«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЛО БАШҠОРТОСТАНҒА - 100 ЙЫЛ
+  - 


Ошо көндәрҙә, атап әйткәндә, әлеге йылдың 14 июнендә, республикабыҙҙың административ-географик сиктәре киңәйтелеп, Оло Башҡортостан барлыҡҡа килеүенә теүәл бер быуат тула. Тарихи масштаб өсөн был әллә ни күп тә түгел һымаҡ: ошо ваҡыт арауығында ни барыһы 4 быуын алышынған. Әммә халҡыбыҙҙың тарихи тамырҙары үтә боронғо замандарға барып тоташа. Бынан теүәл 1100 йыл элегерәк Тарихи Башҡортостандың көньяҡ тарафтарынан Булғар ханлығына табан ғәрәп хәлифе әл Муҡтадир илселеге үтеп китә. Илселектең уҡымышлы сәркәтибе ибн Фаҙлан башҡорттар тураһында үтә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҡалдыра. Шул замандарҙа уҡ ата-бабаларыбыҙ үҙаллы, бер хакимға ла баш бирмәҫ халыҡ булараҡ танылған була.
Шуныһы ҡыҙыҡ, боронғо башҡорт иле хаҡындағы мәғлүмәт кешенең боронғо биогенетик хәтерендә лә һаҡлана икән. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында, махсус алым менән психологик тәжрибәләр үткәргәндә, бер башҡорт студенты үҙенең мейе төпкөлөндә (аҫҡы аңында) һаҡланған күренеш хаҡында һөйләгәйне. Баҡтиһәң, ул Искәндәр исемле бер яугир булып, 1236 йылда монгол ғәскәре составында Киев ҡалаһын алыуҙа ҡатнашҡан икән. Шуныһы ла ғәжәп, ул үҙенең Башҡорт иле кешеһе булыуы хаҡында ла белдерҙе. Шуға күрә Оло Башҡортостаныбыҙҙы тарихи Башҡорт иленең вариҫы тип нарыҡлау һис тә яҙыҡ булмаҫ. Ә әлеге яҙмабыҙҙа һүҙ бынан 100 элек булып үткән тарихи ваҡиғалар хаҡында булыр.

Мәскәүҙә 1917 йылдың ноябрендә большевиктар хөкүмәте тарафынан "Рәсәй халыҡтары хоҡуҡтары декларацияһы" тигән документ ҡабул ителеүгә күп тә үтмәй, башҡорт федералистары Башҡортостандың милли-территориаль автономияһына нигеҙ һала: 15 ноябрҙә (яңы стиль менән - 28 ноябрҙә) Башҡорт мәркәз шураһының икенсе һанлы Фарманы аша Башкурдистан автономияһы иғлан ителә. Ошо тарихи документҡа шура рәйесе Шәриф Манатов, уның урынбаҫары Әхмәтзәки Вәлидов, шура сәркәтибе Шәйехзада Бабич һәм алты бүлек мөдире ҡул ҡуя. 1917 йылдың 22 ноябрендә большевиктарҙың "Правда" гәзитендә ошондай мәғлүмәт баҫылып сыға: "Башҡорт өлкә советы Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерналарының башҡорт территорияһын Рәсәй республикаһының автоном өлөшө, тип иғлан итте һәм Ырымбур губернаһы сиктәрендә автономияны бойомға ашыра башланы". Әйтергә кәрәк, Үҙәк Совет власы ул мәлдә башҡорт зыялылары тыуҙырған автономияға ҡаршы килмәй.
Февраль революцияһынан һуң Рәсәйҙе федерализм принциптарына ярашлы үҙгәртеп ҡороу юлында арымай-талмай эшмәкәрлек алып барған йәш сәйәсмән Әхмәтзәки Вәлидов тап шул саҡта 3 карта эшләй: беренсеһе - Оло Башҡортостан картаһы; икенсеһе - Кесе Башҡортостан (Ырымбур губернаһы сиктәрендә); өсөнсөһө - Башҡортостан, Ҡаҙағстан һәм Төркөстан республикаларынан хасил буласаҡ союздаш мосолман дәүләте картаһы.
Әлбиттә, Әхмәтзәки Вәлидов һәм уның арҡадаштары ерле автономияны башҡорт халҡының милли үҙбилдәләнешен ғәмәлгә ашырыу сараһы итеп ҡарай. Ул автоном республикала башҡорт халҡының ошо территорияла йәшәүсе башҡа милләт кешеләре менән нисбәтендә һан яғынан күберәк булыуын мөһим фактор тип иҫәпләй. Әммә Вәлидов Рәсәйҙә революцион хаос хөкөм һөргән, граждандар һуғышы ҡабына башлаған киҫкен сәйәси ситуацияла башҡорт халҡының реаль автономияһын бары тик Кесе Башҡортостан сиктәрендә генә бойомға ашырып буласағын да яҡшы аңлай.
Тәүге башҡорт хөкүмәте, сәйәсәттә нейтраль позиция тотоп, граждандар конфликтынан ситтә ҡалырға иҫәп тота. Ырымбур большевиктары етәксеһе Цвиллинг Әхмәтзәки Вәлидов һәм Башҡорт хөкүмәте ағзалары менән осрашып, улар совет власына ҡаршылыҡ күрһәтмәһә, башҡорттарҙың эске эштәренә ҡыҫылмаясағы хаҡында белдерә.
Әммә 1918 йылдың 16 февралендә Мосолман хәрби-революцион комитеты (татар-башҡорт большевиктары Ғ. Шәмиғолов, Б. Нуриманов, К. Хәкимов һ.б.) ҡотҡоһо һөҙөмтәһендә Башҡорт хөкүмәте ағзалары (8 кеше) ҡулға алынып, Ырымбур төрмәһенә ябыла. Ә.-З. Вәлиди Туған "Хәтирәләр" китабында хөкүмәт ағзаларын ҡулға алыусы һалдаттарҙың татар милләтенән булыуын иҫкә ала. Баймаҡта башҡорт офицерҙары Ғимран Мағазов, Ғабдулла Иҙелбаев һәм 17 һалдат бер ғәйепһеҙгә ҡыҙылдар тарафынан атып үлтерелә. Большевиктар тәү сиратта яңы ойошторолоусы башҡорт полкын юҡ итергә ниәт ҡора. Цвиллинг, төрмәгә килеп, Әхмәтзәки Вәлидовтан башҡорт ғәскәрен таратыу хаҡында бойороҡ биреүҙе талап итә. Вәлидов ризалашмай. 1918 йылдың апрель айы башында Әмир Ҡарамышевтың һалдаттары, атаман Дутов казактары менән Ырымбур ҡалаһына төнгө налет эшләп, хөкүмәт ағзаларын төрмәнән азат итә. Шулай итеп, башҡорттар сараһыҙҙан адмирал Колчак яғына сығып, ҡыҙылдарға ҡаршы көрәшкә күтәрелергә мәжбүр була.
Адмирал Колчак 1918 йылдың ноябрендә үҙен Рәсәйҙең Юғары хакимы итеп иғлан итә, өлкә хөкүмәттәрен танымау, милли-хәрби берекмәләрҙе, айырым башҡорт ғәскәрен дә башҡа рус полктары составына таратыу хаҡында бойороҡ бирә. Әлбиттә, монархист Колчак башҡорт халҡының милли автономияға хоҡуғын да инҡар итә. Ошо ҡатмарлы сәйәси шарттарҙа, 1919 йылдың февраль-март айҙарында, Әхмәтзәки Вәлидов һәм уның арҡадаштары башҡорт ғәскәренең ҡыҙылдар яғына сығыуы шарттары тураһында большевиктар власы менән килешеүгә өлгәшә. Һөҙөмтәлә Үҙәк Совет хөкүмәте тарихта киң билдәле булған хоҡуҡи документ ҡабул итә, ул "Соглашение Центральной Советской власти с Башкирским Правительством о Советской Автономной Башкирии", тип атала.
1917 йыл аҙаҡтарында иғлан ителгән Беренсе башҡорт автономияһы русса "Башкурдистан" тип аталып йөрөтөлһә, 1919 йылдың мартында Совет власы менән килешеү нигеҙендә төҙөлгәне рәсми рәүештә "Автономная Башкирская Советская Республика" исемен ала. Уның составына Ырымбур губернаһының "Кесе Башҡортостан" тип атала башлаған территорияһы инә. Кесе Башҡортостандың административ бүленеше кантондарҙан хасил була. Үрҙә аталған Килешеүҙә барлығы 13 башҡорт кантоны күрһәтелә: Арғаяш кантоны (үҙәге Арғаяш ауылында, идара рәйесе - Нуриәғзәм Таһиров), Бөрйән-Түңгәүер кантоны (Таналыҡ ауылы, Мөхәмәтйән Булатов), Дыуан кантоны (Арҡауыл, Шакир Төхвәтуллин), Ете ырыу кантоны (Иманғол, Фәттәх Сәлтәшев), Көҙәй кантоны (Таутөмән, Мәхмүт Ҡотоев), Ҡошсо кантоны (Оло Аҡа, Мөхәмәтхәй Ғөзәйеров), Ҡыпсаҡ кантоны (Мораҡ, йәғни Ҡыҙыл Мәсет, Миһран Сыртланов), Табын кантоны (Еҙем-Ҡаран, Шаһибәк Үзбәков), Тамъян-Ҡатай кантоны (Верхнеурал ҡалаһы, Талха Рәсүлев), Туҡ-Соран кантоны (Иҫке Ғүмәр, Абдрахман Ильясов), Үҫәргән кантоны (Ейәнсура, Мөхәмәтғалим Ҡыуатов), Юрматы кантоны (Ергән, Әүхәҙи Ишмырҙин), Ялан кантоны (Тәңрекүл, Ғәлимйән Тағанов).
Әлбиттә, башҡорт милли хәрәкәте етәкселәре Рәсәйҙең төрлө губерналарында йәшәүсе башҡорттарҙы ҡайтанан берләштерергә теләй, хатта ки уларҙы автономия территорияһына күсереп алыу хаҡында ла уйлана. Әммә бөтөн Рәсәй территорияһында барған ҡанлы граждандар һуғышы шарттарында бындай пландарҙы бер нисек тә ғәмәлгә ашырып булмағанлығын да улар яҡшы аңлай. Башҡорт халҡының ирекле үҙбилдәләнеше Кесе Башҡортостан ерлегендә тормошҡа ашырыла.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне. (Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.22 | Ҡаралған: 202

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru