллә күпме сәхнәләрҙән әллә күпме ижади коллективтар тарафынан ҡуйылған драма әҫәрен сибайҙар үҙҙәренсә ҡуйҙы, тип сикләнеп торайыҡ. Һирәк булһа ла, спектакль барышында ҡул сабыуҙар булды, әммә әлегә улар артистарҙың уйынына түгел, авторҙың оҫталығына һоҡланыу һымаҡ ҡабул ителде.
Өсөнсө донъя - тамашасылар донъяһы. Нәҡ уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн күпме көс түгелә, ваҡыт сарыф ителә. Театрҙың бөгөнгө тамашасыһы әҙерме классика кимәлендәге етди әҫәрҙе ҡабул итергә? Спектаклдең көсөргәнешле бер мәлендә янғындан зыян күргән Сильваның йыртыҡ балағын күреп, күптәр һындары ҡатып көлә башламаһа, был һорауҙы бирмәҫ тә инем. Әллә мәрәкәгә генә өмөт итеп килделәрме икән? Әллә тамашасыһын юғалтмаҫ өсөн театр үҙе мәрәкәгә иғтибарҙы күберәк бүләме? Тормошта ла шулай бит: мәрәкә булған ерҙә күңеллерәк һымаҡ...

Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.06.22 | Ҡаралған: 247

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru