«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШӨКӨР ИТЕҮ ШУЛАЙ БУЛА
+  - 

Үткән дәүерҙәрҙә иманлы, көслө рухлы кешеләр ғүмер иткән, ә бөгөнгөләр улар менән тиңләшә аламы? Һижрә буйынса өсөнсө быуатта йәшәгән Мәкки тигән кешенең ҡыҙы тураһында, ул тап шундай ине, тип яҙып ҡалдырғандар.

Абдулла ибн Әхмәд ибн Бакр һөйләп ҡалдырған ваҡиға: "Әбүл Хәсән әл-Мәккиҙең Мәккәлә йәшәгән ҡыҙы үҙенең тотанаҡлығы, инсафлығы менән ныҡ айырылып торған, тиҙәр. Атаһы уға ай һайын утыҙ дирхәм ебәрер булған, ҡыҙ шул аҡсаға йәшәгән. Әбүл Хәсәндең Әбүл Хәмәнде ат-Тамар атлы күршеһе үҙе менән булған бер хәлде шулай тип хәтергә алыр булған. "Мин хаж ҡылырға ниәтләнем, шунан фатиха алыр өсөн күршемә индем. Ул миңә хәйерле юл теләне һәм: "Мәккәлә фәлән йортта минең ҡыҙым тора, ошо аҡсаны уға тапшыр, зинһар," - тип миңә аҡса бирҙе. Мин тәүҙә: "Ул баланы нисек таба алырмын икән?" - тип уйланым. Мәккәгә брып еткәс, шуныһы ғәжәп итте, баҡтиһәң, Мәккәлә был ҡыҙҙы бөтөнөһө лә белә икән. Уның иманлы тормош алып барыуы, намаҙ-ғибәҙәттәрен ҡалдырмауы, күркәм холоҡло булыуы, дин буйынса өгөт-нәсихәт алып барыуы, ғөмүмән, ҡылған бар изге эштәре тураһында ла мәғлүм. Әбүл Хәсәндең ҡыҙы бер ҡасан да бер кемдән ярҙам һорағаны, бурысҡа аҡса алып торғаны юҡ икән. Мәккәнең иң бай кешеләре уға ярҙам итергә әҙерҙәр, әгәр ҙә риза булһа, ҡыҙ улар ярҙамында бик етеш тормош көтә алыр ине. Ләкин ул хәләл көсө менән генә йәшәүҙе хуп күрә. Шул саҡ минең башҡа бер уй килде, күршемдең балаһына аҡсалата ярҙам күрһәтһәм, Аллаһы Тәғәлә минән разый булыр бит! Бер кеше лә эшләй алмағанды мин атҡара алам. Эйе, булдыра алам, был минең ҡулдан килә.
Атаһы биреп ебәргән утыҙ дирхәмгә мин үҙемдән йәнә лә егермене өҫтәнем һәм ҡыҙына илле дирхәм итеп тапшырҙым. Ҡыҙ аҡсаны алғас: "Атайымдың хәле нисек, бөтәһе лә яҡшымы?" - тип һорашты. Мин "Яҡшы", - тинем. "Атайым байлыҡ йыям тип, ҡулын бысратманымы, шул рәүешле Аллаһы Тәғәлә менән мөнәсәбәтен боҙманымы?" - тип өҫтәп һораны. Мин бер аҙ юғалып ҡалдым, шулай ҙа: "Юҡ, бөтәһе лә элеккесә", - тип яуап бирҙем. Ҡыҙ башын аҫҡа эйҙе һәм минән: "Ул ебәргән аҡсаға һеҙ үҙегеҙҙән өҫтәмәнегеҙме?" - тип һораны. Мин ныҡ аптыраным: "Ҡайҙан белдегеҙ быны?" "Атайым миңә һәр саҡ утыҙ дирхәм ебәрә. Тағы ла өҫтәргә уның хәле юҡ. Үҙенең йәшәү рәүешен үҙгәртеп, байлыҡ йыйырға тотонһа, әлбиттә, килеме артасаҡ. Әгәр ҙә һеҙ, хәҙер ул байый башланы, тиһәгеҙ, мин был аҡсаны алмаған булыр инем. Ә һеҙгә аҡсаны тотошлайы менән кире бирәм", - тине. "Ҡыҙым, атайыңдың бит иманы ныҡ, шул көйөнсә, ни өсөн мин биргән аҡсаны алмайһың?" "Мин үҙем йәки атайым эшләп тапҡан хәләл аҡсаны ғына алам. Бүтән берәүҙән дә алмайым. Ни өсөн үҙем белмәгән кешенең аҡсаһын ҡулыма алырға тейешмен? Мин бит уның ниндәй юл менән табылғанын, хәләлме ул, әллә түгелме икәнен белмәйем", - тине ҡыҙ бала. Бындай яуаптан тағы ла нығыраҡ аптырауға ҡалдым: "Улай булғас, ниңә утыҙ дирхәмен алып ҡалмайһың?" Ә ул тыныс ҡына яуап бирҙе: "Дирхәмдең ҡайһыларын атайым биргәнен айырым асыҡ белә алһам, шуларын алған булыр инем. Ләкин ул биргәндәр хәҙер һеҙҙең дирхәмдәр менән бергә буталған. Шуға бер дирхәмде лә ала алмайым".
Ни хәл итәһең, хаж ҡылғандан һуң, үҙемде әрләй-әрләй ҡайтып китергә тура килде. Ҡайтып етеү менән аҡсаны Әбүл Хәсәнгә кире алып барҙым, булған хәлде һөйләп бирҙем. Ә ул: "Минең аҡсаларым хәҙер һинекеләр менән ҡуша буталған, шуға күрә бындағы дирхәмде кире ала алмайым", - тип баш тартты. Бер яҡтан, шаҡ ҡаттым, икенсе яҡтан, оялдым, шулай ҙа һорарға батырсылыҡ иттем: "Нимә эшләтәйем һуң хәҙер был аҡсаларҙы?" Әбүл Хәсән әл-Мәкки бер аҙ уйланып торҙо ла: "Фәҡирҙәргә хәйер итеп таратыу хәйерле булыр", - тине. Бер яҡтан, ауыр хәлдән сығыу яйы табылыуына ҡыуандым, икенсе яҡтан, изгелек эшләйем тип, кешеләргә ихтыярһыҙҙан зыян ҡылыуым өсөн үкендем. Илле дирхәмде хәйерселәргә тараттым..." Тәҡүәле кешеләр биргән иманы өсөн Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итәләр һәм кемдер бүләк иткән алтын һарайҙарға ҡарағанда, үҙҙәренең йыйнаҡ донъяларын иң ҙур байлыҡ, тип һанайҙар. Күпме быуаттар үтһә лә изге ғәмәлдәре менән онотолмаған кешеләр була.

Фәрзәнә ФӘТИХОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.06.22 | Ҡаралған: 374

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru