«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИНМЕ, ӘЛЛӘ БЕҘМЕ?
+  - 

Мөғжизә көтөп йәшәй Әҙәм балаһы. Әммә мөғжизәләргә өмөт итмәй ул, берлектә фекер йөрөтә, сөнки тормоштоң уйын түгел икәнен аңлай. Әммә күңел тигәне һәр саҡ мөғжизә көтә - хыялдарҙың уйламаҫтан тормошҡа ашыуы (йәғни мөғжизә булараҡ ҡабул ителеүе) еңеллек тойғоһо бүләк итә, аңлашылмаған эске көс барлыҡҡа килә.

Әммә ваҡытлыса булған ҡыуаныс күңелде оҙаҡ ҡәнәғәтләндермәй, ул тағы ла кәйеф-допинг һорай. Шулай эгобыҙҙы әпәүләй торғас, был тормошта йәшәүебеҙ үҙе бер мөғжизә икәнен онота, асылыбыҙҙы юғалта башлайбыҙ, мөғжизәгә бай булған бала сағыбыҙҙан, тәбиғәтебеҙҙән, Хәҡиҡәттән, Хаҡ Тәғәләнән алыҫлаша барабыҙ...
Ябай миҫал: ямғыр теләргә сыҡҡанда төрлө йәштәге кешеләр араһынан тик бер бала ғына ҡулсатыр тотоп торған. Сөнки ул мөғжизәгә башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ ышана, асылынан алыҫлашмаған әле… Ә инде халҡың өсөн мөғжизә көткәндә шәхси кисерештәреңдең бер сүп кенә икәне аңлашыла - үҙеңдең бөйөк халҡыңдың бәләкәс кенә улы булыуыңды төшөнәһең. Бөйөк халыҡ өсөн төп мөғжизә - ата-бабаларҙың йолалары, иле, теле һаҡланыуы һәм мәңгелеккә табан барған юлы өҙөлмәүе. Ә беҙгә, милләттәштәребеҙгә, шул юлдан тайпылмай, изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәү, донъяны ихлас ҡабул итеү иң ҙур мөғжизә түгелме ни! Бөйөк халҡыңдың бөйөк улы булырға ынтылыу әлеге лә баяғы Хәҡиҡәттән ситләштерә, эго-нәфсебеҙ үҙ яғына тарта башлай. Үҙ "мин"еңде еңеп, халҡыңдың кескәй генә өлөшсәһе булыу - бына ҡайҙа ул мөғжизә! Ата-бабаларыбыҙ быны бик яҡшы аңлаған, туған тел аша, ғөрөф-ғәҙәттәр аша, нығынған йолалар аша мәңгелектең ни икәнен яҡшы төшөнөп, йәндәрен аямай, Уралым, тип ойошоп йәшәгән. Ул осорҙа глобалләштереүҙең аҫтыртын технологиялары бик примитив булғандыр.
Парадокс шунда: ата-бабаларыбыҙҙың аңы-аҡылы бөгөнгө глобалләштереүгә лә ҡаршы тора алыр ине.

Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.07.22 | Ҡаралған: 429

Киске Өфө
 
Кешеләр бер генә нурҙан туҡылған фәрештә түгел, шулай уҡ бер көтөүҙә тота торған хайуан да түгелдәр.

(В. Короленко).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru