«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЛО БАШҠОРТОСТАНҒА - 100 ЙЫЛ
+  - 


1921 йылдың февралендә башланған ҡот осҡос аслыҡ башҡорт халҡының иң аяныслы фажиғәһе менән тамамлана: Тарихи Башҡортостан территорияһында йәшәгән 2 миллиондан ашыу кеше аслыҡтан интегә, рәсми документтарҙа 650 меңдән ашыу кешенең аслыҡтан ҡырылыуы теркәлә. Башҡа мәғлүмәттәргә ҡарағанда, башҡорт халҡының дөйөм һаны ике тапҡырға тиерлек ҡыҫҡара.
Ошо ваҡытта Башҡортостан етәкселеге, Үҙәк властан ярҙам һорап ҡына ҡалмайынса, киләсәктә республиканың ышаныслы аҙыҡ-түлек ресурстары базаһы буласаҡ территорияны - Өфө губернаһына ҡараған боронғо башҡорт ерҙәрен Автономиялы Башҡорт республикаһы составына индереү мәсьәләһе буйынса ныҡышмалы эш алып бара. Оло Башҡортостан мәсьәләһе буйынса тейешле материалдар әҙерләү өсөн Совнарком рәйесе М.Д. Халиҡов етәкселегендә махсус комиссия булдырыла. 1921 йылдың мартында БашЦИК исеменән Бөтөн Рәсәй башҡарма комитетына ебәрелгән телеграммала ошондай фекер белдерелә: "Образование Большой Башкирии в корне изменяет все административные и экономические условия Башреспублики, которая получит свыше миллиона башкир, в настоящее время оторванных от нее, крупный культурно-административный центр - Уфу, большую железнодорожную и водную базу, довольно цельную в промышленно-экономическом отношении территорию, позволяющую планомерно развивать органическую работу Башреспублики и скоро изжить экономическую разруху".
Башҡортостан хөкүмәте рәйесе Муллаян Халиҡов, Өфө губернаһы өйәҙҙәрен Кесе Башҡортостан составына ҡушыуҙы нигеҙләп, ошолай тип белдерә: "В Малой Башкирии было 400 тысяч башкир и 200 тысяч татар, а в то время как в Уфимской губернии было 800 тысяч башкир и более 200 тысяч татар и, кроме того, по своему экономическому положению Малая Башкирия область потребляющая, а Уфимская губерния производящая, и поэтому Уфимская губерния для Малой Башкирии была необходима".
Хәҙерге ваҡытта ҡайһы бер замандаштарыбыҙ, хатта ки ғилми исем йөрөткән "тарих белгестәре", йәнәһе, Өфө губернаһында башҡорттарҙың һаны бик аҙ булғас, уны бөтөрөп, Кесе Башҡортостанға ҡушыу бары тик большевиктарҙың сәйәси бер аҙымы булған, тип кенә баһаларға маташа. Рәсәй империяһында 1897 йылда уҙғарылған халыҡ иҫәбен алыу материалдарында сағылдырылған мәғлүмәтте күрмәмеш тә белмәмеш улар. Ысынбарлыҡта Өфө губернаһында йәшәгән 2 196 642 кешенең 899 910-ы ирекле рәүештә туған телен башҡорт теле, тип яҙҙырта. Тимәк, Өфө губернаһы халҡының (уға Өфө, Бәләбәй, Бөрө, Златоуст, Стәрлетамаҡ һәм Минзәлә өйәҙҙәре инә) 40,9 проценты үҙен башҡорт халҡы вәкиле итеп күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта губернала туған телен татар теле, тип таныған кешеләрҙең дөйөм иҫәбе ни барыһы 184 817 була. Әлбиттә, ошо иҫәп алыу материалдарында мишәр теллеләр айырым теркәлһә лә, улар барлығы 20 957 кеше генә булған. Тағы ла 40 меңгә яҡын типтәр халҡын иҫәпкә алған саҡта ла, башҡорттар Өфө губернаһындағы башҡа мосолман халыҡтарынан 3,6 тапҡырға күберәк була бит!
Автономиялы БССР Халыҡ Комиссарҙары рәйесе Муллаян Халиҡовтың һүҙҙәре хаҡ, ул заманына күрә мәғлүмәтле кеше булған. Күрәһең, Совет хөкүмәте, Кесе Башҡортостандың аяныслы иҡтисади хәлен, бында йәшәүсе халыҡтың аслыҡтан, ярлылыҡтан интегеүен, уның был төбәктә власть органдарына ҡарата көсәйә барған ризаһыҙлығы менән бер рәттән, Өфө губернаһындағы башҡорттар иҫәбен дә иғтибарға алған булырға тейеш. Совнарком рәйесе Владимир Ленин үҙе лә Өфө губернаһы башҡорттарының мотлаҡ Башҡортостан республикаһында йәшәргә теләүе менән ризалаша. Нисек кенә булмаһын, 1922 йылдың 14 июнендә Бөтөн Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты (ВЦИК) "Автономиялы Башҡорт Социалистик Совет Республикаһы сиктәрен киңәйтеү тураһында" тип аталған декрет ҡабул итә. Өфө губернаһы бөтөрөлә, Өфө, Бөрө, Бәләбәй өйәҙҙәре, Златоуст өйәҙенең байтаҡ өлөшө Кесе Башҡортостан составына ҡушыла. Силәбе губернаһына ҡараған Мейәс, Турғаяҡ, Сыростан олоҫтары, Мейәс ҡалаһы, Магнит тауы янындағы һәм Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы Таш Йырынтылар, тип аталған ерҙәр шулай уҡ Оло Башҡортостан ҡарамағына бирелә. Өфө ҡалаһы Башҡортостан республикаһының баш ҡалаһы статусын ала. Шул уҡ декретҡа ярашлы, Златоуст өйәҙенең элек тә Кесе Башҡортостанға индерелмәгән ерҙәренә ҡуша Ялан кантоны территорияһы (хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Әлмән һәм Сафакүл райондары), Башҡортостандан алынып, Силәбе губернаһына ҡушыла. 1922 йылдың аҙағына, административ үҙгәрештәрҙән һуң, Башҡорт Совет республикаһының территорияһы барлығы 8 кантонға бүленә: Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө кантондары.
Әммә Оло Башҡортостандың географик сиктәрен билдәләү ҡатмарлы шарттарҙа ғәмәлгә ашырыла. Пермь, Екатеринбург, Төмән һәм Силәбе губерналары ингән Урал иҡтисади өлкәһе органдары ошо зонаның тау-завод сәнәғәте предприятиелары ерлегендә Златоуст сәнәғәт округын булдырыу планын алға һөрә. Урал иҡтисади советы 1922 йылдың яҙында уҡ Силәбе губернаһына Златоуст өйәҙен, Өфө өйәҙенең тау-завод зонаһын (Аша - Балашев, Сим һ.б.) һәм Башҡорт республикаһының Тамъян-Ҡатай кантонының төньяҡ өлөшөн (Белорет ҡалаһы менән) Силәбе губернаһына ҡушыу хаҡындағы проектты Бөтөн Рәсәй үҙәк башҡарма комитетының административ комиссияһы ҡарамағына йүнәлтә. 1922 йылдың 17 авгусында ВЦИК, ошо тәҡдимде хуплап, декрет ҡабул итә. Шулай итеп, Башҡорт республикаһы иҡтисади яҡтан үтә мөһим роль уйнаған металлургия һәм метиз заводтарынан мәхрүм ителә.
Әммә Мәскәү властары был мәсьәләне хәл иткәндә милли моментты иҫәпкә алмай. Башҡорт республикаһының Үҙәк башҡарма комитетының Президиумы 23 августағы ултырышында федераль власть органының ҡарары менән килешә алмау хаҡында белдереү яһай, шуға ярашлы үҙ ҡарарын ҡабул итә. Ул быны Оло Башҡортостан буйынса 1922 йылдың 14 июнендә ҡабул ителгән декрет положениеларын боҙоу, тип белдерә. Башҡортостандың башҡарма власы ҡарары РКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты яғынан да хуплау таба.
Ялан кантоны башҡорттары араһында ла ҙур ризаһыҙлыҡ тыуа, улар Башҡортостан составында ҡалырға теләй. Әммә Үҙәк власть был хәлгә лә күҙ йомоп ҡарай. Оҙайлы бәхәстәрҙән һуң ВЦИК Президиумы Тамъян-Ҡатай кантонын Башҡорт республикаһы составында ҡалдырыу менән ризалаша.
1924 йылда Туҡ-Соран кантоны ла Ырымбур губернаһы составына ҡушыла. Башҡортостандан ситтә бары бер генә милли анклав - Арғаяш кантоны ҡалдырыла, әммә уныһы ла 1934 йылда Силәбе өлкәһенә ҡушыла. Шулай итеп, Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының Рәсәй составындағы географик сиктәре хәҙерге ваҡытҡа тиклем һаҡланып килгән формаһын ала.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 23-24-се һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №25, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.06.22 | Ҡаралған: 222

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru