«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨЙӨК РЕФОРМАТОРҘЫҢ 350 ЙЫЛЛЫҒЫ АЙҠАНЛЫ
+  - 

Пётр I Алексеевичты "Бөтә Рустең һуңғы батшаһы һәм Бөтә Рәсәйҙең тәүге императоры" тип атайҙар. Буласаҡ император 1672 йылдың 9 июнендә донъяға килә, һәм ун йәшендә батша тип иғлан ителә.

Батшалыҡ итеүҙең тәүге йылдарында Пётр I Осман солтанаты һәм Ҡырым ханлығы менән һуғыш алып бара. Тап ошо осор беҙҙә нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу уята, сөнки был һуғыштарҙа башҡорт яугирҙары әүҙем ҡатнаша. 1696 йылғы урыҫ-төрөк һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәткән Алдар Иҫәкәевтең исеме тарихҡа инеп ҡалған. Алдар менән ҡуша был һуғышта ҡустыһы һәм ағаһы ла ҡатнаша. Яу алдынан дошманлашыусы ике яҡтан алға сығарылған батырҙар көрәшендә черкес батырын еңеп, Алдар дан ала. Батша уға ике мәртәбә тарханлыҡ дәрәжәһе бирә. Яуҙа ағаһының һәләк булыуын ишеткәс, батша батырға ағаһын тыуған еренә алып ҡайтып ерләү өсөн махсус ылау, аҙыҡ-түлек, аҡса, һаҡсылар бирергә бойора. "Тархану Алдарбаю Исакаеву - детям его, племянникам и внучатам - за бытие им Алдаром в Крымском и Азовском походах, и за три полученные им раны, также и за убийство сразившегося с ним Черкешанина, за поимку языка Крымчанина... и объявление Его Величеству блажения и вечной славы достойной памяти Государю Императору Петру Первому" (Из указа царства Российских", 1734 г.)
Пётр I Рәсәй батшаларынан тәүге булып Көнбайыш Европаға оҙайлы сәйәхәт ҡыла һәм унан әйләнеп ҡайтҡас, реформа эшен киң йәйелдерә. Рәсәй биләмәһен киңәйтеү - уның төп маҡсаттарының береһе, һәм Бөйөк Төньяҡ һуғышынан һуң Балтик буйындағы ерҙәрҙе Рәсәйгә ҡушҡас, 1721 йылда үҙен император тип иғлан итә. Пётр I реформалары күп, ҡайһыларын ғына атап китәйек: йәмғиәттең социаль төҙөлөшөн үҙгәртә, боярҙарҙы ҡыҫырыҡлай һәм яңы ҡатлам - дәүләткә генә хеҙмәт итә торған дворяндарҙы барлыҡҡа килтерә, шулай уҡ сәйәси полицияны төҙөй.
Шведтар менән барған Төньяҡ һуғышта Ниеншанц ҡәлғәһен яулап алғас, шул тирәлә яңы ҡала төҙөргә фарман бирә. 1703 йылдың 16 (27) майында Санкт-Петербургҡа нигеҙ ташы һалына. Яңы ҡала һалыу тураһындағы фарманын биргәс, Пётр шундуҡ үҙ ҡулдары менән ағас өй төҙөргә тотона. Ул әле лә бар һәм ҡаланың символы булып тора. Өр-яңынан реставрация үткән "Еҙ һыбайлы" һәйкәле иһә императорҙың тыуған көнөндә ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне.

Фәрзәнә ФӘТИХОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.22 | Ҡаралған: 206

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru