
ҺОРАУ: "Мәктәпте тамамлаусылар киләсәк һөнәрен һайлау алдында тора. Һеҙҙең уҡыу йортоноң, уларҙың ошо юҫыҡтағы ниәтен, маҡсатын, хыялын тормошҡа ашырыр өсөн, заманға ярашлы ниндәй тәҡдиме бар?"
Фуат ДӘМИНДӘРОВ, Өфө урман техник техникумы директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары: Бөгөн мәктәптәрҙең сығарылыш синыф уҡыусылары юл сатында тора, тиергә лә мөмкин, сөнки улар үҙҙәренең күңелдәренә ятҡан һөнәр һайларға тейеш. Уның заманға ярашлы ғына түгел, күңеле тартҡан булыуы ла зарур. Ни тиһәң дә, яратҡан эште башҡарғанда уның ауырлығы ла, ҡатмарлылығы ла тойолмай, ә күңел ҡыуаныс таба.
Был йәһәттән Өфө урман техник техникумы урман һәм урман паркы, машиналарҙы техник эксплуатациялау, ағас эшкәртеү технологияһы, ер төҙөлөшө, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, баҡса, парк һәм ландшафт төҙөлөшө йүнәлештәре буйынса көндөҙгө бюджет һәм коммерция бүлектәрендә һөнәр алырға саҡыра. Бының өсөн хатта баш ҡалаға килеп йөрөү ҙә кәрәкмәй, бары тик документтарҙың күсермәләрен 1 июндән 15 авгусҡа тиклем хат аша ебәрергә йәки электрон форматта тапшырырға мөмкин. Ситтән тороп уҡыу бүлегенә документтар 31 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.
Урман-техник техникумы тип аталһаҡ та, уҡыу йортонда ижади һәләт тә кәрәк, сөнки баҡса, парк һәм ландшафт төҙөлөшө бүлеген һайлаусыларҙан мотлаҡ фантазия, ижади ҡараш талап ителә. Шуға күрә был йүнәлештәрҙе һайлаусылар документтарын 10 авгусҡа тиклем тапшыра һәм уларға ижади һынау ҙа үткәрелә.
Техникумда тәрбиә эшенә ҙур иғтибар бирелә. Теләүселәр буш ваҡытын төрлө түңәрәктәрҙә, секцияларҙа файҙалы итеп үткәрә. Техникумыбыҙ спортсылары республика колледж-техникумдары араһында уҙғарылған төрлө спорт ярыштарында призлы урындар яулай, мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалмайбыҙ. Һуңғы йылдарҙа уҙғарылған Бөтә Рәсәй йәш һөнәрмәндәр конкурсында ла ҡатнашабыҙ.
Техникум уҡытылған һөнәрҙәр буйынса республиканың билдәле предприятиелары, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә.
Уҡыу йортоноң үҙенең ашханаһы бар һәм студенттар оҙон тәнәфестә унда комплекслы туҡлана ала. Республика район-ҡалаларынан килгән егет-ҡыҙҙарға дөйөм ятаҡтан урын бирелә.
Әгәр уҡыу йорто тураһында күберәк мәғлүмәт алырға теләһәгеҙ, уның сайтына инеп, барлыҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙға яуап алырға мөмкин.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|