«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҢЕЛ ШАТЛАНҒАН ҺӘМ КҮҢЕЛДЕ ӨЙКӘГӘНДӘР ТУРАҺЫНДА
+  - 

Өфөбөҙ - республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы, тимәк, уға иғтибар ҙа ҙур. Нәҡ Өфө бөтә Рәсәйгә, донъяға Башҡортостан тураһында тәүге мәғлүмәтте бирә, тәүге фекерҙең ниндәй юҫыҡҡа боролоуына булышлыҡ итә. Шуға күрә баш ҡаланың йөҙө лә, булмышы ла, йәшәйеше лә республика етәкселегенең күҙ уңында булырға тейештер ҙә. Әлбиттә, миллионлы ҡаланың хәл итәһе мәсьәләләре дә етерлек, ҡаҙанған уңыштары ла юғары баһалана. Мин баш ҡаланың ябай кешеһе күҙлегенән үҙ фекерҙәремде еткереп үткем килә.

Ғәҙәттә, барыһы ла һүҙҙе маҡтауҙан башлай, ә мин, киреһенсә, күңелде өйкәп торған күренештәр, мәсьәләләргә туҡтап үткем килә. Иң беренсе, барыһының да йәненә тейгән юлдар тураһында әйтмәйенсә булдыра алмайым. Үҙәк урамдар, башлыса, матур һәм төҙөк, шулай ҙа тағы ла яҡшыраҡ итергә мөмкиндер, тигән фекерҙәмен. Ә үҙәктән әҙ генә ситкә киттеңме, машина юлдары ла, йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгәне лә иҫ китмәле насар бит. Мәҫәлән, Дим биҫтәһенән Авдонға барған оло юл урыны менән тишкеләнеп бөткән. Аэропорт яғына барайым тиһәң, юлды бүлеп торған һыҙыҡтар бөтөнләй юҡ тиерлек, һәр кем үҙе нисек теләй, шулай китеп барған һымаҡ. Ҡаланың башҡа урындарында ла был тарафта эшләйһе эштәр байтаҡ. Юлға ҡағылышлы тағы бер күҙәтеүемде яҙмайынса үтә алмайым. Ул да булһа, юлды эшләйбеҙ тип, асфальтты алалар ҙа, урынына тиҙ генә яңыһын түшәп ҡуйыуҙы оноталар. Мәҫәлән, Ибраһимов бульвары менән К.Маркс урамы киҫешкән бәләкәй генә урында асфальтты алдылар, ләкин ул соҡор бик оҙаҡ ямалмай ятты.
Әле генә бына ҙур йүгереү марафонын ҡарап ҡайттым. Махсус рәүештә Инорс биҫтәһенән килдем. Шуға әйтер һүҙем шул - ни өсөн ҙур һәм мәртәбәле саралар тик үҙәктә ойошторола һуң ул? Әлбиттә, һүҙ юҡ, матур яҡтар, ләкин Өфөнөң әллә күпме районы бар һәм уларҙың һәр береһе, исмаһам, биш йылға бер булһа ла ниндәйҙер сара уҙғарылыуына хоҡуҡлылыр бит. Телеүҙәктә йәшәгән ҡустымдың әйтеүенсә, был тирәләге халыҡ ял һайын тиерлек уҙғарылған сараларҙан, көслө музыканан арый ҙа төшкән. Шуға күрә, ҙур сараларҙы бөтә Өфө буйлап алмаштырып уҙғарыу баш ҡаланың башҡа райондарында йәшәүселәр өсөн дә, урындағы халыҡҡа ла тик файҙаға булыр ине, тием.
Бөтә Өфө буйлап законһыҙ рәүештә урынлаштырылған реклама плакаты, алтаҡта, баннерҙарҙы алып ташлау эштәренең башланыуын ишетеп ҡыуандым. Ысынлап та, ошо күренеш бигерәк йәмһеҙ ине. Ҡайҙа башты борһаң да әллә нимәне рекламалайҙар, улары, исмаһам, бер форматҡа яраҡлаштырылған булһа икән! Бөтөнләй юҡ ителһәләр ҙә бер кем ултырып иламаҫ.
Тағы ла баш ҡала, республика етәкселегенең Өфө парктарына ҙур иғтибар бүлеүе оҡшай миңә. Затонда "Тулҡын" паркы, Һупайлыла "Ҡашҡаҙан" паркы төҙөкләндерелде. Йәшеллеккә, ҡала халыҡының ял итеү урындарының матур һәм төҙөк булыуына ҙур иғтибар ителеүе бик мәслихәт күренеш.
Ағиҙел буйын эшләп ҡуйғас, әллә күпме насарлап яҙҙылар. Ләкин элек нисек булыуын һәм бөгөнгө торошон сағыштырып ҡарау ҙа етә - хәҙер күпкә уңайлыраҡ, матурыраҡ. Тамаҡ ялғап алырға ла була, үҙенең ҡупшы ғына амфитеатры ла бар, балалар ғына түгел, хатта ололар ҙа яратып өлгөргән бәүелсәктәр урынлаштырылған, таҙа һәм уңайлы. Ғөмүмән, Өфөбөҙ ҙурая, киңәйә, төҙөкләндерелә һәм матурая ғына бара.
Бөгөн һәр кемгә үҙенең теге йәки был күренешкә, ваҡиғаға йәки минең кеүек үҙе йәшәгән урын-ере тураһында фекерҙәрен еткереүе ауыр түгел. Бының өсөн мәғлүмәт саралары күп. Ләкин күрһәткән етешһеҙлектәрҙе ауыр ҡабул итеү урынһыҙ, сөнки ҡалабыҙ, ауылыбыҙ, республикабыҙ тағы ла матурыраҡ булһын, тигән теләк менән яҙабыҙ бит.

Әхәт САБИТОВ.

Өфө үҙәгендәге К. Маркс урамының 8а йорто фасадына рәссам Сергей Акрамов төшөргән был флористик композицияла (фотола) беҙҙең төбәккә генә хас булған эндемика - саған, аҡ тирәк, йүкә, ҡурай кеүек ағастар һынландырылған. "Эндемикаға сикләнгән бер урында, ҙур булмаған географик биләмәлә үҫкән, йәшәгән хайуандар һәм үҫемлектәр төрҙәре инә. Флорабыҙҙың ошондай айырым элементтарын һаҡлап, беҙ тарихты тергеҙеүебеҙ һәм беҙҙе уратып алған донъяны аңлауыбыҙ тураһында ла һөйләй алабыҙ", - тип яҙҙы сәхифәһендә Өфө ҡала мэры Ратмир Мәүлиев.

"Киске Өфө" гәзите, №26, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.07.22 | Ҡаралған: 184

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru