«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯН
+  - 


* * *

Айбулат машинаһын хакимиәт алдында ҡалдырып, өс ҡатлы йортҡа табан йүнәлде. Спорт комитеты начальнигын күреп, ниәте һыуынмаҫ элек уйындағын тиҙерәк һөйләп бушаныу ине. Ашығып, йүгерә-атлай өсөнсө ҡатҡа күтәрелде. Тик уны бикле кабинет ҡаршы алды. Айбулатҡа хыялдары селпәрәмә килеп ватылғандай тойолдо. "Ашҡынма. Ашығыу - шайтандан", ти торғайны олатаһы. Эстән генә үҙен әрләп, тышҡа сыҡты. Бәлки, тәүҙә спорт мәктәбе директорын күреп һөйләшергәлер, тигән ҡарарға килде. Уйынан кире ҡайтты: ҡолағас, юғарынан ҡоларға кәрәк.
Асфальтҡа сыҡҡансы ярты көн урман юлынан килеп, баштан-аяҡ бысранған машинаһы янына килде. Тимер аты арыған, йонсоған төҫтә күренде. Ул да ашҡынды бит - Айбулат ашыҡтырҙы уны. Машинаһын ҡабыҙҙы. Төҙөк двигатель көсәнеүһеҙ-ниһеҙ тигеҙ тауыш менөн эшләй башланы. Айбулат та уйҙарын ситкә һирпеп, көсөргәнеүенән арынырға тырышты. Ана бит, машинаһының төҫө ҡасҡан, ә эшләүе көйлө, әйтерһең дә, йөҙәр саҡрым ара үтмәгән. Тигеҙ ритмда эшләгән машина тауышын тыңлап, Айбулат та тынысланғандай булды, уйҙары ипкә килде, эсендә бүреләр олой башлағанын һиҙҙе. Иң тәүҙә тамаҡ туйҙырырға кәрәк, аҙаҡ машинаһын йыуҙырыр. Ас кеше асыулы була - туҡ тамағы менән таҙа машинаһында барыр хыялын тормошҡа ашырыу кәрәк башта. Бөҙрәханаға инеп, сәсен алдыртыр, төҫ-башын да яңыртырға кәрәк. Ситтән ҡарауға әрпеш күренгән "Нива" еңел ҡуҙғалып, ашханаға табан юлланды.

* * *

Төш ваҡыты, ашхана алдына бихисап машина йыйылған. "Нива"һын ҡуйырға урын таба алмағас, юл ҡағиҙәһен боҙоп, ситтәрәк торған бер машина артына ҡыҫтап булһа ла теркәне. Артҡа бирмәйенсә, алға сығып китергә урын бар, тип уйланы. Эргәһенә батҡаҡҡа батҡан машина терәлгәс, ялтлап торған ҡыҙыл төҫтәге иномарка уфтанып ҡуйғандай тойолдо Айбулатҡа.
Элек был ашхана урынында ҡарағас, бүрәнәләрҙән һалынған билмәнхана була торғайны. Эй тәмле була торғайны билмәндәре! Ни сәбәптәндер, ут ҡабып, бина янып юҡҡа сыҡты. Тиҫтә йыллап кесерткән баҫып буш торған урында яңы ашхана - өс ҡатлыһы ҡалҡып сыҡты, асарбаҡтар төйәк иткән харабалар урыны яңырып, матур төҫ алды. Элекке райпо ҡарамағындағы туҡланыу урынын заманса эшләнгән шәхси ашхана баҫып алды. Тупһанан - түргә, тигәндәй, тау битендә урынлашҡан йортҡа бейек күтәрмә эшләнгән, яйлап баҫҡыс һанап күтәрелгәнсе, аппетитың асылыр, тигәндәрҙер. Беренсе ҡаттағы ҙур зал, төптән йыуан, урынынан ҡымшанмаҫ ҙур өҫтәлдәр, ауыр ултырғыстар ашханаға ныҡлыҡ өҫтәгәндәй тойола. Икенсе ҡатҡа күтәрелгән баҫҡысҡа "Банкет залы" тигән яҙыу беркетелгән. Өсөнсө ҡат, күрәһең, байыраҡтар өсөн тәғәйенләнгән, бер төркөм үҙ ҡәҙерҙәрен белгән ҡиәфәттә, беренсе ҡатта туҡталып тормай, баҫҡыстан юғары менеп китте. Айбулат яңы ашхананы ҡоронан йөҙөүсе "Титаник"ка оҡшатты - йорт баҙында күмер саңынан ҡарайып тиргә батҡан кочегарҙары ла бар һымаҡ тойолдо. Океанда, ярай, аңлашыла, байы ла, урта хәллеһе лә бер карапта, кеҫә ҡалынлығына ҡарап һыйышып йәшәргә мәжбүр. Ә бында? Тупһанан төшкәс, һәр кем үҙ юлынан китә. Кухняла ашнаҡсыларҙың нимә менән шөғөлләнеүе күренеп тора - йәшерен-батырыны юҡ, бер ҡаҙандан тәғәмләнәбеҙ, йәнәһе. Ҡыҙыҡ, өсөнсө ҡаттағыларға ла ошонда бешерәләрме икән? Шеф-поварҙары ир кешелер, күрәһең. Башына табиптарҙыҡы кеүек саф аҡ башлыҡ кейгән дорфа ҡиәфәттәге ир аш бешереүҙе шым ғына күҙәтеп тора. Бөтөн урында таҙалыҡ, тәртип һиҙелә. Ашнаҡсыларҙың аҡ халаттарына ҡарап, "Ашамлыҡ дарыу булһын, дарыу ашамлыҡ булмаһын", тигән, ҡайҙалыр уҡыған фекер иҫенә төштө. Менюлары бик бай икән, Айбулат хаҡтарға иғтибар итмәйенсә, йәне һөйгәнде һайлап алды. Ашаған саҡта залдағыларҙы күҙ уңынан үткәрҙе, ҡыҙыл иномарканың хужабикәһен (һис шикһеҙ - хужабикә!) танырға тырышты. Өсөнсө ҡатта туҡланалыр ундай машина эйәһе, тип, ризыҡтың тәмен тойоп, яйлап ашай башланы: ашамлыҡ дарыу булһын…

* * *

Ашханан сыҡҡас та Айбулат "Бизон"ының көр тауышын ишетте. Машинаһын шулай атай ул. Шәғәле Шаҡмандың яны ла бизон мөгөҙөнән эшләнгән, тиҙәр бит. Бик тә ихтимал. Тик америка индеецтары башлап уҡ-һаҙаҡ ҡулландымы икән, әллә башҡортмо? "Нива"ға ҡушылып, теге ҡыҙыл иномарка нәҙек, нескә тауышы менән сипылдай. "Ну, ҡомған, тәки артҡа биргән!" - Айбулат эстән генә машина хужаһын тиргәне. Әгәр ҙә хужа ир кеше булһа, биллаһи, яғаһынан бөрөп һелкетәсәк! Булмаған асыуын көсләп йөҙөнә сығарып, машинаһы эргәһенә килде. Уның "үгеҙ"енә ни булһын, мин ғәйепле түгел, үҙе килеп бәрелде, тигәндәй, шым ғына үҙ урынында ултыра. Машинаһының сигнализацияһын һүндереп, Айбулат иномарканың водителе ултырған ишеккә килде - хәҙер һөйрәп сығарасаҡ булдыҡһыҙ "чайник"ты. Тотҡаға йәбешеп тә өлгөрмәне, тәҙрәләре эстән күренмәҫлек итеп ҡарайтылған машинанан кинәт өҫтөнә оҙон итәкле аҡ тун кейгән йәш ҡыҙ килеп сыҡты. Айбулатҡа бәрелеп, башындағы бүрке төшөп китте, оҙон сәстәре таралды. Ҡыҙ ярһыу менөн Айбулатҡа ниҙер ҡысҡырмаҡсы булғайны, осло дағалы итектәре тайып китеп, сыйылдап ебәрҙе. Айбулат ҡыҙҙы биленән тотоп ҡалды. Бер нисә секунд бер-береһенә ҡарап, тындары менән өтөп, шым ҡалдылар. Айбулат өсөн күҙ асып йомған ара мәңгелеккә тиңәлгәндәй тойолдо.
- Пардон! - тигән булды шым булмаҫ өсөн. - Был машина һинеке…то есть һеҙҙекеме?
Һорамаһа ла билдәле бит инде, һай, иҫәр! Уйламаҫтан килеп тыуған хәлдән ҡыҙ ҙа ҡаушаны шикелле.
- Ебәр, нимә айыу һымаҡ йәбештең? - тине ҡыҙ күкрәк төбөнән сыңлап сыҡҡан тауышы менән.
- Башта үҙең ебәр, - тине Айбулат. Ҡыҙ, ысынлап та, уға сытыраман йәбешкәйне.
- Ебәрә алмайым… Һеҙҙе ебәрһәм, хәҙер ҡолайым да баһа! - Урамды ҡыҙҙың сәйер ярһып көлөүе яңғыратты. Байтал кешнәнеме ни!.. Үтеп барыусылар көпә-көндөҙ ҡосаҡлашып, хахылдашып тороусы был икәүгә әйләнеп ҡарай башланы. Айбулат та бер аҙға шаңҡып ҡалды. Ҡыҙ ҙа иҫенә килде, ишек тотҡаһына йәбешеп, егетте ебәрҙе.
- Әйҙә, ҡарайыҡ, кемебеҙ ғәйепле? Машинаңды алғараҡ ал әле, - тип бойорҙо егет. Ҡыҙҙың бүркен күтәреп, башына кейҙерҙе.
- Үҙең артҡа бир, - ҡыҙ бойороҡҡа иғтибар итмәй, үҙ дәғүәһен белдерҙе. - Минең ҡотом осто, - тип ғәйепле тауыш менән өҫтәп ҡуйҙы.
Айбулат "Нива"һын артҡа биреп, иномарканың бамперын һаҡлыҡ менән һыйпап ҡараны. Онталған, сыйылған урыны күренмәй. "Ҡыҙыл болан" (Айтуған иномаркаға үҙенсә исем биреп өлгөргәйне) хужабикәһе кеүек ҡото осоп, шымып ҡалғанға оҡшай. Шымыуын шымған, һаҡһыҙ ҡыланһаң, нескә тауышы менән тағы сипылдай башлар һымаҡ. Айбулат кеҫәһенән аҡса сығарып, ҡыҙға һондо.
- Ошо етәме? Әхлаҡи зыянды ҡапларға…Ҡотоңдо осорған өсөн.
Ҡыҙ егет усындағы биш меңлеккә текәлде.
- Етмәһә, иҫәбеңде әйт, номерыңа күсерәм, - Айбулат кеҫәһенән телефонын сығарҙы.
Өҫ-башы төпкөл ауыл кешеһенекенә оҡшаған, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан бысраҡ машина хужаһының был ҡылығына ҡыҙ аптыраны, буғай. Айбулаттың усындағы аҡсаны ипләп кенә алып, кеҫәһенә һалды.
- Ошо ла етә, - тине ул һыр бирмәй генә.
- Юлды бушат, мин ашығам, - тине Айбулат. Әйтеүен әйтте, ә үҙе был сәйер ҡыҙ менән һис тә айырылғыһы килмәгәнен тойҙо. - Ҡабат минең юлда йөрөмә, тапап та китермен, - тигән булды ярым шаярыу, ярым ҡурҡытыу менән.
- Мин барыбер һине артҡа сиктерҙем, - тине ҡыҙ. Күҙҙәрендә шундай аңлашылмаҫ осҡондар сәсрәне - Айбулат аңламаны: уйлап әйттеме ҡыҙ, уйнап әйттеме?

* * *

Спорт комитеты начальнигы төштән һуң эшенә сәғәте-минуты менән ваҡытында килде.
- Һеҙ миңәме? - тип һораны ул Айбулатҡа һынсыл ҡараш ташлап.
- Эйе.
- Бәй, Айбулат ағай түгелме? - начальник шундай ихлас йылмайҙы, Айбулат уңайһыҙланып китте хатта.
Ҡушҡуллап күрештеләр. Йәш егеттең йылмайыуы шундуҡ юҡҡа сыҡты.
- Көтөп тороғоҙ, минең мөһим шылтыратыу бар, - начальниктың һуңғы һүҙҙәре үҙе менән бергә кабинетҡа инеп китте. Ярты сәғәттәй көткәндер Айбулат, саҡырыу юҡ. Ихтыярын туплап, тағы көттө. Ней, ултырыр урын юҡ коридорҙа. Ярһыуы көслө булһа ла үҙен тынысландырырға тырышты. Һөйләрен тағы уйында барланы: дәлилләп, ышандырырлыҡ итеп әйтергә кәрәк. Сәғәттәй ваҡыт үткәс, начальник ипләп кенә һағайып асты кабинет ишеген. Һеҙ һаман да бындамы ни, тигән һымаҡ: "Үтегеҙ", - тине.
Айбулат йылдан-йыл нығына барған уй-хыялын бер тынала һөйләп аңлатырға тырышты. Республикала Бөрө ҡалаһынан башҡа ян спорты менән бер ҡайҙа ла шөғөлләнмәүҙәрен, уҡты мәргән сойорғотоу башҡорттоң ҡанында булыуын, үҙенең дә мәргән уҡсы булыуын аңлатты. Районда ян спорты буйынса спортсылар тәрбиәләргә кәрәклеге тураһында һөйләне. Олатаһының уны нисек өйрәтеүе тураһында ла әйтергә онотманы. Яңыраҡ күргән төшө тураһында һөйләргә уйлап ауыҙын асты ла начальниктың битараф ҡарашын тойоп, туҡтап ҡалды.
- Мин һеҙҙе бик иғтибар менән тыңланым, - йәш егет һәр һүҙен үлсәп, һәр һүҙенә сөй ҡатҡандай баҫым яһап һөйләй башланы. - Идеяғыҙ шәп тип әйтә алмайым. Бер башҡорт ҡына уҡтан мәргән ата тиеүегеҙ төптө хата, башҡа халыҡтарҙа ла ул шөғөл борондан булған.
- Ә шулай ҙа "Төньяҡ амурҙары", тип, нәҡ башҡорттарға әйткәндәр, - Айбулат начальниктың тын алышын тойоп, үҙ фекерен нығытырға тырышты.
- Мин һеҙҙе бүлмәнем, хәҙер мине тыңлап бөтөгөҙ. "Төньяҡ амурҙары" - ул әҙәби фараз ғына. Фэйк! Был, беренсенән. Икенсенән, һеҙҙең идеяғыҙ - ул боронғолоҡ шөғөлө. Өсөнсөнән, был иң мөһиме, ян спорты - дорогое удовольствие! Теләгән хәлдә лә уның өсөн аҡса бүленмәйәсәк.
- Мин бушлай эшләргә лә риза, - Айбулат һуңғы һаламға йәбеште.
- Но это совсем не серьезно, Айбулат ағай. Инвентарь ҡиммәт, тимәксемен. Бала-саға һымаҡ, уҡ атыу уйындары үткәрәләр бит, шул да еткән.
- Һин, ҡустым, мине аңламаның! Мин профессиональ спорт тураһында һөйләйем, - Айбулат ҡыҙа башлауын тойҙо.
- Ағай, давай на чистоту. Һин дә бит ҡасандыр ошо урында ултырғанһың. Ниңә шул ваҡытта ҡайғыртманың? - йәш егет тә ныҡыш. Сибек кенә күренһә лә каратэ буйынса ҡара билбауға эйә тигәндәре дөрөҫтөр, күрәһең.
- Ул осорҙа ысынлап та аҡса ла, мөмкинлек тә юҡ ине, ҡустым, - Айбулат урынынан торҙо.
- Бөгөн дә шул уҡ хәл, Айбулат ағай, мөмкинлектәр күп, аҡса юҡ. Бына ошо анонсты уҡып сығығыҙ әле, - начальник иғландар баҫылған гәзит һуҙҙы. - Бәлки һеҙгә бәхет йылмайыр, призовой фондтары бик елле күренә.

(Дауамы. Башы 23-сө һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.06.22 | Ҡаралған: 500

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru