«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЛО БАШҠОРТОСТАНҒА - 100 ЙЫЛ
+  - 


Граждандар һуғышы шарттарында ла Башҡортостан автономияһы етәкселәре республиканың иҡтисадын яйға һалырға ынтыла, ауыл хужалығын тергеҙеү пландарын алғы планға ҡуя. Тикшеренеүсе И.И. Ғәлиәхмәтов раҫлауынса, тап беҙҙең ерлектә яңы иҡтисади сәйәсәткә (НЭП-ҡа) нигеҙ һалына.
Әммә большевиктар власы бындай үҙаллылыҡты, заманса әйткәндә, Башҡортостандың, үтә сикләнгән булһа ла, суверенитетын һис өнәмәй. Етмәһә, күрше Өфө губернаһы етәкселәре лә, шовинистик рухлы партия эшмәкәрҙәре баштан уҡ автоном Башҡортостандың хас дошманына әүерелә. Башҡорт ғәскәре, төрлө фронттарға таратылып, бер туҡтауһыҙ барған алыштарҙа күп юғалтыуҙарға дусар ителә.
Граждандар һуғышынан сикһеҙ зыян кисергән Волга - Урал халҡында большевиктар сәйәсәте ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, бөлгөнлөккә төшкән ауыл кешеләре баш күтәрә, Совет власы ҡуйған етәкселәрҙе ҡыуып ебәрә, ҡаршылыҡ күрһәткәндәрен язалай. Тарихи Башҡортостан ерлегендә лә фетнә артынан фетнә ҡуба: Бөрйән-Түңгәүерҙәге, Борайҙағы күтәрелештәр, "Һәнәк һуғышы" ошоға дәлил. Әлеге "Һәнәк һуғышы"ның төп сәбәбе - Совет хөкүмәтенең крәҫтиәндәргә ҡарата репрессив сәйәсәт алып барыуында. 1920 йылдың 10 февралендә Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙендәге Яңы Елань ауылына халыҡтың бар булған ашлығын реквизициялау маҡсаты менән Өфөнән 35 кешенән торған ҡораллы продотряд килә. Әммә крәҫтиәндәр баш күтәрә, продотряд ҡыуып ебәрелә. Был артабан "Ҡара бөркөт" тигән исем менән тарихҡа ингән ихтилалдың башы ғына була. Ихтилалға Бәләбәй, Бөрө, Өфө өйәҙҙәре, сиктәш булған Ҡаҙан һәм Һамар губерналары крәҫтиәндәре лә ҡушыла. 10 мең самаһы баш күтәреүсе 1920 йылдың 1 мартында Бәләбәй ҡалаһын баҫып ала. Улар хатта Өфөгә һөжүм итергә ниәт ҡора. Совет хөкүмәтенең Хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары, Реввоенсовет рәйесе Лев Троцкий ошо ваҡытта Екатеринбургта була, ул Төркөстан фронтының Реввоенсоветына асыулы телеграмма һуға: "Сдача Белебея почти невооруженным бандам представляет собой факт неслыханного позора. Предлагаю Реввоенсовету Туркфронта через безусловно компетентных следователей выяснить обстановку сдачи Белебея для привлечения виновников как изменников и предателей…"
Өфө губернаһының ревком рәйесе Б.М. Эльцин 1920 йылдың мартында ошо хаҡта бына ниндәй мәғлүмәт бирә: "...народ восстает массами, вооружается вилами, топорами, граблями и бьет коммунистов… Интереснее всего то, что восставшие - мусульманская часть населения [губернии]… Мусульманский мир начинает пробуждаться". Шул уҡ Борис Эльцин Өфө губернаһы коммунистарының ябыҡ партия конференцияһында урындағы власть органдары эшмәкәрлеген ҡаты тәнҡитләй: "…замечается полное разложение советской власти, как в самих советах, так и в войсках. Полный паралич власти. Здесь нет слоев, поддерживающих советскую власть. Мы представляем из себя каких-то бонапартиков, оторванных от масс. В Уфимской губернии мы получили полный политический провал…Нужно сделать так, чтобы население было кровно заинтересовано в поддержании Советской власти. Мы находимся на краю гибели. Если это восстание будет подавлено, то следующее более организованное наступление может свергнуть не только нас, но и вообще советскую власть…"
Бунт күтәргән халыҡты баҫтырыуға Төркөстан фронты ғәскәрҙәре йәлеп ителә. Крәҫтиән массаларының ошо ихтилалы ҡанға батырыла, уның етәкселәре язаға тарттырыла.
Бына ошондай трагик ваҡиғалар Өфө губернаһының яҙмышын хәл итә. Бындағы власть органдарының булдыҡһыҙлығы Үҙәк власть әһелдәренең зитына тейә, был губернаны бөтөрөүгә этәргес аҙым була. 1920 йылдың 27 майында Татар АССР-ы хасил була, Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙе лә уның составына индерелә.
Шул уҡ ваҡытта Башҡорт республикаһының реаль хоҡуҡтары юҡҡа сығарыла: Бөтөн Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты (ВЦИК) һәс РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының 1920 йылдың 19 майындағы "Автономиялы Совет Башҡорт республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында" тип аталған декреты элекке Килешеүҙә ҡаралған хоҡуҡи принциптарҙы инҡар итеп, республиканың үҙаллылығын үтә ныҡ сикләй. Ул саҡта Башҡортостанда үҙәк власть органы булған Башревком протест йөҙөнән 1920 йылдың 16 июнендә тулы составында отставкаға китә.
Граждандар һуғышының емерткес тулҡындары Башҡортостан аша 6 тапҡыр уҙа. Бик күп ир-ат һәләк ителә, мал-тыуар талана, ауылдарҙың эшкәртеүсе көстәре бер-ике йыл дауамында юҡ ителә. Большевиктарҙың хәрби коммунизм сәйәсәте крәҫтиәндәр хужалығының тамам бөлгөнлөккә төшөүенә килтерә. Башҡортостан республикаһының үҙәк власть органдарына башҡорт халҡын һис бер өнәмәгән, башлыса үҙ карьераһын ғына ҡайғыртҡан сит-ят кадрҙар күпләп килә. Улар ауылдарға ҡораллы продразверстка отрядтарын ебәреп, халыҡтың барса игенен, хатта орлоҡҡа ҡалдырылғанын да талап ала. Бындай сәйәсәт Башҡорт республикаһында ла, Өфө губернаһында ла берҙәй үткәрелә. 1921 йылдың февраленә Кесе Башҡортостан территорияһынан 2,2 млн бот ашлыҡ, 6,2 мең бот аҡ май, 39 мең баш эре һәм 82 мең баш ваҡ мөгөҙлө мал, 2,2 мең бот бал конфискацияланһа, Өфө губернаһынан да 13 млн. бот ашлыҡ һәм фураж, 12 мең бот аҡ май, 12 млн дана йомортҡа йыйып алына.
Башҡорт республикаһында тәү мәлдәрҙә халыҡты йәберләүгә артыҡ юл ҡуйылмай, шуға күрә Өфө губернаһына ҡараған ауылдар, тотош олоҫтар автономиялы республика составына инеү теләген белдерә. Хатта ки тотошлайы менән рус ауылдарынан торған олоҫтар ҙа Башҡорт республикаһы составына ҡушылыу хаҡында белдерә башлай. Мәскәү властары Башревкомды, Әхмәтзәки Вәлидовты Өфө губернаһында контрреволюцион пропаганда алып барыуҙа ғәйепләй. Волга - Урал төбәгендә иҡтисади ситуация көндән-көн хөртәйә бара. 1920 йылда ашлыҡ уңмай, етмәһә, 1921 йылда ла бығаса булмаған ҡоролоҡ башлана. Шуға ҡарамаҫтан, Башҡорт АССР-ынан һәм Өфө губернаһынан продразверстка планы буйынса 13 миллион бот иген, миллион бот ит һәм май, меңәр бот төрлө аҙыҡ-түлек һәм башҡа сеймал ситкә алып кителә. Волга - Урал төбәгендә быға тиклем һис бер күрелмәгән аслыҡ башлана.
В.И. Лениндың төбәктәге хәлдәрҙе тикшерергә ебәргән уполномоченныйы Т. Сидельников ошо аяныслы хәлдәр хаҡында бына ниҙәр яҙа: "…Пока в "столицах" идет эта война, там, в глубине лесов, народ башкирский вымирает тихо, безропотно, геройски от тифа, голода и безработицы. Думаю, что минимум 25-30 % башкир за эту зиму отправилось на тот свет. Какой-то тихий ужас охватывает тебя, когда видишь эту немую трагедию".

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 23-сө һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №24, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.06.22 | Ҡаралған: 233

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru