«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФИЛАРМОНИЯ ГӨРЛӘЙ
+  - 


Йәй - республиканың сәнғәт коллективтары өсөн үткән ижад миҙгеленә йомғаҡ яһау һәм яңыһына әҙерлек осоро. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы уны ниндәй йомғаҡтар һәм киләсәккә пландар менән ҡаршы ала? Ошо турала Реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Ирина ЗАХАРОВА һөйләне.

Йыл йомғаҡтары һәм яҡын киләсәккә пландарығыҙ ниндәй?

- Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 83-сө ижад миҙгелен тамамлап, уға йомғаҡтар яһай. Йыл һайын беҙҙең ижади коллективтар үҙебеҙҙә 200-ҙән ашыу концерт, ә гастролдәрҙә меңдән ашыу сығыштар яһай. Бындай емешле эшкә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге филармонияларҙан айырмалы рәүештә, эстрада төркөмдәре һаҡланып ҡалыуы ла булышлыҡ итә. Улар Башҡортостан буйлап та, башҡорттар күпләп йәшәгән башҡа төбәктәргә лә концерттар менән бик теләп сыға. Үткән миҙгел бик күп ваҡиғаларға, матур концерт программаларына, яңы проекттарға бай булды. Шуларҙың береһе - 25 йыллығын билдәләгән "Розовая пантера" джаз фестивале. Уны быйыл Рәсәйҙә ошо музыкаль йүнәлеш барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулыуға арнап үткәрҙек һәм тамашасыларҙың күңеленә шул тиклем хуш килеүен тойҙоҡ. Башҡортостандың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрының "НОНИ менән классика" тигән бик моңло проектын да яратып ҡабул иттеләр. Уның сиктәрендә артистарыбыҙ ҡурай, думбыра, ҡумыҙ, ҡыл ҡумыҙ кеүек башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында Чайковский, Вивальди һәм башҡа донъяға билдәле композиторҙарҙың әҫәрҙәрен уйнап ишеттерҙе. Шулай уҡ был коллектив Новосибирск ҡалаһында үткән "Себер ҡылдары" Халыҡ музыка ҡоралдары оркестрҙарының халыҡ-ара фестивалендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Линар Дәүләтбаев етәкселегендә уңышлы ҡатнашып, рәхмәт хаттары менән бүләкләнеп ҡайтты. Әйткәндәй, Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры киләһе 84-се ижад миҙгелендә "Ҙур гастролдәр" федераль проекты сиктәрендә Рәсәйҙең бик күп ҡалаларында сығыш яһаясаҡ һәм был турне Санкт-Петербург менән Мәскәү ҡалаларындағы тамашалар менән тамамланасаҡ, тип көтөлә.
Филармониябыҙ коллективында халыҡ күңелен үҙенсәлекле моңо менән күптән арбаған йырсылар эшләй, уларға лайыҡлы алмаш булырҙай йәштәрҙе лә эшкә алып торабыҙ. Быйыл эстрадабыҙға яңы һулыш индереп Илдар Абдуллин, Алиса Жумағәлиева, Әлфиә Ниғмәтуллина килде. Улар баш ҡала тамашасыһына "Шаңдау" тигән тәүге шоу-программаһын тәҡдим иткәйне, әлеге көндә өлкән коллегалары менән бергә республикалағы район һабантуйҙарында, Пермь крайында, Һамар, Силәбе өлкәләрендә, Мәскәү ҡалаһында үткәрелгән һабантуй байрамдарында ҡатнашып йөрөй. Ижад миҙгеле тамамланды, тиһәк тә, беҙҙең эстрада коллективтары бына шулай милләттәштәребеҙ йәйге ялын йыр-моңға күмелеп үткәреүен хәстәрләп, эшләүен дауам итә. Мәҫәлән, 24-25 июндә баш ҡалала уҙасаҡ "Евразия йөрәге" халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә филармония артистары бик әүҙем ҡатнашыуы көтөлә. Ә бына 25 июндә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Диана Ишниязова етәкселегендәге ижади төркөмөбөҙ Екатеринбург ҡалаһында, "Далан" эстрада төркөмө Силәбелә милләттәштәребеҙҙе байрам сараларында тәбрикләйәсәк. Беҙ "Башҡортостан эстрадаһының романтиктары" тип йөрөткән һәм ижадтарын халыҡ бик яратып ҡабул иткән БР-ҙың халыҡ артистары Искәндәр Ғәзизов һәм Заһир Иҫәнсурин ингән төркөм 23 июндә Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән район һабантуйында сығыш яһаясаҡ. Ғөмүмән, филармонияның бар ижади коллективтары ла 11 июлгә тиклем шулай эшләп, бер аҙ ял итеп алғас, август айында тағы ла Башҡортостан буйлап гастролдәргә сығып китмәксе. Ә инде Мәскәүҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ Башҡортостандың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын 18 августа "Зарадье" паркында күрә ала. Баш ҡала тамашасыһын һәм ҡунаҡтарын филармонияның 84-се ижад миҙгелен асыу сараларында: 28 сентябрҙә Ҙур залда "Музыка, рожденная ветром" тынлы музыка ҡоралдарының халыҡ-ара фестивале һәм 1 октябрҙә Бәләкәй залда Олег Касимов етәкселегендәге Камерный оркестр "Бах" программаһы менән көтөп ҡала.

Филармония кескәй тамашасыларын да матур программалары менән ҡыуандырып тороуын беләбеҙ...

- Башҡорт дәүләт филармонияһына 83 йыл элек халыҡты классик музыка әҫәрҙәре нигеҙендә тәрбиәләү өсөн нигеҙ һалына. Ошо маҡсатыбыҙға бөгөнгәсә тоғро ҡалып киләбеҙ һәм тамашасыбыҙҙы әсә ҡарынында ятҡан саҡтан уҡ тәрбиәләй башлар өсөн "Музыканы бергә тыңлайбыҙ" проектын булдырғанбыҙ. Йөклө ҡатындар һәм 3 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйенләнгән моңло тамаша һәр шәмбе һайын орган залында үткәрелә, ул киләһе миҙгелдә 10 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Бынан тыш, бар ғаилә өсөн йәкшәмбе концерттары ҡуябыҙ. Ә филармонияның иң өлкән коллективтарының береһе булған Музыкаль-әҙәби лекторий 83-сө ижад миҙгелендә үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был лекторийҙа бер нисә бригада эшләй һәм улар балаларҙы бәләкәйҙән үк юғары профессиональ кимәлдәге музыка әҫәрҙәрендә тәрбиәләү эшен үҙ өҫтөнә алған. Шуға күрә төрлө йүнәлештәге концерт программалары менән Өфөнөң һәм республиканың башҡа ҡала-ауылдарындағы мәктәптәрҙә сығыш яһайҙар. Быйыл уларҙың "Герои, ставшие историей" тигән программаһы бик күп ыңғай баһалар алды, ул балаларға Салауат Юлаевтан алып бөгөнгө көнгә тиклем булған төрлө башҡорт батырҙары тураһында бәйән итте. Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов та шулар иҫәбендә бар ине. Музыкаль-әҙәби лекторийҙың һәр тамашаһы ҡыҙыҡлы, фәһемле итеп төҙөлә һәм кескәйҙәргә башҡорт мәҙәниәте, ауыҙ-тел ижады, Башҡортостан тарихы, мәктәп программаһына ингән яҙыусы һәм шағирҙарҙың ижады һ.б. рухи ҡиммәттәребеҙ тураһында бәйән итә.
Миҙгел аҙағында балалар ижадына бәйле тағы бер шатлыҡлы хәбәребеҙ бар: "Салауат" балалар бейеү ансамблебеҙгә "Өлгөлө үҙешмәкәр коллектив" тигән маҡтаулы исем бирелде. Унда бик һәләтле балалар шөғөлләнә һәм тырышлыҡтары шулай юғары баһаланыуын күреп шатландыҡ.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.06.22 | Ҡаралған: 281

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru