«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ КИЛӘСӘКТЕ ТӘРБИӘЛӘЙБЕҘ
+  - 

Туған телгә һәм туған мәҙәниәткә нигеҙләнгән тәрбиәнең матур өлгөһөн үҙендә сағылдырған "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телестудияһы быйыл үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Студияла үҙ һөнәр нескәлеген яҡшы белгән һәм яратып башҡарған журналистар эшләй. Шуларҙың береһе - Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, "Тамыр" телеканалының өлкән мөхәррире Зөлфиә Даянова 1996 йылдан алып үҙенең яҙмышын "Тамыр" менән айырылғыһыҙ итеп бәйләне. Бөгөнгө көндә уңған журналист радионан "Иләү", "Аҡ елкән", "Көнбағыш", "Йырлы кәрәҙ", телевидениенан "Сәңгелдәк", "Әкиәт китабы", "Бейе", "Сулпылар" тапшырыуҙарын әҙерләп алып бара. "Тапшырыуҙарым үҙемдең балам кеүек ҡәҙерле," - тип әйтеүе лә юҡҡа түгел. Беҙ Зөлфиә ДАЯНОВАға өс һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Бөгөн балалар ниндәй, киләсәгебеҙ шундай буласаҡ, тиҙәр. Ниндәй ул балалар донъяһы, һәм һеҙгә ниндәй көтөлмәгәнлектәр менән осрашырға тура килә?

- Мин "Тамыр"ға эшкә килгәндә ул үҙе лә "бала" ғына ине. Бише лә тулмағайны. Ҡасандыр үҙҙәре "Иләү", "Сәңгелдәк" тапшырыуҙарында алып барыусы булып эшләгән балалар хәҙер инде үҙ балаларын беҙҙең тапшырыуҙарға алып килә. Туған телендә матур итеп аралашҡан йәштәрҙән "Беҙ бит "Тамыр"ҙы ҡарап үҫтек", тигәнде йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та, "Тамыр" ата-әсәләргә балаларын рухлы, телһөйәр итеп тәрбиәләргә ярҙам итә. Балалар бөгөн ниндәй, киләсәгебеҙ шундай буласаҡ, тиҙәр, һәм ул киләсәкте беҙ бөгөн үҙебеҙ тәрбиәләйбеҙ. Күп кенә халыҡтарҙа балаңды тәрбиәләмә, үҙеңде тәрбиәлә, сөнки балаң һиңә оҡшаясаҡ, тигән мәҡәл бар. Шуға күрә, әгәр ҙә балаң һәр тарафтан да яҡшы булһын тиһәң, тәү сиратта үҙеңә өлгө күрһәтергә кәрәк, тип уйлайым мин.
Балаларға бөтә нәмә ҡыҙыҡ. Улар үҙҙәрен уратып алған донъяны тиҙерәк асырға ынтыла (был сифат бөтә йән эйәләренә лә хас инде.) Шуға һорауҙары ла бик күп: ә ниңә, ә ниңә? Беҙҙең бурыс аҡыллы яуаптар, дөрөҫ йүнәлеш биреү, донъяны танып-белергә ярҙам итеү. Әлбиттә, һәр заман балаларға йоғонто яһай. Мәҫәлән, хәҙерге заман технологияларын оҫта ҡулланған балалар менән бала саҡтағы үҙебеҙҙе сағыштырып булмай. Улар өсөн ҡәҙимге һаналған күп нәмәләр бөтөнләй юҡ, уйлап табылмаған ине. Шулай ҙа һәр заман балалары өсөн ихласлыҡ, күпте белергә ынтылыу, яҡшылыҡҡа ышаныу уртаҡ булып тора, минеңсә.
Баланың уйында нимә, телендә лә шул. Уйламаған, көтмәгән урында балаң һине уңайһыҙ хәлдә ҡалдырмаһын, тиһәң, бала алдында ауыҙыңды үлсәп асырға кәрәк: ғәйбәт һөйләмәҫкә, кеше яманламаҫҡа һ.б. Улар уйын йә булмаһа башҡа нәмә менән мәшғүл булһа ла, һәр ваҡыт һине тыңлап, ишетеп йөрөй.
Ә эшкә килгәндә, көтөлмәгән хәлдәр, әлбиттә, була. Өйҙә тәтелдәп торған бала камера, микрофон алдында бер һүҙ әйтергә теләмәүе, илап ебәреүе мөмкин. Ҡайһы ваҡыт бала һин сценарийҙа яҙған һүҙҙе әйтә алмай. Был осраҡта ошо һүҙҙең синонимын эҙләйһең, ҡайһы берҙә тотош һөйләмдәрҙе үҙгәртергә тура килә. Һәм, киреһенсә, ҡайһы бер балалар һин яҙғанды бик матур итеп үҙе аңлағанса ябай һәм ыҡсым ғына итеп әйтеп ебәрергә мөмкин. Бәләкәй балалар менән эшләгәндә һин бер ҡасан да мөхәррир генә булып ултыра алмайһың: иң тәүге сиратта һин - тәрбиәсе. Бөтә яҡлап та.

2024 йылда Өфөлә I Бөтә донъя балалар фольклориадаһы үтәсәк. Һин унда нимәгә иғтибар бирелеүен теләр инең?

- Фольклориаданың төп маҡсаттары булып үҫеп килгән быуында донъя тарихына, мәҙәниәтенә, ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, патриотик тәрбиә биреү, милли йолаларҙы тергеҙеү тора. Күтәрелгән бөтә һорауҙар ҙа актуаль, кәрәкле. Сөнки улар бөтәһе лә милләттең рухын күтәрәсәк, алға ҡарап ышаныслы йәшәргә ярҙам итәсәк.

Әсәйең билдәле яҙыусы, Тәскирә апай шулай уҡ балалар өсөн бик матур әҫәрҙәр ижад итә. Яҙыусы ҡыҙы булыуың торошоңда нисек сағылыш ала?

- Инәйемдең тәүге әкиәте, яңылышмаһам, мин мәктәпте тамамлай торған йылда "Аманат" журналында баҫылды. Быға тиклем ул яҙышмай ине. Мин университетта уҡыуҙы тамамлауға, Тәскирә Даянова балалар яҙыусыһы булараҡ билдәле ине инде. Инәйем ижад иткән әкиәттәр милли рух менән һуғарылған, тәрбиәүи йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә. Ә уның үҫмерҙәр тураһында яҙған повестарында замандың ҡырҡыу проблемалары, әхлаҡ темаһы күтәрелә; үҫмер күңеленең ниндәй ҡаршылыҡтар менән көрәшеүе тасуирлана. Уның был әҫәрҙәре үҫмер балалары булған ата-әсәләр өсөн әсбап, өҫтәл китабы булып тора алыр ине, тип әйтә алам. Инәйемдең бөтә әҫәрҙәрен дә мин баҫам: тәүге уҡыусыһы ла, мөхәррире лә мин. Әлбиттә, һөнәрем буйынса мин күләмле әҫәрҙәр ижад итмәйем, ә диалогтарға ҡоролған сценарийҙар яҙам. Был үҙе ҙур оҫталыҡ талап иткән эш, сөнки тамашасыға бөтә идеяны, мәғлүмәтте ошо ҡыҫҡа һөйләмдәр аша еткерергә кәрәк. Тәүҙәрәк, эш башлағанда, яҙырға тема тапмай китһәм, инәйемдән ярҙам һорай торғайным. Ҡайһы берәүҙәр сценарийҙарымды инәһе яҙып бирә, тип уйлай ине.
Инде күп йылдар сценарийҙар яҙам, тәжрибә лә ҙур ғына. Уратып-суратып яҙырға яратмайым, балалар ундайҙы аңламаҫ та ине. Тапшырыуҙарым кескәйҙәр өсөн булһа ла, йыш ҡына өлкәндәрҙән: "Тапшырыуҙарығыҙ ҡыҙыҡлы, мәғлүмәткә шул тиклем бай. Үҙем өсөн әллә күпме нәмә белеп ҡалдым", - тигәндәрен ишетергә тура килә. Был һалынған хеҙмәткә етди баһа тип уйлайым.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.06.22 | Ҡаралған: 372

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru