«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШ ҠАЛА КЕШЕҺЕМЕ? УЛ КИҢ КҮҢЕЛЛЕ, АЛСАҠ, ТЕКӘ ҺӘМ… БИТАРАФ
+  - 


Рәсми рәүештә ҡабул ителмәһә лә, "Өфө кешеһе" тигән һүҙбәйләнеш, мәғәнә бар, йәшәй. Уны беҙ яҡшы тоябыҙ, аңлайбыҙ. Бигерәк тә баш ҡаланан ситтә, алыҫ тарафтарҙа йөрөгәндә Өфөнөң, уға мөнәсәбәтле булған кешенең күңелгә яҡынлығын ныҡ тояһың. Икенсе төрлө әйткәндә, Өфөгә ҡарата булған мөнәсәбәт йылылығы һинең дә күңелеңә сайпылһа, шундай ҡаланың гражданы булыуға ғорурлыҡ тойғоһо кисерәһең. Тағы ла шуныһы: Өфө кешеһе ниндәй генә милләт вәкиле булмаһын, барыһы ла башҡорт булып ҡабул ителә. Был хаҡта Рәсәйҙең киң билдәле ғалимы Олег Чернэ баш ҡалабыҙға бер килгәнендә әйтеп үткәйне. Ул: "Башҡортостанда, Өфөлә йәшәүсе һәр кеше башҡортса һулыш ала һәм фекер йөрөтә, һөйләшә", - тигәйне. Шулай итеп, кем һәм ниндәй ул Өфө кешеһе?

Һуңғы ваҡытта республикабыҙ ауылдарында һәм ҡалаларында йәшәүселәрҙең күбеһе Өфө кешеһе булып китергә, баш ҡалаға килергә ынтыла. Ҡайһылары хатта ҡыш уртаһында ауылдағы донъяһын ҡалдырып, балалары менән баш ҡалаға килеп, ятаҡҡа урынлаша, ҡуртымға фатир ала, эшкә урынлаша. Ҡасандыр еңел бәхет, оҙон аҡса эҙләп, Урта Азия, Кавказ яҡтарына китеүселәр ҙә, кире ҡайтҡанда, ниңәлер Өфөлә төпләнеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ҡасаҡтар ҙа, күҙ йомоп, тик Өфөгә ынтыла. Был хәл күп яҡтан аңлашыла ла: әгәр ҙә Өфөлә ҡаты бәғерле, таш йөрәкле, һәр кемгә бәйләнеп барған, шөҡәтһеҙ һәм йәмһеҙ ҡылыҡлы кешеләр йәшәһә, улар Башҡортостандың баш ҡалаһына күҙ төбәмәҫ ине. Ошоларҙан сығып, шундай һығымта ла яһарға була: Өфө кешеһе киң күңелле һәм итәғәтле. Кешенең нисек булыуы ер-һыуға бәйле, тиҙәр. Тимәк, Өфө кешеһен биҙәгән төп күркәм сифаттарҙың тамырын ошо ер, халыҡ тарихынан эҙләргә кәрәктер. Әммә был юлы мин быны маҡсат итеп ҡуйманым, бары Өфө кешеһенең төп сифаттарының ҡайһыларын ғына билдәләмәксемен.
Армияла хеҙмәт иткәнемдә элекке СССР-ҙың төрлө республикаларынан килеүселәрҙең күбеһе Өфө ҡалаһына мөнәсәбәтле булып сыҡты. Береһе Өфө эргәһенән бер генә тапҡыр үтеп киткән, йәки бер тапҡыр ҡалала булған, икенсеһенең Өфөлә туғандары, дуҫтары бар һ.б.
Өфөгә бәйле бәләкәй генә факт та дуҫлаштыра, айырылмаҫ итә. Өфө һүҙенең изге аураһы бар, ул бер-береһенә ете ят, ҡырҡ ата балаларын дуҫлыҡ, туғанлыҡ һуҡмағынан атлата. Бына ниндәй ҡөҙрәткә эйә Өфө тигән һүҙ! Ә бит тыуған еребеҙ Башҡортостан үҙе лә шундай уҡ ҡиммәттәргә эйә республика.
Рәсәйҙең бик күп ҡалаларында булырға тура килде һәм кешеләрен сағыштырып, шундай һығымта яһаным: Өфө кешеһе, ниндәй генә ҡайғы-хәсрәткә тарымаһын, бер ваҡытта ла күңел торошон тышҡа сығарып, башҡаларға белдермәй. Йәйге йәки ҡышҡы селләме, ел-ямғырмы, буран-дауылмы - бер ваҡытта ла бирешмәй ул. Һауа торошо уның кәйефенә әллә ни тәьҫир итеп бармай ҙа шикелле. Ҡышҡы һыуыҡта туңдырма ашай-ашай, сәбәпле-сәбәпһеҙгә йылмайып-көлөп йөрөүсе Өфө кешеһен дә һәр ваҡыт осратырға була. Өфө кешеһе - оптимист! Уға һоролоҡ, аңлайышһыҙ пессимизм хас түгел.
Өфө кешеһенең яҡшылығын иҫбат итерлек йәнә бер дәлил. Беҙҙе бит хатта баш ҡала милиционерҙары ла үлеп ярата. Ярата ғынамы, хөрмәт итә. Миҫалмы? Булды ундай ваҡиға, тап минең менән. Йәшерәк саҡта төнгө сәғәт 2-ләрҙә ниндәйҙер банкеттан йәйәү ҡайтып киләм. Бер аҙ "йылынып" алғанмын, банкет бит инде. Ҡыш һыуығын тоймайым, тамаҡ туҡ, күңел көр. Ҡапыл артымда милиция машинаһының тормозы һыҙғырған тауышҡа һиҫкәнеп киттем. Боролоп та өлгөрмәнем, ике милиция сержанты мине машинаның артҡы ултырғысына ултыртып та ҡуйҙы. Аңлап торам: егеттәр мине бер ҡайҙа ла алып бармаясаҡ. Протокол яҙыу буйынса төнгө пландарын ғына тултырмаҡсы улар. Был хәлде яҡшы беләбеҙ бит инде. Сержанттарҙың береһе тубығына журнал һалып, протокол тултырырға тотондо. "Кем булаһың, ҡайҙа йәшәйһең, эшләйһең, ҡайҙан ҡайтып киләһең", һ.б. Бер графаны сержант тултырмай ҡалдырҙы. Баҡтиһәң, унда мин үҙ ҡулым менән күпме эсеүем тураһында үҙем яҙырға тейеш икәнмен. Ручканы алдым да: "99,8 грамм эстем", - тигән яҙыуҙы сәпәнем һәм күрһәтелгән урынға ҡултамғамды һалдым.
Мине машинанан сығарырға булдылар. Сержант протоколды тағы бер тапҡыр күҙҙән үткәрҙе лә, машинаны ғына түгел, барлыҡ төнгө Өфөнө яңғыратып көлөргә тотондо. Уға водитель менән икенсе сержант та ҡушылды. Тәртип һаҡсыларын "99,8 грамм эстем" тигән яҙыу сығырынан сығарған икән. Ҡайҙа инде мине машинанан төшөрөү, бер минут эсендә яҡын дуҫтарға әүерелдек, хатта адресымды һорашып, йәшәгән еремә тиклем алып барып ташланылар. Протоколды көлә-көлә ҡырҡҡа тураҡланылар. Ана шундай ул беҙҙең Өфө мили…полицияһы! Юморҙы аңлай белеүҙән бигерәк, мине, Өфө кешеһен, яратыуҙан үҙ иттеләр. Әгәр ҙә ошо ваҡиға башҡа ҡалала булды, тиһәләр, һис тә ышанмағыҙ, бындай хәлдең тик Өфөлә генә булыуы мөмкин. Владимир Маяковский "Минең милициям мине һаҡлай…" тип яҙған саҡта, моғайын да, беҙҙең баш ҡаланы ла күҙ уңында тотҡандыр.
Өфө кешеһен ҡылыҡһырлаған сифаттарҙың тик ыңғайҙарын ғына һанаһам, яҙғандарыма берәү ҙә ышанмаҫ ине. Идеаль кеше булмаған кеүек, Өфө кешеһе лә кире сифаттарҙан азат түгел шул. Әйтәйек, Өфө кешеһе республиканың башҡа ерендә булһа, уны урындағы халыҡ өрмәгән ергә ултыртмай, өйөнә алып ҡайта, ҡунаҡ итә, Өфөнән булғаны өсөн генә! Тик шул уҡ кешеләр Өфөгә килеп сыҡһа, Өфө кешеһе үҙен текә тота башлай, ҡасандыр үҙен ҡунаҡ итеүсене күрмәмешкә һалыша. Үәт шулай!

ШУЛАЙ ИТЕП...
Өфө кешеһенең үҙем белгән сифаттары тураһында ҡыҫҡаса ошоларҙы һананым. Нисек кенә булмаһын, Рәсәйҙә "Өфө кешеһе" статусы бар һәм ул башҡа бер ҡалаларҙағына оҡшамаған. Ә мин шул статус менән ғорурмын, текәмен. Ә һеҙ нисек?

Һөйөндөк АҪЫЛОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.22 | Ҡаралған: 178

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru