«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШТӘРҘЕ, БАЛАЛАРҘЫ МАҠСАТТАРЫН ДӨРӨҪ БИЛДӘЛӘРГӘ ӨЙРӘТЕРГӘ!
+  - 


Һуңғы ваҡытта киң мәғлүмәт сараларында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә ир-егеттәр тәрбиәһе, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҡағылышлы сығыштар, комментарийҙар, фекерҙәр йыш осрай. Был бик ваҡытлылыр ҙа, сөнки бынан утыҙ йыл элек башланған үҙгәртеп ҡороуҙар һәм иҡтисади реформалар ваҡытында, шулай уҡ яңы технологиялар үҫешкән осорҙа ниндәйҙер кимәлдә артҡы планға күскән был тема бөгөн айырыуса актуаль. Беренсе Башҡорт ир-егеттәре форумы делегаттары - Мәләүез ҡалаһының - Ветерандар, райондың "Ир-егеттәр ҡоро" йәмәғәт ойошмалары рәйесе Фәнис БИКТАШЕВ һәм райондың "Батальон" ветерандар йәмғиәте рәйесе Йәмил ӘЛМӨХӘМӘТОВ менән әңгәмәлә башҡорт йәштәрендә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап эҙләнек.

Икегеҙ ҙә Мәләүез районының "Ир-егеттәр ҡоро" ағзаһы булғас, һөйләшеүҙе, иң беренсе, ошо яңы барлыҡҡа килгән йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлегенән башлайыҡ әле. Мәғлүм булыуынса, башҡорт йәмәғәтселеге республикала "Ир-егеттәр", "Аҡһаҡалдар" ҡорҙарын ойоштороу хаҡында күптән һүҙ йөрөтә ине. Ниһайәт, ул бынан бер йыл элек тормошҡа ашырыла башланы. Быға һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?

Фәнис Бикташев:
Башҡортостанда "Ир-егеттәр ҡоро" бик ваҡытлы барлыҡҡа килде, тип уйлайым. Байтаҡ йылдар "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының эшен күҙәтеп барҙым. Улар ошо ун йыл эсендә байтаҡ эш башҡарҙы, тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли кейем һәм биҙәүестәрен тергеҙҙе. Тап уларҙың эшмәкәрлеге менән табындарыбыҙға онотолоп барған милли аш-һыуҙарыбыҙ ҡайтарылды, милли йолалар яңынан сафҡа баҫты. Төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың, хатта ир-егеттәрҙең стилләштерелгән милли кейемдәр кейеп, биҙәүестәр тағып, урамда, төрлө рәсми сараларҙа йөрөүендә лә ағинәйҙәрҙең роле баһалап бөткөһөҙ. Уларға "Афарин!" тиергә генә ҡала. Ир-егеттәр араһында ла ошондай эш алып барырлыҡ, көслө заттарға ғына хас кәсептәрҙе тергеҙерлек ойошма булырға тейешлеге һәр ваҡыт көнүҙәк булды. Рәсми иғлан ителмәһә лә, республика райондарында үҫмерҙәрҙе, йәш егеттәрҙе тәрбиәләү менән шөғөлләнгән ойошмалар бар ине инде. Ниһайәт, бер йыл элек ир-егеттең абруйын күтәреү, йәмәғәт эштәренә әүҙем йәлеп итеү, ғаилә именлеген һаҡлау маҡсатында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров етәкселегендә республикала "Ир-егеттәр ҡоро" ойошторолдо. Был ойошманың эш һөҙөмтәһе киләсәктә, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ, тип ышаныс менән әйтә алам.
Йәмил Әлмөхәмәтов: Ир-егеттәр ҡоро булдырылыуы бик яҡшы, әлбиттә. Уның эш башлауын бөтә башҡорт йәмәғәтселеге ыңғай ҡаршы алғандыр, тип уйлайым. Беҙҙең халыҡ борон-борондан аҡыллы ир-егет һүҙенә таянған. Һәр изге башланғыстың башында кешелек сифаттары менән айырылған, абруйлы, ғәҙел аҡһаҡалдар торған. Улар менән кәңәшләшкәндән һуң ғына эш башлар булғандар. Йола тотҡан - хур булмаҫ, тигән әйтем бар башҡортта. Аҡһаҡалдар мәктәбен тергеҙеү, ир-егеттәр ҡорон булдырыу ҙа атай-олатайҙарыбыҙҙың йолаһын тотоу тип ҡабул итәм һәм хуплайым.

Яңы барлыҡҡа килгән ойошма эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре нимәнән ғибәрәт?

Фәнис Бикташев:
Республиканың төрлө район-ҡалаларынан алдынғы ҡарашлы ир-егеттәр, йәмәғәт активистары, эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр ҡатнашҡан Беренсе Башҡорт ир-егеттәре форумы былтыр тап ошо ойошманың үҫеш йүнәлештәрен билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны: ир-егеттәрҙе берләштереү, атайҙарҙың, ирҙәрҙең абруйын, бәҫен күтәреү, көслө заттарға ғына хас кәсептәрҙе тергеҙеү һәм йәш быуын араһында илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә йүнәлтелгән эш алып барыу. Үрҙә әйтеп китеүемсә, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы эш башлағас, ҡатын-ҡыҙҙар ғына башҡара торған бик күп эштәр тергеҙелде. Төрлө кимәлдә оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, милли биҙәүестәр эшләргә өйрәнделәр. Шулай уҡ республикала, шул иҫәптән һәр ауылда тиерлек ҡул эштәре оҫталары түңәрәктәр ойоштороп ебәрҙе. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ сигергә, тегергә, ҡорама ҡорарға, балаҫ һуғырға өйрәнде.
Был йәһәттән ир-егеттәр, малайҙар һәм үҫмерҙәр һәр ваҡыт ситтә ҡала килде. Әлбиттә, уларҙың да шөғөлдәре етерлек. Күптәре спорт секцияларына йөрөй, ярыштарҙа ҡатнаша, уңыштар яулай, район-ҡаланың еңеүҙәр исемлеген тулыландыра. Әммә ир-егеттәргә генә хас эштәрҙе лә белергә тейештәр бит. Борондан килгән кәсептәрҙе лә тергеҙгәндә яҡшы буласаҡ икәне бәхәсһеҙ. Ауыл ерендә йәшәгәндәр генә түгел, ә ҡала малайҙары ла сыбыртҡы, арҡан ишә, дуға бөгә, ат егә белһә, насармы ни? Тормошта бит төрлө хәлдәр була. Ҙурайғас, был үҫмерҙең ауылда донъя көтөргә теләүе лә бар.
Йылға буйында йәшәгәс, элек беҙҙең ауылда бөтә ирҙәр ҙә тиерлек мурҙа үрә торғайны. Ат тотҡас, тәгәрмәс һуҡтылар, септә үрҙеләр. Һандыҡ, сәңгелдәк, көйәнтә, сана, арба - барыһын да үҙҙәре эшләне. Ә бөгөнгө заман ир-егеттәренең барыһы ла ошо шөғөлдәрҙе башҡара аламы?
Бына мин үҙем Мәләүез ҡалаһының Торлаҡ ремонтлау-эксплуатациялау участкаһында слесарь-сантехник булып эшләйем. Саҡырыуҙарҙан, заявкаларҙан сығып, күп ир-егеттәрҙең өйөндә кранын да ремонтлай алмағанын төҫмөрләйем. Әлбиттә, эште һөнәрмәндәр эшләргә тейеш, әммә һәр ир-аттың ябай ғына йорт мәшәҡәттәрен белеүе кәрәк, минеңсә.

Йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә ир-егеттәрҙең роле ниндәй? Ғөмүмән, бөгөнгө йәштәрҙең һеҙгә нимәһе оҡшай һәм оҡшамай?

Йәмил Әлмөхәмәтов:
Балаларҙа, үҫмерҙәрҙә, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү - "Ир-егеттәр ҡоро"ноң төп бурыстарының береһе. Был тәңгәлдә көслө заттарҙың, бигерәк тә армияла хеҙмәт итеп, Ватан алдындағы мөҡәддәс бурысын үтәп ҡайтҡандарҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Тыуған илгә мөхәббәт хисе кеше өсөн иң изге, ҡәҙерле төшөнсә икәнен аңлатыу, йәш быуында патриотик, юғары рухи-әхлаҡи сифаттар, батырҙар өлгөһөндә уларҙы ысын граждандар итеп тәрбиәләү - беҙҙең төп маҡсатыбыҙ.
Береһенә лә сер түгел, бөгөн малайҙарға ир-егет тәрбиәһе етмәй. Уның сәбәптәре, әлбиттә, төрлө. Ғаиләһен етеш тормошта йәшәтәм тип, айҙар, йылдар буйы ситтә эшләгән атайҙарын балалар күрмәй ҙә бит. Икенсенән, айырылышыуҙар күп. Ғаилә тарҡалған осраҡта, ғәҙәттә, бала әсәһе менән ҡала, һөҙөмтәлә атай тәрбиәһе алмай. Мәктәптә лә уҡытыусыларҙың барыһы ла тиерлек ҡатын-ҡыҙ затынан. Үҫмерҙәрҙе ирҙәрсә тәрбиәләй торған берҙән-бер башланғыс - хәрби әҙерлек дәресе лә юҡ бит хәҙер. Бына шуны яңынан тергеҙһендәр ине ул. Тағы ла ҡыҙыҡлы түңәрәктәр, секциялар күберәк булһа ине. Улар, әлбиттә, аҙ түгел, әммә түләүле өҫтәмә белем биреү ойошмаларына йөрөргә һәр кемдең мөмкинлеге юҡ. Һөҙөмтәлә уларҙың күбеһе компьютерға текәлеп ултыра, тиҫтерҙәре менән аралашыуға ҡарағанда, виртуаль дуҫтарға өҫтөнлөк бирә. Йыш ҡына шуның арҡаһында үҙҙәре лә һиҙмәҫтән төрлө йоғонтоға биреләләр, йә үҙҙәре енәйәт ҡорбаны була, йә үҙҙәре енәйәтселек юлына баҫа. Ана шул гаджеттарҙан айырырға ине бөгөнгө йәштәрҙе.
Фәнис Бикташев: "Әсәйгә ҡарап тун бескән, атайға ҡарап уҡ юнған" тигән бик аҡыллы әйтем бар халҡыбыҙҙа. Был аҡыллы кинәйә юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән бит инде. Ҡыҙҙарҙы - әсә, улдарҙы атай тәрбиәләргә тейеш. Йәмәғәт ойошмаһы эше менән дә, атай, олатай булараҡ та мәктәптә үткән ата-әсәләр йыйылыштарында булырға тура килә. Элек-электән шуға иғтибар итәм: бындай сараларҙың бөтәһенә лә әсәйҙәр генә йөрөй. Бында мин, әлбиттә, атайҙарҙы балаларының тормошона битараф булыуында тәнҡитләргә йыйынмайым. Был тәңгәлдә күберәк ҡатын-ҡыҙҙар, бәлки, үҙҙәре ғәйеплелер. Бөгөнгө заманда тормош дилбегәһе ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында булыуын береһе лә инҡар итмәйҙер. Тулыһынса булмаһа ла, күп ғаиләләрҙә ҡатыны бөтәһе өсөн дә, балалары ғына түгел, хатта ире өсөн дә үҙе ҡарар ҡабул итә. Йыш ҡына ауылдарҙа үткән йыйылыштарҙа, граждандар сходында булырға тура килә, унда ла гел ҡатын-ҡыҙҙар ғына йөрөй. Ир-егеткә генә хас мәсьәләләрҙе лә улар хәл итә. Ошо күренеш менән күңел бик килешеп бөтмәй.
Ә йәш быуынға ҡарата минең ҡараш бик яҡшы. Мин уларҙы ҡамыр йә балсыҡ менән сағыштырыр инем. Нисек әүәләйбеҙ, шундай һын хасил була. Илһөйәр, телһөйәр, эшһөйәр булып үҫһен өсөн үҙебеҙ өлгө күрһәтергә тейешбеҙ. Балаларыбыҙ үҙ иленең, үҙ халҡының патриоты булһын өсөн башҡортса белеү генә аҙ әле. Минеңсә, үҙен Ватанының, милләтенең улы итеп тойған егет үҙ телендә сыҡҡан гәзит-журналдарға яҙылырға, концерттарға, спектаклдәргә йөрөргә тейеш. Бөгөн үҙебеҙҙе халыҡ булараҡ һаҡлап ҡалыу өсөн ҡулдан килгәндең, мөмкин булғандың барыһын да эшләү мотлаҡ.

Элегерәк уҡыусылар менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йыш осраша ине. Хәҙер локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡандар был эште дауам итәме?

Йәмил Әлмөхәмәтов:
Эйе, осрашыуҙар үткәреп торабыҙ. Был - беҙҙең, йәғни йәмәғәт ойошмаһының иң төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Беҙ, ике ветерандар ойошмаһы, йыл һайын ауыл мәктәптәрендә осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Һәр ауылда шул тораҡ пункттың хеҙмәт иткән ир-егеттәрен саҡырып, үҙҙәре тураһында һөйләтәбеҙ. Бындай саралар балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Улар Төньяҡ Кавказдағы локаль бәрелештәр, Афған һуғышы тураһында кинонан ҡарап ҡына түгел, ә утты-һыуҙы кискән ҡаһарман яҡташтары ауыҙынан ишетеп белә. Мәләүез ерендә һәр ғаиләлә Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илен һаҡлаған, тыныс ваҡытта ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан, Ватан һағында хеҙмәт иткән ир-егеттәр бар. Ветерандар ҙа бындай осрашыуҙарға теләп йөрөй, түштәрендәге наградаларын, миҙалдарын күрһәтер өсөн түгел, ә йәш быуынға еткерер һүҙе күп булғаны өсөн! Утлы йылдар тураһында хәтирәләргә бирелеүе еңел булмаһа ла, малайҙарҙы һәм үҫмерҙәрҙе тәрбиәләү өсөн әсе хәҡиҡәт тә кәрәк...
Фәнис Бикташев: Ни өсөн күберәк ауыл мәктәптәренә сығабыҙмы? Сөнки ҡала мәктәптәрендә ҡаһарманлыҡ дәрестәре, хәрби ветерандар менән осрашыуҙар даими бара, ә ауылдарҙа быға тиклем ундай әүҙемлек юғыраҡ ине. Һуңғы йылдарҙа был эш яйға һалынды һәм, әйтергә кәрәк, беҙҙе көтөп алалар.
Бөгөнгө йәштәр, балалар бөтә нәмәгә битараф, тигән ҡараш йәшәй. Мин уларҙы халҡыбыҙҙың үткәненә, үҙҙәренең киләсәгенә ғәмһеҙ тип әйтә алмаҫ инем. Уҡыусыларҙың да һәр кеменең олатайҙары, атайҙары тураһында йөрәктәрен тулатыр, күңелдәрен тултырыр иҫтәлектәре бар. Ҡайһы саҡта беҙ, өлкәндәр, яуап бирә алмаҫлыҡ һорауҙар ҙа биреп ҡуялар.
Беҙ уларға үҙебеҙҙең хәрби хеҙмәт юлынан тыш, күберәк башҡорт халҡының данлы тарихы тураһында һөйләргә, аңлатырға тырышабыҙ. Улар атай-олатайҙарының аҡтыҡ ҡанын түгеп, һаҡлап ҡалған ерҙән күкрәк киреп йөрөргә генә түгел, ә уны яҡларға ла тейешлеген күндерергә тейешбеҙ.

Республиканың төрлө төбәктәрендә башҡорт егеттәренә хас ярыштар ойошторола. Мәҫәлән, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында "Ете егет" проекты, "Мәргән уҡсы" ярышы, ат сабыштары һәм башҡалар. Уларҙа Мәләүез егеттәре күренмәй. "Ир-егеттәр ҡоро" тулы ҡеүәтенә эшләп китһә, яҡташтарыбыҙ ҙа уларҙа ҡатнаша башлармы?

Фәнис Бикташев:
Эйе, башҡорттарға ғына хас булған ярыштарҙы ҡарап, уҡып барабыҙ, күреп ҡыуанабыҙ. Нишләп ҡатнашмаһын, ҡатнашырҙар! Бөгөнгө көндә Мәләүез ҡалаһының "Яугир" ойошмаһы йәйәнән уҡ атыу, пневматик пистолеттан атыу түңәрәктәре алып бара. Киләсәктә Мәләүез уҡсыларын да башҡорт егеттәре өсөн генә ойошторолған төрлө кимәлдәге ярыштарҙа күреребеҙгә иманым камил. Талантлы һәм һәләтле йәштәребеҙ бик күп, шөкөр. Уларҙы ваҡытында асырға, маҡсатты дөрөҫ билдәләргә өйрәтергә, данлы тарихыбыҙ аша милли рух тәрбиәләргә - бына нимә талап ителә беҙҙән.
Йәмил Әлмөхәмәтов: Эйе, һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙға хас ярыштар, конкурстар, бәйгеләр үткәрелә. Был бик ҡыуаныслы. Башҡорт йәштәрендә милли рух тәрбиәләү йәһәтенән был саралар бик отошло тип уйлайым. Рухлы, сәмле, һәләтле егеттәребеҙ күп беҙҙең. Йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә ғаилә һәм белем биреү учреждениеларынан тыш, милли спорт төрҙәренең дә роле, һис шикһеҙ, баһалап бөткөһөҙ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Әңгәмәне Фәнис Бикташевтың: "Тағы шуға иғтибарҙы йүнәлткем килә: телевидениенан күргәнегеҙ барҙыр, халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙы, спорт ярыштарын асҡан ваҡытта командалар йәки тотош делегация үҙ иленең гимнына ҡушылып йырлап тора. Ә беҙҙә дәүләт символының һүҙҙәрен яттан белгән кеше бармы? Илһөйәрлекте бына шунан башларға ине! Үҙебеҙгә лә ятлап алырға һәм йәш быуындан да шуны талап итергә..." - тигән һүҙҙәре менән тамамлағы килә. Был һүҙҙәргә аңлатма кәрәкмәйҙер. Әйҙәгеҙ, мәктәптәрҙә, төрлө йәмәғәт ойошмаларында Башҡортостан гимнын ятлап йырлауҙы традициябыҙға индерәйек, тип кенә мөрәжәғәт итке килә. Ә башҡалар был турала ни уйлай?

Лена АБДРАХМАНОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.06.22 | Ҡаралған: 249

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru