«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХИ ҮҘӘК ЯҢЫРАСАҠ
+  - 

Ниһайәт, бәхетленең ҡунағы бергә тигән кеүек, бер көнгә тура килгән өс байрам: башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуған көнө, Рәсәй көнө, Баш ҡалабыҙ Өфө көнө бер юлы шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Шуға ла ҡала хакимиәтендәге сираттағы оператив кәңәшмәнең ошо сараларға йомғаҡ яһауҙан башланыуы ла осраҡлы түгел. Байрам байрам менән, әммә көн ҡаҙағына сығарылған мәсьәләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Мәғлүм булыуынса, күптән түгел барлыҡ киң мәғлүмәт саралары журналистарын матбуғат конференцияһына йыйғанда ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев көндәр аяҙайтыу менән юлдарға билдәләр һалыу башланыуы тураһында белдергәйне. Ул ғына ла түгел, быйыл башҡа йылдар күрһәткесен күпкә арттырырға маҡсат ҡуйыуын һәм билдә һалыу 1 июлгә тамамланасағын да хәбәр итеп өлгөргәйне. Һүҙ юҡ, был эшкә һауа торошо ла ныҡ йоғонто яһай, сөнки ямғыр ваҡытында билдә һалыу - аҡсаны елгә осороу, дөрөҫөрәге, һыуға ағыҙыуға тиң. Шуға күрә юл хеҙмәттәре әҙер генә тороп, көндәр аяҙайтыу менән эште йәнләндерер һымаҡ ине. Әммә күрһәткестәр бигүк ырамай - кәңәшмәлә был хаҡта ныҡлы әйтелде. "Мин бөгөн махсус рәүештә сығып, ҡайҙа эш барғанын ҡараным. Эш бер генә участкала башҡарыла. Әгәр шулай дауам итһәк, билдәләрҙе киләһе йыл ғына эшләп бөтәсәкбеҙ. Мин, үҙ сиратымда, эштең бер өлөшөн ойошторҙом, аҡса йәлеп иттем, муниципаль контракт төҙөлдө, - тип белдерҙе Ратмир Рәфил улы. - Ә һеҙ ваҡытты һуҙаһығыҙ. Бөгөн мәлде файҙаланып ҡалыр өсөн кәм тигәндә 10 экипаж эшләргә тейеш ине. Эште көсәйтегеҙ, беҙ шуның өсөн аҡса түләйбеҙ. Билдә ваҡытында һалынырға һәм сифатлы башҡарылырға тейеш". Ратмир Мәүлиев шулай уҡ велосипед юлдарына һәм тротуарҙарға ла билдәләр эшләргә ҡушты. Баш ҡалала юлдарға пластик билдәләр эшләү өсөн 190 миллион һум аҡса бүленгән. Бөгөн 18 урамда 36 мең квадрат метрҙа билдә һалынған. Июль һуңында белем биреү учреждениелары эргәһендәге юлды аша сығыу урындарында юл билдәләрен яңыртыу күҙаллана.
Юлдар темаһына ҡағылғас, шуны ла билдәләп китергә кәрәк: баш ҡалала соҡорҙарҙы "ямау" тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Йыл башынан алып 68 мең квадрат метр самаһы майҙанға 11 мең тонна асфальт һалынған. Коммуналь хеҙмәттәр юлдарҙың сифатын тикшереүҙе электрон рәүештә алып бара, йәғни интерактив карта буйынса тикшерә. Эш һөҙөмтәһе иһә граждандарҙың әүҙемлегенә лә бәйле, сөнки етешһеҙлектәрҙе улар күрһәтеп, яҙып торорға тейеш. Әле 907 мөрәжәғәт буйынса эш алып барыла, 1827 урында соҡорҙар "ямалған", 806 мөрәжәғәт идара итеү компанияларына йүнәлтелгән, 927 ғариза кире ҡағылған.
Зауыҡ темаһына килгәндә, яңы ғына Өфөлә ағастан һындар эшләү конкурсы үткәйне, әле "Стрит-Арт" фестивале ойошторолдо. Унда илдең 14 ҡалаһынан 20 рәссам ҡатнашты, араларында хатта халыҡ-ара проекттарҙа үҙен һынап ҡараған тәжрибәлеләре лә бар. Оҫталар баш ҡала биналарының стеналарында "Меморандум" һәм "Мурал-фест" йүнәлештәре буйынса һүрәттәр эшләне. Барлығы 27 арт-объект барлыҡҡа килде.
- Эштәрҙең күләме киң, әммә иң мөһиме - уларға һалынған идея, - ти хакимиәттең Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Роман Янгуров. - Халыҡ фестиваль һөҙөмтәһен ыңғай ҡабул итә, ойоштороусыларға яңы идеялар бирә һәм эштәрҙе ҡайҙа күрергә теләүҙәрен белдерә.
Һәм тағы: Өфө тарихи мөхитте тергеҙеү маҡсатында "Том Сойер Фест - Өфө" фестивален йәнә ойоштора. Тәү тапҡыр ул 2018-2019 йылдарҙа үткәйне. Сараның маҡсаты - тарихи үҙәктәге боронғо йорттарҙы тәртипкә килтереү. Әйткәндәй, 2018-2019 йылдарҙа ирекмәндәр Гоголь урамындағы ике йортто яңыртҡайны.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.06.22 | Ҡаралған: 226

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru