«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАШҠАҘАНДА БАЙРАМ, БАРСАҺЫ ЛА ХАЙРАН!
+  - 


Ғаиләм менән Өфө ҡалаһының Һупайлы биҫтәһендәге яңы ғына төҙөлөп бөткән өйҙән бирелгән фатирыбыҙға 1994 йылда күсеп килдек. Шул саҡта ошонда йәшәгән бер кешенән: "Һупайлыла көн итеү нисегерәк?" - тип һорай ҡуйҙым. Ул, йылмая биреп, руссалап: "Здесь деревья не растут, птицы не поют", - тип яуап ҡайтарҙы. Ул ваҡыттарҙа фатир алмаштырыусы йә иһә һатып алыусылар үҙҙәренең иғландарында ошолай яҙалар ине: "Һупайлыны тәҡдим итмәҫкә!" Йылдан-йыл ҙурая барған микрорайонға ни өсөн шундай мөнәсәбәт булғанына һуңынаныраҡ төшөндөм.

Һупайлы биҫтәһе урынлашҡан территория Өфө (Ҡариҙел) йылғаһы буйындағы һаҙамыҡ ярымутрауға бер нисә метр ҡалынлығында түшәлгән ташлы-ҡомло ерҙән ғибәрәт. Һупайлыла йәшәй башлаған йылдың йәй айҙары етте. Көндәр эҫе тора. Бер заман көслө ел сыҡты. Күҙ асҡыһыҙ ҡом бураны 9 ҡатлы йорттарҙан да өҫкәрәк күтәрелде. Ә ямғырҙар күп яуғанда бар тирә-яҡ күләүектәр менән тула ине. Мин шул йылдың көҙөндә яңы ғына асылған 136-сы Башҡорт мәктәп-лицейына эшкә урынлаштым, көҙөн мәктәпкә резина итек кейеп йөрөргә тура килде.
Эй, ул ваҡыттар бары бер төш кеүек кенә булып ҡалды. Бөгөн ипподром янындағы бейеклектән Һупайлыға ҡараһаң, ул йәшеллеккә күмелгән бер ҡала булып күренә. Кемгә нисектер, бөгөн беҙгә бында йәшәүе бик тә оҡшай. Нисек шулай булмаһын: әлеге Ҡариҙелебеҙ буйындағы йәшел сауҡалыҡ буйлап дамба төҙөлдө, ул бала-сағаның йыл әйләнәһенә уйнап туймаҫлыҡ бер урыны хәҙер. Йәш егет-ҡыҙҙарҙың да, пенсия йәшендәгеләрҙең дә көн һайын атлап-йүгереп йөрөп, һаулығын нығыта торған бер матур ял итеү зонаһы ла ул.
Ә быйылғы Рәсәй һәм бер үк ваҡытта Өфө ҡалаһы көнө һупайлылар хәтерендә бер гүзәл байрам кеүек иҫтә ҡаласаҡ. Бында бер юлы ике тантана үтте. Октябрь районының 130-сы мәктәбе янында иҫең-хушың китерлек балалар паркы асылды. Иң элгәре күҙгә салынғаны - бында шул тикле таҙа, бөхтә ҡоролған, заманса синтетик келәмдәр түшәлгән ял һәм уйын майҙансыҡтары. Төш етер-етмәҫтән ҡарамаҡҡа бигүк ҙур булмаған майҙанда тамаша башланды: бала-сағаһы ла, йәше-ҡарты ла матур байрам сараһында ҡатнашырға йыйылды. Музыка яңғырай, балалар үҙ таланттарын халыҡҡа күрһәтә - кемдер йырлай, кемдер бейей, малайҙар майҙан тота, спорт көрәшендә бил бирмәҫкә тырыша. Спорт майҙансыҡтарының ниндәйе генә юҡ: хоккей ҡумтаһында кесе йәштәге малайҙар фолбол (туплы хоккей) уйынында еңеү яуларға ынтылһа, футбол һәм баскетбол ҡырҙарында ла сәмле алыш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Паркта балалар өсөн төрлө уйын ҡоролмалары ла күп икән - кемдер берәмләп, кемдәрҙер күмәкләп бәүелсәктәргә ҡунаҡлаған, өҫтәл теннисы өҫтөнән пинг-понг тупсыҡтары осоп ҡына тора, ә балалар самокаттарында йөрөү ҡоролмаһының тимер таҫмаһы буйлап малайҙар һәм ҡыҙҙар рәхәтләнеп елдерә генә. Балалар өсөн төрлө конкурстар ойошторолған, бер кем дә бүләкһеҙ ҡалмай, һәр бала ҡәнәғәт ошо тамашанан.
Йәш кенә балалары менән байрамға килгән ике әсәгә һүҙ ҡуштым. Бына ниҙәр әйтте улар. Регина Баева: "Һупайлыла инде егерме йылдан артыҡ йәшәйем, бындағы 127-се мәктәпкә 1-се класҡа уҡырға килдем, хәҙер вуз тамамлап, үҙем дә әсәй булдым. Минең бала сағымда күберәк ҡәҙимгесә йүгереп йөрөп, тегеләй-былай уйнап үҫтек. Ә хәҙер иҫ китерлек, балаларға уйнар өсөн дә, төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеп, таҙа һәм ныҡ булып үҫер өсөн дә бөтә шарттар ҙа бар. Ошондай парктар булдырыу - ул беҙҙең балаларыбыҙҙың киләсәгенә инвестициялар һалыу, тип әйтһәк тә була". Шәрипова Регина: "Һупайлыла 2005 йылдан бирле йәшәйем. Шунан һуң бер аҙ СССР-ҙың 50 йыллығы урамында йәшәп алған инем, кире Һупайлыға ҡайттым. 130-сы мәктәп янындағы майҙан тиҫтә йылдар буйына бер файҙаһыҙ буш ятты. Бында хәҙер шундай үҙгәрештәр башланды, бер йыл дауамында шундай уйланылған һәм заманса ҡоролған балалар һәм үҫмерҙәр паркы хасил булды. Иң кескәй бала-сағанан оло йәштәгеләргә тиклем бында рәхәтләнеп ял итә ала хәҙер".
Төшкә табан Ҡашҡаҙан паркына йүнәлдем. Көн һалҡынса, болотло, бер ҙә генә лә байрамса түгел һымаҡ. Ғәжәпкә ҡаршы, өр-яңынан үҙгәртеп ҡоролған паркта кеше байтаҡ ҡына. Әйткәндәй, бынан утыҙ йылдар әүәлерәк бында бер ниндәй ҙә ағаслыҡ та, ипләп тороп ял итерлек урын да, мәҙәни саралар уҙғарырлыҡ мөмкинлектәр ҙә юҡ ине. Яр буйына төшөп, оло ғына ике әбей менән гәпләшеп алдым. Алевтина Ермолаева бында 1988 йылдан бирле йәшәй. Уның әйтеүенсә, ул саҡта Ҡашҡаҙан күле бик ныҡ бысранып, унда һыу инеүе лә имәнес булған икән. Алевтинаның бергә эшләгән иптәштәре: "Һупайлынан фатир тәҡдим итһәләр, ризалаша күрмә, бысраҡҡа батырһың", - тип уны киҫәтеп тә ҡарағандар. "Хәҙер инде ҡыуанып бөтә алмайым. Ошо парк миңә бер мөғжизә һымаҡ тойола", - ти ул. Алевтинаның дуҫ әбейе Нина Кондрашова ла һүҙгә ҡушыла: "Миңә 82, Алевтинаға 84 йәш тулды инде. Ошо паркта йөрөгән мәлдә йәшәреп киткәндәй тояһың үҙеңде, тағы ла йәшәге килеп китә. Йәштәргә лә, беҙҙең кеүек оло быуын кешеләренә лә шундай матур ял паркын булдырған түрәләргә рәхмәт әйтәһе генә ҡала".
Эргәбеҙгә тағы ла бер оло апай килеп, үҙен Зәйнетдинова Фәйрүзә, тип таныштырҙы. Ғафури районының Бурлы ауылында тыуып үҫкән. "1977 йылдан Һупайлы ауылында шәхси йортта йәшәп алып киттек иптәшем менән. Хәҙерге күп ҡатлы йорттар торған урында ул саҡта бер ниндәй ҙә төҙөлөш булманы, һаҙамығыраҡ ер, яҙ көндәрендә һыу ята, ир-ат шунда балыҡ тотоп, кәмәләрҙә йөҙөп йөрөй торған ине. Фанера комбинатында эшләгән сағымда беҙгә бында ер участкалары бүлеп бирҙеләр, бәрәңге ултырта инек. Ошонда уҡ мал да көттөләр. Хәҙер Һупайлыбыҙ сәскә ата, тиһәм дә артыҡ булмаҫ, шатланып йәшәйбеҙ. Фатирыбыҙ дамба буйында, таң менән беҙҙе ҡоштар һайрап уята, Аллаһыбыҙға шөкөр", - тип шатлығы менән уртаҡлашты ул.
Муллаянова Рима Һупайлыла 2014 йылдан бирле йәшәй. "Шундуҡ оҡшаттым Өфө ҡалаһының ошо микрорайонын, - ти ул. - Ҡашҡаҙан паркы ла үтә матурайҙы, күпме ағас ултыртылған, яҙ көндәрендә алмағастар ап-аҡ сәскәгә күмелә, шыршы-ҡарағайҙары ла ошо урынға еректе. Ә күлде таҙартыуға, паркты заманса итеп ҡороуға, һупайлылар өсөн ошондай күркәм ял зонаһын булдырыуға күпме көс һалынған - иҫ китерлек. Рәхмәт инде ҙур итеп район, ҡала һәм республика етәкселәренә". Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников әйтеүенсә, Ҡашҡаҙан күлен таҙартҡан саҡта унан 40 мең машина ләм, батҡаҡ, төрлө сүп-сар сығарылған, күл төбөнә таҙа балсыҡ түшәлгән. Уның һыуы хәҙер шундай таҙа, һыу инеүселәргә бер ниндәй ҙә хәүеф янамаясаҡ.
Тегеләй-былай үтеп йөрөгән кешеләр араһынан бик тә ихлас һөйләшеп килгән 4 ҡатын-ҡыҙға иғтибар итеп, гәзитебеҙ өсөн интервью биреүҙәрен үтендем. Улар тәүге минутта бер аҙ аптырабыраҡ ҡалды, шунан миңә исем-шәрифем менән өндәшмәһендәрме: "Вәлиәхмәт Миңлеәхмәт улы, был һеҙме?" - тиҙәр. Үҙем дә аптырай төштөм. "Һеҙ мине ҡайҙан беләһегеҙ?" - тим. "Беҙ һеҙҙең элекке студенттарығыҙ, Башҡорт дәүләт пединститутының педагогика һәм башланғыс кластарҙа уҡытыу методикаһы факультетының тәүге сығарылышынанбыҙ. Психология фәнен һеҙҙән өйрәндек, нисек итеп үҙебеҙҙең яратҡан уҡытыусыбыҙҙы онотайыҡ инде", - тинеләр. Ғәлиева Нуриҙә, Хәйруллина Зәлифә, Вәлиәхмәтова Розалия, Магизова Фаилә - уларҙың береһе Өфөлә, икенсеһе Ҡаҙанда, өсөнсөһө Шишмәлә, дүртенсеһе Чесноковкала йәшәй икән бөгөн. Улар бер тауыштан Ҡашҡаҙан паркының заманса ҡоролоуы, бында йәшәгән кешеләргә бик тә уңайлы ял урыны булыуы хаҡында һоҡланып һөйләнеләр. Ҡаҙандан килгәне: "Был үҙе бер бәләкәй Дубай бит", - тип маҡтап ебәрҙе хатта. Өфө ҡунағының ошо фекерен нисек хупламайһың инде!
Ошо байрам көнөндә Ҡашҡаҙан паркын ҡарарға килеүселәр ағымы иртәнән кискә тиклем туҡтаманы. Ҡараңғы төшкәндә бында, нәфисерәк итеп әйткәндә, алма төшөрлөк тә урын ҡалмаған ине. Тирә-яҡ йыр, музыка тауыштарына күмелде, йәштәрҙең дә, ололарҙың да йөҙҙәрендә ҡәнәғәтлек тойғоһо сағыла. Күл ярҙары иллюминация уттарынан балҡып тора. Күп тә үтмәне, күл өҫтөндә төҫлө нурҙар менән биҙәлгән музыкаль фонтан урғыла башланы. Төн уртаһы етеүгә, Ҡашҡаҙан күген мең биҙәкле утлы сәскәләр ҡаплап алды, салют ракеталары шартлауы, меңәрләгән кешеләрҙең "ура" тауыштарына ҡушылып, ҡабатланмаҫ шатлыҡ ауазы булып яңғыраны.

Шулай итеп...
Көтөп алынған байрамыбыҙ үтеп тә китте. Байрамдар килә лә, үтә лә торор ул. Ә Ҡашҡаҙан паркы Һупайлы биҫтәһенең иң матур урыны булып ҡалыр. Һуңғы йылдарҙа беҙ власть органдарын тәнҡитләргә, барса етешһеҙлектәрҙең сәбәбен тик уларҙан эҙләргә күнегеп киттек шикелле. Яҡшы эштәре, халыҡҡа файҙалы ғәмәлдәре өсөн идара итеүселәргә рәхмәтле булыу бик тә зарур. Республика, ҡала һәм район етәкселәренең тырышлығы арҡаһында Ҡашҡаҙан паркы кеүек заманса объекттар күбәйә бара, улар киләсәктә тағы ла ишәйер, тигән ышаныс нығый бара халыҡта. Шулай була күрһен!

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.06.22 | Ҡаралған: 245

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru