«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУҒАН ҠАБЫҒЫ
+  - 

Һәр көн иртән һуған ҡабығы ҡушып сәй яһап эсергә кәрәк. Ике йыл дауамында ошо рәүешле дауаланыусылар һөҙөмтәлә аяҡты көҙән йыйырыуы, көндәлек баш ауыртыуы, аяҡ табаны һәм балтыр тирәһендәге тире аҫтына ҡан һауыуы тулыһынса бөтә, тип иҫбатлай.

Ләкин бер аҙ ҡан баҫымы түбәнәйеүе күҙәтелә икән. Һуған ҡабығы ҡайнатмаһын эсә башлаһаң күҙҙең ҡыҙарыуы ла бөтә, күреү һәләте яҡшыра. Һуған ҡабығының файҙалы сифаттары тураһында мәғлүмәттәр күп. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡалын һәм оҙон сәстәр үҫтереү өсөн бер ус һуған ҡабығына бер стакан һыу ҡойоп, 5-10 минут ҡайнатып алырға һәм кәрәкле температураға тиклем һыуытырға.
Шулай уҡ, һурпа бешергәндә лә һуғанды ҡабығы менән һалырға мөмкин, ул ашҡа үҙенсәлекле төҫ тә бирә, файҙаһы ла ҙур. Мәҫәлән, бындай һурпала йөрәк эшен тонусҡа килтергән матдәләр бар, улар иммунитетты ла нығыта, ҡаҡырыҡ сығарырға, эс йомшартырға, бәүел ҡыуҙыртҡыс, үт һыуын сығарыусы, спазмалитик, антисептик, яман шешкә ҡаршы һәм башҡа үҙенсәлектәргә эйә. Гипертониктарға һаулыҡтарын нығытыу өсөн көн һайын һуған ҡабығынан сәй яһап эсергә була. Һуған ҡабығы ҡайнатылған һыу организмдан артыҡ натрий һәм хлор матдәләрен сығарырға ярҙам итә, был да йөрәк ауырыуҙары менән яфаланыусыларға кәрәкле.
Башлы һуғандың ҡабығы ярҙамында аяҡты көҙән йыйырыуҙан арынырға мөмкин. Бының өсөн бер стакан ҡайнар һыуға семтем һуған ҡабығын һалып, ун минут көтөп торорға. Шунан һуған ҡабығын һөҙөп алып, йоҡлар алдынан һыуын эсергә кәрәк. Аяҡтар һыҙлауы, көҙән йыйырыуҙан тулыһынса арындыра. Һуған ҡабығын сәйгә ҡушып яһап эсергә була.
Тикшеренеүҙәр барышында һуған ҡабығы составында дүрт процент антиоксидант, кверцетин биофлавоноиды барлығы асыҡланған. Был тәбиғи биологик актив матдә Р витаминдары төркөмөнә ҡарай. Кверцетин рутин молекулаһының углеводһыҙ өлөшө. Был матдә алма, һуған, һарымһаҡ, йәшел сәй составында бар. Кеше организмына кверцетин күп кәрәк, шуға мөмкин булһа ошо аҙыҡтарҙы көндәлек рационға индереү мөһим. Билдәле доктор Аткинс кверцетин матдәһен иң яҡшы антигистамин тип иҫәпләгән һәм аллергия менән яфаланыусыларға ҡабул итергә ҡушҡан. Әммә күп табиптар кверцетинды йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү сараһы булараҡ белә. Кверцетин матдәһе булған аҙыҡтарҙы күп ашаған кешеләрҙә инсульт, инфаркт йә ҡан тамырында төйөр барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы һирәгерәк. Һарымһаҡ менән һуған ҡабыҡтарынан әҙерләнгән төнәтмәләрҙе оҙаҡ һаҡларға ярамай. 1996 йылда ғалимдар кверцетин матдәһе яман шеш ауырыуын дауаларға ярҙам итеүен асыҡлаған. Ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ул лейкемия ауырыуы, һөт биҙҙәре шеше үҫешен туҡтатыуы асыҡланған. Нәҡ 1996 йылда Д.Р. Ферриның кверцетин тураһында иҫ киткес мәҡәләһе баҫыла. Кверцетин матдәһе яман шеш менән зарарлы күҙәнәктәрҙә р53 гены эшен яйға һала. Сөнки тап ошо р53 гены дөрөҫ эшләгән саҡта яман шеш ауырыуына дусар булған күҙәнәктәрҙе "үҙ-үҙен юҡ итергә" көйләй. Бына шулай, кверцетин ярҙамында һөт биҙҙәре, ирҙәрҙең енес биҙе, йыуан эсәк, үпкә, мейеләге яман шеште, лимфа саркомаһы, лимфогранулематоз ауырыуҙарын дауаларға ярҙам итә. Шулай уҡ, был матдә вирустарға ҡаршы ла бик яҡшы дауа, шешеү процестарын иҫкәртә. Кверцетин капиллярҙарҙың үткәреүсәнлек үҙенсәлеген кәметә һәм ҡан тамырҙары көбөнөң төрлө тышҡы йоғонтоларға бирешмәүсәнлеген күтәрә. Ҡан тамырҙарын киңәйтә, шыма мускулдарҙың тонусын төшөрә, спазмалитик үҙенсәлектәргә эйә. Кверцетин гипертония ауырыуы, атеросклероз, ревматизм, ҡан һәм инфекцион ауырыуҙар менән яфаланыусының капиллярҙары бик ныҡ нескә һәм үткәреүсән булғанда ҡулланыла. Кверцетин матдәһе ауырыуҙы дауаларға ғына түгел, уны барлыҡҡа килтереүсе сәбәптәрҙән дә арынырға ярҙам итә. Шулай уҡ, ул иммунитетты нығыта, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары барлыҡҡа килеүен иҫкәртә, йөрәк ауырыуына бәйле ҡан баҫымын нормаға килтерә. Кверцетин матдәһе яныуҙан һуң барлыҡҡа килгән ауырыуҙар, өшөтөүҙән, ҡара ҡылау, һырҙарҙы кәметеү буйынса косметик процедуралар, ҡартайыу процессын яйлатыу өсөн ҡулланылған дарыуҙарҙа ҡулланыла. Тимәк, һуған ҡабығы ла ошо файҙалы үҙенсәлектәргә эйә һәм уны ташлап ҡуйғансы, һаулыҡты нығытыу маҡсатында ҡулланығыҙ.

"Киске Өфө" гәзите, №24, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.06.22 | Ҡаралған: 485

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru