«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҢ ТӘҮҘӘ - ТУҒАН ТЕЛ!
+  - 

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты филология факультеты уҡытыусылары Ләйлә Хөсәйенова менән Зөләйха Хәбибуллина Саха Республикаһында (Яҡутстан) мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларындағы тәжрибәне өйрәнеү маҡсатында эш сәфәрендә булып ҡайтты. Уның һөҙөмтәләре тураһында факультеттың деканы, филология фәндәре докторы Ләйлә ХӨСӘЙЕНОВА һөйләне.

- Был Рәсәй Мәғариф министрлығының "Күп мәҙәниәтле белем биреүҙең полилингваль моделен индереү тәжрибәһен сағыштырма тикшереү" проекты буйынса беҙ икенсе йыл эшләйбеҙ, төрлө төбәктәрҙә полилингваль белем биреүҙе ниндәй дәрәжәлә, нисек итеп ойоштороуҙарын өйрәнәбеҙ. Вуз ғалимдары өс төркөмгә бүленеп, былтыр Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан, Чечня, Ҡабарҙы-Балҡар, Төньяҡ Осетия-Алания һәм Саха (Яҡутстан) республикаларында мәктәптәрҙә тикшеренеүҙәр үткәрҙек, быйыл иһә балалар баҡсаларына юл тоттоҡ. Коллегам Зөләйха Хәбибуллина менән Яҡутстанда 4 көн булдыҡ һәм 3 балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә йөрөгән 6 йәшлек тәрбиәләнеүселәренә яҡут, рус һәм инглиз телдәрен өйрәтеү кимәлен тикшерҙек. Төбәктәге мәғариф учреждениеларында яҡут телен өйрәтеү бик яҡшы ҡуйылған, барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә был телде яҡшы белә һәм балалар шул мөхиттә үҫә, барлыҡ саралар ҙа шул телдә уҙғарыла. Шулай уҡ ике ҡатлы балалар баҡсаһында баҫҡыстар төрлө төҫкә буялып, төҫтәр өс телдә яҙылыуына һәм һандар төшөрөлөүенә иғтибар иттек. Бала баҫҡыстан менеп-төшөп йөрөгәндә лә һанап, төҫтәрҙе атап, уҡый белгәне өс телдә уҡып китеп бара ала. Тимәк, дәрестән тыш та улар телде ҡуллана.
Яҡуттарҙың тағы бер өлгө алырлыҡ эш һөҙөмтәһен күреп ҡайттыҡ. Улар милли кейемдәрен көндәлектә кейеп йөрөй, үҙ йолаларын атҡара һәм балалар бәләкәйҙән быларҙы күреп-белеп үҫә, милли аш-һыуҙарының, йолаларға бәйле ғөрөф-ғәҙәттәренең атамаһын, асылын белә һәм шул мөхиттә тәрбиәләнә. Бынан тыш, балалар халыҡ ауыҙ-тел ижадын яҡшы белә, героик эпостарының персонаждарын һынландырған ҡурсаҡтарҙы уйната. Беҙ булған 3 балалар баҡсаһында ла олонхо геройҙарының ҡурсаҡтары булды, балалар уларҙың барыһын да таный, был Нургун батыр тип уйнап ултыра. Һәм ул ҡурсаҡ ысынлап та олонхола әйтелгәнсә һынландырылған. Ә беҙҙә "Урал батыр" эпосының геройҙары һәр балалар баҡсаһында ла бармы? Ғөмүмән, ундай комплектты күргәнем дә юҡ. Балаларыбыҙ Аҡбуҙат урынына единорог, боронғо башҡорт яугирына хас булат ҡылыс урынына Дарт Вейдерҙың яҡтыртҡыс ҡылысын уйнатып йөрөй. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа башҡорт телен үҫтереү йәһәтенән төрлө эштәр эшләнә, шулай ҙа халҡыбыҙҙың мираҫын балаларыбыҙ кескәйҙән яҡын күрһен, үҙ итһен өсөн яҡуттарҙың был өлгөһөнә иғтибар итергә кәрәктер.
Артабан коллегаларҙың башҡа төбәктәрҙә үткәргән тикшеренеүҙәрен, шул иҫәптән Башҡортостан балалар баҡсаларындағын да дөйөмләштерергә кәрәк буласаҡ. Әлегә Өфөнөң бер нисә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында булдыҡ, беҙҙең полилингваль белем биреү йәһәтенән уртаҡлашыр тәжрибәбеҙ барлығын белдек. Беҙҙә полилингваль балалар баҡсалары һәм күп телдәр өйрәткән төркөмдәр асыла ул. Әммә полилингваль балалар баҡсаһы йә мәктәп - ул тәү сиратта туған тел (беҙҙә башлыса башҡорт теле), рус теле һәм сит тел өйрәтелгән учреждение тигәнде аңлата. Тимәк, бала тәү сиратта башҡортса белергә тейеш, шунан рус теле һәм берәй сит телде өйрәнә. Бында мәғариф учреждениеларының атай-әсәйҙәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш булыуы көн кеүек асыҡ, сөнки бала бөтә телдәрҙе белеүҙе лә берҙәй мөһим тип иҫәпләргә, һәр береһен яҡшы кимәлдә өйрәнергә бурыслы.
Полилингваль белем биреү бөгөнгө глобалләштереү шарттарында бик әһәмиәтле йүнәлеш, балаларға бер телде генә белеү етмәй хәҙер. Ә был үҙ сиратында кәрәкле кадрҙар әҙерләү һәм уларға тәғәйен уҡытыу-методик әсбаптар булдырыу мәсьәләһен алдыбыҙға ҡуя. Икенсеһе буйынса Башҡортостанда әүҙем генә эш алып барыла, дәреслектәр сығарыла. Ә бына кадрҙарға килгәндә, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ был йәһәттән эш башланы: былтыр башланғыс кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм башҡорт теленән мәктәпкәсә белем биреү педагогы әҙерләү бүлектәрен астыҡ. Быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтен белгән тәрбиәсе-логопед һөнәренә уҡырға теләүселәрҙе ҡабул итәсәкбеҙ, бюджет урындары булдырылған. Былар барыһы ла республикала күп телдәрҙе белгән балаларҙы уҡытыу-тәрбиәләү буйынса эшебеҙҙе һөҙөмтәлерәк итер, тип ышанабыҙ.

Камила ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.22 | Ҡаралған: 192

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru