«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЛА БАЛАЛАРЫНА ЛА САЛҒЫ СЫҢЫ ТАНЫШ БУЛҺЫН
+  - 

Ауыл ерендә үҫкән һәр бала белә: бесән мәле - ҡулда салғы-һәнәктәрҙән ҡалған сөйәлдәр, эҫе көндә арҡа буйлап аҡҡан тир, күҙ-танауға тулыр саң ғына түгел, ул - урманда ҡайнаған мәтрүшкәле сәй ҙә, күңелле генә зыйтлап торор салғы сыңы ла, ауыр эш көнөнән һуң арбала ҡырын ятып, йырҙар көйләп барыу ҙа. Ғөмүмән, ауыл балаһы өсөн бесән мәле - күңелле лә, дәртле лә, иҫтә мәңге һаҡланыр бер осор! Ҡалала буй еткергән бала-саға был хистәрҙе аңламаҫ та кеүек. Әммә улар ҙа бит ауылда үҫкән ата-әсәләренең, йә йәштәштәренең көнитмешен белергә тейеш!

Күптән түгел Өфө ҡалаһының 308-се Башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн "Салғы сыңы" тип аталған фольклор байрамы уҙғарылды. Сараны ойоштороусы тәрбиәселәр - Рәшиҙә Ғибәҙуллина, Регина Нартдинова, Рәмилә Абдрахманова ҡала балаларын бесән эше менән таныштырыуҙы ғына маҡсат итеп ҡуймай, ошо йәйге күңелле өмәнең халыҡ өсөн ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген, бесәнгә бәйле халыҡ ижады өлгөләрен - йыр-бейеүҙәрҙе лә өйрәтеүгә ҙур иғтибар бирҙе.
Кисә башында сараны алып барыусы өләсәй балаларға ямғыр шифаһы, йылдың уңышлы килеүе тап ямғыр муллығына бәйле булыуы тураһында һөйләп ишеттерҙе. Бесән ваҡытында ялан-урмандарҙа емеш-еләк тә ишелеп уңа бит әле! Балитәкле башҡорт милли күлдәктәрен кейгән ҡыҙҙар силәк тотоп, еләк йыйыу күренешен һынландырған бейеү башҡарғансы, малайҙар ситтә тырма йүнәтте, салғы үткерләне. Малайҙарҙың ысын ир-егет булып үҫеренә, ҡыҙҙарҙың уңған килен булып буй еткерәсәгенә ишара ине был. Бейеү-йырҙар аша бесән эшләү серҙәренә өйрәнгән балалар түңәрәккә ултырып ял иткән арала йомаҡ та ҡойҙолар, мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр, тиҙәйткес ҡабатланылар, хатта һыуһын ҡандырырға башҡорттар яратып эскән эсемлек - айран да тәмләнеләр. Байрамға саҡырылған махсус ҡунаҡтар - "Аҡбуҙат" журналы хеҙмәткәрҙәре - Лариса Абдуллина, Миңлегөл Тайсина һәм Миләүшә Ғәйфуллина-Вәлиева балаларҙың зирәклегенә, оҫталығына, тырышлығына хайран ҡалды.
Башҡорт халҡының фольклор ынйылары - йырҙар, йомаҡтар, мәҡәлдәр юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Халыҡ эш менән булғанда, йә ауыр хеҙмәттән арып ял иткәндә уйлап сығарған уларҙы. Ата-бабаларыбыҙ шулай күңел асҡан, көндәлек эштәрен, хәстәрен йыр-моң менән сылатҡан. Тап шул халыҡ ижады өлгөләре аша үҫеп килгән йәш быуынға үткәндәрҙе аңлау, халҡыбыҙ көнитмешен тулыраҡ күҙ алдына баҫтырыу еңелерәк бирелә, ти 308-се Башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.

Рәшиҙә ҒИБӘҘУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.22 | Ҡаралған: 267

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru