«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӨМҺӨРӨ ҠОЙОЛОП ЙӨРӨГӘНДӘРМЕ? ӨФӨЛӘ УНДАЙҘАР ЮҠ!
+  - 

Үҙең ғүмер иткән ҡала тураһында ситтән килгән кешенең ниндәй фекерҙә булыуы ҡыҙыҡ. Даими рәүештә ошонда йәшәүебеҙ арҡаһында баш ҡаланың ниндәйҙер үҙенсәлеген, әһәмиәтлеген һәм кәмселеген күрмәйбеҙ. Ә сит кешегә бөтә нәмә яңыса һәм ул беҙҙең кеүек өҫтөнлөклө генә фекер йөрөтмәй, ә тәфсирләп ҡарай, бөтәһенә лә иғтибарын бүлә. Шулай, Һамар ҡалаһынан килгән хеҙмәттәшем Игорь Вяткиндың Өфөбөҙ тураһында әйткән фекерҙәрен гәзит уҡыусыларға ла еткергем килә. - Өфөгә, ғөмүмән, Башҡортостанға килергә яратам. Эшем буйынса йыш булырға тура килә һәм һәр саҡ һеҙҙең республикаға командировкаларҙы көтөп алам.

Поездан килеп төшкәс тә беренсе сиратта башҡорт аштары тәҡдим иткән ашханаға юлланам. Һеҙҙәге кеүек тәмле итле ашты бер ҡайҙа ла бешермәйҙәр. Ҡамыр аштары бик оҡшай, шуға үҙем генә ашап ҡалмайым, ә өйҙәгеләргә лә күстәнәскә алам. Әлбиттә, Һамарҙа ла шул уҡ өсбосмаҡ, сәк-сәкте алып була, ләкин тәме, сифаты буйынса улар Өфөнөкөнән күпкә ҡалыша.
Мин үҙем булған һәр төбәктең дә мәҙәни, тарихи асылын сағылдырған урындарҙа булырға яратам. Мәҫәлән, Өфөләге бөтә музейҙарҙа ла булдым. Башҡортостандың милли музейын биш тапҡыр ҡарап сығыуға өлгәштем. Өфө халҡы ошондай бай экспонатлы музейҙары булыуы менән ни тиклем бәхетле икәнлектәрен аңлайҙарҙыр, тип ышанам. Ундағы төрлө-төрлө экспозициялар, тарихи, географик һәм башҡа күп төрлө өлкәне үҙ эсенә алған айырым бүлмәләр - барыһы ла бай мәғлүмәти сығанаҡ. Тимер юл вокзалы тирәһе оҡшай. Хәҙер тирә-яғын матурлап ҡуйғас, айырыуса күркәмләнде. Вокзалдың тау менән йылға араһында урынлашыуы үҙе бер әһәмиәтле күренеш. Әгәр ҙә тимер юл вокзалы янында йылғала пароходтар өсөн туҡтау урыны эшләп, шунда тиклем матур юл булдырһалар, Өфөнөң үҙенсәлекле бер күренешенә әйләнер ине, тип уйлайым.
Ағиҙел яры буйын төҙөкләндереп, заманса итеп эшләп ҡуйыуҙары йылға буйына әллә күпме кешене алып төштө. Айырыуса киске уттар янған ваҡытта Салауат Юлаев һәйкәле эргәһенән мең төрлө төҫтәр менән балҡыған яр буйын ҡарап тороу күңелле. Әгәр ҙә ошондай уҡ идеяны тимер юлы вокзалы янындағы яр буйына күсерһәләр һәм тормошҡа ашырһалар, өфөләрҙең тағы бер яратҡан урыны барлыҡҡа килер ине.
Һәр килеүемдә үҙәктән ситтә урынлашҡан биҫтәләргә барып, күреп ҡайтырға тырышам. Һәр төбәктең дә ысын тормошон күрһәтеүсе урындар - улар нәҡ ошондай эшселәр биҫтәләре. Үҙәк урамдарҙы ялтыратып тотһаң да, биналарҙы йылына өс төҙөкләндерһәң дә, ситтәге райондар бысраҡ һәм ремонт күрмәгән булһа, тотош ҡала тураһындағы тәьҫораттар төҫһөҙләнә. Өфө биҫтәләре буйлап сәйәхәтемдән сығып фекер йөрөткәндә, ҡала хакимиәтенең алдында эшләнәһе эштәр байтаҡ ҡына. Айырыуса йорт ихаталарына инеп сығырға саҡырам етәкселәрҙе.
Еңеү паркына айырым туҡтап үтмәйенсә булмай. Бында тән дә, күңел дә ял итә. Һиллек, саф һауа, таҙалыҡ - барыһы ла ял итеүселәр өсөн. Ғөмүмән, Өфө үҙенең йәшел ҡала тигән статусын лайыҡлы йөрөтә.
Тағы ла шуны әйткем килә - һеҙҙә халыҡ алсаҡ. Урамда кемдең йөҙөнә ҡараһаң да һөмһөрө ҡойолоп йөрөгән кеше күренмәй. Һәр һорауға асыҡ итеп яуап бирәләр, хатта үҙе белмәһә, икенсе кешене туҡтатып һорап, барыбер яуап табып еткереп ҡуялар. Ҡалағыҙ ҙа матур, кешеләрегеҙ ҙә күркәм.

Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.22 | Ҡаралған: 283

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru