«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠАЛАРҘАН ҠАЛЫШМАЙБЫҘ, УҘЫП ТА КИТӘБЕҘ ӘЛЕ!
+  - 


Баш ҡаланың белем усаҡтарындағы хәлдәрҙе һорашып-белешеүҙе дауам итәбеҙ. Был юлы вазифаларына яңыраҡ тәғәйенләнгән йәш етәкселәрҙең уҡыу йылы аҙағына эш һөҙөмтәләре, ҡаҙанған уңыштары, борсоған һорауҙары тураһында белештек.

Ришат Камалов, М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы директоры:
М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһына ярты йыл етәкселек итеп өлгөргән арауыҡта ҡайһы бер ғорурланырлыҡ ҡаҙаныштарыбыҙҙы телгә алырға мөмкин. Бында, һис һүҙһеҙ, гимназияла тупланған алдынғы педагогтар, һиҙгер атай-әсәйҙәр, маҡсатлы уҡыусыларҙың һәм быға тиклем улар менән оҫта етәкселек иткән Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиеваның ҡаҙанышы ҙур. Уларға мине күтәрмәләп, эшемдә ҙур терәк булыуҙары өсөн рәхмәтлемен.
Яңы йәй башланып тороуына ҡарамаҫтан, уҡыу йылының "себештәрен" һанар мәл әле. Беҙҙең гимназистар төрлө кимәлдәге олимпиада, ярыш, конкурс һәм сараларҙа бик әүҙем ҡатнашты, теүәл, тәбиғи һәм гуманитар фәндәр менән бер рәттән, спортта ла һынатманы. Мәҫәлән, республикала географиянан Асман Ҡарағоловҡа етеүсе булманы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Сәлимә Яҡупова, һыҙманан Дамир Вәлиев, экологиянан Гүзәл Баһауетдинова һәм Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихынан Наҙгөл Ҡолтаева кеүек алдынғы уҡыусыларыбыҙ муниципаль һәм республика кимәлдәрендә беренсе урын алдылар. Ике тиҫтәлек юбилейын билдәләгән "Шаяниум" ҡала конкурсында быйыл беҙ тағы ла алдынғылыҡты бирмәнек. Быларҙан тыш, гимназияның үҙенең матур йолаға әүерелгән саралары күп, уларҙа Мостай Кәрим исемендәге Фонд менән берлектә тормошҡа ашырылғандары бихисап.
Бөгөнгө мәшәҡәттәребеҙ тураһында һөйләгәндә инде, киләһе уҡыу йылына әҙерлек бара. Сығарылыштарҙың имтихандарын түҙемһеҙлек менән көткән арала йәйге каникулдар башланды һәм беҙҙең гимназияла балалар лагерҙары эш башланы. Улар өс сменала буласаҡ, береһендә йөҙәрләгән бәләкәй класс уҡыусылары ял итһә, икенсеһе үҫмерҙәр өсөн хеҙмәт һәм ял лагеры булараҡ ойошторола. Һуңғыһына йөрөгән уҡыусылар гимназия территорияһында ҡушылған ваҡ-төйәк йомоштарҙы үтәп, хеҙмәт тәмен татый аласаҡ. Сөнки уларға эш хаҡы түләү ҙә ҡаралған.
Киләһе уҡыу йылына әҙерлек тә гөрләй: апрель айында уҡ 1-се синыфҡа уҡырға килергә теләгән бәләкәстәрҙән алты класс туплап ҡуйҙыҡ, илдең алдынғы вуздары менән килешеүҙәр төҙөнөк һәм уларҙың ярҙамында махсус класс бүлмәләрен кәрәкле техника менән йыһазландырабыҙ, гимназияның матди-техник базаһын нығытыу йәһәтенән эшмәкәрлек алып барабыҙ. Әйткәндәй, 900 балаға иҫәп тотоп төҙөлгән гимназияла быйылғы уҡыу йылында 1220 бала уҡыһа, киләһендә - 1350 тирәһе тип көтөлә. Шулай уҡ беренсе сентябрҙән Мәскәү физика-техник институты менән килешеү төҙөнөк һәм башланғыс синыфтарҙан алып теләге булған һәр баланы ошо йүнәлештә өҫтәмә уҡытасаҡбыҙ. Уларға Мәскәүгә барып, белемдәрен камиллаштырыу мөмкинлеге лә биреләсәк. Шулай уҡ республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары менән даими бәйләнештә эшләйбеҙ, улар ярҙамында махсус йыһазландырылған бүлмәләребеҙ бар, өлкән синыфтарға төрлө профилле белем биреүҙә лә төп ярҙамсыларыбыҙ улар.

Миләүшә Мырҙағәлина, Ғ. Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейы директоры: Уҡыу йылы тамамланған мәлдә беҙҙең дә хәстәрҙәр барыһыныҡы кеүек инде. Быйыл лицейҙа барлығы 423 бала уҡыны, уларға 26 юғары квалификациялы педагог белем бирә. Уҡыу йылы гөрләп үтте, коллегаларым менән эшебеҙҙең матур ғына һөҙөмтәләрен күреп ҡыуандыҡ. Мәҫәлән, лицейҙың "Тағы ла "ике" КВН-командаһы "Шаяниум" ҡала конкурсында ла, Башҡорт асыҡ КВН лигаһының уйындарында ла икенсе урын яуланы, унда уйнаған Ангелина Халиҡова исемле бик талантлы уҡыусыбыҙ икеһендә лә "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" номинацияһында билдәләнде. "Башҡорт телен популярлаштырыу буйынса иң яҡшы социаль ролик" тигән конкурста ҡатнашып еңеү яулауыбыҙ - беҙҙең өсөн иң ҙур ҡаҙаныш.
Билдәле башҡорт яҙыусыһы Ғәли Ибраһимовтың исемен йөрөткән лицейҙа быйыл Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына һәм шәхестең иҫтәлегенә арналған матур ғына хәтер кисәһе ойошторҙоҡ. Һөҙөмтәлә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-яҙыусының ижадын, уның шәхесен балалар яҡшыраҡ белһен өсөн был сараны һәр йыл үткәрергә ниәтләнек. Әйткәндәй, мәктәбебеҙҙең бер быуаттан артыҡ тарихы бар һәм музейҙа байтаҡ ҡомартҡылар тупланған, әле шуны яңыртыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Ошонда ҡасандыр парта артында бар донъяға билдәле балет бейеүсеһе Рудольф Нуриев, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы Рәғиҙә Янбулатова, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова ултырған. Белем усағын астырыу өсөн тәүге директор Закир Шакиров күпме көс һалған. Быларҙың барыһын да тиҙҙән заманса музейыбыҙҙа күрә аласаҡһығыҙ.
Лицейҙы яңыртыу эштәренә килгәндә, тағы бер шатлыҡлы хәбәребеҙ бар: быйыл башҡорт теле кабинеттарын модернизациялау проектына индек, әле бына өр-яңы кәрәк-яраҡты ҡулға алырға торабыҙ. Шулай уҡ балалар яратып шөғөлләнгән ҡурайсылар һәм бейеүселәр түңәрәктәренә бер иштән зауыҡлы башҡорт милли кейемдәре тектереп алдыҡ. Был сәнғәткә ғашиҡ балаларыбыҙҙың күңеленә хуш килде. Балалар фекерҙәрен матур итеп башҡортса әйтеп өйрәнһен, телмәрҙәре шымарһын, журналист һөнәрендә үҙҙәрен һынап ҡараһындар өсөн "Ауаз" тигән медиа-үҙәк асырға хыялланып йөрөйбөҙ. Тағы ла быйыл Башҡортостан Мәғариф министрлығы һәм Өфө ҡала хакимиәте ярҙамында "Биҙәк" республика конкурс-фестивален үткәрҙек. Унда 200-ҙән ашыу ҡатнашыусы үҙ халҡының уйын ҡоралында уйнаны, халыҡ йырҙарын һәм бейеүҙәрен башҡарҙы.
Киләһе уҡыу йылына 5-се синыфтарҙан "Шайморатов кластары", 8-селәрҙән кадет кластары ойошторабыҙ, 10-сыларҙан социаль-иҡтисади йүнәлештә уҡырға теләгән балаларҙы туплайбыҙ. Өлкән синыфтарҙа Башҡорт дәүләт университеты менән тығыҙ эшләйбеҙ. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ беҙҙә "Башҡорт туған телен тәрәнәйтеп өйрәнеү буйынса берҙәм мәғариф киңлеге" тигән проектын тормошҡа ашырҙы һәм уҡытыусыларыбыҙ төрлө юҫыҡта оҫталыҡтарын камиллаштырҙы. Беренсе уҡыу йылын бына шулай тамамлап торам был лицей менән һәм бында барыһының да мине йылы ҡабул итеүҙәре, күтәрмәләп тороуҙарына рәхмәтлемен. Былтыр лицейҙа 390 бала уҡыһа, быйылғы уҡыу йылында 423 булды, киләһе уҡыу йылына тағы 50 беренсе класс уҡыусыһы килер, тип көтәбеҙ. Әле беҙҙең микрорайонға ҡараған атай-әсәйҙәрҙән ғаризалар йыйыу бара, 6 июлдән бында теркәлмәгәндәрҙе лә ҡабул итә башлайбыҙ. Алтын шулай бөртөкләп йыйыла инде. Күп кенә башҡорт ғаиләләренән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн махсус класс асыуҙы һорап мөрәжәғәт иткәндәре бар, был мәсьәләне лә ыңғай хәл итеп булыр тип уйлайым. Тик бер генә күңелде өйкәгән нәмә бар: башҡа милләт вәкилдәре балаларын беҙгә бик теләп алып килгәндә, үҙебеҙҙекеләр ҡайһы саҡта беҙҙе урап үтә. Ә беҙ күпме көс түгеп, урыҫ балаларына башҡорт телен, мәҙәниәтен, сәнғәтен, тарихын өйрәтәбеҙ. Беҙҙә уҡығас, күңелендә башҡорт халҡына, тыуған төйәгебеҙгә ҡарата һөйөү, ихтирам бөрөләнһен, тибеҙ.


"Киске Өфө" гәзите, №23, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.22 | Ҡаралған: 203

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru